Бик-Ҡарамалы
Ауыл | |
Бик-Ҡарамалы рус. Бик-Кармалы | |
Бик-Ҡарамалы быуаһы | |
Ил | |
---|---|
Федерация субъекты | |
Муниципаль район | |
Ауыл биләмәһе | |
Координаталар | |
Нигеҙләнгән | |
Беренсе мәртәбә телгә алынған | |
Элекке исеме |
Ҡарамалы-Биктимер, Яңы Ҡарамалылар, Бикташ-Ҡарамалы, Оло Сабаталы[1] |
Халҡы | |
Милли состав |
татарҙар — 77% |
Сәғәт бүлкәте | |
Почта индексы |
453422 |
Һанлы танытмалар | |
Автомобиль коды |
02, 102 |
ОКАТО коды | |
ОКТМО коды | |
ГКГН номеры | |
Бик-Ҡарамалы (рус. Бик-Кармалы) — Башҡортостан Республикаһының Дәүләкән районындағы ауыл. 2010 йылдың 14 октябренә ҡарата халыҡ һаны 324 кеше[3]. Почта индексы — 453422, ОКАТО коды — 80222810001.
Халыҡ һаны
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)
Иҫәп алыу йылы һәм көнө | Бөтә халыҡ | Ир-егеттәр | Ҡатын-ҡыҙҙар | Ир-егеттәр өлөшө (%) | Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%) |
1897 йыл 9 февраль (26 ғинуар) | |||||
1920 йыл 26 август | |||||
1926 йыл 17 декабрь | |||||
1939 йыл 17 ғинуар | |||||
1959 йыл 15 ғинуар | |||||
1970 йыл 15 ғинуар | |||||
1979 йыл 17 ғинуар | |||||
1989 йыл 12 ғинуар | |||||
2002 йыл 9 октябрь | |||||
2010 йыл 14 октябрь | 324 | 156 | 168 | 48,1 | 51,9 |
Халыҡ һаны буйынса аңлатма төрлө йылдарҙа иҫәп алыу тәртибенең айырмалығы булыу сәбәпле халыҡ һанының үҙенсәлегенә иғтибар итегеҙ.
- 1939 йыл — бар булған халыҡ һаны.
- 1989, 2002, 2010 йылдарҙа — даими йәшәгән урыны булып иҫәпләнгән халыҡ һаны
Ауылдағы халыҡ һаны буйынса мәғлүмәтте халыҡ иҫәбе буйынса алыу урынлы. Бөтә ил күләмендә үткән 1897, 1920, 1939, 1959, 1970, 1979, 1989, 2002, 2010 йылғы халыҡ иҫәбе буйынса мәғлүмәттәр бар һәм асыҡ ҡулланыуҙа табырға була. Ҡайһы бер китаптарҙы электрон төрҙә асып ҡарап була. 1926 йылғы халыҡ иҫәбе буйынса һәр ауыл тураһында мәғлүмәт осрағаны юҡ әле. Унан башҡа Өфө виләйәтендә 1865, 1879, 1886 йылдарҙа урындағы халыҡ иҫәбе алынған. Тағы ла ревиз яҙмалары аша мәғлүмәт бар.
- 1859 һәм 1865 йыл — Населенные пункты Башкортостана. Ч.I. Уфимская губерния, 1877. — Уфа:Китап, 2002. — 432 с. ISBN 5-295-03188-8 (ч. I). ISBN 5-295-03133-0.
- Өфө виләйәте ауылдарында халыҡ һаны буйынса мәғлүмәт 1859 һәм 1865 йылдарға ҡарата бар.
- 1866 йыл — Список населенных мест. Ч. II. Оренбургская губерния, 1866. — Уфа: Китап, 2006. — 260 с. ISBN 5-295-03815-7 (ч. II). ISBN 5-295-03133-0.
- Ырымбур виләйәте ауылдарында халыҡ һаны буйынса мәғлүмәт 1866 йылға ҡарата бар.
- 1897 йыл — Перепись населения. т.45 кн.01 Уфимская губерния. Н.А.Тройницкий (ред.)(С.-Петербург, 1901)
- Был китапта Өфө виләйәте ауылдары буйынса мәғлүмәт бар. 500 кешенән күберек булған ауылдар исемлеге.
- 1920 йыл — Населенные пункты Башкортостана. Ч.III. Башреспублика, 1926. — Уфа. Китап, 2002. — 400 с. ISBN 5-295-03091-1 (ч. III). ISBN 5-295-03133-0.
- Был китап 1926 йылға ҡарата төҙөлгән, әммә халыҡ иҫәбе 1920 йылға ҡарата бирелгән.
- 1939 йыл — БАССР. Административно-территориальное деление на 1 июня 1940 года – Уфа:Государственное издательство, 1941. – 387 с.
- Был китапта 1939 йылғы иҫәп алыу буйынса һәр ауыл буйынса мәғлүмәт бар.
- 1989 һәм 2002 йылдар — Башҡортостан Республикаһы ауылдарында 1989 һәм 2002 йылғы халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны.
- 2010 йыл — Численность и размещение населения Республики Башкортостан по данным Всероссийской переписи населения 2010 года. Статистический сборник. (рус.)
- Население Башкортостана: XIX-XXI века: статистический сборник / Территориальный орган Федеральной службы государственной статистики по Республики Башкортостан. — Уфа:Китап, 2008. — 448 с.: ил. ISBN 978-5-295-04439-7
- 1897 йылғы халыҡ иҫәбенән башлап ҡалалар, ҡала төрөндәге ҡасабалар, райондар, район үҙәктәре буйынса халыҡ һаны бар.
Тарихы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Район үҙәгенән һәм Дәүләкән тимер юл станцияһынан көньяҡ-көнсығышҡа табан 26 саҡрым алыҫлыҡта Һаҙлыкүл йылғаһы (Өршәк йылғаһы бассейны) буйында урынлашҡан. 1895 йылға тиклем Ҡырҡ-Өйлө-Мең улусы, 1798—1965 йылдарҙа мишәр кантоны, 1865—1867 һәм 1923—1930 йылдарҙа Дәүләкән, 1867—1914 йылдарҙа Ҡаҙанғол, 1914—1923 Имай-Ҡарамалы улустары составында. 1930 йылдан Дәүләкән районына инә. 1919—1930 йылдарҙа ауыл Советы үҙәге, 1930—1951 йылдарҙа Искәндәр ауыл Советы составында, 1952 йылдан Бик-Ҡарамалы ауыл Советы үҙәге. 1917 йылға тиклем Ҡарамалы-Биктимер, Яңы Ҡарамалы, Ҡарамалы (Биктимер), Оло Сабаталы, Бикташ-Ҡарамалы исемдәре менән билдәле. Ауылға Нуғай даруғаһы Ҡырҡ-Өйлө-Мең (1748 йылда керҙәшлек килешеүе буйынса) һәм Яйыҡ‑Һыбы‑Мең улустары (1771 йылғы килешеү буйынса) башҡорттарының аҫаба ерҙәрендә мишәрҙәр Биктимер исеме менән нигеҙ һала. Легенда буйынса Бик-Ҡарамалы, Искәндәр, Имай-Ҡарамалы ауылдарына өс бер туған: Биктимер, Имай, Искәндәр килеп төпләнә. 1771 йылдағы килешеү буйынса Яйыҡ‑Һыбы‑Мең башҡорттары биләмәһе иҫәбенә үҙ ерҙәрен киңәйтәләр. 1827 һәм 1833 йылда ауылға тағы 26 кеше өҫтәлә. 1843 йылда 425 кешенең 752 бот ужым, 4504 бот ярауай (яҙғы) ашлыҡ сәсеүе теркәлә. Ауыл халҡы игенселек, малсылыҡ, умартасылыҡ, сабата үреү, арба яһау менән шөғөлләнгән. 1913 йылда башланғыс земский училище асыла. 1917 йылға тиклем ауылда ике мәсет булған. 1929 йылда дөйөм ер майҙаны — 1870,4 га. тәшкил итә. 1930—2000 йылдарҙа ауыл халҡы «Бик-Ҡарамалы», Поскрёбышев, Киров исемендәге колхозда эшләй. 1936 йылдың 1 майында ауыл өйҙәрендә электр уттары тоҡандырыла. 1930 йылда ветеринария бүлексәһе асыла. 1941 йылдың октябрендә хәрби уҡыу пункты ойошторола. 1949 йылда һыу өҫтө майҙаны 5 000 м² быуа төҙөлә. 1960 йылда Бик-Ҡарамалы ете йыллыҡ мәктәбе һигеҙ йыллыҡҡа үҙгәртелә. 1968 йылдың 9 майында Бөйөк Ватан һуышы яугирҙарына һәйкәл асыла. 1978 йылдың 1 сентябрендә яңы мәктәп бинаһы ҡулланыуға тапшырыла.
Халҡы:1795 йылда 292 кеше, 1885 йылда 621 кеше, 1896 йылда 687 кеше, 1926 йылда 652 кеше, 1939 йылда — 675 кеше. 1959 йылда — 536 кеше, 1989 йылда — 281кеше, 2002 йылда — 284 кеше, 2010—324 кеше. Татарҙар — 77 % (2002). Башланғыс мәктәп (Соколовка урта мәктәбе филиалы), фельдшер‑акушерлыҡ пункты, мәҙәниәт йорто, китапхана, мәсет бар.[4][1]
Урамдары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Исемдәре:[5]
Географик урыны
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Билдәле шәхестәр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Сафин Фаил Ғабдулла улы (20.01.1959, ғалим-социолог. Тарих фәндәре докторы (2001)[6].
- Дәүләтов Фәрит Нәғим улы (25 май 1924 — ?) — Бөйөк Ватан һуғышы һәм хеҙмәт ветераны.
- Мирсәйетов Ғабдулла Сәйет улы (2 февраль 1891 йыл — 1969 йыл) — мәғариф хеҙмәткәре, Башҡрот АССР-ының атҡаҙанған уҡытыусыһы, Ленин ордены кавалеры.
- Әмиров йәғәфәр Суфиян улы () — техник фәндәр докторы (ӨДАУ)
- Ғәлиев Йәмил Әхмәтвәли улы () — медицина фәндәре докторы, профессор (Мәскәү).
- Латыпов Зәйтүн Мәхмүт улы () — химия фәндәре докторы, Ҡазан дәүләт университеты профессоры.
- Хәмитов Фәнил Ғиндулла улы () — Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре, оҙаҡ йылдар колхоз рәйесе.
- Кәбиров Мәүлит Сабир улы (1918 йыл — 28 март 1970 йыл) — Бөйөк Ватан Һуғышында ҡатнашыусы, ике тапҡыр Ҡыҙыл Йондоҙ (1944, 1954) ордендары, «Мәскәүҙе обороналаған өсөн» (1944), «Германияны еңгән өсөн» (1945), «Японияны еңгән өсөн» (1945), «Хәрби ҡаҙаныштары өсөн» (1950) миҙалдары менән наградлана.
- Сәйәхова Лена Ғәле ҡыҙы (1 ноябрь 1931) — тел белгесе, педагог-методист, педагогия фәндәре докторы (1983), профессор (1985). Башҡорт АССР-ның атҡаҙанған фән эшмәкәре (1987), Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған юғары мәктәп хеҙмәткәре (2007), РСФСР-ҙың халыҡ мәғарифы отличнигы (1986), Башҡортостан Республикаһының мәғариф отличнигы (2001), Рәсәй Федерацияһының почётлы юғары һөнәри белем биреү хеҙмәткәре (2001).
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ 1,0 1,1 Асфандияров А.З «История сел и деревень Башкортостана и сопредельных территорий» стр.473
- ↑ Всероссийская перепись населения 2010 года. Численность населения по населённым пунктам Республики Башкортостан . Дата обращения: 20 август 2014. Архивировано 20 август 2014 года.
- ↑ Численность и размещение населения Республики Башкортостан по данным Всероссийской переписи населения 2010 года. Статистический сборник. (рус.)
- ↑ А.Казанцев. «История населённых пунктов Давлекановского района». — Өфө: «Издательские решения. По лицензии Ridero», 2021 й. — С. 30—33-сө б.б..
- ↑ «Налог Белешмәһе» статистикаһында Бик-Ҡарамалы ауылы
- ↑ http://баш.башкирская-энциклопедия.рф/index.php/component/content/article/8-statya/12205-safin-fail-abdulla-uly 2016 йыл 21 апрель архивланған. Башҡорт энциклопедияһы — Сафин Фаил Ғабдулла улы (Тикшерелеү көнө: 11 ғинуар 2019)
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Бик-Ҡарамалы // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9. (Тикшерелеү көнө: 27 март 2022)
- «Налог Белешмәһе» статистикаһында Бик-Ҡарамалы ауылы
- А.Казанцев. «История населённых пунктов Давлекановского района». — Өфө: «Издательские решения. По лицензии Ridero», 2021 й. — С. 30—33-сө б.б..
- Асфандияров А.З «История сел и деревень Башкортостана и сопредельных территорий» стр.473 2022 йыл 11 апрель архивланған.