Ҡытай Халыҡ Республикаһы — версиялар араһындағы айырма

Перейти к навигации Перейти к поиску
өҫтәмә мәғлүмәт
(өҫтәмә мәғлүмәт, аныҡлаштырыу)
(өҫтәмә мәғлүмәт)
== Тарихы ==
[[Файл:Zhongguo.gif|мини|250px|справа|Чжунго ''«Урталыҡтағы дәүләт»'' — Ҡытайҙың үҙатамаһы]]
 
Ҡытай тарихы яҙма сығанаҡтарҙың төрлөлөгө менән үҙенсәлекле. Улар археологик мәғлүмәттәр менән берлектә сәйәси һәм социаль хәл-ваҡиғаларҙы бик боронғо замандарҙан алып тергеҙеү мөмкинлеген бирә. Изгеләр тип танылған дини-фәлсәфәуи һәм тарихи йөкмәткеле текстар — бигерәк тә [[Конфуций]] тәғлимәттәре яҙылғандары — үҙ сиратында ҡытай мәҙәниәтенең (цивилизацияһының) һәм ҡытай халҡын донъяға ҡарашының артабан үҫеүенә йоғонто яһаған.
 
Һәр кешенең ерҙәге тормошта бәхеткә, байлыҡ һәм муллыҡҡа өлгәшеүгә йүнәлтелгән юғары социаль-сәйәси әүҙемлеге Ҡытай мәҙәниәтенә Конфуций осоронан уҡ хас була. Һәр кемдең яҙмышы хоҙайҙың алдан билдәләүенә түгел, ә уның үҙ тырышлығына бәйле.
 
Ҡытай мәҙәниәте — донъялағы иң боронғоларҙың береһе. Ғалимдәр билдәләүенсә, уның йәше биш мең йылға тиң, ә булған яҙма сығанаҡтар бары 3500 йылдан кәм булмаған осорҙо яҡтырта. Бер-береһен алмаштырған династиялар тарафынан тағы камилләштерелгән административ идара системаһының бик борондан килеүе ҡытай дәүләте өсөн һис шикһеҙ өҫтөнлөк тыуҙырған. Шуға ла уның иҡтисады артта ҡалған күршеләре-күсмә ҡәбиләләр һәм таулы халыҡтар менән сағыштырғанда ныҡ үҫкән ауыл хужалығына нигеҙләнә. Беҙҙең эраға тиклем I быуатта конфуцианлыҡты дәүләт идеологияһы итеү һәм б.э.т. II быуатта берҙәм яҙма системаһы индереү ҡытай мәҙәниәтен тағы ла нығыта.
[[Файл:The Great Wall of China at Jinshanling.jpg|thumb|[[Бөйөк Ҡытай диуары]]]]
 
Сәйәси күҙлектән Ҡытай бер нисә мең йыллыҡтар барышында цикл рәүешендә ҡабатланған сәйәси берҙәмлек һәм тарҡалыу осорҙары аша үтә. Ул ғына ла түгел, ҡайһы бер осраҡта өлөшләтә йә тулыһынса сит ил дәүләте составына инә (миҫал өсөн Юань һәм [[Цин империяһы|Цин империялары]]). Ҡытай биләмәләре ситтән һөжүмдәргә даими дусар булһа ла, баҫҡынсыларҙың күбеһе иртәме-һуңмы барыбер "ҡытайлашып", ҡытай этносы эсендә юғала, ә улар дәүләттәрепнең ерҙәре ғәҙәттә Ҡытайға ҡушыла. Бөгөнгө Ҡытай дәүләте һәм йәмғиәте — быуаттар дауамында тирә яҡтағы күп һанлы Азия халыҡтарының миллионлаған вәкилдәренең күсенеп йөрөүе һәм хань ассимиляцияһына бирелеүе, мәҙәни һәм сәйәси үҙ-ара үтеп инеү һәм бер-береһенә йоғонто яһау һөҙөмтәһе. Бында шулай уҡ традицион ҡытай тарихнамәһенең башҡа халыҡтар (монголдар, манжурҙар) тарихын һанға һуҡмайынса, уларҙың үҙаллы дәүләттәрен Ҡытайҙың өлөшө итеп ҡарап, барыһын да Ҡытай хроникаль-династия тарихына индереүен иҫтә тоторға кәрәк.
 
[[Файл:Raising an army.jpg|thumb|[[Цин династияһы]] ғәскәрҙәренең баш күтәреүселәр менән бәрелеше ''[[Мяо]]'']]
[[Файл:Regaining the Provincial Capital of Ruizhou.jpg|thumb|Тайпиндәр ихтилалы]]
[[Файл:Japanese Beheading 1894.jpg|thumb|1894—1895 йылғы япон-ҡытай һуғышы]]
 
 
== Дәүләт ҡоролошо ==
83 938

үҙгәртеү

Навигация