Башҡортостанда идара итеүҙең кантон системаһы
Кантон идараһын булдырыу
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]1798 йылда батша Павел I-нең 10 апрелендәге указы нигеҙендә кантон (округ) идаралығы булдырыла. Башҡорт, типтәр, мишәр халҡы, хәрби ҡатламға күсерелә һәм хәрби-ҡазаҡ сословиеһынан Башҡорт-мишәр ғәскәре формалаша. Ғәскәргә Рәсәйҙең көнсығыш сиктәрен һаҡлау бурысы йөкмәтелә.
Ил сиген һаҡлау хеҙмәтен башҡорттар, типтәрҙәр, мишәрҙәр үҙ иҫәбенә үтәгән. Ғәcкәри хеҙмәткә 25 йәш менән 50 йәш арыһындағы сәләмәт ир-егеттәр саҡырылған. Хеҙмәткә ебәреү сиратын йорт старшиналары билдәләгән. Йыл һайын 4-5 ғаиләнән бер кеше ебәрелгән.
Ғәcкәр Рәсәй империяһы ҡатнашҡан төрлө хәрби хәрәкәттәрҙә файҙаланыла (1812 йылғы Ватан һуғышы, 1853—1859 йылғы Ҡырым һуғышы һ. б.). Батша хөкүмәте кантон идаралығын керетеп башҡорттарҙың үҙидаралығын юҡҡа сығара, башҡорт феодалдарына төрлө ташламалар биреп үҙ яғына ҡарата. Ерле халыҡтың йәшәү рәүеше хәрби закондарға бойһона, хәрби суд булдырыла.
Беренсе кантондар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Башҡорт ерҙәре админстратив яҡтан 13 кантонға, ә кантондар 18 өйәҙгә һәм 252 йортҡа (улусҡа) бүленә. Кантондарға исем бирелмәй, улар номер менән йөрөтөлә.
I кантон — 9 йорттан (улустан) тора. Хәҙер был ерҙәр Пермь өлкәһендә.
II кантон — 9 йорт. Элекке Пермь губернаһы Красноуфимск өйәҙенең бер өлөшө — Башҡортостандың төньяҡ-көнсығыш райондарында.
III кантон — II йорт. Силәбе өлкәһендә.
IV кантон — 9 йорт. Бик аҙ ғына өлөшө Учалы районының төньяғында.
V кантон — 6 йорт. Бик аҙ ғына елөшө Әбйәлил районының көньяғында.
VI кантон — 19 йорт. Силәбе өлкәһендә.
VII кантон — 30 йорт. Учалы районының көньяғы, Әбйәлил районының төньяғында.
VIII кантон — 25 йорт. Башҡортостандың Стәрлетамаҡ тирәһендәге үҙәк райондары.
IX кантон — 14 йорт.Өфө тирәһендәге райондар.
X кантон — 41 йорт. Бөрйән, Баймаҡ, Хәйбулла, Ейәнсура, Күгәрсен райондары. Көйөргәҙе районының бер өлөшө. Башҡортостандың көньяҡ сигенән Урал йылғаһына тиклем булған ерҙәре һәм Быҙаулыҡ өйәҙе — тулыһынса Ырымбур өлкәһендә.
XI кантон — 27 йорт. Тулыһынса Башҡортостандя (Асҡын, Бөрө, Борай, Балтас, Илеш, Дүртөйлө, Ҡариҙел, Краснокама, Мишкә, Яңауыл, Нуриман райондары).
XII кантон — 25 йорт. Алабуға, Минзәлә өйәҙҙәре — Татарстанда. Сарапул өйәҙе — Удмуртстанда.
XIII кантон — 29 йорт. Көнбайыш өлөшө — Башҡортостанда (Бәләбәй, Әлшәй, Бишбүләк, Баҡалы, Бүздәк, Дәүләкән, Миәкә, Саҡмағош, Туймазы райондары).
Кантон идараһын бөтөрөү
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Рәсәй сиктәре көнсығышҡа һәм көньяҡҡа киңәйгәс, кантон идараһы 1865 йылда «Положение о башкирах» манифесы нигеҙендә юҡҡа сығарыла.
Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Асфандияров А. 3. Кантонное управление в Башкирии (1798—1865). — Уфа: Китап, 2005. — 256 с. — ISBN 5-295-03586-7.
- Асфандияров А. З. Участие башкир в войнах и походах России в период кантонного управления // Из истории феодализма и капитализма в Башкирии. Уфа, 1971.
- Бауман Р. Подвластные народы на военной службе в имперской России на примере башкир. М., 1987.
- Документы и материалы по истории башкирского народа (1790–1912). Сост. А. 3. Асфандияров, Р. Н. Рахимов, Ф. Г. Хисамитдинова. — Уфа, 2012. — 544 с. — ISBN 978-5-916-08094-0.
- Еникеев 3. И., Еникеев А. 3. История государства и права Башкортостана. — Уфа: Китап, 2007. — 432 с. — ISBN 978-5-295-04258-4.
- История башкирского народа: в 7 т./ гл. ред. М. М. Кульшарипов; Ин-т истории, языка и литературы УНЦ РАН. — СПб.: Наука, 2011. — Т. IV. — 400 с. — ISBN 978-5-02-038276-3.
- История Башкортостана. Ч. 1. С древнейших времен до 1917 г. — Под ред. И. Г. Акманова. — Уфа: Китап. 1996. — 240 с.
- История Башкортостана с древнейших времен до 60-х годов XIX века. // Под ред. Х. Ф. Усманова. Уфа: Китап, 1991. — 520 с.
- Раимов Р. М. Башкирский народ в Отечественной войне 1812 года. — Уфа: Башгосиздат, 1943.
- Усманов А. Н. Башкирский народ в Отечественной войне 1812 года. Уфа, 1964.
- Усманов А. Н. Кантонное управление в Башкирии.// Советская историческая энциклопедия. — М.: Советская энциклопедия. Под ред. Е. М. Жукова. 1973—1982.
- Хадыев М., Фахретдинов А. История башкир. — Уфа: Китап, 2007. — 136 с. — ISBN 978-5-295-04231-7.
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Әсфәндиәров Ә. З. Идара итеүҙең кантон системаһы // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.
- Искандаров Рамзи. Земельные правоотношения в Башкортостане в период кантонной системы управления (1798—1865 гг.).// Ватандаш, 2002. № 12.
- Кантонная система управления в Башкирии (1798—1865).// Башкортостан: краткая энциклопедия. — Уфа: Башкирская энциклопедия, 1996. — С. 322. — 672 с. — ISBN 5-88185-001-7.
- Тоёкава К. Башкиры и Оренбургское казачество (Реформы армии и управления на Южном Урале с конца XVIII до начала XIX вв.) // Ватандаш. — 2015. — № 11. — С. 73—85. — ISSN 1683-3554.
Был Башҡортостан тарихы буйынса тамамланмаған мәҡәлә. Һеҙ мәҡәләне төҙәтеп һәм тулыландырып проектҡа ярҙам итә алаһығыҙ. |