Эстәлеккә күсергә

Оло Бәлешкүл

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
(Бәлешкүл битенән йүнәлтелде)
Оло Бәлешкүл
Дәүләт  Рәсәй[1]
Административ-территориаль берәмек Силәбе өлкәһе
Карта

Оло Бәлешкүл - рус. Белишкуль,а также Балешкуль, Билешкуль, Беляшкуль, Билишкуль, Беляш-куль, Биляшкуль - Рәсәй Федерацияһы Силәбе өлкәһенең Арғаяш районынындағы күл, гидрологик тәбиғәт ҡомартҡыһы (1985).

Күлдең атамаһы ябай ғына кеүек: башҡорт телендәге бәлеш һәм күл һүҙҙәренән барлыҡҡа килгән, тип яҙалар Силәбе өлкәһе сығанаҡтарында[2].

Әммә был һүҙҙең бер төрлө генә мәғәнәлә ҡулланылмауы бер нисә фараз булыуына юл ҡуя.

"Башҡорт теленең һүҙлеге"ндә ошондай аңлатма бирелә:

  • Бәлеш - Таба йә ҡалайға йәйелгән ҡамыр эсенә ни ҙә булһа һалып, ҡамыр менән өҫтө ҡаплап бешерелгән ашамлыҡ.
  • Бәлеш - күсм. - Бешмәгән, булдыҡһыҙ
  • Бәлеш - Ҡапыл аптырағанда әйтелә торған һүҙ [3]

Урыҫ телле сығанаҡтарҙың ҡайһы берҙәрендә "белиш - мясо" тип аңлатҡандар ҙа, күл балыҡлы (итле) булғанға шулай атағандар тигән фараз яҙғандар[4]

Силәбе өлкәһе географы һәм топонимисы Шувалов Николай Иванович иһә үҙенең «От Парижа до Берлина по карте Челябинской области: Топонимический словарь» тигән һүҙлегендә былай тип яҙа: "Белишкуль, озеро - от древнего башкирского мужского имени Бялеш, кул — «озеро»"[5][6] Йәғни, күл атамаһы "Бәлеш +күл" һүҙҙәренән яһалған тип фаразлай. Бәлки борон башҡорттарҙа ундай исем дә булғандыр һәм ул урыҫ теле аша һаҡланып ҡалғандыр.

Оло Бәлешкүл Силәбе өлкәһенең Арғаяш районынында, Өйәлге күленән, танылған "Өйәлге" шифаханаһынан, З км төньяҡ-көнбайыштараҡ, Сайма ҡасабаһынан 2,5 км төньяҡ-көнсығыштараҡ урынлашҡан.

Ҡылымыҡтар системаһы аша был һыу ятҡылығы төньяҡ-көнсығыштан Верблюжье (Дөйәгүл) менән, көнбайыштан — Кесе Бәлешкүл (Доронькино), ә көньяҡтан — Аҡсакүл (рус. Акчакуль, Ачкакуль)) һәм Өйәлге (рус. Увильды) менән тоташҡан. Ҡаҙып эшләнгән канал аша Бәлешкүл көньяҡ-көнсығыштан Задагүл (рус. Зибикуль) һәм Һабанай (рус. Сабанай) тоташҡан [7][8]

Был яһалма ҡылымыҡтар һайығайып, үлән баҫып килә. Улар заводсы Демидов ваҡытында ағас ағыҙыу өсөн файҙаланылған. Күмер яндыра торған мейестәренең нигеҙҙәре лә һаҡланған һәм күлгә тарихи ҡиммәт тә өҫтәй [9].

Силәбе- Оло Бәлешкүл араһы — 78 км, Екатеринбургҡа — 160 км, Арғаяшҡа – 25 км.[10]

Географик координаттары: 55°33'47"N 60°34'14"E

  • Уртаса тәрәнлеге: 2,4 м.
  • Максималь тәрәнлеге: 3,7 м
  • Максималь оҙонлоғо һәм киңлеге (км): 0,8*1,4 км
  • Һыуының үтә күренеүсәнлеге, сафлығы: һәр урынынан төбө үтә күренеп тора.
  • Ағып сыға:төньяҡ-көнсығышында бер шишмә.
  • Майҙаны: 1,04км2

Оло Бәлешкүл һыуы бик таҙа һәм үтәҙек, шуға күрә бөтә 3 метр тәрәнлегендә лә төбө күренеп тора.

Ярҙары бормалы, урыны менән ташлы.

Күл төбөндә минераль инештәр сығып ята, шуға күрә ул һыу сифатына бальнеологик ҡиммәт өҫтәй. Күл 1985 йылда тәбиғәт ҡомартҡыһы статусын ала.

Күленең уникаль ләме төрлө быуын ауырыуҙарын дауалау өсөн ҡулланыла [7][8]

Флораһы һәм фаунаһы

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Күлдең яр ситтәрендә ҡатнаш урмандар үҫә. Ҡамыш, күрән ҡаплап алған.

Ҡултыҡтарында, яр буйҙарында аҡ һәм һары томбойоҡтар сәскә ата. Йүкәле утрауында (рус. Липовый остров) һирәк осрай торған һәм күп төр үҫемлектәр үҫә. Утрау был йәһәттән дендрарий тип әйтерлек. Шуға ла уны ботаник тәбиғәт ҡомартҡыһы тип иғлан иткәндәр. Утрау үҫемлектәр донъяһы киң япраҡлы урмандар өсөн хас. Тупрағы һутлы, уңдырышлы.

Бында ҡарағай, йүкә, ҡайын, ерек, шыма ҡарама ҡуйы урмандар хасил итә. Уларҙың бейеклеге 20-25 метрға етә. Аралаш муйыл, гөлйемеш, айыу баланы, ҡара емешле мүшмел, ҡурай еләге, ҡарағат, бүре емеше, һирәкләп миләш һәм балан осрай. Ярҙарында төрлө талдар, ҡара ерек үҫә.

Үлән төрҙәренән абаға, ҡарға күҙе, һөтлөгән, сөйәл үләне, еләктәрҙән - яңғыҙаяҡ,ҡыҙыл бөрлөгән, көртмәлеләр һәм башҡалар күп. Һаҙ еләктәренең, мүктәрҙең төрҙәре бер нисә.

Күлдә карп тереклек итә. Бигерәк тә табан балыҡ күп үрсей[7][8].

  1. GEOnet Names Server — 2018.
  2. http://www.xn--74-6kca2cwbo.xn--p1ai/nature/lakes_rivers/bolshoy_belishkul_ozero// 2019 йыл 28 май архивланған. Озеро Большой Белишкуль
  3. Башҡорт теленең һүҙлеге. - Мәскәү, 1993. - 1-се том, 200-сө бит
  4. http://www.xn--74-6kca2cwbo.xn--p1ai/nature/lakes/bolshoy_belishkul_ozero// Озеро Большой Белишкуль
  5. Шувалов Н. И. Аксакуль // От Парижа до Берлина по карте Челябинской области: Топонимический словарь. — 2-е изд., переработанное и дополненное. — Челябинск: Южно-Уральское книжное издательство, 1989. — 160 с. — ISBN ISBN 5-7688-0157-7
  6. От Парижа до Берлина по карте Челябинской области
  7. 7,0 7,1 7,2 Озеро Бәлешкүл 2019 йыл 11 май архивланған.
  8. 8,0 8,1 8,2 [1]
  9. Биляшкуль Большой
  10. Озеро Белишкуль 2019 йыл 15 ғинуар архивланған.