Тимер — версиялар араһындағы айырма

Перейти к навигации Перейти к поиску
3310 байт өҫтәлгән ,  5 лет назад
текст
(текст)
== Химик үҙенсәлеге ==
==Биологик әһәмиәте==
 
== Башҡорт мифологияһында ==
Башҡорт мифологияһында магик көскә эйә булған предмет. Ышаныуҙар буйынса, тимер кешене һаҡлай, ҡурсалай, ауырыу эйәһен, ен-шайтанды ҡурҡыта. Мәҫәлән, баланы яңғыҙ ҡалдырғанда, үлгән кешене көткәндә өҫтөнә тимер бысаҡ йәки ҡайсы һалыу йолаһы бар. Ҡойон килгәндә, уны әрләп, бысаҡ ташлағандар. Борсаҡ (боҙ) яуғанда тимер һоҫҡо, тәртешкә, шипсе сығарып ташлағандар. Ауырыу эйәһен ҡурҡытыу өсөн тимер һүҙе ҡулланылған һамаҡ әйткәндәр.
 
 
Башҡорттарҙа шулай уҡ балдаҡ, беләҙек, алҡа (һырға) тағыу йолалары ла булған. Был металл әйберҙәр кешене күҙҙән һаҡлай икән тип уйлағандар. Халыҡта хатта: «Балдаҡ, беләҙек - ҡулға пәрҙә, алҡа (һырға) - биткә пәрҙә» - тигән әйтем дә бар.
Тимер әйберҙәрҙән башҡорттарҙа тағы энә менән бәйле ышаныу¬ҙар бар. Миҫал өсөн Белорет районында яҙып алынған материалдан өҙөк килтерергә мөмкин.
 
Башҡорттарҙың тимер менән бәйле ышаныуҙары боронғо төркиҙәр эсорона барып тоташа. Билдәле булыуынса, төрки ҡәбиләләре борон- эорондан тимер иретеү, ҡорал ҡойоу менән шөғөлләнгән. Шуның өсөн башҡа тәңреләр менән бер рәттән төркиҙәрҙә Тимер тәңреһе лә булған тип фараз итеп була. Быны боронғо төркиҙәрҙә Тимербуға, Байтимер, Илтимер, Ҡотлотимер, Биктимер һ.б. исемдәрҙең булыуы ла раҫлай. Икенсенән, боронго төркиҙәрҙә тимерсе, тимер оҫтаһы изге кешеләрҙән һаналған. Сөнки, ышаныуҙар буйынса, тимерсе уратып алған донъя¬ны, бик күп предметтарҙы булдырыуҙа ҡатнашҡан.
 
Башҡорт телендә тимер һүҙе менән Тимер ҡаҙыҡ, тимер юл, тимер күк, типһә тимер өҙөрлөк, Тимербай, Тимербулат, Тимерғәли, Тимерғаҙыҡ, Тимерхан, Байтимер, Сынтимер кеүек исемдәр, һүҙбәйләнештәр, мәҡәлдәр һәм әйтемдәр бар.
Килеп сығышы яғынан башҡорт телендәге тимер төрки сығанаҡ¬лы temir һүҙе менән бәйле.
 
== Сығанаҡтар ==
* Ф.Ғ.Хисамитдинова. БАШҠОРТ МИФОЛОГИЯҺЫ. Белешмә-һүҙлек Өфө «Ғилем» 2002 УДК 398 ББК 82 X 51
 
 
 
{{Периодик таблица}}
34 187

үҙгәртеү

Навигация