Эстәлеккә күсергә

Хлор

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
(Cl битенән йүнәлтелде)
17 КөкөртХлорАргон
Элементтарҙың периодик системаһыВодородГелийЛитийБериллийБорУглеродАзотКислородФторНеонНатрийМагнийАлюминийКремнийФосфорКөкөртХлорАргонКалийКальцийСкандийТитанВанадийХромМарганецТимерКобальтНикельБаҡырЦинкГаллийГерманийМышьякСеленБромКриптонРубидийСтронцийИттрийЦирконийНиобийМолибденТехнецийРутенийРодийПалладийКөмөшКадмийИндийОловоСурьмаТеллурИодКсенонЦезийБарийЛантанЦерийПразеодимНеодимПрометийСамарийЕвропийГадолинийТербийДиспрозийГольмийЭрбийТулийИттербийЛютецийГафнийТанталВольфрамРенийОсмийИридийПлатинаАлтынТере көмөшТаллийСвинецВисмутПолонийАстатРадонФранцийРадийАктинийТорийПротактинийУранНептунийПлутонийАмерицийКюрийБерклийКалифорнийЭйнштейнийФермийМенделевийНобелийЛоуренсийРезерфордийДубнийСиборгийБорийХассийМейтнерийДармштадтийРентгенийКоперницийНихонийФлеровийМосковийЛиверморийТеннесинОганесон
Элементтарҙың периодик системаһы
17Cl
Ябай матдәнең тышҡы күренеше

Шыйыҡ хлор
Атом үҙенсәлектәре
Исеме, символы, номеры

Хлор / Chlorum (Cl), 17

Атом массаһы
(моляр массаһы)

35,4527 а. м. б. (г/моль)

Электрон конфигурация

[Ne] 3s2 3p5

Атом радиусы

100 пм

Химик үҙенсәлектәре
Ковалент радиус

99 пм

Ион радиусы

(+7e)27 (-1e)181 пм

Электроотиҫкәрелек

3,16 (Полинг шкалаһы)

Электрод потенциалы

0

Окисланыу дәрәжәһе

7, 6, 5, 4, 3, 1, −1

Ионлашыу энергияһы
(первый электрон)

1254,9(13,01) кДж/моль (эВ)

Ябай матдәнең термодинамик үҙенсәлектәре
Тығыҙлыҡ (н. ш.)

3,214 г/л;
( −35 °C шыйыҡ хәлдә) 1,557;
( −105 °C ҡаты хәлдә) 1,9 г/см³

Иреү температураһы

172,2 K

Ҡайнау температураһы

238,6 K

Иреү йылылығы

6,41 кДж/моль

Парға әйләнеү йылылығы

20,41 кДж/моль

Моляр йылы һыйышлығы

21,838[1] Дж/(K·моль)

Моляр күләм

18,7 см³/моль

Ябай матдәнең кристалл рәшәткәһе
Рәшәткә структураһы

орторомбик

Рәшәткә параметры

a=6,29 b=4,50 c=8,21 Å

Башҡа характеристикалар
Йылы үткәреүсәнлек

(300 K) 0,009 Вт/(м·К)

17
Хлор
35,452
3s23p5

Хлор (от грек. χλωρός — «йәшел») — химик элементтарҙың периодик системаһында 7-се төркөмдөң төп төркөмсәһе өсөнсө периодындағы химик элемент.

Атом массаһы 17[2]. Cl (лат. Chlorum) символы менән билдәләнә. Химик актив неметалл. Галогендар төркөмөнә инә (беренсе тапҡыр «галоген» һүҙен немец химигы Швейгер хлор өсөн ҡуллана («галоген» тоҙ барлыҡҡа килтереүсе тигәнде аңлата, һүңыраҡ был һүҙ хлор кергән VII төркөм элементтары өсөн ҡулланыла[3]).

Ябай матдә хлор (CAS-теркәү номеры: 7782-50-5) нормаль шарттарҙа һауанан ауырыраҡ йәшел-һары төҫтәге әсе еҫле ағыулы газ. Хлор молекулаһы ике атомлы (формулаһы Cl2).

Хлорҙы асыу тарихы

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

1772 йылда Джозеф Пристли хлор менән водород ҡушылмаһы хлороводород ала. 1774 йылда швед химигы Шееле Карл Вильгельм, үҙенең ғилми хеҙмәтендә, пиролюзит менән тоҙ кислотаһы тәҫир итешкәндә хлор бүленеп сығыуы тураһында яҙа:

4HCl + MnO2 = Cl2 + MnCl2 + 2H2O

Шееле хлорҙың еҫе батша араҡыһына оҡшаш булыуын билдәләй, алтын һәм киноварь менән тәҫир ителешеүен һәм ағартыу үҙәнсәлеген билдәләй. Тик Шееле ул заманда өҫтөнлөк иткән флогистон тәғлимәтенә ярашлы хлор флогистоны алынған тоҙ килотаһы тип билдәләй.

Бертолле һәм Лавуазье кислород теорияһына ярашлы яңы матденең оксиды тип билдәләй. Әммә хлорҙы тарҡатыу уңышһыҙ була. Дэви электролиз ярҙамында аш тоҙон тарҡатып хлорҙын айырым элемент булыуын иҫбатлай.

Тәбиғәттә таралыуы

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Хлор тәбиғәттә ҡушылмаларҙа ғына осрай. Ер ҡабығында ул масса буйынса 1,7 * 10−2%, вулкан тоҡомдарында — гранитта 2,4 *10−2%. Ион хәлендә хлор донъя океанында ла бар (1,93 %). Сотавында хлор булған 97 минерал булыуы билдәле.

  1. Редкол.:Зефиров Н. С. (гл. ред.). Химическая энциклопедия: в 5 т. — Москва: Большая Российская энциклопедия, 1999. — Т. 5. — С. 280.
  2. Таблица Менделеева на сайте ИЮПАК
  3. Петрянов-Соколов И. В. (отв. ред.), Станцо В. В., Черненко М. Б. (составители). Популярная библиотека химических элементов. Книга первая. Водород — палладий. — 3 изд. — Москва: Издательство «Наука», 1983. — С. 238-247. — 575 с.