Үтәймулла
Ауыл | |
Үтәймулла Үтәймулла | |
Ил | |
---|---|
Федерация субъекты | |
Муниципаль район | |
Ауыл советы | |
Координаталар | |
Сәғәт бүлкәте | |
Һанлы танытмалар | |
Автомобиль коды |
02, 102 |
ОКАТО коды | |
ОКТМО коды | |
Үтәймулла (рус. Утеймуллино) — Башҡортостандың Ауырғазы районындағы ауыл. 2010 йылдың 14 октябренә ҡарата халыҡ һаны 379 кеше[1]. Почта индексы — 453499, ОКАТО коды — 80205828009.
Халыҡ һаны
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)
Иҫәп алыу йылы һәм көнө | Бөтә халыҡ | Ир-егеттәр | Ҡатын-ҡыҙҙар | Ир-егеттәр өлөшө (%) | Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%) |
1897 йыл 9 февраль ( 26 ғинуар) | |||||
1920 йыл 26 август | |||||
1926 йыл 17 декабрь | |||||
1939 йыл 17 ғинуар | |||||
1959 йыл 15 ғинуар | |||||
1970 йыл 15 ғинуар | |||||
1979 йыл 17 ғинуар | |||||
1989 йыл 12 ғинуар | |||||
2002 йыл 9 октябрь | |||||
2010 йыл 14 октябрь | 379 | 191 | 188 | 50,4 | 49,6 |
- Милли составы
2002 йылғы халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәтенә ярашлы, күпселек милләт — башҡорттар[2].
Халыҡ һаны буйынса аңлатма төрлө йылдарҙа иҫәп алыу тәртибенең айырмалығы булыу сәбәпле халыҡ һанының үҙенсәлегенә иғтибар итегеҙ.
- 1939 йыл — бар булған халыҡ һаны.
- 1989, 2002, 2010 йылдарҙа — даими йәшәгән урыны булып иҫәпләнгән халыҡ һаны
Ауылдағы халыҡ һаны буйынса мәғлүмәтте халыҡ иҫәбе буйынса алыу урынлы. Бөтә ил күләмендә үткән 1897, 1920, 1939, 1959, 1970, 1979, 1989, 2002, 2010 йылғы халыҡ иҫәбе буйынса мәғлүмәттәр бар һәм асыҡ ҡулланыуҙа табырға була. Ҡайһы бер китаптарҙы электрон төрҙә асып ҡарап була. 1926 йылғы халыҡ иҫәбе буйынса һәр ауыл тураһында мәғлүмәт осрағаны юҡ әле. Унан башҡа Өфө виләйәтендә 1865, 1879, 1886 йылдарҙа урындағы халыҡ иҫәбе алынған. Тағы ла ревиз яҙмалары аша мәғлүмәт бар.
- 1859 һәм 1865 йыл — Населенные пункты Башкортостана. Ч.I. Уфимская губерния, 1877. — Уфа:Китап, 2002. — 432 с. ISBN 5-295-03188-8 (ч. I). ISBN 5-295-03133-0.
- Өфө виләйәте ауылдарында халыҡ һаны буйынса мәғлүмәт 1859 һәм 1865 йылдарға ҡарата бар.
- 1866 йыл — Список населенных мест. Ч. II. Оренбургская губерния, 1866. — Уфа: Китап, 2006. — 260 с. ISBN 5-295-03815-7 (ч. II). ISBN 5-295-03133-0.
- Ырымбур виләйәте ауылдарында халыҡ һаны буйынса мәғлүмәт 1866 йылға ҡарата бар.
- 1897 йыл — Перепись населения. т.45 кн.01 Уфимская губерния. Н.А.Тройницкий (ред.)(С.-Петербург, 1901)
- Был китапта Өфө виләйәте ауылдары буйынса мәғлүмәт бар. 500 кешенән күберек булған ауылдар исемлеге.
- 1920 йыл — Населенные пункты Башкортостана. Ч.III. Башреспублика, 1926. — Уфа. Китап, 2002. — 400 с. ISBN 5-295-03091-1 (ч. III). ISBN 5-295-03133-0.
- Был китап 1926 йылға ҡарата төҙөлгән, әммә халыҡ иҫәбе 1920 йылға ҡарата бирелгән.
- 1939 йыл — БАССР. Административно-территориальное деление на 1 июня 1940 года – Уфа:Государственное издательство, 1941. – 387 с.
- Был китапта 1939 йылғы иҫәп алыу буйынса һәр ауыл буйынса мәғлүмәт бар.
- 1989 һәм 2002 йылдар — Башҡортостан Республикаһы ауылдарында 1989 һәм 2002 йылғы халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны.
- 2010 йыл — Численность и размещение населения Республики Башкортостан по данным Всероссийской переписи населения 2010 года. Статистический сборник. (рус.)
- Население Башкортостана: XIX-XXI века: статистический сборник / Территориальный орган Федеральной службы государственной статистики по Республики Башкортостан. — Уфа:Китап, 2008. — 448 с.: ил. ISBN 978-5-295-04439-7
- 1897 йылғы халыҡ иҫәбенән башлап ҡалалар, ҡала төрөндәге ҡасабалар, райондар, район үҙәктәре буйынса халыҡ һаны бар.
Географик урыны
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Cитйылға йылғаһы (Ағиҙел йылғаһы бассейны) буйында урынлашҡан
- Район үҙәгенә тиклем (Талбазы): 29 км
- Ауыл советы үҙәгенә тиклем (Татар Нуғаҙағы): 6 км
- Яҡындағы тимер юл станцияһы (Төкөн): 8 км
Билдәле шәхестәр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Иҫәнғолов Фәрит Әхмәҙулла улы (6 март 1928 йыл — 25 май 1983 йыл) — башҡорт совет яҙыусыһы, Салауат Юлаев исемендәге премия лауреаты (1970), 1954 йылдан — КПСС, 1956 йылдан — СССР Яҙыусылар союзы ағзаһы.
- Әсәҙуллина Әлфиә Нәжип ҡыҙы (2 март 1959 йыл) — башҡорт шағиры, 2004 йылдан Башҡортостан Республикаһының һәм Рәсәй Федерацияһының Яҙыусылар союздары ағзаһы. Башҡортостандың атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт хеҙмәткәре (2010). Ғәлимйән Ибраһимов исемендәге премия лауреаты (2013).
- Рәшитов Урал Камил улы (25 сентябрь 1961 йыл) — композитор, йырсы, музыкаль продюсер. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре.
Ауыл тарихы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ауыл Ситйылғаһы буйында урынлашҡан. Беренсе тапҡыр 1654 йылда телгә алынған. Ауылға Нуғай даруғаһы Бишауыл‑Табын улусы башҡорттары үҙ ерҙәрендә нигеҙ һала, 1654 йылдан алып Бишауыл (Бишул) исеме менән билдәле. 19 быуаттан Үтәймулла исеме менән йөрөй. 1865 йылда 58 йортта 370 кеше йәшәгән. Малсылыҡ, игенселек, умартасылыҡ, урман промыслалары менән шөғөлләнгәндәр. Ауылда мәсет, мәктәп, һыу тирмәне булыуы тураһында яҙма мәғлүмәт бар. 1906 йылда ауылда мәктәп, тимерлек, бакалея лавкаһы, тирмән булыуы теркәлгән[3].
Бөгөнгө көндә ауылда урта мәктәп ябылған. Ауылда фермер хужалыҡтары, башланғыс мәктәп, балалар баҡсаһы, фельдшер-акушерлыҡ пункты, мәҙәниәт йорто, китапхана, мәсет эшләй. Ауыл эргәһендә бик күп инештәр бар. Шуларҙың ин ҙуры — Тоҡанбаш шишмәһе. Ауылдан йыраҡ түгел Ҡуҙйылға йылғаһы аға.
Ҡарауыл тауы Үтәймулла ауылының төньяғындағы ҡуйы имәнлек эсендә урынлашҡан һәм йыраҡтан күренеп тора. Ул диңгеҙ кимәленән 330 метр бейеклектә, тирә-яҡта иң бейеге һанала.
Шәжәрә байрамы. 15.02.2017
|
Үтәймулла Викимилектә |
Тирә-яҡ мөхит
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Күҙбеләк урманы
- Ҡарауыл тауы
- Ҡуҙйылға йылғаһы
- Тоҡанбаш шишмәһе
- Ситйылға йылғаһы
- Көшкәр күле[4]
Урамдары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- М.Ғафури урамы (рус. улица М. Гафури)
- Йәштәр урамы (рус. Молодежная улица)
- Йылға урамы (рус. Речная улица)
- Ф.Иҫәнғолов урамы (рус. улица Ф. Исангулова)
- Үҙәк урам (рус. Центральная улица)[5]
Видеояҙмаларҙа
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Утеймуллино[6].
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Численность и размещение населения Республики Башкортостан по данным Всероссийской переписи населения 2010 года. Статистический сборник. (рус.)
- ↑ Единый электронный справочник муниципальных районов Республики Башкортостан — Excel форматында ҡушымта(недоступная ссылка) (рус.)
- ↑ Үтәймулла // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.
- ↑ Башҡортостан Республикаһының топонимдар һүҙлеге
- ↑ Госсрпавка сайтында урамдар исеме
- ↑ Утеймуллино
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- 1816 йылғы ревизия материалдары(недоступная ссылка)
- 1850 йылғы ревизия материалдары(недоступная ссылка)
- Үтәймулла // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.
Сығанаҡтар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Портал «Башҡортостан ауылдары» | |
Башҡортостан Республикаһы Законы (№ 22-з, 16 июль, 2008 йыл.) Викикитапханала | |
Үтәймулла Викимилектә | |
Проект «Башҡортостан ауылдары» |