Исмәғилилек
Исмәғилилек | |
Рәсми сайт |
theismaili.org the.ismaili |
---|---|
Социаль селтәрҙә күҙәтеүселәр | 24 464 |
Исмәғилилек Викимилектә |
Исмәғилилек (ғәр. الإسماعيلية — al-ʾIsmāʿīlīyah; рус. Исмаилизм) — Исламдың шиғый тармағындағы, VIII быуат аҙағына барып тоташҡан дини хәрәкәттәр берлеге. Һәр хәрәкәттең имамдар иерархияһы бар. Низәриҙәр имамы, исмәғилиҙәрҙең иң ҙур һәм билдәле йәмәғәте — Аға Хан нәҫеле буйынса тапшырыла. Әлеге ваҡытта исмәғилиҙәрҙең был тармағында Аға Хан IV имам булып тора.
Ағымдары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Низәриҙәр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Исмәғилиҙәр йәмғәтенең күпселек өлөшө, исмәғили-низәриҙәр, бөгөн шаһзат IV Кәрим Аға Ханды үҙенең 49-сы имамы тип таный, улар раҫлауынса, нәҫеллек Мөхәммәт Пәйғәмбәр ҡыҙы Фатима һәм Уның ике туған ҡустыһы һәм кейәүе хәҙрәте Али аша килеп сыға.
Мостағәлиҙәр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Мостағәлиҙәр Мысырҙа йәшәү урындары булдырып, исмәғилилектең урталыҡты тотҡан тармағы булып китә. XI быуатта мостағәлиҙәрҙең күпселеге Һиндостан эмиграцияға китә. Фатимиҙар хәлифәлеге ҡолатылғандан һуң мостағәлиҙәрҙең рухи үҙәге Йәмәнгә, ХVIII быуат башында Һиндостанға күсенә.
Друздар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Друздар, исмәғилиҙәргә яҡын этноконфессиональ община, уларҙан IX быуат башында айырылып сыҡҡан. Друздар йәндәрҙең күсеүенә һәм Аллаһтың кешеләрҙә кәүҙәләнеш алыуына ышана. Уларса Аллаһ һуңғы тапҡыр хәлифә әл-Хәкимдә һынланыш тапҡан булған.
Друздарҙың күпселеге үҙҙәрен мосолман тип һанамай[1][2][3] друздарҙың үҙҙәр ләә шулай уҡ ортодоксаль ислам мәҙһәбтәре фекеренсә лә мосолман түгел[4][5]. Ибн Тәймиә — исламдың күренекле дин белгесе, друздарҙың мосолманлығын инҡар иткән[6] . Ғосман империяһы друздарҙы эҙәрлекләүҙәрен аҡлау өсөн Ибн Тәймиәнең дини ҡарарына йыш ҡына таяна[7].
Таралыуы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Бөгөн исмәғилилек Тажикстандың Таулы Бадахшан автономиялы өлкәһенең (ГБАО) күпселек өлөшөндә (бигерәк тә көньяҡта һәм үҙәктә) өҫтөнлөклө булып тора. Шулай уҡ памир халыҡтары араһында тажиктарҙың бәләкәй генә бер өлөшө шул инаныста. Исмәғилиләрҙе Афғанстанда, Пакистанда, Йәмәндә, Ливанда, Малайзияла, Сүриәлә, Иранда, Сәғүд Ғәрәбстанында, Һиндостанда, Иорданияла, Ираҡта, Көнсығыш Африкала, Анголала, Бангладешта һәм Көньяҡ Африка Республикаһында,шулай уҡ в Европала, Канадала, Австралияля, Яңы Зеландияла, АҠШ-та, Тринидад һәм Тобагола табырға мөмкин[8][9].
Шулай уҡ ҡарағыҙ
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Исмәғили әҙәбиәт
- Исмәғилиҙәрҙең ҡәлғәләре исемлеге
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ J. Stewart, Dona. The Middle East Today: Political, Geographical and Cultural Perspectives. — Routledge, 2008. — С. 33. — ISBN 0415782449.Оригинал текст (инг.)
Most Druze do not consider themselves Muslim. Historically they faced much persecution and keep their religious beliefs secrets
- ↑ De McLaurin, Ronald. The Political Role of Minority Groups in the Middle East. — Michigan University Press, 1979. — 114. — 316 p. — ISBN 0030525969.Оригинал текст (инг.)
Theologically, one would have to conclude that the Druze are not Muslims. They do not accept the five pillars of Islam. In place of these principles the Druze have instituted the seven precepts noted above
- ↑ James Lewis. The Encyclopedia of Cults, Sects, and New Religions. — Prometheus. — 951 p. — ISBN 1573928887.
- ↑ D. Grafton, David. Piety, Politics, and Power: Lutherans Encountering Islam in the Middle East. — Pickwick Publications, 2009. — 14. — 312 p. — ISBN 1606081306.Оригинал текст (инг.)
In addition, there are several quasi-Muslim sects, in that, although they follow many of the beliefs and practices of orthodox Islam, the majority of Sunnis consider them heretical. These would be the Ahmadiyya, Druze, Ibadi, and the Yazidis
- ↑ R. Williams, Victoria. Indigenous Peoples: An Encyclopedia of Culture, History, and Threats to Survival [4 volumes]. — ABC-CLIO, 2020. — 318. — 1248 p. — ISBN 144086117X.Оригинал текст (инг.)
As Druze is a nonritualistic religion without requirements to pray, fast, make pilgrimages, or observe days of rest, the Druze are not considered an Islamic people by Sunni Muslims
- ↑ Roald, Anne Sofie. Religious Minorities in the Middle East: Domination, Self-Empowerment, Accommodation.. — BRILL, 2011. — С. 255. — ISBN 9789004207424.Оригинал текст (инг.)
Therefore, many of these scholars follow Ibn Taymiyya's fatwa from the beginning of the fourteenth century that declared the Druzes and the Alawis as heretics outside Islam
- ↑ S. Swayd, Samy. The Druzes: An Annotated Bibliography. — Ises Pubns, 1998. — 25. — 199 p. — ISBN 0966293207.
- ↑ Dr. Sarfaroz Niyozov. Shiʻa Ismaili Tradition in Central Asia – Evolution, and Continuities and Changes (ингл.). University of Toronto.
- ↑ Daftary, 2020 [1998]
Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- на русском языке
- Исмаилиты / Дафтари Ф., Додыхудоева Л. Р., Рощин М. Ю. // Большая российская энциклопедия : [в 35 т.] / гл. ред. Ю. С. Осипов. — М. : Большая российская энциклопедия, 2004—2017.
- Рощин М. Ю. Исмаилиты // Православная энциклопедия. Том XXVII. — М.: Церковно-научный центр «Православная энциклопедия», 2011. — С. 400-404. — 752 с. — 39 000 экз. — ISBN 978-5-89572-050-9
- Клугер, Даниил Мусеевич Древнее искусство террора // «Гриф» : Журнал, приложение к газете «Русский израильтянин». — 1998. Архивировано из первоисточника 5 март 2016.
- Плеханов, Сергей Николаевич. Раскрытая ладонь. Ага-хан и его мюриды. — Изд. 3-е, испр. и доп. — М.: Книжный мир, 2008. — 203 с. — ISBN 978-5-8041-0313-3. Архивная копия от 22 июль 2014 на Wayback Machine
- Строева Л. В. Уничтожение монголами государства исмаилитов в Иране // История и филология стран Востока : Сборник статей / Отв. ред. И. П. Петрушевский. — Л., 1954. — (Учёные записки Ленинградского университета, № 179; серия востоковедческих наук, вып. 4).
- Каландаров Т. С. Модель высшей школы для горных регионов мира (по представлениям исмаилитов) // Знание. Понимание. Умение. — 2005. — № 3. — С. 192—194.
- Емельянова Н. М. Исмаилиты в Афганистане // Афганистан в начале XXI века : сборник статей / отв. ред.: В. Коргун. — М.: Ин-т изучения Израиля и Ближ. Востока, 2004. — С. 88. — 207 с. — ISBN 5-89394-132-2.
- Емельянова Н. М., Сологубовский Н. А. Последний оплот асасинов // Крепости и вооружение Азии. — М.: Бук Хаус, 2006. — 192 с. — (Золотой блеск эпохи). — ISBN 5-98641-021-1.
- Емельянова Н. М. Фархад Дафтари. Краткая история исмаилизма // Восток : афро-азиатские общества: история и современность : Журнал. — М.: Отделение историко-филологических наук РАН, 2004. — № 3. — С. 196—200. — ISSN 0869-1908.
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Исмәғилилек Викимилектә |
Был ислам тураһында тамамланмаған мәҡәлә. Һеҙ мәҡәләне төҙәтеп һәм тулыландырып проектҡа ярҙам итә алаһығыҙ. |