Тимер
| |||||
Ябай матдәнең тышҡы күренеше | |||||
---|---|---|---|---|---|
Атом үҙенсәлектәре | |||||
Исеме, символы, номеры |
Тимер / Железо / Ferrum (Fe), 26 | ||||
Атом массаһы (моляр массаһы) | |||||
Электрон конфигурация |
[Ar] 3d6 4s2 | ||||
Атом радиусы |
126 пм | ||||
Химик үҙенсәлектәре | |||||
Ковалент радиус |
117 пм | ||||
Ион радиусы |
(+3e) 64 (+2e) 74 пм | ||||
Электроотиҫкәрелек |
1,83 (Полинг шкалаһы) | ||||
Электрод потенциалы |
Fe←Fe3+ −0,04 В | ||||
Окисланыу дәрәжәһе |
6, 3, 2, 0 | ||||
Ионлашыу энергияһы (первый электрон) | |||||
Ябай матдәнең термодинамик үҙенсәлектәре | |||||
Тығыҙлыҡ (н. ш.) |
7,874 г/см³ | ||||
Иреү температураһы |
1812 K (1538,85 °C) | ||||
Ҡайнау температураһы |
3134 K | ||||
Иреү йылылығы |
247,1 кДж/кг 13,8 кДж/моль | ||||
Парға әйләнеү йылылығы |
~6088 кДж/кг ~340 кДж/моль | ||||
Моляр йылы һыйышлығы |
25,14[2] Дж/(K·моль) | ||||
Моляр күләм | |||||
Ябай матдәнең кристалл рәшәткәһе | |||||
Рәшәткә структураһы |
куб дәүмәл-үҙәкле | ||||
Рәшәткә параметры |
2,866 Å | ||||
Дебай температураһы |
460 K | ||||
Башҡа характеристикалар | |||||
Йылы үткәреүсәнлек |
(300 K) 80,4 Вт/(м·К) |
26 | Тимер
|
55,847 | |
3d64s2 |
Тиме́р — химик элементтарҙың периодик системаһында һигеҙенсе төркөмдөң өҫтәмә төркөмсә, дүртенсе периодындағы 26-сы химик элемент. Fe (лат. Ferrum) символы менән билдәләнә. Ер ҡабығында, алюминдан ҡалышып, иң таралған элемент. Тимерҙең ябай матдәһе (CAS-номеры: 7439-89-6) — еңел сүкелеүсән, аҡ төҫтәге, юғары реакцион мөмкинлеге булған металл. Тимер юғары температурала һәм юғары дымлылыҡта тиҙ коррозияға бирешә. Таҙа тимер янмай, ә ваҡ дисперсия хәлендә үҙенән-үҙе янып китеүсән.
Шулай уҡ тимер тип тимер иретмәләрен (0,8 %-ҡа тиклем ҡатнашма) әйтәләр. Ҡатнашмалар тимергә йомшаҡлыҡ һәм һығылмалылыҡ бирәләр. Ғәмәлдә тимер менән углерод иремәһе: ҡорос (1,14 %-ҡа тиклем), суйын (2,14%-тан күберәк) һәм составында хром, марганец, никель булған тутыҡмай торған (легирланған) ҡорос ҡулланалар.
Барлыҡ үҙенсәлеге лә тимерҙе кешелек өсөн 1-се һанлы металл итә.
Тәбиғәттә тимер таҙа хәлдә тимер-никель метиоридтарында ғына осрай. Ер ҡабығында таралыуы буйынса — 4,65 % (4-се урын O, Si, Al-ҙан ҡалышып[3]). Ер төшөнөң ҙур өлөшө тимерҙән тора тип иҫәпләнә.
Тимер минералдары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Тимер Ер ҡабығында киң таралған. Был металл бик күп руда һәм минералдар составына инә: ҡыҙыл тимер мәғдәне (красный железняк,гематит, Fe2O3; 70 % Fe), магнитлы тимер мәғдәне (магнитный железняк, магнетит, FeFe2O4, Fe3O4; 72,4 % Fe), көрән тимерташ (бурый железняк, лимонит, (гётит) һәм гидрогётит (FeOOH и FeOOH•nH2O).
Тәбиғәттә тимер сульфиды пирит FeS2 (көкөрт һәм тимер колчеданы) осрай.
Тимер рудаһы запасы буйынса Рәсәй беренсе урында. Диңгеҙ һыуында тимер — 1·10−5—1·10−8 %.
Башҡа йыш осрай торған минералдар[4]:
- Сидерит — FeCO3 —35 %. Тығыҙлығы 3 г/см³ һәм Моос шкалыһы буйынса ҡатылығы 3,5—4,5.
- Марказит — FeS2 — 46,6 % тимер бар. Тығыҙлығы 4,6—4,9 г/см³ һәм Моос шкалыһы буйынса ҡатылығы 5—6.
- Лёллингит — FeAs2 —27,2 % . Тығыҙлығы 7—7,4 г/см³ һәм Моос шкалыһы буйынса ҡатылығы 5—5,5.
- Миспикель — FeAsS —34,3 %. Тығыҙлығы 5,6—6,2 г/см³ һәм Моос шкалыһы буйынса ҡатылығы 5,5—6.
- Мелантерит — FeSO4•7H2O —Тығыҙлығы 1,8—1,9 г/см³.
- Вивианит — Fe3(PO4)2•8H2O — тығыҙлығы 2,95 г/см³ һәм Моос шкалыһы буйынса ҡатылығы 1,5—2.
Быларҙан башҡа составында тимер булған минералдар:
|
|
|
|
Алыу
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Сәнәғәттә тимерҙе тимер рудаһынан, гематит (Fe2O3) һәм магнетиттан (Fe3O4) алалар.
Руданан тимерҙе айырып алыуҙың бер нисә ысулы бар. Иң киң таралғаны домна мейесендә.
Етештереүҙең беренсе этабы — домна мейесендә тимерҙе 2000 °C-та ҡайтарыу. Өҫтән тимер рудаһы һәм флюс (известняк) өҫтән бирелә, ә аҫтан йылы һауа ағымы бирелә .
Мейестә, кислород етешмәгәндә, кокс углерод монооксидына тиклем оксидлаша:
Үҙ сиратында углерод монооксиды тимерҙе ҡайтара. Реакция тиҙерәк үтһен өсөн йылытылған угар газды тимер оксиды(III) өҫтөнән үткәрәләр:
Ҡушылған флюс оксидҡа тарҡала һәм руда составындағы кремний менән ҡушылып шлак барлыҡҡа килтерә. Шлак мейестә эрей, ул тимерҙән еңелерәк һәм эрегән тимер өҫтөнән айырып алып була. Домна мейесендә алынған тимер иретмәһендә углерод бик күп була. Алынған суйын артабан эшкәртеүгә китә.
Мартен мейестәрендә артыҡ көкөрт һәм фосфорҙан тимер иретмәһен таҙарталар. Электр мейесендә лигирланған (тутыҡмай торған ҡорос) ҡорос алалар.
Тимерҙе водород менән ҡайтарыу ысулы бар. Тимер рудаһын ваҡлап, махсус балсыҡ менән бутайҙар. Шахта мейесендә метан конверсияһы үткәрәләр. Водород окисланыу-ҡайтарылыу реакцияһында тимерҙе ҡайтара.
- ,
Был ысулда тимер көкөрт һәм фосфор менән бысранмай.
Таҙа тимерҙе тоҙҙарҙан электролиз менән алалар.
Химик үҙенсәлеге
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Был мәҡәләнең өлөшө әлегә яҙылмаған. |
Биологик әһәмиәте
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Был мәҡәләнең өлөшө әлегә яҙылмаған. |
Башҡорт мифологияһында
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Башҡорт мифологияһында магик көскә эйә булған предмет. Ышаныуҙар буйынса, тимер кешене һаҡлай, ҡурсалай, ауырыу эйәһен, ен-шайтанды ҡурҡыта. Мәҫәлән, баланы яңғыҙ ҡалдырғанда, үлгән кешене көткәндә өҫтөнә тимер бысаҡ йәки ҡайсы һалыу йолаһы бар. Ҡойон килгәндә, уны әрләп, бысаҡ ташлағандар. Борсаҡ (боҙ) яуғанда тимер һоҫҡо, тәртешкә, шипсе сығарып ташлағандар. Ауырыу эйәһен ҡурҡытыу өсөн тимер һүҙе ҡулланылған һамаҡ әйткәндәр.
Башҡорттарҙа шулай уҡ балдаҡ, беләҙек, алҡа (һырға) тағыу йолалары ла булған. Был металл әйберҙәр кешене күҙҙән һаҡлай икән тип уйлағандар. Халыҡта хатта: «Балдаҡ, беләҙек — ҡулға пәрҙә, алҡа (һырға) — биткә пәрҙә» — тигән әйтем дә бар. Тимер әйберҙәрҙән башҡорттарҙа тағы энә менән бәйле ышаныуҙар бар.
Башҡорттарҙың тимер менән бәйле ышаныуҙары боронғо төркиҙәр осорона барып тоташа. Билдәле булыуынса, төрки ҡәбиләләре борон- эорондан тимер иретеү, ҡорал ҡойоу менән шөғөлләнгән. Шуның өсөн башҡа тәңреләр менән бер рәттән төркиҙәрҙә Тимер тәңреһе лә булған тип фараз итеп була. Быны боронғо төркиҙәрҙә Тимербуға, Байтимер, Илтимер, Ҡотлотимер, Биктимер һ.б. исемдәрҙең булыуы ла раҫлай. Икенсенән, боронго төркиҙәрҙә тимерсе, тимер оҫтаһы изге кешеләрҙән һаналған. Сөнки, ышаныуҙар буйынса, тимерсе уратып алған донъя¬ны, бик күп предметтарҙы булдырыуҙа ҡатнашҡан.
Башҡорт телендә тимер һүҙе менән Тимер ҡаҙыҡ, тимер юл, тимер күк, типһә тимер өҙөрлөк, Тимербай, Тимербулат, Тимерғәли, Тимерғаҙыҡ, Тимерхан, Байтимер, Сынтимер кеүек исемдәр, һүҙбәйләнештәр, мәҡәлдәр һәм әйтемдәр бар. Килеп сығышы яғынан башҡорт телендәге тимер төрки сығанаҡ¬лы temir һүҙе менән бәйле.
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Michael E. Wieser, Norman Holden, Tyler B. Coplen, John K. Böhlke, Michael Berglund, Willi A. Brand, Paul De Bièvre, Manfred Gröning, Robert D. Loss, Juris Meija, Takafumi Hirata, Thomas Prohaska, Ronny Schoenberg, Glenda O’Connor, Thomas Walczyk, Shige Yoneda, Xiang‑Kun Zhu. Atomic weights of the elements 2011 (IUPAC Technical Report) (инг.) // Pure and Applied Chemistry. — 2013. — Т. 85. — № 5. — С. 1047-1078. — DOI:10.1351/PAC-REP-13-03-02
- ↑ Химическая энциклопедия: в 5 тт. / Редкол.: Кнунянц И. Л. (гл. ред.). — М.: Советская энциклопедия, 1990. — Т. 2. — С. 140. — 671 с. — 100 000 экз.
- ↑ Карапетьянц М. Х. Х., Дракин С. И. Общая и неорганическая химия: Учебник для вузов. — 4-е изд., стер. — М.: Химия, 2000, ISBN 5-7245-1130-4, с. 529
- ↑ Р. Рипан, И. Четяну. Неорганическая химия // Химия неметаллов = Chimia metalelor. — М.: Мир, 1972. — Т. 2. — С. 482—483. — 871 с.
Сығанаҡтар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Ф. Ғ. Хисамитдинова. Башҡорт мифологияһы. Белешмә-һүҙлек Өфө «Ғилем» 2002 УДК 398 ББК 82 X 51
1 | 2 | 3 | 4 | 5 | 6 | 7 | 8 | 9 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15 | 16 | 17 | 18 | |||||||||||||||||||||||||||
1 | H | He | ||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||
2 | Li | Be | B | C | N | O | F | Ne | ||||||||||||||||||||||||||||||||||||
3 | Na | Mg | Al | Si | P | S | Cl | Ar | ||||||||||||||||||||||||||||||||||||
4 | K | Ca | Sc | Ti | V | Cr | Mn | Fe | Co | Ni | Cu | Zn | Ga | Ge | As | Se | Br | Kr | ||||||||||||||||||||||||||
5 | Rb | Sr | Y | Zr | Nb | Mo | Tc | Ru | Rh | Pd | Ag | Cd | In | Sn | Sb | Te | I | Xe | ||||||||||||||||||||||||||
6 | Cs | Ba | La | Ce | Pr | Nd | Pm | Sm | Eu | Gd | Tb | Dy | Ho | Er | Tm | Yb | Lu | Hf | Ta | W | Re | Os | Ir | Pt | Au | Hg | Tl | Pb | Bi | Po | At | Rn | ||||||||||||
7 | Fr | Ra | Ac | Th | Pa | U | Np | Pu | Am | Cm | Bk | Cf | Es | Fm | Md | No | Lr | Rf | Db | Sg | Bh | Hs | Mt | Ds | Rg | Cn | Uut | Fl | Uup | Lv | Uus | Uuo | ||||||||||||
8 | Uue | Ubn | Ubu | Ubb | Ubt | Ubq | Ubp | Ubh | ||||||||||||||||||||||||||||||||||||
|