Эстәлеккә күсергә

Шиғыйҙар

Был мәҡәлә яҡшы мәҡәләләр исемлегенә инә
Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
(Шиғисылыҡ битенән йүнәлтелде)
Иман шарттары

Тәүхид
Фәрештәләр
Китаптар
Пәйғәмбәрҙәр
Яуап көнө
Тәҡдир

Исламдың биш нигеҙе

Шәһәҙәт
Намаҙ
Ураҙа
Зәкәт
Хаж

Шәхестәр

Мөхәммәт
Ислам пәйғәмбәрҙәре
Сәхәбәләр
Хәлифәләр

Шиғыйҙар (ғәр. شيعة‎; [шӣ‘а] — эйәреүселәр, фирҡә, фракция) — Исламдағы ошо исем аҫтында йөрөтөлгән йүнәлеш вәкилдәре. Уларҙың берҙәмлек нигеҙе — Али ибн Әбү Талибты һәм уның тоҡомдарын ғына Мөхәммәт Пәйғәмбәрҙең берҙән-бер ҡануни вариҫтары тип һанауҙа[1]. Былар башлыса 12 имамсылар (иснәәшариҙәр), күпселеге Иранда, Әзербайжанда, Бахрейнда, Ираҡта һәм Ливанда йәшәй[2].

Йүнәлеш тураһында ҡыҫҡаса

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Барлыҡ мосолмандар кеүек үк шиғыйҙар Мөхәммәт (Пәйғәмбәр) - Аллаһтың Рәсүле икәненә инана. Шиғыйҙар өммәткә һайланып ҡуйыла торған хәлифәләр түгел, ә Аллаһ тарафынан тәғәйенләнгән имамдар идара итергә тейеш тип һанай. Бындай имамдар иҫәбенә улар Али ибн Әбү Талип һәм Мөхәммәт Пәйғәмбәрҙең ҡыҙы Фатиманан киткән тоҡомдарҙы индерә. Шиғыйҙар тәүге 3 хәлифә — хәҙрәти Әбү Бәкер, Ғүмәр һәм Усман — идара иткән хәлифәткә тәнҡит менән ҡарай. Хәҙрәти Әбү Бәкр әҙ һанлы арҡалаштары тарафынан һайланған, ул үҙе урынына хәҙрәти Ғүмәрҙе ҡалдырған, ә уныһы хәҙрәти Усманды һайлаттырған тип ризаһыҙлыҡ белдерәләр. Шиғыйҙарҙың фекеренсә Имамды өммәт үҙе һайларға тейеш.

500pxмосолман донъяһында шиғыйлыҡ таралған төбәктәр
Һары: сөнни райондар, ҡыҙыл: шығый райондар, зәңгәр: ибадиттар

Төрлө мәғлүмәттәр буйынса, шиғыйҙар мосолмандарҙың дөйөм һанының 10—20 % тәшкил итә[3][4][5][6]. Бөгөн шиғыйҙар мосолман илдәрендә генә түгел, Европала һәм Америкала ла йәшәй. Иран, Әзербайжан, Ираҡ һәм Баһрейнда улар күпселекте тәшкил итә[7]. Төрлө билдәләүҙәр буйынса Ливан халҡының 27%-тан[8] 35 %-ҡа тиклеме[9]; Кувейт халҡының 30 %-ҡа тиклеме шиғыйҙар[10].

Афғанстанда шиғыйҙар дөйөм халыҡтан 15—19 % тәшкил итә[11][10]. Улар иҫәбендә хазарейҙар (төп өлөшө шиғый-имамиҙар, исмәғилиҙәрҙең айырым өлөшө бар), бер өлөшө чараймактар (исмәғилилек яҡлылар)[12] һәм фарсивандар.

Сәғүд Ғәрәбстанында халыҡтың 15 % — шиғый, күпселеге Әл-Ҡатиф, Даммам һәм Әл-Хаса ҡалаларында йәшәй[13].

Төньяҡ Һиндостанда һәм Пакистанда балтиҙар, шулай уҡ пуштун ырыуҙары — шиғыйҙар: Тури (пуштун ҡәбиләһе), Бангашитар, Оракзайҙар. Шиғыйлыҡтың исмәғили йүнәлешендә Тажикстандың Таулы Бадахшан өлкәһе — памир халыҡтары (Язгулямдарҙы иҫәпкә алмайынса).

Рәсәйҙә шиғыйҙар күп түгел — Дағстанда таттар, ләзгиндәр һәм Рәсәйҙә йәшәүсе әзериҙәр[14].

Шиғыйҙарҙың бүленеше

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Шиғыйҙарҙың күп өлөшө — имамиҙар, улар үҙ сиратында 12 имамсылар (иснәәшариттәр) һәи исмәғилиҙәргә тармаҡланған. Әш-Шәһрәстани имамиҙарҙы ошондай секталарға бүлә: бәкириҙәр, навусиҙар, әфтәхиҙәр, шумәйриҙәр, исмәғили-вакифиҙар, мусавиҙар һәм иснәәшәриттәр), шул уҡ ваҡытта (әл-Әшәри тәҡфирселәре Ән-Нәүбахти, әл-Хәсән ибн Муса) 3 төп секта күрә: ҡатиҙар (артабан улар иснәәшәрит булып китә), шүккәриҙәр һәм вакифиҙар[15].

Шиғыйҙар ғәҙәттә ике ҙур төркөмгә бүленә: урталыҡҡа өҫтөнлөк биреүселәр (шиғый-имамсылар, зәйдиҙәр) һәм киҫкен инаныслылар (исмәғилиҙәр, әләүиҙәр һ. б.[16]. Шул уҡ ваҡытта XX быуаттың 70-се йылдарынан был тармаҡтар яҡынлаша баралар.

Шиғый-имамиҙар (иснәәшәриҙәр)

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Шиғый-имамиҙар йәки иснәәшәриҙәр башлыса Иранда, Әзербайжанда, Баһрейнда, Ираҡта һәм Ливанда йәшәй, улар башҡа илдәрҙә лә осрай. Хәҙрәти Али тоҡомонан 12 имамды таныйҙар.

1501 йылда сефеви шәйехе Исмәғил I үҙен Персияның шаһы тип иғлан иткәс, имамилыҡты дәүләт дине тип танырға бойора[17]. Сефевиҙәр ҡыҙылбаштар тип аталған төрки ҡәбиләләргә таяна (әзерб. ҡыҙылбаштар, сөнки улар 12 имам рухына бағышлап, 12 ҡыҙыл һыҙатлы салма кейеп йөрөй)[18].

  1. Али ибн Әбү Талип (вафаты — 661) — Мөхәммәт Пәйғәмбәрҙең ике туған ҡустыһы, уның ҡыҙы Фатима раҙыйаллаһу ғәнһәнең ире, сәхәбә, дүртенсе һәм һуңғы хаҡ хәлиф.
  2. Хәсән ибн Али (вафаты — 669) — хәҙрәти Али һәм Фатима (р.ғ.)улы
  3. Хөсәйен ибн Али (вафаты — 680) — хәҙрәти Али һәм Фатиманың (р.ғ.) кесе улы, хәлиф Йәзид I ғәскәренә ҡаршы һуғышта шәһит булып ҡала.
  4. Зәйн-әл-Әбидин (вафаты — 713)
  5. Мөхәммәт әл-Бәкир (вафаты — 733)
  6. Жәфәр әс-Садиҡ (вафаты — 765) — Жәфәри мәҙһәбенә нигеҙ һалыусыларҙың береһе.
  7. Муса әл-Ҡәзим (вафаты — 799)
  8. Али әр-Риҙа (йәки Имам Реза), (вафаты — 818)
  9. Мҡәхәммәт әт-Таҡый (вафаты — 835)
  10. Али ән-Нәҡи (вафаты — 865)
  11. әл-Хәсән әл-Асҡари (вафаты — 873)
  12. Мөхәммәт әл-Мәхди (Мәхди) — һуңғы, 12-се Имам. Исламда Мәхди 5 йәшенән йәшерен хәлгә күскән имам тип һанала. Шиғыйҙар инанысы буйынса ул әле лә ошо йәшерен хәлендә.

1910 йылда Бохарала шиғыйҙар менән сөнниҙәр араһында ҡаты бәрелештәр була. Бохара әмирлеге ҡушбәге Астанаҡол, ҡалала Ғәшүрә байрамы үткәрергә рөхсәт итә. Элек фарсылар был байрамды үҙҙәре йәшәгән биҫтәлә генә үткәргән була. Бохараның үҙәк урамдарына сығып йола үтәгән шиғыйҙарҙы сөнниҙәр мыҫҡыллай башлай. Бола сыға һәм бер бохаралы үлтерелә. Шундағы урыҫ батшаһы ғәскәре ярҙамында боланы баҫтыралар, мәгәр 500-ләп кеше һәләк була[19].

1943 йылда Ливан мосолмандары һәм нәсраниҙары телдән генә Милли пакт ҡабул итәләр, шул рәүешле күп динле дәүләт ҡанунлаша. Пактҡа ярашлы, дәүләттең төп 3 юғары вазифаһынан береһе — парламент рәйеслеге — шиғыйҙарға, нәсрани-маронит һәм сөнниҙәргә -ярашлы рәүештә — президент һәм хөкүмәт башлығы вазифаһы бирелә[20]. 1949 йылда Ливандың Прогрессив-социалистик фирҡәһе төҙөлә, уның күпселеген друздар тәшкил итә.

XX быуаттың икенсе яртыһында Ислам донъяһында яңы сәйәси үҙгәрештәр алға сыға. 1970-се йылдарҙа Сүриә хакимлығына әҙселекте тәшкил иткән әләүиҙәр (алавиты) ултыра. 1979 йылда Иранда шаһ бәреп төшөрөлә һәм Ислам республикаһы иғлан ителә.Яңы конституцияһында « Ирандың рәсми дине итеп 12 имамды таныусы жәфәри мәҙһәб индерелә…» тип яҙыла (ст. 12)[21]. Был шиғый мәҙһәб АҠШ-ҡа ла, СССР-ға ла мөнәсәбәтле булмай, шулай уҡ төбәктәге донъяуи һәм сөнни режимдар менән дә ҡатышмай. Иран революцияһы XX быуаттың бик әһәмиәтле ваҡиғаһы булып, бар донъяға йоғонто яһай.

Иран ихтилалы Баһрейн шиғыйҙарын да дәртләндереп ебәрә. Улар хатта илдә Ислам республикаһы булдырыу идеяларын да алға һөрә башлайҙар, Баһрейнды Иранға ҡушыу фекерҙәре лә яңғырай. 1981 йылдың 14 декабрендә шиғыйҙарҙың дәүләт түңкәрелеше эшләргә маташыуы хәбәр ителә, байтаҡ шиғыйҙар төрмәгә эләгә[22].

Күрше Ираҡта ла фетнә күтәрергә маташыу булып ала. 1968 йылда Ираҡта «әд-Дәғүә әл-исламийя» («Исламский призыв») йәшерен сәйәси хәрәкәте барлыҡҡа килә, 1970-се йылдарҙа баас режимына ҡаршы ҡораллы көрәш башлана. Иран ихтилалы юлбашсыһы аятолла Хомейни ираҡ шиғыйҙарын асыҡтан-асыҡ хакимиәткә ҡаршы сығырға өндәй. Хакимиәт уларҙың хәрәкәтен аяуһыҙ баҫтыра, аятолла Мөхәммәт Бакир әс-Садр һәм һеңлеһе Әминә әс-Садр үлем язаһына хөкөм ителә. 1991 йылда Ираҡ Фарсы ҡултығындағы һуғышта еңелгәс, көньяҡта шиғыйҙар фетнә күтәрә, әммә армия уларҙы тар-мар итә.

Ливан шиғый милицияһы Әмәл 1982 йылда Израилгә ҡаршы көрәштә ҡатнаша. Граждандар һуғышы ваҡытында йәнә бер хәрби ҡоролош — «Хезболла» барлыҡҡа килә, улар Ливанда Иранға оҡшаш Ислам республикаһы төҙөү ниәтен белдерә.

19791989 йылғы Афған һуғышында Иран афған шиғыйҙарына ярҙам итә. 1987 йылдың 20—21 сентябрендә Ҡабулда хазариҙарҙың Бөтөн Афған йыйыны үтә.Унда жәфәри мәҙһәбкә юл асыу тураһында ҡарар ҡабул ителә. Ҡабул университетында шиғыйҙар әҙерләүсе бүлек асыла, мәҙрәсәләр барлыҡҡа килә[23]. Афғанстанда шиғыйҙарҙың хәле Талибандар килгәс хөртәйә. 1995 йылда талибандар афған шиғыйҙары юлбашсыһы Абдулла Али Мазарины вертолёттан ташлап үлтерә. 1999 йылдан ғәшүрә менән бәйле шәхсей-вәхсей йолаһын үткәреү тыйыла[24].

2002 йылда Йеменда зәйдиҙәр ҡорал тотоп хакимиәткә ҡаршы баш күтәрә. Хөкүмәт уларҙы үҙ хакимлығын иғлан итергә маташыуҙа ғәйепләй, шиғыйҙар иһә ҡыҫырыҡлауҙарға ҡаршы сығыуын ғына белдерә[25].

Шиғыйлыҡ һәм сөннилек араһында уртаҡ тел табыу ниәте менән 2011 йылдың майында Джакартала Һиндонезия хөкүмәте ярҙамында Сөнни-шиғый ғөләмәләр шураһы төҙөләт[26].

Жәфәри мәҙһәб — Ислам фикһының имами шиғыйҙар тотҡан инанысы. Нигеҙ һалыусыһы имам Жәфәр әс-Садиҡ, уны шиғыйҙар ун ике хаҡ имамдың алтынсыһы тип ололоҡлай.

XVIII быуатта жәфәриҙәргә сөнниҙәр менән бер рәттән Ҡәғбәтуллала намаҙ уҡырға урын тәғәйенләнә[27].

Шиғыйҙар сөнниҙәр кеүек үк байрам итә:[28]

).

Шиғыйҙарҙың үҙ байрамы[28]:

  • Имам Али мәүлиде(13 рәжәб)
  • Имам Хөсәйен мәүлиде(3 шәғбан)
  • Имам Реза мәүлиде (11 зөлҡәғиҙә)
  • Имам Мәхди мәүлиде(15 шәғбан)
  • Гадир Һумм байрамы.

Улар Пәйғәмбәрҙең һәм шиғый имамдарҙың вафатына бәйле көндәргә лә ныҡ иғтибар бирәләр[28].

Мәккә һәм Мәҙинә. Шул уҡ ваҡытта Кербеләләге имам Хөсәйен һәм әл-Аббас мәсеттәре, Ән-Нәждәфтәге имам Али мәсете ололоҡлана. Изгеләштерелгән урындарҙан — Ән-Нәждәфтәге Вади-үс-Сәләәм зыяраты, Мәҙинәлә Йәннәт әл-Бакый зыяраты, Мәшһдтә (Иран) имам Реза төрбәһе, Ҡәҙимиәлә Ҡәҙимиә мәсете, Самаррала Әл-Асҡари мәсете (Ираҡ) һ.б.

Шиғыйҙарҙың изге урындарына һөжүмдәр

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
1925 йылда емертелгән әл-Баҡый төрбәһе. Бында 4 имам ерләнгән — Хәсән, Сажәд, Мөхәммәт әл-Баҡир һәм Жәфәр әс-Садиҡ.

Шиғыйҙарҙың изгеләштерлегән урындары йыш ҡына һөжүмгә дусар булып торған. Аббаси хәлиф әл-Мөтәвәккил 850/851 йылда имам Хөсәйен ҡәбере янындағы ҡаралтыларҙы емерергә, һәм уны зыярат ҡылмаҫҡа Мәгәр хәлиф үлеү менән төрбә яңыртыла[29]. X быуатта һигеҙенсе имам Резы төрбәһе һәм янындағы мәсет емертелә, әммә 1009 йылда солтан Мәхмүт Ғәзнәүи уны тергеҙә[30]. Ираҡта 1991 йылғы фетнәлә имам Хөсәйен ҡәберлеге зыян күрә. Фетнәне баҫтырыусы Хөсәйен Камел (Саддам Хөсәйендең кейәүе) имам Хөсәйен ҡәберлеге янында танкыға баҫып, ҡысҡыра: «Һин дә Хөсәйен, мин дә. Ҡарайыҡ, кем көслөрәк!» Шунан ҡәберлеккә ут астыра. Шуныһы иғтибарға лайыҡ — шул уҡ йылы мейеһендә шеш табылғас, ул Кербәләгә килеп, рухынан ғәфү үтенә[31]. 2006 йылдың февралендә Самарралағы әл-Асҡари мәсетендә шартлау була, алтын көмбәҙ емерелеп төшә[32].

  1. Ислам. Энциклопедический словарь. М.: «Наука», Главная редакция восточной литературы, 1991. — 315 с. — ISBN 5-02-016941-2 — с.298.
  2. Шииты 2012 йыл 14 февраль архивланған. // Исламская энциклопедия. — Islamist.Ru
  3. Shīʿite. Encyclopædia Britannica Online (2010). Дата обращения: 25 август 2010. Архивировано 28 май 2012 года.
  4. Mapping the Global Muslim Population: A Report on the Size and Distribution of the World's Muslim Population. Pew Research Center (7 октябрь 2009). Дата обращения: 25 август 2010. Архивировано 28 май 2012 года.
  5. Mapping the Global Muslim Population: A Report on the Size and Distribution of the World's Muslim Population. — Pew Research Center, 2009. 2013 йыл 25 июль архивланған.
  6. Religions. CIA. The World Factbook (2010). Дата обращения: 25 август 2010. 2018 йыл 20 декабрь архивланған.
  7. Quick guide: Sunnis and Shias  (инг.), BBC (6 December 2011).
  8. International Religious Freedom Report 2010: Lebanon  (инг.), U.S Department of state (November 17, 2010).

  9. Major Attacks in Lebanon, Israel and the Gaza Strip  (инг.), The New York Times.
  10. 10,0 10,1 FIELD LISTING:: RELIGIONSA. Central Intelligence Agency (CIA). The World Factbook on Afghanistan. 2010 йыл 28 май архивланған.

  11. Country Profile: Afghanistan, August 2008  (инг.), Library of Congress – Federal Research Division.

  12. А.В. Логинов. Национальный вопрос в Афганистане // Расы и народы. Вып. 20.. — М.: Наука, 1990. — С. 172.
  13. Anees al-Qudaihi. Saudi Arabia's Shia press for rights  (инг.), BBC (24 March 2009).
  14. Religion. Administrative Department of the President of the Republic of Azerbaijan — Presidential Library. Архивировано 22 август 2011 года. Религия. Управление делами Президента Азербайджанской Республики — Президентская библиотека
  15. Имамиты  (рус.), Исламский энциклопедический словарь. 2012 йыл 1 март архивланған.
  16. Идейные течения и расхождения в исламе
  17. John Malcolm Wagstaff. The evolution of middle eastern landscapes: an outline to A.D. 1840. — Taylor & Francis, 1985. — Т. 50. — С. 205. — ISBN 0856648124, 9780856648120.

  18. Н.В. Пигулевская, А.Ю. Якубовский, И.П. Петрушевский, Л.В. Строева, А.М. Беленицкий. История Ирана с древнейших времён до конца XVIII века. — Л.: Изд-во Ленинградского университета, 1958. — С. 252.
  19. История народов Узбекистана. — Ташкент: Изд-во АН УзССР, 1947. — Т. 2. — С. 413-414.
  20. Новейшая история арабских стран Азии 1917-1985. — М.: Наука, 1988. — С. 112.
  21. Конституции государств Азии: в 3 т. — Институт законодательства и сравнительного правоведения при Правительстве РФ: Норма, 2010. — Т. 1: Западная Азия. — С. 243. — ISBN 978-5-91768-124-5, 978-5-91768-125-2.
  22. История Востока. — М.: «Восточная литература» РАН, 2008. — Т. 6: Восток в новейший период (1945—2000 гг.). — С. 282-283. — ISBN 978-5-02-036371-7, 5-02-018102-1.
  23. А.В. Логинов. Национальный вопрос в Афганистане // Расы и народы. Вып. 20.. — М.: Наука, 1990. — С. 186.
  24. Р.Р. Сикоев. Талибы: религиозно-политический портрет. — 2-е изд.. — М.: Институт востоковедения РАН, Издательство «Крафт+», 2004. — С. 195.
  25. Deadly blast strikes Yemen mosque  (рус.), BBC (2 May 2008).
  26. RI Sunni-Shia Council established | The Jakarta Post
  27. Ислам: Энциклопедический словарь. — М.: Наука, 1991. — С. 61. — ISBN 5-02-016941-2.
  28. 28,0 28,1 28,2 Е.А. Дорошенко. Шиитское духовенство в современном Иране. — М.: Наука, 1985. — С. 69.
  29. KARBALA. Encyclopædia Iranica. Архивировано 14 октябрь 2012 года.
  30. И.П. Петрушевский. Ислам в Иране в VII—XV веках (курс лекций). — Изд-во Ленинградского университета, 1966. — С. 254.
  31. PAUL LEWIS. Karbala Journal; Who Hit the Mosques? Not Us, Baghdad Says  (инг.), The New York Times (August 13, 1994).
  32. МАКСИМ Ъ-ЗАГОРЕЦКИЙ. Смерть под куполом  (рус.), Газета "Коммерсантъ" (27.02.2006).
  • Cornell, Vincent J. (2007). Voices of Islam. Westport, Conn.: Praeger Publishers. ISBN 978-0-275-98732-9.
  • Encyclopædia Britannica Online. Encyclopædia Britannica, Inc.
  • Encyclopædia Iranica. Center for Iranian Studies, Columbia University. ISBN 1-56859-050-4.
  • Martin, Richard C. Encyclopaedia of Islam and the Muslim world; vol.1. MacMillan. ISBN 0-02-865604-0.
  • Corbin, Henry (1993) [1964)]. History of Islamic Philosophy, Translated by Liadain Sherrard, Philip Sherrard. London; Kegan Paul International in association with Islamic Publications for The Institute of Ismaili Studies. ISBN 0-7103-0416-1.
  • Dakake, Maria Massi (2008). The Charismatic Community: Shi’ite Identity in Early Islam. Suny Press. ISBN 0-7914-7033-4.
  • Holt, P. M.; Lewis, Bernard (1977a). Cambridge History of Islam, Vol. 1. Cambridge University Press. ISBN 0-521-29136-4.
  • Lapidus, Ira (2002). A History of Islamic Societies (2nd ed.). Cambridge University Press. ISBN 978-0-521-77933-3.
  • Momen, Moojan (1985). An Introduction to Shi’i Islam: The History and Doctrines of Twelve. Yale University Press. ISBN 0-300-03531-4.
  • Sachedina, Abdulaziz Abdulhussein (1988). The Just Ruler (al-sultān Al-ʻādil) in Shīʻite Islam: The Comprehensive Authority of the Jurist in Imamite Jurisprudence. Oxford University Press US. ISBN 0-19-511915-0.
  • Sobhani, Ja’afar; Shah-Kazemi, Reza (2001). Doctrines of Shiʻi Islam : a Compendium of Imami Beliefs and Practices ([Online-Ausg.] ed.). London: I.B. Tauris [u.a.] ISBN 9781860647802.
  • Tabatabaei, Sayyid Mohammad Hosayn; Seyyed Hossein Nasr (translator) (1979). Shi’ite Islam. Suny press. ISBN 0-87395-272-3.
  • Ṭabataba’i, Allamah Sayyid Muḥammad Husayn (1977). Shiʻite Islam. Albany: State University of New York Press. ISBN 978-0-87395-390-0.
  • Peter J. Chelkowski (ed.), Eternal Performance: Taziyah and Other Shiite Rituals (Salt lake City (UT), Seagull Books, 2010) (Seagull Books — Enactments).
  • Corbin, Henry (1993). History of Islamic Philosophy, translated by Liadain Sherrard and Philip Sherrard. Kegan Paul International in association with Islamic Publications for The Institute of Ismaili Studies. ISBN 0-7103-0416-1.
  • Dabashi, Hamid (2011). Shi’ism: A Religion of Protest. Harvard University Press. ISBN 978-0674-06428-7. External link in |title= (help)
  • Halm, Heinz (2004). Shi’ism. Edinburgh University Press. ISBN 0-7486-1888-0.
  • Halm, Heinz (2007). The Shi’ites: A Short History. Markus Wiener Pub. ISBN 1-55876-437-2.
  • Lalani, Arzina R. (2000). Early Shi’i Thought: The Teachings of Imam Muhammad Al-Baqir. I.B.Tauris. ISBN 1-86064-434-1.
  • Momen, Moojan (1985). An Introduction to Shi’i Islam: The History and Doctrines of Twelver Shi’ism. Yale University Press. ISBN 0-300-03499-7.
  • Shirazi, Sultanu’l-Wa’izin. Peshawar Nights, A Transcript of a Dialogue between Shia and Sunni scholars. Ansariyan Publications. ISBN 978-964-438-320-5.
  • Nasr, Seyyed Hossein; Hamid Dabashi (1989). Expectation of the Millennium: Shiʻism in History. SUNY Press. ISBN 0-88706-843-X.
  • Rogerson, Barnaby (2007). The Heirs of Muhammad: Islam’s First Century and the Origins of the Sunni Shia split. Overlook Press. ISBN 1-58567-896-1.
  • Wollaston, Arthur N. (2005). The Sunnis and Shias. Kessinger Publishing. ISBN 1-4254-7916-2.
  • Moosa, Matti (1988). Extremist Shiites: The Ghulat Sects. Syracuse University Press. ISBN 0-8156-2411-5.