Һайланған мәҡәлә
|
Рун — боронғо германдарҙың яҙмаһы. I—II быуаттарҙан алып XII быуаттар араһында — хәҙерге Дания, Швеция һәм Норвегияла, X—XIII быуаттарҙа — Исландия һәм Гренландияла, ә швед провинцияһы Даларнала XIX быуат башынаса ҡулланылған. Рундар (символдар) ташта, металда, ағаста, һөйәктә ырып, уйып яҙылған, уның үҙенсәлекле ҡырлы формаһы ырып яҙыуға көйләнгән.
Европа илдәрендә христиан дине ҡабул ителгәс, латин яҙмаһы рун яҙмаһын ҡыҫырыҡлап сығарған. «Рун» термины боронғо герман телендәге run («сер») тамырына бәйләп аңлатыла. Донъяла рун хәрефтәренән торған бөтәһе 5 000-ләп яҙыу табылған, шуларҙың иң ҙур өлөшө — Швецияла. Бынан тыш, Урта быуаттарҙағы Европала рун календарҙары булған.
Боронғо төркиҙәрҙең ҡырлап, мөйөшләп яҙылған алфавитын да рун тип йөрөтәләр.
↪ дауамы…:
Исемлек (120) | Үҙгәртеү
|
Яҡшы мәҡәлә
|
Ҡулаев Мөхәмәтхан Сәхипгәрәй улы (7 февраль 1873 йыл — 1959 йыл) — Башҡорт милли хәрәкәте эшмәкәре, телсе, табип. Башҡорт Хөкүмәте Рәйесе (26.01.1919—03.1919). Беренсе донъя һәм граждандар һуғыштарында ҡатнашыусы. СССР-ҙың һаулыҡ һаҡлау отличнигы (1943).
Мөхәмәтхан Сәхипгәрәй улы (Мстислав Александрович) Ҡулаев 1873 йылдың 7 февралендә Ырымбур губернаһы Орск өйәҙе Үҫәргән улусының (хәҙерге Ырымбур өлкәһе Ҡыуандыҡ районы) Ейәнсура ауылында тыуған. Әсәһе Йәнифә Садыҡ ҡыҙы һәм атаһы Сәхипгәрәй Муса улы урта хәлле крәҫтиәндәре булғандар. Ҡартатаһы — Муса Торһонбай улы башҡорттарҙың үҙ ирке өсөн көрәштә ҡатнашып, ситтә йөрөп вафат була. Сығышы менән үҫәргән ырыуы башҡорттарынан.
Башта ауылдарындағы мәсет янындағы мәҙрәсәлә һәм рус-башҡорт мәктәбендә уҡый. Артабан 1886—1896 йылдарҙа Ырымбур гимназияһында белем ала һәм уны алтын миҙал менән тамамлай. 1896—1902 йылдарҙа Ҡазан Император университетының медицина факультетында «Башҡорт стипендияһы»на уҡый. Шул уҡ ваҡытта 1899—1900 йылдарҙа Ҡазан университеты эргәһендәге Археология, тарих һәм этнография йәмғиәтенең Өфө губернаһы Стәрлетамаҡ өйәҙенә, Ырымбур губернаһы Верхнеурал һәм Орск өйәҙҙәренә экспедицияларында ҡатнаша, башҡорт һәм татар йырҙарын, мәҡәлдәрен, әйтемдәрен, йомаҡтарын һәм әкиәттәрен йыя. Университетҡа тик христиандар ғына алынғас динен алмаштырырға мәжбүр була, һәм христиан динен алып Мстислав Александрович тип исемен үҙгәртергә ризалыҡ бирә. Башҡа мәғлүмәт буйынса, уҡыған осорҙа хәлле генә бер рус ҡыҙына өйләнер өсөн исемен һәм динен алыштыра, уларҙың өс ҡыҙы тыуа.
1902 йылда Ҡазан губернаһы Тәтеш өйәҙенең Кесе Ялсыҡай ауылының земство дауаханаһына табип итеп тәғәйенләнә. 1903—1913 йылдарҙа Ҡазандың Александровск ҡала дауаханаһында һәм башҡа һаулыҡ һаҡлау учреждениеларында эшләй.
1910 йылда медицина докторы дәрәжәһенә имтихандар тапшыра, әммә хеҙмәтен ваҡытында тамамлап өлгөрә алмай. 1913 йылда Варшава ҡалаһына эшкә күсерелә. 1914—1917 йылдарҙа Беренсе донъя һуғышында ҡатнаша, Көньяҡ-Көнбайыш фронтының 275-се запас ялан госпиталенең баш табибы булып хеҙмәт итә. 1917 йылда Ҡазанға ҡайтып Шамовск ҡала дауаханаһының терапевт бүлегендә өлкән ординатор булып эшләй.
Юныс Бикбов саҡырыуы буйынса Ырымбурға килә. 1918 йылдың авгусынан алып Башҡорт Хөкүмәтендә эшләй һәм башҡорт милли хәрәкәтенә ҡушылып китә. 1919 йылдың 26 ғинуарында хөкүмәт рәйесе һәм Башҡортостан хәрби-революцион комитеты ағзаһы итеп һайлана.
↪ дауамы…
Исемлек (111) | Үҙгәртеү
|
|
|
9 ғинуар юбилярҙары
|
- Бәкеров Ҡадир Ғади улы (1905—3.10.1970), режиссёр, юғары мәктәп уҡытыусыһы. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. 1943—1950 йылдарҙа хәҙерге Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры режиссёры. Башҡорт АССР‑ының атҡаҙанған сəнғəт эшмəкəре (1935). Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1965) һәм Ҡыҙыл Йондоҙ (1944) ордендары кавалеры.
- Әхмәтова Бәйнә Хәлиулла ҡыҙы (1920—11.11.2013), ғалим-терапевт, йәмәғәтсе. 1957—2008 йылдарҙа Башҡорт дәүләт медицина институты һәм Башҡорт дәүләт медицина университеты уҡытыусыһы, шул иҫәптән 1972—1985 йылдарҙа 1-се госпиталь терапияһы кафедраһы мөдире. 1972—1985 йылдарҙа Башҡортостан кардиологтар йәмғиәте рәйесе. Медицина фәндәре докторы (1969), профессор (1970). Башҡорт АССР‑ының атҡаҙанған фән эшмәкәре (1989), Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған табибы (1994).
- Никуличкин Дмитрий Степанович (1925—26.02.1991), нефть эшкәртеүсе. 1965—1976 йылдарҙа Ишембай нефть эшкәртеү заводының ҡоролма начальнигы. Бөйөк Ватан һуғышы һәм совет-япон һуғышында ҡатнашыусы. РСФСР-ҙың атҡаҙанған рационализаторы (1971). 2-се дәрәжә Ватан һуғышы ордены кавалеры (1985). Сығышы менән хәҙерге Ырымбур өлкәһенең Шарлыҡ районы Орловка утарынан.
- Марат Кәримов (1930), Башҡортостандың халыҡ шағиры (2003), тәржемәсе, журналист. 1964—1968 йылдарҙа «Пионер» журналы, 1968—1978 йылдарҙа «Һәнәк» журналы мөхәррире. 1958 йылдан СССР Яҙыусылар союзы ағзаһы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1994). Фәтих Кәрим исемендәге премия лауреаты (2001).
- Миңлеғолов Вил Бәхтейәр улы (1940), нефтсе. 1964—1996 йылдарҙа «Саҡмағошнефть» нефть һәм газ сығарыу идаралығы операторы. Башҡорт АССР‑ының 11-се саҡырылыш Юғары Советы депутаты. Башҡорт АССР‑ының атҡаҙанған нефтсеһе (1975), СССР-ҙың почётлы нефтсеһе (1979). СССР Дәүләт премияһы лауреаты (1990). Ленин (1981), Октябрь Революцияһы (1986) һәм Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1975) ордендары кавалеры. Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Бүздәк районы Ҡаңны-Төркәй ауылынан.
- Әхмәдов Йосоп Әхмәд улы (1945), педагог, Өфө сәнғәт училищеһы (колледжы) уҡытыусыһы, Башҡортостандың атҡаҙанған артисы.
- Володин Юрий Константинович (1950), энергетик, йәмәғәтсе. 2004—2013 йылдарҙа Ҡарман ГРЭС-ы директоры. Башҡортостан Республикаһының 4-се саҡырылыш (2008–2013) Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаты. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған энергетигы (2009), Рәсәй Федерацияһы Йылылыҡ-энергетика комплексының почётлы хеҙмәткәре, «Почёт Билдәһе» (1986) һәм Дуҫлыҡ (2000) ордендары кавалеры, Нефтекама ҡалаһының почётлы гражданы (2013). Сығышы менән хәҙерге Һарытау өлкәһенең Атҡар районы «Ҡыҙылармеец» совхозы ауылынан.
- Ясько Олег Васильевич (1950), инженер-технолог. 1974—2010 йылдарҙа «Салауатнефтеоргсинтез» берекмәһенең яуаплы хеҙмәткәре, «Газпром Нефтехим Салауат» берекмәһенең департамент директоры. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған нефтсеһе.
- Хәсән Усманов (1975), йырсы, «Хәсән» студияһы директоры. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған артисы (2014) һәм Шәйехзада Бабич исемендәге йәштәр дәүләт премияһы лауреаты (2006).
|
|