Эстәлеккә күсергә

Көйәҙебаш

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
(Куезбашево битенән йүнәлтелде)
Ауыл
Көйәҙебаш
рус. Куезбашево, cыу. Мăйлăпукан
Ил

Рәсәй

Федерация субъекты

Башкортостан

Муниципаль район

Ауырғазы

Ауыл советы

Батыр

Координаталар

54°01′06″ с. ш. 56°02′21″ в. д.HGЯO

Ауыл с

2005

Халҡы

618[1] кеше (2010)

Милли состав

сыуаштар

Сәғәт бүлкәте

UTC+6

Почта индексы

453483

Һанлы танытмалар
Автомобиль коды

02, 102

ОКАТО коды

80 205 804 001

ОКТМО коды

80 605 404 101

ГКГН номеры

0519670

Көйәҙебаш (Рәсәй)
Көйәҙебаш
Көйәҙебаш
Көйәҙебаш (Башҡортостан Республикаһы)
Көйәҙебаш

Көйәҙебаш (рус. Куезбашево; башҡа атамалары Алёшкин; Майлыбүкән (Мөлли-Бүкән) — Башҡортостан Республикаһының Ауырғазы районындағы ауыл. 2010 йылдың 14 октябренә ҡарата халыҡ һаны 618 кеше[2]. Почта индексы — 453483, ОКАТО коды — 80205804000.

  • Район үҙәгенә тиклем (Талбазы): 13 км
  • Яҡындағы тимер юл станцияһы (Аҡкүл): 16 км

Ауылға Нуғай даруғаһы Меркет-Мең улусы башҡорттарының аҫаба ерҙәрендә 1795 йылда керҙәшлек килешеүе буйынса Алёшкино исеме (тәүге төпләнеүсе Алексей Артемьев исеменән) менән яңы суҡындырылған сыуаштар нигеҙ һала. Ул саҡта 36 сыуаш иҫәпләнә. Был әле генә барлыҡҡа килгән ауыл тураһында һөйләй. Бишҡайын ауылынан 50 сыуаш күсеп килә. 1865 йылда 34 йортта 196 кеше йәшәй. 1920 йылда унда 82 йортта 535 сыуаш иҫәпләнгән. Ауылдың йәнә бер исеме — Майлыбүкән.

Игенселек, малсылыҡ, сана һәм утын саналары яһау менән шөғөлләнгәндәр. 1906 йылда башҡа милләттәр өсөн мәктәп, бакалея кибете, мөгәзәй теркәлгән[3].

2005 йылдың 20 июлендәге 211-з «Башҡортостан Республикаһының административ-территориаль ҡоролошона тораҡ пункттарҙың ойошторолоуы, берләшеүе, бөтөрөлөүе һәм статусын үҙгәртеү, административ үҙәктәрҙе күсереү менән бәйле үҙгәрештәр индереү тураһында»ғы Закон ҡарар итә:

ст. 5. Тораҡ тибын ауыл тип биләдәләп, түбәндәге тораҡ пункттарҙың статусын үҙгәртергә: 1) Ауырғазы районында: а) Батыр ауыл Советының Көйәҙебаш ауылының

б) Өршәк ауыл Советының Иҫке Әпсәләм ауылының

в) Сыуаш-Ҡарамалы ауыл Советының Сыуаш-Ҡарамалы ауылының

Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)

Иҫәп алыу йылы һәм көнө Бөтә халыҡ Ир-егеттәр Ҡатын-ҡыҙҙар Ир-егеттәр өлөшө (%) Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%)
1897 йыл 9 февраль ( 26 ғинуар)
1920 йыл 26 август
1926 йыл 17 декабрь
1939 йыл 17 ғинуар
1959 йыл 15 ғинуар
1970 йыл 15 ғинуар
1979 йыл 17 ғинуар
1989 йыл 12 ғинуар
2002 йыл 9 октябрь
2010 йыл 14 октябрь 618 306 312 49,5 50,5
Милли составы

2002 йылғы халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәтенә ярашлы, күпселек милләт - сыуаштар (83 %)[4].


Халыҡ һаны буйынса аңлатма төрлө йылдарҙа иҫәп алыу тәртибенең айырмалығы булыу сәбәпле халыҡ һанының үҙенсәлегенә иғтибар итегеҙ.

1939 йыл — бар булған халыҡ һаны.
1989, 2002, 2010 йылдарҙа — даими йәшәгән урыны булып иҫәпләнгән халыҡ һаны
  • Октябрҙең 50 йыллығы урамы (рус. улица 50 лет Октября)
  • Киров урамы (рус. улица Кирова)
  • Йәштәр урамы (рус. Молодежная улица)
  • Баҡса урамы (рус. Садовая улица)
  • Совет урамы (рус. Советская улица)
  • Үҙәк урам (рус. Центральная улица)
  • Чапаев урамы (рус. Чапаева улица)[5]

Билдәле шәхестәре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]