Иҫке Ҡандра
Ауыл | |
Иҫке Ҡандра | |
Ил | |
---|---|
Федерация субъекты | |
Муниципаль район | |
Координаталар | |
Сәғәт бүлкәте | |
Һанлы танытмалар | |
Автомобиль коды |
02, 102 |
ОКАТО коды | |
ОКТМО коды | |
ГКГН номеры | |
Иҫке Ҡандра (рус. Старые Кандры) — Башҡортостан Республикаһының Туймазы районындағы ауыл. 2010 йылдың 14 октябренә халыҡ һаны 308 кеше булаған[1]. Ҡандра ауыл Советы составына инә. Почта индексы — 452765, ОКАТО коды — 80251827001.
Тарихы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ауылға Ҡазан даруғаһы Ҡаңлы улусы башҡорттары үҙ ерҙәрендә нигеҙ һала. Баҫылып сыҡҡан сығанаҡтар буйынса Ҡандра исеме менән 1716 йылдан билдәле. Ҡыр-Ҡаңлы (Ҡаңлы) улусы башҡорто Балтас Аблаев «Яһаҡ түләүе өсөн ҡытлыҡ» арҡаһында үҙенең аҫаба ерҙәренә татар Сырым Каринды индерә (уның еренең сиктәре: Сәрмәсән йылғаһынан алып Мәтәү йылғаһы буйлап Куан-Сакет йылғаһының үрге ағымына тиклем, унан Өҫән йылғаһы буйлап түбәнгә Нөгөшкә, уның үренә тиклем, Иҙәш йылғаһына, Баҡырсы урманына, Төрөш һырты буйлап һәм Сәрмәсән Ветляной кисеүенә тиклем). XVIII быуат аҙағынан хәҙерге исемен йөрөтә. 1795 йылда 27 йортта 173 кеше, 1865 йылда 73 йортта — 397 кеше, 1895 йылда 108 йортта — 791 кеше, 1920 йылда 170 йортта — 834 кеше йәшәгән. 1906 йылда мәсет, һыу тирмәне, бакалея кибете, мөгәзәй теркәлгән[2].
2008 йылға тиклем ауыл Иҫке Ҡандра ауыл советы составында була[3].
Хәҙерге осор
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ауылда фельдшер-акушерлыҡ пункты, клуб бар. Татарҙар, башҡорттар йәшәй (2002)[4].
Халыҡ һаны
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)
Иҫәп алыу йылы һәм көнө | Бөтә халыҡ | Ир-егеттәр | Ҡатын-ҡыҙҙар | Ир-егеттәр өлөшө (%) | Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%) |
1897 йыл 9 февраль (26 ғинуар) | |||||
1920 йыл 26 август | 834 | ||||
1926 йыл 17 декабрь | |||||
1939 йыл 17 ғинуар | 759 | ||||
1959 йыл 15 ғинуар | 603 | ||||
1970 йыл 15 ғинуар | |||||
1979 йыл 17 ғинуар | |||||
1989 йыл 12 ғинуар | 326 | ||||
2002 йыл 9 октябрь | 330 | ||||
2010 йыл 14 октябрь | 308 | 149 | 159 | 48,4 | 51,6 |
Халыҡ һаны буйынса аңлатма төрлө йылдарҙа иҫәп алыу тәртибенең айырмалығы булыу сәбәпле халыҡ һанының үҙенсәлегенә иғтибар итегеҙ.
- 1939 йыл — бар булған халыҡ һаны.
- 1989, 2002, 2010 йылдарҙа — даими йәшәгән урыны булып иҫәпләнгән халыҡ һаны
Ауылдағы халыҡ һаны буйынса мәғлүмәтте халыҡ иҫәбе буйынса алыу урынлы. Бөтә ил күләмендә үткән 1897, 1920, 1939, 1959, 1970, 1979, 1989, 2002, 2010 йылғы халыҡ иҫәбе буйынса мәғлүмәттәр бар һәм асыҡ ҡулланыуҙа табырға була. Ҡайһы бер китаптарҙы электрон төрҙә асып ҡарап була. 1926 йылғы халыҡ иҫәбе буйынса һәр ауыл тураһында мәғлүмәт осрағаны юҡ әле. Унан башҡа Өфө виләйәтендә 1865, 1879, 1886 йылдарҙа урындағы халыҡ иҫәбе алынған. Тағы ла ревиз яҙмалары аша мәғлүмәт бар.
- 1859 һәм 1865 йыл — Населенные пункты Башкортостана. Ч.I. Уфимская губерния, 1877. — Уфа:Китап, 2002. — 432 с. ISBN 5-295-03188-8 (ч. I). ISBN 5-295-03133-0.
- Өфө виләйәте ауылдарында халыҡ һаны буйынса мәғлүмәт 1859 һәм 1865 йылдарға ҡарата бар.
- 1866 йыл — Список населенных мест. Ч. II. Оренбургская губерния, 1866. — Уфа: Китап, 2006. — 260 с. ISBN 5-295-03815-7 (ч. II). ISBN 5-295-03133-0.
- Ырымбур виләйәте ауылдарында халыҡ һаны буйынса мәғлүмәт 1866 йылға ҡарата бар.
- 1897 йыл — Перепись населения. т.45 кн.01 Уфимская губерния. Н.А.Тройницкий (ред.)(С.-Петербург, 1901)
- Был китапта Өфө виләйәте ауылдары буйынса мәғлүмәт бар. 500 кешенән күберек булған ауылдар исемлеге.
- 1920 йыл — Населенные пункты Башкортостана. Ч.III. Башреспублика, 1926. — Уфа. Китап, 2002. — 400 с. ISBN 5-295-03091-1 (ч. III). ISBN 5-295-03133-0.
- Был китап 1926 йылға ҡарата төҙөлгән, әммә халыҡ иҫәбе 1920 йылға ҡарата бирелгән.
- 1939 йыл — БАССР. Административно-территориальное деление на 1 июня 1940 года – Уфа:Государственное издательство, 1941. – 387 с.
- Был китапта 1939 йылғы иҫәп алыу буйынса һәр ауыл буйынса мәғлүмәт бар.
- 1989 һәм 2002 йылдар — Башҡортостан Республикаһы ауылдарында 1989 һәм 2002 йылғы халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны.
- 2010 йыл — Численность и размещение населения Республики Башкортостан по данным Всероссийской переписи населения 2010 года. Статистический сборник. (рус.)
- Население Башкортостана: XIX-XXI века: статистический сборник / Территориальный орган Федеральной службы государственной статистики по Республики Башкортостан. — Уфа:Китап, 2008. — 448 с.: ил. ISBN 978-5-295-04439-7
- 1897 йылғы халыҡ иҫәбенән башлап ҡалалар, ҡала төрөндәге ҡасабалар, райондар, район үҙәктәре буйынса халыҡ һаны бар.
- Милли состав
Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу (2002) мәғлүмәте буйынса — күпселек милләттәр татарҙар (69 %), башҡорттар (27 %)[5].
Географик урыны
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ауыл Нөгөш йылғаһы (Өҫән йылғаһы ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Алыҫлығы:[6]
- Район үҙәгенә тиклем (Туймазы): 32 км
- Ауыл советы үҙәгенә тиклем (Ҡандра-Ҡотой): 10 км
- Яҡындағы тимер юл станцияһы (Ҡандра): 5 км
Билдәле шәхестәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Баҙыҡшанов Таһир Ибраһим улы (1.05.1941—25.06.2023), зоотехник. 1992—1998 йылдарҙа Благовещен районы хакимиәте башлығы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре[7].
- Ғәбдрәшитов Фазулла Ғабдулла улы (25.10.1903—5.04.1975), Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан яугир, 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһының станоклы пулемёт тоҫҡаусыһы, гвардия рядовойы. Советтар Союзы Геройы (1944).
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Совет муниципальных образований Республики Башкортостан
- Асфандияров А. З. История сёл и деревень Башкортостана и сопредельных территорий. — Өфө: Китап, 2009. — С. 265. — ISBN 978-5-295-04683-4.
- Иҫке Ҡандра // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Численность и размещение населения Республики Башкортостан по данным Всероссийской переписи населения 2010 года. Статистический сборник. (рус.)
- ↑ Асфандияров А. З. История сёл и деревень Башкортостана и сопредельных территорий. — Өфө: Китап, 2009. — С. 265. — ISBN 978-5-295-04683-4.
- ↑ Закон Республики Башкортостан от 19.11.2008 № 49-з «Об изменениях в административно-территориальном устройстве Республики Башкортостан в связи с объединением отдельных сельсоветов и передачей населённых пунктов»
- ↑ Иҫке Ҡандра // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.
- ↑ Единый электронный справочник муниципальных районов Республики Башкортостан — Excel форматында ҡушымта(недоступная ссылка) (рус.)
- ↑ Административно-территориальное устройство Республики Башкортостан: Справочник / Сост. Р. Ф. Хабиров. — Уфа: Белая Река, 2007. — 416 с. — 10 000 экз. — ISBN 978-5-87691-038-7.
- ↑ Скончался экс-глава Благовещенского района Башкирии Тагир Бадыкшанов. ИА «Башинформ», 29 июня 2023 года (рус.) (Тикшерелеү көнө: 1 июль 2023)
Портал «Башҡортостан ауылдары» | |
Башҡортостан Республикаһы Законы (№ 22-з, 16 июль, 2008 йыл.) Викикитапханала | |
Проект «Башҡортостан ауылдары» |