Эстәлеккә күсергә

Мостафа (исем)

Күп мәғәнәлелекте тәртипләү
Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте

Мостафа — башҡорт һәм башҡа төрки телле халыҡтарҙа ҡулланылған ир-ат исеме.

Мостафа — ғәрәптәрҙән башҡорттар һәм башҡа төрки телле халыҡтар араһында таралған ир балаларға ҡушыла торған мосолман исеме. Мәғәнәһе — «һайлап алынған», «башҡаларҙан өҫтөн»[1].

Мостай Кәрим — (тулы исеме — Мостафа Сафа улы Кәримов; 20 октябрь 1919 йыл — 21 сентябрь 2005 йыл) — шағир, драматург, тәнҡитсе, публицист, йәмәғәт эшмәкәре. Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһының почётлы академигы (1992). Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. 1939 йылдан СССР Яҙыусылар союзы ағзаһы. 1951—1962 йылдарҙа Башҡортостан Яҙыусылар союзы идараһы рәйесе, 1962—1989 йылдарҙа РСФСР Яҙыусылар союзы идараһы секретары. РСФСР-ҙың IV—XI саҡырылыш Юғары Советы депутаты. Социалистик Хеҙмәт Геройы (1979). Башҡортостандың халыҡ шағиры (1963). РСФСР-ҙың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре (1982). ЮНЕСКО ҡарамағындағы Х. К. Андерсен исемендәге Халыҡ-ара балалар һәм үҫмерҙәр өсөн китаптар советының Почётлы дипломы эйәһе (1978). Ленин премияһы (1984), СССР-ҙың Дәүләт премияһы (1972), РСФСР-ҙың К. С. Станиславский исемендәге дәүләт премияһы (1967), Башҡорт АССР-ының Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы (1967), М. А. Шолохов исемендәге премия (1999) лауреаты.

Мостафа Кәмал Ататөрк — (Ғәзи Мостафа Кәмал-паша төр. Mustafa Kemal Аtatürk; 1881 — 10 ноябрь 1938) — ғосман һәм төрөк реформаторы, сәйәсмән, дәүләт эшмәкәре һәм хәрби етәксе; Төркиәнең Республика халыҡ партияһын ойоштороусы һәм уның тәүге лидеры; Төркиә Республикаһының беренсе президенты, хәҙерге Төркиә дәүләтенә нигеҙ һалыусы.

Мостафа Кәрим улы Солтанов — (9 февраль 1912 йыл — 18 февраль 2009 йыл) — Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан башҡорт журналисы, 1960 йылдан СССР Журналистар союзы ағзаһы. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1977), Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге премия лауреаты (1992). Ҡыҙыл Йондоҙ, II һәм III дәрәжә Дан, II дәрәжә Ватан һуғышы ордендары кавалеры, Күмертау ҡалаһының почётлы гражданы.

Мостафа Шакир улы Ғәзизов — (5 октябрь 1923 йыл — 27 октябрь 2005 йыл) — Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан яугир, танк полкының разведка взводы уҡсыһы, командир ярҙамсыһы, гвардия старшинаһы (аҙаҡтан гвардия капитаны). Башҡортостандан Дан орденының беренсе тулы кавалеры.

Мостафа Фазылғәфәр улы Солтанов (1906 — 27 апрель 1992) — Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы, гвардия ҡыҙылармеецы. 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһының 58-се гвардия кавалерия полкы 45-мм батареяһы тоҫҡаусыһы «Ҡыҙыл Йондоҙ» ордены (1943) кавалеры.

Мостафа Матар (10 сентябрь 1995 йыл) — Ливан футболсыһы ҡапҡасы сифатында уйнай.

Мостафа Гаафар (3 апрель 1995 йыл) — Мысыр футболсыһы.

Мостафина Фатима Хәмит ҡыҙы (26 декабрь 1913 йыл — 2 ноябрь 1998 йыл) — башҡорт ғалим-педагогы, СССР партия һәм дәүләт эшмәкәре. 1936—1944 йылдарҙа ВЛКСМ-дың Башҡортостан өлкә комитетының беренсе секретары, 1951—1955 йылдарҙа КПСС-тың Башҡортостан өлкә комитетының фән һәм уҡыу йорттары бүлеге мөдире, 1955—1971 йылдарҙа Башҡорт АССР-ының мәғариф министры. РСФСР-ҙың 5‑се саҡырылыш Юғары Советының Президиум ағзаһы, Башҡорт АССР-ының 4‑се, 6-сы һәм 7‑се саҡырылыш Юғары Советы депутаты. Философия фәндәре кандидаты (1950). РСФСР мәктәбенең атҡаҙанған уҡытыусыһы (1960), СССР-ҙың мәғариф отличнигы (1968), РСФСР-ҙың халыҡ мәғарифы отличнигы (1957). Ленин (1960) һәм ике Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1966, 1971) ордены кавалеры.

Мостафин Йәмил Мостафа улы(20 май 1927 йыл) — башҡорт СССР прозаигы, тәржемәсе. СССР Яҙыусылар союзы (1971) һәм Рәсәй Яҙыусылар союзының Юғары ижади советы ағзаһы. СССР-ҙың һәм Рәсәйҙең әҙәби премиялары лауреаты. БАССР-ҙың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1991).

Мостафин Өлфәт Мансур улы (4 май 1959 йыл — 29 октябрь 2020 йыл) — дәүләт эшмәкәре, ғалим. Техник фәндәр кандидаты. 2018 йылдың 29 октябренән Өфө ҡалаһы ҡала округы хакимиәте башлығы.

Мостафин Әхәт Ғәзизйән улы (21 ғинуар 1957 йыл) — ғалим-химик, юғары мәктәп уҡытыусыһы. 2010—2013 йылдарҙа Башҡорт дәүләт университеты ректоры. Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы академигы (2009), химия фәндәре докторы (1999), профессор (2003). Башҡортостандың атҡаҙанған фән эшмәкәре (2007).

Мостафин Ғабдулла Сөләймән улы (5 апрель 1917 йыл — 1995 йыл) — башҡорт СССР рәссамы. 1938 йылда СССР Рәссамдар союзы ағзаһы.

Мостафин Урал Сабирйән улы (17 ғинуар 1951 йыл) — хеҙмәт ветераны, шағир, яҙыусы. 2014 йылдан Рәсәй һәм Башҡортостан Яҙыусылар союздары ағзаһы. Баймаҡ районының Батыр Вәлид исемендәге (2002) һәм Сәғит Агиш исемендәге әҙәби премиялар лауреаты (2011).

Мостафин Эдуард Роберт улы (7 ноябрь 1991 йыл) — Рәсәй биатлонсыһы. Рәсәй чемпионтаты чемпионы һәм призеры, Рәсәйҙең спорт мастеры (2012).

Мостафа (Ауырғазы районы) — Башҡортостандың Ауырғазы районындағы ауыл.

Мостафа (Баҡалы районы) — Башҡортостандың Баҡалы районындағы ауыл.

Мостафа (Стәрлебаш районы) — Башҡортостандың Стәрлебаш районындағы ауыл.

Мостафа (Туймазы районы) — Башҡортостандың Туймазы районындағы ауыл.

Мостафа (Ырымбур өлкәһе) — Ырымбур өлкәһенең Шарлыҡ районындағы ауыл.

Иҫке Мостафа — Башҡортостандың Борай районындағы ауыл.

Яңы Мостафа — Ауырғазы районындағы ауыл.


Яңы сығанаҡ өҫтәү өсөн «Ҡалып:Исемдәр донъяһында» сәхифәһен үҙгәртегеҙ