Эстәлеккә күсергә

Яхъя

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте

Яхъя́ ибн Зәкәрийә (ғәр. يحيى ابن زكريا‎) — Аллаһы тәғәлә тарафынан Бәни Исраил ҡәүеменә Мәрйәм улы Ғайсаның пәйғәмбәрлек миссияһын раҫларға ебәрелгән Ислам пәйғәмбәре. Зәкәрийә пәйғәмбәр улы. Библиялағы пәйғәмбәр Иоанн Креститель менән бер тип һанала. Ҡөрьәндә 5 тапҡыр телгә алына. Исламс риүәйәтенә күрә, Яхья пәйғәмбәр Ғайсаның пәйғәмбәрлеген беренсе булып әйткән, уға ышанған һәм йәһүдтәр араһында рисәләтенә ярҙам иткән.

Оҙаҡ ваҡыт пәйғәмбәр Зәкәрийә һәм уның ҡатыны Элисаның балаһы булмай. Ул Аллаһы тәғәләнән Уның ул биреүен һорай. Аллаһ уның доғаларын ҡабул ҡыла һәм фәрештәләр аша, уларҙың улы тыуа сағы тураһында тураһында хәбәр ебәрә. Зәкәрийә фәрештәләр әйткәнен раҫлау өсөн берәй билдә бирелеүен һорай. Шунан һуң ул өс көнгә телдән яҙа. Ошо уның улы тураһындағы һүҙҙе раҫлау була[1] Исламда Яхъяның тыуыуы тураһындағы риүәйәт Аллаһтың ҡөҙрәтен күрһәтә һәм Уның хатта ҡартлыҡта ла бала бүләк итеү һәләтен күрһәтә.

« Шул урында Зәкәрийә үҙенең Раббыһына доға ҡылды: «Раббым! Миңә Үҙ тарафыңдан яҡшы нәҫел бир, Һин — доғаны ишетеүсе бит!» — тине. . Ул михрабта тороп намаҙ уҡығанда, уға фәрештәләр хәбәр итте: «Алла һине Яхъя менән һөйөнсөләй, ул — Алланың һүҙе хаҡ икәнен раҫлаусы, ул хужа, тыйнаҡ, һәм изгеләрҙән пәйғәмбәр!» — тинеләр. Ул: «Раббым! Нисек инде минең улым булһын, үҙемә ҡартлыҡ килде һәм ҡатыным минең бала тапмай»,— тине. Ул: «Шулай! Алла теләгәнен эшләй», -- тип әйтте. Ул: «Раббым, миңә аят булдыр!» — тине. Ул: «Һиңә аят шулдыр: һин өс көн кешеләр менән һөйләшмәҫһең, тик ым менән генә аңлашырһың. Үҙ Раббыңды күп иҫкә ал, һәм кис һәм иртә Уға тәсбих әйт»,— тине.
»

Ҡөрьәндә тасуирлаған Яхъя пәйғәмбәр тормошо һәм Лука Инжилендәге Иоанн Креститель тарихы менән дөйөм урындар күп 80) бәлки унан өҙөк тә булғандыр «И сказали ей: никого нет в родстве твоем, кто назывался бы сим именем.»  (Лк. 1:61). Шуға оҡшаш аят Мәрйәм сүрәһендә бар

« «Эй, Зәкәрийә, Беҙ һине малай менән һөйөнсөләйбеҙ, уның исеме Яхъя! Беҙ бынан элек уға исемдәш яһаманыҡ».
Мәрйәм 19:7 (Мөхәммәт)
»

Ҡөрьәндә Яхъя пәйғәмбәр бик тәҡүә, иманлы кеше тип атала, Ғайса һәм Ильясо менән бер рәткә ҡуйыла. [2]. Бала саҡтан зирәк, ата-әсәһенә хөрмәтле, баҫалҡы булған.

« «Эй, Яхъя, китапты көс менән тот!» Һәм Беҙ уға сабый сағында уҡ хикмәт бирҙек, һәм Үҙ тарафыбыҙҙан шәфҡәт һәм сафлыҡ. Һәм ул тәҡүәлеләрҙән булды, һәм ата-әсәләренә изгелекле булды, һәм ул йәберләүселәрҙән һәм ҡаршыларҙан булманы. Һәм уға тыуған көнөндә лә, һәм үлгән көнөндә лә, терелеп ҡубарылған көнөндә лә сәләм!
»

Риүәйәт буйынса, Яхъя пәйғәмбәр Ғайса пәйғәмбәр менән бер йылда тыуған. Ул бәләкәй сағынан атаһының тәрбиәһендә үҫә, Әл-Ҡудс (Йәрүсәлим) ҡорамында була, ул Аллаһы тәғәләгә тәҡүәлек менән ғибәҙәт ҡыла. Ул яңғыҙ булырға яратҡан, аскеттарса йәшәү рәүеше алып барған, көндәлек тормошта әҙ менән ҡәнәғәт була белгән.

Бәлиғ булғас, Бәни Исраил ҡәүеме араһында Муса диненә өндәй башлаған. Ғайса пәйғәмбәрҙең миссияһын белгәс, уны таныған һәм яңы дингә саҡырып, Инжил буйынса йәшәргә саҡырған. Израиль халҡының күпселеге яңы динде ҡабул итмәй, Тәүрат буйынса йәшәүҙе дауам итә.

Йәһүд батшаһы Ирод башта Яхъя пәйғәмбәргә яҡшы мөнәсәбәттә була, мәгәр пәйғәмбәр Иродтың туған һеңлеһе менән никахын танымағас, уға ҡарашын насар яҡҡа үҙгәртә һәм башын ҡырҡтырып үлтертә. Шулай итеп, Яхъя пәйғәмбәр 35 йәщтәр самаһында дин хаҡына үҙен ҡорбан итә. Яхъя пәйғәмбәрҙең башы өмүәиҙәр мәсетендә ерләнгән (Дамаск).

  • Али-заде, А. А. Йахья // Исламский энциклопедический словарь. — М. : Ансар, 2007. — 400 с. — (Золотой фонд исламской мысли). — 3000 экз. — ISBN 5-98443-025-8  (рус.).
  • Пиотровский М.Б. Йахйа // Ислам: энциклопедический словарь / отв. ред. С. М. Прозоров. — М. : Наука, 1991. — С. 120.
  • M. Gaudefroy-Demombynes. 383—384t. // Mahomet. P.: Albin Michel, 1969. — 698 pp. (фр.)
  • Ҡалып:ЭИ/2