Эстәлеккә күсергә

Яңы Мөсәт

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
(Новомусятово битенән йүнәлтелде)
Ауыл
Новомусятово
башҡ. Яңы Мөсәт
Ил

Рәсәй

Федерация субъекты

Башҡортостан

Муниципаль район

Бөрйән

Ауыл биләмәһе

Иҫке Собханғол ауыл советы

Координаталар

53°12′07″ с. ш. 57°22′22″ в. д.HGЯO

Халҡы

421[1] кеше (2010)

Сәғәт бүлкәте

UTC+6

Почта индексы

453580

Һанлы танытмалар
Автомобиль коды

02, 102

ОКАТО коды

80 219 825 003

ОКТМО коды

80 619 425 111

Новомусятово (Рәсәй)
Новомусятово
Новомусятово
Яңы Мөсәт (Башҡортостан Республикаһы)
Новомусятово

Яңы Мөсәт (рус. Новомусятово) — Башҡортостан Республикаһының Бөрйән районындағы ауыл. Иҫке Собханғол ауыл советы составына инә. 2010 йылдың 14 октябренә халыҡ һаны 421 кеше булған[2]. Почта индексы — 453580, ОКАТО коды — 80219825003.


Яңы Мөсәт (Алаҡуянбашы, Лукьянбаш) ауылы Ағиҙел йылғаһы ҡушылдығы Алағуян йылғаһы буйында, район үҙәге Иҫке Собханғол ауылы ауылынан төньяҡ-көнбайышҡа табан 13 километр һәм Белорет тимер юл станцияһынан көньяҡ-көнбайышҡа табан 155 километр алыҫлыҡта урынлашҡан[3].

Мөсәт XVIII быуат аҙағынан бөрйәндәрҙең тораҡ пункты булараҡ билдәле, әммә V рәүиз материалдарында билдәләнмәгән. 1816 йылда ауылда 38 йорт, 18 йылдан һуң — 49 йорт була. XIX быуаттың 40-сы йылдары аҙағында Верхнеурал өйәҙе Бөрйән улусы башҡорттары үҙҙәренең аҫаба ерҙәрендә, элегерәк йәшәгән биләмәһенән айырылып, Яңы Мөсәт ауылына нигеҙ һалған. Унда X йәниҫәп мәғлүмәттәре буйынса 176 кеше йәшәгән 33 ихата күрһәтелгән. Иҫке Мөсәт ауылында йорттар күберәк була — 40, һәм унда 200 кеше йәшәгән.

Мөсәт ауылы халҡы башлыса эре мөгөҙлө малсылыҡ менән шөғөлләнгән. 53 йортта 150 ат, 180 баш эре мөгөҙлө малға эйә була. Ваҡ мал һирәк осрай. Ауылда барлығы 50 һарыҡ һәм 25 кәзә була. Бер ғаиләнән башҡа барыһы ла йәйгеһен йәйләүгә күскән. Ауылға игенселек яңы ғына үтеп инә башлай. Бөтә хужалыҡтар ҙа 24 яҙғы, 328 бот ҡышҡы иген сәсә. Ауылда беренсе күскенсе Юлдаштың, Йәнгилденең, Ҡолсәйет Мөсәтовтың улдары йәшәгән.

1839 йылда Верхнеурал өйәҙе буйынса Ватан һуғышында ҡатнашыусылар тураһында мәғлүмәттәр йыйылғанда, Парижды алған 15-се полктың атлылары Байбулат Арыҫланғолов, Ҡәҙерғол Ильяҡшин, Иғдәүләт Яҡшыдәүләтов һәм Һатыу Ҡаҙыбәков әле лә иҫән була. XIX быуаттың 20-се йылдарында Нурдәүләт Байғусҡаров, Ишмөхәмәт Ишҡолов, Ишморат Хәсәнов, Алтынаман Ғайсин рус-төрөк һуғышында ҡатнашҡан[4].

Мөсәт ауылы халҡының Нөгөш йылғаһы буйында һәм Буҙбейә буйында урынлашҡан бер нисә утары булған. Тәүге утар шул уҡ йылға исеме менән аталған ауылға әүерелгән. 1816 йылда ул 15 ихатанан торған. X йәниҫәп мәғлүмәте буйынса ауылдағы 40 йортта 440 кеше теркәлгән[[5].

1866 йылда Яңы Мөсәт ауылындағы 37 хужалыҡта 166 кеше йәшәгән. Малсылыҡ, игенселек менән шөғөлләнгәндәр. Мәсет булған. 53 хужалыҡта 150 йылҡы малы, 180 һыйыр аҫыралған. Ваҡ мал һиргерәк — 50 һарыҡ һәм 25 кәзә булған. Барыһы ла йәйләүгә сыҡҡан. Бер ғаилә генә сыҡмаған. Ауылда игенселек менән яңы шөғөлләнә башлағандар. Барлыҡ хужалыҡтарға 24 бот ужым, 328 бот яҙғы ашлыҡ сәскәндәр.

1920 йылғы совет халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәре буйынса, Яңы Мөсәттә 63 ихатала 289 кеше, Иҫке Мөсәттә — 71 йортта 284 кеше йәшәгән. Ауылда тәүге төпләнеүсенең улдары — Йәнюлдаш, Йәнгилде һәм Ҡолсәйет Мөсәтовтар йәшәгән[6].

Халыҡ иҫәбе
2002[7]2009[7]2010[1]
453524421
Милли составы

2002 йылғы иҫәп алыуға ярашлы, ауыл халҡы — башҡорттар (99 %)[8].

Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)

Иҫәп алыу йылы һәм көнө Бөтә халыҡ Ир-егеттәр Ҡатын-ҡыҙҙар Ир-егеттәр өлөшө (%) Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%)
1897 йыл 9 февраль (26 ғинуар) 198
1920 йыл 26 август 289
1926 йыл 17 декабрь
1939 йыл 17 ғинуар 156
1959 йыл 15 ғинуар 307
1970 йыл 15 ғинуар
1979 йыл 17 ғинуар
1989 йыл 12 ғинуар 387
2002 йыл 9 октябрь 453
2010 йыл 14 октябрь 421 220 201 52,3 47,7

Халыҡ һаны буйынса аңлатма төрлө йылдарҙа иҫәп алыу тәртибенең айырмалығы булыу сәбәпле халыҡ һанының үҙенсәлегенә иғтибар итегеҙ.

1939 йыл — бар булған халыҡ һаны.
1989, 2002, 2010 йылдарҙа — даими йәшәгән урыны булып иҫәпләнгән халыҡ һаны

Әлеге ваҡытта ауылда Иҫке Собханғол урта мәктәбе филиалы — Яңы Мөсәт төп мәктәбе, балалар баҡсаһы, фельдшер-акушерлыҡ пункты, мәҙәниәт йорто, китапхана бар[9].

Билдәле шәхестәре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • Баҙал урамы рус.  Базал (улица)
  • Берлек урамы рус.  Берлик (улица)
  • Зәки Вәлиди урамы рус.  Заки Валиди (улица)
  • Йылға аръяғы урамы рус.  Заречная (улица)
  • Мәсет урамы рус.  Мечеть (улица)
  • Ш.Ҡасҡынбай урамы рус.  Ш.Каскинбая (улица)
  • Мәктәп урамы рус.  Школьная (улица)[11]
  • Административно-территориальное устройство Республики Башкортостан: Справочник. — Уфа: ГУП РБ Издательство «Белая Река», 2007. — 416 с.— ISBN 978-5-87691-038-7(рус.)
  • Асфандияров А. З. История сел и деревень Башкортостана и сопредельных территорий. — Уфа: Китап, 2009. — 744 с. — ISBN 978-5-295-04683-4(рус.)
  1. 1,0 1,1 Всероссийская перепись населения 2010 года. Численность населения по населённым пунктам Республики Башкортостан. Дата обращения: 20 август 2014. Архивировано 20 август 2014 года.
  2. Численность и размещение населения Республики Башкортостан по данным Всероссийской переписи населения 2010 года. Статистический сборник.  (рус.)
  3. Яңы Мөсәт // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.
  4. Асфандияров А. З. История сёл и деревень Башкортостана и сопредельных территорий. — Өфө: Китап, 2009. — С. 46. — ISBN 978-5-295-04683-4. 46 б.
  5. https://ufagen.ru/places/burzyanskiy/musyatovo.html Мусятово, Новомусятово]
  6. Асфандияров А. З. История сёл и деревень Башкортостана и сопредельных территорий. — Өфө: Китап, 2009. — С. 46. — ISBN 978-5-295-04683-4. 46 б.
  7. 7,0 7,1 Единый электронный справочник муниципальных районов Республики Башкортостан ВПН-2002 и 2009
  8. Единый электронный справочник муниципальных районов Республики Башкортостан — приложение в формате Excel 2016 йыл 4 март архивланған..
  9. Яңы Мөсәт // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.
  10. Фольклорный ансамбль песни и танца «МИРАС», Официальный сайт 2022 йыл 8 ноябрь архивланған. (рус.) (Тикшерелеү көнө: 8 ноябрь 2022)
  11. Улицы