Иҫке Яппар
Ауыл | |
Иҫке Яппар рус. Старояппарово | |
Ил | |
---|---|
Федерация субъекты | |
Муниципаль район | |
Ауыл биләмәһе | |
Координаталар | |
Башлыҡ |
Мөхәмәтғәлин Ильшат Ринат улы |
Нигеҙләнгән | |
Беренсе мәртәбә телгә алынған | |
Майҙаны |
4 км² |
Бейеклеге |
11 м |
Халҡы |
236 человек (2010) |
Тығыҙлығы |
1,7 кеше/км² |
Милли состав |
башҡорттар — 100% |
Сәғәт бүлкәте | |
Телефон коды |
+7 +7 |
Почта индексы |
453421 |
Һанлы танытмалар | |
Автомобиль коды |
02, 102 |
ОКАТО коды | |
ОКТМО коды | |
ГКГН номеры | |
Иҫке Яппар (рус. Старояппарово) — Башҡортостандың Дәүләкән районындағы ауыл. 2010 йылдың 14 октябренә ҡарата халыҡ һаны 242 кеше[1]. Почта индексы — 453421, ОКАТО коды — 80222822008.
Халыҡ һаны
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)
Иҫәп алыу йылы һәм көнө | Бөтә халыҡ | Ир-егеттәр | Ҡатын-ҡыҙҙар | Ир-егеттәр өлөшө (%) | Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%) |
1897 йыл 9 февраль (26 ғинуар) | |||||
1920 йыл 26 август | 639 | ||||
1926 йыл 17 декабрь | |||||
1939 йыл 17 ғинуар | 485 | ||||
1959 йыл 15 ғинуар | 387 | ||||
1970 йыл 15 ғинуар | |||||
1979 йыл 17 ғинуар | |||||
1989 йыл 12 ғинуар | 271 | ||||
2002 йыл 9 октябрь | 260 | ||||
2010 йыл 14 октябрь | 242 | 119 | 123 | 49,2 | 50,8 |
Халыҡ һаны буйынса аңлатма төрлө йылдарҙа иҫәп алыу тәртибенең айырмалығы булыу сәбәпле халыҡ һанының үҙенсәлегенә иғтибар итегеҙ.
- 1939 йыл — бар булған халыҡ һаны.
- 1989, 2002, 2010 йылдарҙа — даими йәшәгән урыны булып иҫәпләнгән халыҡ һаны
Ауылдағы халыҡ һаны буйынса мәғлүмәтте халыҡ иҫәбе буйынса алыу урынлы. Бөтә ил күләмендә үткән 1897, 1920, 1939, 1959, 1970, 1979, 1989, 2002, 2010 йылғы халыҡ иҫәбе буйынса мәғлүмәттәр бар һәм асыҡ ҡулланыуҙа табырға була. Ҡайһы бер китаптарҙы электрон төрҙә асып ҡарап була. 1926 йылғы халыҡ иҫәбе буйынса һәр ауыл тураһында мәғлүмәт осрағаны юҡ әле. Унан башҡа Өфө виләйәтендә 1865, 1879, 1886 йылдарҙа урындағы халыҡ иҫәбе алынған. Тағы ла ревиз яҙмалары аша мәғлүмәт бар.
- 1859 һәм 1865 йыл — Населенные пункты Башкортостана. Ч.I. Уфимская губерния, 1877. — Уфа:Китап, 2002. — 432 с. ISBN 5-295-03188-8 (ч. I). ISBN 5-295-03133-0.
- Өфө виләйәте ауылдарында халыҡ һаны буйынса мәғлүмәт 1859 һәм 1865 йылдарға ҡарата бар.
- 1866 йыл — Список населенных мест. Ч. II. Оренбургская губерния, 1866. — Уфа: Китап, 2006. — 260 с. ISBN 5-295-03815-7 (ч. II). ISBN 5-295-03133-0.
- Ырымбур виләйәте ауылдарында халыҡ һаны буйынса мәғлүмәт 1866 йылға ҡарата бар.
- 1897 йыл — Перепись населения. т.45 кн.01 Уфимская губерния. Н.А.Тройницкий (ред.)(С.-Петербург, 1901)
- Был китапта Өфө виләйәте ауылдары буйынса мәғлүмәт бар. 500 кешенән күберек булған ауылдар исемлеге.
- 1920 йыл — Населенные пункты Башкортостана. Ч.III. Башреспублика, 1926. — Уфа. Китап, 2002. — 400 с. ISBN 5-295-03091-1 (ч. III). ISBN 5-295-03133-0.
- Был китап 1926 йылға ҡарата төҙөлгән, әммә халыҡ иҫәбе 1920 йылға ҡарата бирелгән.
- 1939 йыл — БАССР. Административно-территориальное деление на 1 июня 1940 года – Уфа:Государственное издательство, 1941. – 387 с.
- Был китапта 1939 йылғы иҫәп алыу буйынса һәр ауыл буйынса мәғлүмәт бар.
- 1989 һәм 2002 йылдар — Башҡортостан Республикаһы ауылдарында 1989 һәм 2002 йылғы халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны.
- 2010 йыл — Численность и размещение населения Республики Башкортостан по данным Всероссийской переписи населения 2010 года. Статистический сборник. (рус.)
- Население Башкортостана: XIX-XXI века: статистический сборник / Территориальный орган Федеральной службы государственной статистики по Республики Башкортостан. — Уфа:Китап, 2008. — 448 с.: ил. ISBN 978-5-295-04439-7
- 1897 йылғы халыҡ иҫәбенән башлап ҡалалар, ҡала төрөндәге ҡасабалар, райондар, район үҙәктәре буйынса халыҡ һаны бар.
Тарихы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Район үҙәгенән һәм Дәүләкән тимер юл станцияһынан төньяҡ‑көнсығышҡа табан 26 км алыҫлыҡта Дим йылғаһы буйында урынлашҡан. 1865 йылға тиклем Ҡырҡ-Өйлө-Мең , 1865—1867 һәм 1923—1926 йылдарҙа Дәүләкән, 1867—1923 йылдарҙа Ҡаҙанғол, 1926—1930 йылдарҙа Өфө өйәҙе Абрай улустарында. 1930—1932 йылдарҙа Шишмә районы Иҫке Шишмә ауыл Советы, 1932 йылдан Дәүләкән районы составында 1919—1923 йылдарҙа Иҫке Яппар ауылы Советы үҙәге. 1932—1937 Исмәғил ауыл оветы, 1937 йылдан Ҡаҙанғол ауыл Советы биләмәһендә. Ауылға Нуғай даруғаһы Ҡырҡ-Өйлө‑Мең улусы башҡорттары үҙ ерҙәрендә нигеҙ һала. Ауыл 1865 йылдан Яппар исеме менән билдәле. Яппарҙың улдары Көҙәш Яппаров (1741—1818), Аҙыҡай (1748—1827) билдәле. 1770 һәм 1827 йылдарҙа керҙәшлек килешеүе буйынса бында керҙәш башҡорттар килеп ултырған. 1795 йылда 36 йортта 237 кеше йәшәгән, 1865 йылда 145 йортта — 724 кеше. 1896 йылда 6306 дисәтинә ер һәм 1442 дисәтинә урман менән файҙаланғандар. Малсылыҡ, умартасылыҡ, игенселек, арба тәгәрмәстәре һәм туғындары яһау менәнн шөғөлләнгәндәр. Мәсет, училище булған. 1819 йылда Яңы Яппар бүлендек ауылы барлыҡҡа килгәндән һуң хәҙерге исемен ала. 1906 йылда мәсет теркәлгән. XIX—XX быуаттарҙа ерҙәрен урыҫтарға, украиндарға, немецтарға һатҡандар. Ҡымыҙ эшләү һәм ҡымыҙ менән дауалау менән шөғөлләнгәндәр. Йәйге осорҙа 15-ләп йорт ҡымыҙ менән дауаланыу өсөн йәшәргә тапшырылған. 60-тан артыҡ ырыу тамғалары билдәле. 1919 йылда аҡтар һәм ҡыҙылдар менән көслө алыштар булған. 1930 йылда Салауат исемендәге колхоз ойошторола.
Халҡы:1795 йылда — 237 кеше; 1859 йылда — 739 кеше; 1870 йылда — 724 кеше; 1896 йылда — 204 кеше; 1906 йылда — 411 кеше; 1917 йылда — 665 кеше; 1920 йылда —639 кеше; 1939 йылда — 485 кеше; 1959 йылда —387 кеше; 1989 йылда —271 кеше; 2002 йылда —260 кеше; 2010 йылда —249 кеше. Башҡорттар — 100 % (2002). Башланғыс мәктәп (Ҡаҙанғол урта мәктәбе филиалы) бар.[2][3]
Урамдары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Исемдәре:[4]
Йәшел урамы (рус. Зелёная (улица))
Төньяҡ урамы (рус. Северная (улица))
Суйынлы урамы (рус. Чугунная (улица))
Географик урыны
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Район үҙәгенә тиклем (Дәүләкән): 26 км
- Ауыл Советы үҙәгенә тиклем (Ҡаҙанғол): 4 км
- Яҡындағы тимер юл станцияһы (Дәүләкән): 26 км
Ер-һыу атамалары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Ыҙмалар (күл)
- Сағыл (тау)
Археологик ҡомартҡылар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ауыл эргәһендә 4 ҡурған һәм Бура мәҙәниәте осорона ингән 14 ҡәберлек тикшерелгән (1979), (1980).[3]
Билдәле шәхестәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Солтанморат Хәйбуллин (1788—?) — хәрби эшмәкәр. 1812 йылғы Ватан һуғышында һәм Рус армияһының сит илгә 1813—1814 йылдарҙағы походтарында ҡатнашыусы.
- Гәрәев Миңлеғол Миңгәрәй улы (17 декабрь 1913 йыл — ? октябрь 1994 йыл) — Бөйөк Ватан һуғышы яугиры. 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһының артиллерия-миномёт полкы штабы начальнигы, гвардия майоры. Ҡыҙыл Байраҡ (1942), 1-се (1943) һәм 2-се (1945) дәрәжә Ватан һуғышы һәм Ҡыҙыл Йондоҙ (1943) ордендары кавалеры Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған уҡытыусыһы.
- Яхъя Янтыев (1778—1859 йылдан һуң) — Әкимбәтовтар дворяндар нәҫеленә нигеҙ һалыусы.
- Ғайсин Ш. М. () — 1960—1978 йылдарҙа Башҡорт АССР-ының ауыл хужалығы министры.
- Рәхимов Хәйбрахман (Хәбибрахман) Ғабдрахман улы (1904 йыл — ?) — Бөйөк Ватан һуғышы яугиры, ефрейтор, 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһының 62-се гвардия кавалерия полкы ездовойы.
Халыҡ ижады информаторҙары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]«Йософ вә Зөләйха» ҡиссаһының бер вариантын 1989 йылда Иҫке Яппар ауылы (Ябалаҡ нәҫеле) Ноғманова Ғәзизә Солтангәрәй ҡыҙынан П 928) Гөлнур Хөсәйенова яҙып алған.[5]
Видеояҙмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Численность и размещение населения Республики Башкортостан по данным Всероссийской переписи населения 2010 года. Статистический сборник. (рус.)
- ↑ З. Асфандияров «История сёл и деревень Башкортостана и сопредельных территорий» 471-се б.(недоступная ссылка)
- ↑ 3,0 3,1 А.Казанцев. «История населённых пунктов Давлекановского района». — Өфө: «Издательские решения. По лицензии Ridero», 2021 й. — С. 295—296 б.б..
- ↑ «Налог Белешмәһе» статистикаһында Иҫке ЯППАР АУЫЛЫ
- ↑ Башҡорт халыҡ ижады . 6-сы том. Эпос.499-сы б. 2022 йыл 31 март архивланған.
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Иҫке Яппар // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.Ҡалып:31
- З. Асфандияров «История сёл и деревень Башкортостана и сопредельных территорий» 471-се б. 2022 йыл 31 март архивланған.
- «Налог Белешмәһе» статистикаһында Иҫке Яппар ауылы
- А.Казанцев. «История населённых пунктов Давлекановского района». — Өфө: «Издательские решения. По лицензии Ridero», 2021 й. — С. 295—296 б.б..
- Административно-территориальное устройство Республики Башкортостан: Справочник. — Уфа: ГУП РБ Издательство «Белая Река», 2007. — 416 с.— ISBN 978-5-87691-038-7. (рус.)