Дыуан (Дыуан районы)
Ауыл | |
Дуван башҡ. Дыуан | |
Ил | |
---|---|
Федерация субъекты | |
Муниципаль район | |
Ауыл биләмәһе | |
Координаталар | |
Халҡы | |
Сәғәт бүлкәте | |
Почта индексы |
452534 |
Һанлы танытмалар | |
Автомобиль коды |
02, 102 |
ОКАТО коды | |
ОКТМО коды | |
ГКГН номеры | |
Дыуан (рус. Дуван) — Башҡортостандың Дыуан районындағы ауыл. 2010 йылдың 14 октябренә ҡарата халыҡ һаны 3669 кеше[2]. Почта индексы — 452534, ОКАТО коды — 80223807001.
Географик урыны
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Дыуан ауылы Шәрип күленә ҡойоусы Ҡорйылға (Суханка) йылғаһы буйында, район үҙәге Мәсәғүт ауылынан төньяҡ-көнбайышҡа табан 30 километр һәм Һилейә (Силәбе өлкәһе) тимер юл станцияһынан төньяҡ-көнбайышҡа табан 105 километр алыҫлыҡта урынлашҡан[3].
Тарихы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Дыуан районында урыҫ ауылдары күп, ҡырҡҡа яҡын ауыл. Пермь губернаһы Көңгөр өйәҙенән күсеп килгән дәүләт крәҫтиәндәре 1788 йылда төҙөлгән керҙәшлек килешеүе буйынса Троицк өйәҙе Дыуан улусы башҡорттарының аҫаба ерҙәрендә Дыуан ауылына нигеҙ һалған. Атамаһы башҡорттарҙың Дыуан ырыуы исеменән, этнонимдан, алынған. Шулай уҡ Петропавловка, Степь атамалары менән дә теркәлгән. Көңгөр урыҫтары килерҙән алда, был ерҙәрҙе ҡуртымға алып, Боғоросландан килгән мордва крәҫтиәндәре йәшәгән була. Килешелгән мөҙҙәт үткәәнлектән, улар элекке урындарына ҡайтҡан.
Күсеп килеүселәр ағымы артабан да туҡтамаған: 1801 йылда, 1806 йылда, 1809—1810 йылдарҙа иҡтисад (80 ир-ат), дәүләт (21 ир-ат), яһаҡлы, заводтарға беркетелгән (638 ир-ат), шулай уҡ партикуляр тип йөрөтөлгән (йәғни шәхси, 233 ир-ат) крәҫтиәндәр Дыуанға килгән дә килгән.
1811 йылда Дыуанда 289 йорт һәм 994 ирүат йән иҫәпләнгән. Ауыл яңы күсеп килеүселәрҙе һыйҙыра алмай башлаған. Шуға күрә бүлендек ауылдар барлыҡҡа килгән. Изге апостолдар Пётр менән Павел сиркәүе исеменән ауыл Петропавловка тип тә, Степь тип тә аталған. Төп ауылдан бүленеп сыҡҡан Чертан һәм башҡа ауылдар Кошелевка йылғаһы буйлап урынлашҡан[4].
Дыуан ауылының XIX быуатта артабанғы үҫеше
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]1859 йылда Дыуандағы 846 йортта 1295 ир-ат, 1865 йылда 518 йортта — 3586 кеше йәшәгән. Игенселек, малсылыҡ, умартасылыҡ, итек етештереү менән шөғөлләнгәндәр. Улус идралығы Дыуанда урынлашҡан, 1821 йылда төҙөлгән сиркәү, училище, 3 һыу тирмәне, 20 сауҙа кибете булған. Йәрминкәләр үткәрелгән.
1866 йылдан Дыуан — Дыуан улусы үҙәге. 1870 йылда 518 йортта — 1642 ир-ат һәм 1944 ҡатын-ҡыҙ, 1895 йылда 789 йортта — 2396 ир-ат һәм 2614 ҡатын-ҡыҙ йәшәгән.
1898 йылда, ер 108 йыл элек һөрөлгән, тип яҙылған. Баҫыусылыҡ системаһыҙ булған. Баҫыуҙарҙы тиреҫләү ҡулланылған. Көңгөр һабаны киң таралыу алған. Ауылға 100-гә яҡын һуҡҡыс һәм 200-гә яҡын елгәргес тура килгән. Баҡсалары булған. Ауылдан ике саҡрым алыҫлыҡта урман урынлашҡан, уны 1445 рәүиз йәненә бүлеп ҡулланғандар. Ауылда 4 тирмән, 24 тимерлек, 2 һабын ҡайнатыу оҫтаханаһы, 7 тире иләү, 9 май һығыу, 2 керәндил эшләү, 4 көршәк яһау оҫтаханаһы булған. Ауылда йылына 3 тапҡыр йәрминкәләр һәм йәкшәмбе көндәрендә баҙарҙар үткәрелгән[5].
Ауылдың XX быуаттағы һәм хәҙерге үҫеше
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]1906 йылда Дыуан ауылында улус идаралығы, сиркәү, 2 башланғыс земство мәктәбе, һөнәри һәм 2 класлы ҡыҙҙар училищеһы, йәкшәмбе мәктәп, фельдшер пункты, 2 ел һәм 4 һыу тирмәне, 33 тимрлек, тире-күн, 6 май һығыу, 40 көршәк оҫтаханаһы, шарап, һыра һәм 18 бакалея кибете, 2 запас иген һаҡлау мөгәзәйе булған. Йрминкәләр үткәрелгән. Урман кәсепселеге урын алған.
1920 йылда, Ивушкино ауылы менән бергә, 910 йортта — 2353 ир-ат һәм 3212 ҡатын-ҡыҙ булған. Ҡатын-ҡыҙҙар һаны ир-ат һанына ҡарата күберәк булған. Башҡорттарҙа тарихи көрсөк йылдарында ғына бындай күренеш күҙәтелгән[6] [7].
1930—1963 йылдарҙа Дыуан — Дыуан районының административ үҙәге[8].
Әлеге ваҡытта Дыуан ауылында иген ҡабул итеү һәм тоҡомсолоҡ предприятиелары, заготконтора, Дыуан күп профилле (аграр) техникумы, Дыуан урта мәктәбе, төп мәктәп, 3 балалар баҡсаһы, участка дауаханаһы, Мәҙәниәт һарайы, клуб, 2 китапхана, метеорология станцияһы, ипподром, сиркәү бар[9].
Халыҡ һаны
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Дыуан ауылында урыҫтар, башҡорттар, татарҙар йәшәй (2002).
Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)
Иҫәп алыу йылы һәм көнө | Бөтә халыҡ | Ир-егеттәр | Ҡатын-ҡыҙҙар | Ир-егеттәр өлөшө (%) | Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%) |
1897 йыл 9 февраль (26 ғинуар) | |||||
1920 йыл 26 август | 5565 | ||||
1926 йыл 17 декабрь | |||||
1939 йыл 17 ғинуар | 5190 | ||||
1959 йыл 15 ғинуар | 5134 | ||||
1970 йыл 15 ғинуар | |||||
1979 йыл 17 ғинуар | |||||
1989 йыл 12 ғинуар | 3745 | ||||
2002 йыл 9 октябрь | 3703 | ||||
2010 йыл 14 октябрь | 3669 | 1897 | 1772 | 51,7 | 48,3 |
Халыҡ һаны буйынса аңлатма төрлө йылдарҙа иҫәп алыу тәртибенең айырмалығы булыу сәбәпле халыҡ һанының үҙенсәлегенә иғтибар итегеҙ.
- 1939 йыл — бар булған халыҡ һаны.
- 1989, 2002, 2010 йылдарҙа — даими йәшәгән урыны булып иҫәпләнгән халыҡ һаны
Ауылдағы халыҡ һаны буйынса мәғлүмәтте халыҡ иҫәбе буйынса алыу урынлы. Бөтә ил күләмендә үткән 1897, 1920, 1939, 1959, 1970, 1979, 1989, 2002, 2010 йылғы халыҡ иҫәбе буйынса мәғлүмәттәр бар һәм асыҡ ҡулланыуҙа табырға була. Ҡайһы бер китаптарҙы электрон төрҙә асып ҡарап була. 1926 йылғы халыҡ иҫәбе буйынса һәр ауыл тураһында мәғлүмәт осрағаны юҡ әле. Унан башҡа Өфө виләйәтендә 1865, 1879, 1886 йылдарҙа урындағы халыҡ иҫәбе алынған. Тағы ла ревиз яҙмалары аша мәғлүмәт бар.
- 1859 һәм 1865 йыл — Населенные пункты Башкортостана. Ч.I. Уфимская губерния, 1877. — Уфа:Китап, 2002. — 432 с. ISBN 5-295-03188-8 (ч. I). ISBN 5-295-03133-0.
- Өфө виләйәте ауылдарында халыҡ һаны буйынса мәғлүмәт 1859 һәм 1865 йылдарға ҡарата бар.
- 1866 йыл — Список населенных мест. Ч. II. Оренбургская губерния, 1866. — Уфа: Китап, 2006. — 260 с. ISBN 5-295-03815-7 (ч. II). ISBN 5-295-03133-0.
- Ырымбур виләйәте ауылдарында халыҡ һаны буйынса мәғлүмәт 1866 йылға ҡарата бар.
- 1897 йыл — Перепись населения. т.45 кн.01 Уфимская губерния. Н.А.Тройницкий (ред.)(С.-Петербург, 1901)
- Был китапта Өфө виләйәте ауылдары буйынса мәғлүмәт бар. 500 кешенән күберек булған ауылдар исемлеге.
- 1920 йыл — Населенные пункты Башкортостана. Ч.III. Башреспублика, 1926. — Уфа. Китап, 2002. — 400 с. ISBN 5-295-03091-1 (ч. III). ISBN 5-295-03133-0.
- Был китап 1926 йылға ҡарата төҙөлгән, әммә халыҡ иҫәбе 1920 йылға ҡарата бирелгән.
- 1939 йыл — БАССР. Административно-территориальное деление на 1 июня 1940 года – Уфа:Государственное издательство, 1941. – 387 с.
- Был китапта 1939 йылғы иҫәп алыу буйынса һәр ауыл буйынса мәғлүмәт бар.
- 1989 һәм 2002 йылдар — Башҡортостан Республикаһы ауылдарында 1989 һәм 2002 йылғы халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны.
- 2010 йыл — Численность и размещение населения Республики Башкортостан по данным Всероссийской переписи населения 2010 года. Статистический сборник. (рус.)
- Население Башкортостана: XIX-XXI века: статистический сборник / Территориальный орган Федеральной службы государственной статистики по Республики Башкортостан. — Уфа:Китап, 2008. — 448 с.: ил. ISBN 978-5-295-04439-7
- 1897 йылғы халыҡ иҫәбенән башлап ҡалалар, ҡала төрөндәге ҡасабалар, райондар, район үҙәктәре буйынса халыҡ һаны бар.
Билдәле кешеләре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Сычёв Алексей Алексеевич (фамилияһы варианты — Сычов; май 1861 йыл — 1917 йылдан һуң) — крәҫтиән, уҡытыусы, өйәҙ земство идаралығы рәйесе, Өфө губернаһынан IV саҡырылыш Дәүләт Думаһы депутаты (1912—1917).
- Грибков Михаил Петрович (2.09.1909—14.01.1964), СССР-ҙың партия һәм дәүләт эшмәкәре. 1939—1940 йылдарҙағы совет-фин һәм Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. 1960—1963 йылдарҙа Латвия Коммунистар партияһы Үҙәк Комитетының икенсе секретары, КПСС-тың Үҙәк ревизия комиссияһы ағзаһы (1961—1964).
- Михляев Степан Андреевич (10 декабрь 1919 йыл — 28 март 2001 йыл) — Бөйөк Ватан һуғышы яугире, артиллерия дивизионы командиры, майор. Мәғариф эшмәкәре. 1951—1983 йылдарҙа Дыуан районының Дыуан урта мәктәбе директоры. Советтар Союзы Геройы (1944). РСФСР мәктәбенең атҡаҙанған уҡытыусыһы (1957).
- Кучеров Евгений Васильевич (10 май 1924 йыл — 12 июль 2005 йыл) — ғалим-ботаник. Башҡортостан Республикаһы Фәндәр Академияһының мөхбир ағзаһы (1991), биология фәндәре докторы (1974), профессор (1980). Рәсәй Федерацияһының (1991) һәм Башҡорт АССР‑ының (1974) атҡаҙанған фән эшмәкәре. «Почёт Билдәһе» ордены кавалеры (1974).
- Секерин Александр Иванович (7.11.1925—25.01.1999), ғалим-тарихсы. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. 1976—1994 йылдарҙа Силәбе дәүләт университеты уҡытыусыһы, шул иҫәптән 1976 йылдан ижтимағи фәндәр кафедраһы, 1978—1979 йылдарҙа КПСС тарихы кафедраһы мөдире, 1982—1989 йылдарҙа фәнни коммунизм кафедраһы мөдире вазифаһын башҡарыусы. Тарих фәндәре докторы (1970), профессор (1971). Октябрь Революцияһы (1971), 1-се дәрәжә Ватан һуғышы (1985) ордендары кавалеры[10].
- Ваганов Геннадий Викторович (25 ноябрь 1936 йыл) — СССР саңғысыһы, Олимпия уйындары һәм донъя чемпионаты призёры. СССР-ҙың халыҡ-ара класлы (1965) һәм атҡаҙанған спорт мастеры (1960), спорттың саңғы төрҙәре буйынса Рәсәйҙең атҡаҙанған тренеры (1993). Башҡортостан Республикаһының күренекле спортсыһы (1994).
- Осипов Виктор Иванович (15 апрель 1937 йыл) — СССР һәм Рәсәй ғалимы, тупраҡты өйрәнеүсе, инженер-геолог, СССР дәүләт премияһы лауреаты (1988), Рәсәй фәндәр академияһының мөхбир ағзаһы (1991), геология-минералогия фәндәре докторы (1977), Мәскәү дәүләт университеты геология факультетының инженер геологияһы һәм геологик мөхитте һаҡлау кафедраһы профессоры.
- Дышаленкова Римма Андрияновна (11.01.1942—9.07.2019), яҙыусы, шағир, журналист һәм публицист. Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (2005), Д. Н. Мамин-Сибиряк исемендәге премия лауреаты, «Магнитогорск ҡалаһы алдындағы ҡаҙаныштары өсөн» почёт билдәһе эйәһе.
- Секерин Алексей Борисович (5.10.1955—1.05.2008), ғалим-математик. 1978 йылдан СССР Фәндәр академияһы Башҡортостан филиалының Математика институты ғилми хеҙмәткәре, 1986 йылдан өлкән ғилми хеҙмәткәр, 1994 йылдан — төп ғилми хеҙмәткәр; 1995 йылдан Өфөләге Бөтә Рәсәй ситтән тороп уҡыу финанс-иҡтисад институты уҡытыусыһы; 1997 йылдан Орёл университетының алгебра һәм иҡтисади математик ысулдар кафедраһы мөдире. Физика-математика фәндәре докторы (1994), профессор (1999)[11].
Урамдары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Йылға аръяғы урамы (рус. Заречная (улица)
- Комсомол урамы (рус. Комсомольская (улица)
- Ленин урам (рус. Ленина (улица)
- Матросов урамы (рус. Матросова (улица)
- Йәштәр урамы (рус. Молодёжная (улица)
- Октябрь урам (рус. Октябрьская (улица)
- Пролетар урамы (рус. Пролетарская (улица)
- Рудаков урамы (рус. Рудакова (улица)
- Сафонов урам (рус. Сафонова (улица)
- Совхоз урамы (рус. Совхозная (улица)
- Урал урамы (рус. Уральская (улица)
- 7 Ноябрь урам (рус. 7 Ноября (улица)
- Комаров урамы (рус. Комарова (улица)
- Урман урамы (рус. Лесная (улица)
- Беренсе Май урам (рус. Первомайская (улица)
- Профсоюз урамы (рус. Профсоюзная (улица)
- С. А. Михляев урамы (рус. С. А. Михляева (улица)
- Совет урам (рус. Советская (улица)
- Социалистик урамы (рус. Социалистическая (улица)
- Февраль урамы (рус. Февральская (улица)
- 8 Март урамы (рус. 8 Марта (улица)[12]
Тирә-яҡ мөхит
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Ер-һыу атамалары
Тауҙар:
Йылғалар:
- Ҡорйылға (Суханка), Йүрүҙән ҡушылдығы Кошелевка
Күл:
- Шәрип күле
Шишмәләр:
Ялан-бесәнлектәр:
Таусыҡтар, түбәләр: Ҡарағайлы күл өйкөмө (урочище Сосновое озеро)
Мәҙәни мираҫ объекттары: XX быуат башында кирбестән төҙөлгән элекке Крестовоздвиженский сиркәүе бинаһы һәм XX быуат башында төҙөлгән ағас йорттар комплексы
Тәбиғәт һәйкәле: Ҡарағайлы күл (Сосновая) һаҙлығы, карст сығышлы, көнсығыш ярында күрәнле-мүкле һәм йәшел мүкле (гипновый)[13].
Шулай уҡ ҡарағыҙ
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Административно-территориальное устройство Республики Башкортостан: Справочник. — Уфа: ГУП РБ Издательство «Белая Река», 2007. — 416 с.— ISBN 978-5-87691-038-7. (рус.)
- Асфандияров А. З. История сёл и деревень Башкортостана и сопредельных территорий — Уфа: Китап, 2009. — 744 б. — ISBN 978-5-295-04683-4.
- Асфандияров А. З. История сел и деревень Башкортостана. Кн. 9. Уфа: Китап, 2001. — 106—108 с. — ISBN 5—295—02843—7 (рус.)
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Дыуан (Дыуан районы) // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.
- Асфандияров А. З. История сёл и деревень Башкортостана и сопредельных территорий. — Өфө: Китап, 2009. — ISBN 978-5-295-04683-4. 500-501 б.
- Дыуан (Дыуан районы) // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9. Дыуан кантоны
- Дуван, село // Брокгауз һәм Ефрондың энциклопедик һүҙлеге: 86 томда (82 т. һәм 4 өҫтәмә том). — СПб., 1890—1907. (рус.)
- Дуван на портале «Генеалогия и Архивы» (рус.) (Тикшерелеү көнө: 6 ноябрь 2020)
- Памятники природы Дуванского района.
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Всероссийская перепись населения 2010 года. Численность населения по населённым пунктам Республики Башкортостан . Дата обращения: 20 август 2014. Архивировано 20 август 2014 года.
- ↑ Численность и размещение населения Республики Башкортостан по данным Всероссийской переписи населения 2010 года. Статистический сборник. (рус.)
- ↑ Дыуан (Дыуан районы) // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.
- ↑ Асфандияров А. З. История сёл и деревень Башкортостана и сопредельных территорий. — Өфө: Китап, 2009. — ISBN 978-5-295-04683-4.
- ↑ Асфандияров А. З. История сёл и деревень Башкортостана и сопредельных территорий. — Өфө: Китап, 2009. — ISBN 978-5-295-04683-4.
- ↑ Асфандияров А. З. История сёл и деревень Башкортостана и сопредельных территорий. — Өфө: Китап, 2009. — ISBN 978-5-295-04683-4.
- ↑ ЦГИА РБ. Ф. 2. Оп. 1. Д. 1755. Ф. 138. Оп. 2. Д. 121. Речь идет о покупке земли. Давлетбаев Б. С. Большая Ока. С. 52. См. эту монографию и по другим деревням. ЦГИА РБ. Ф. 138. Оп. 2. Д. 121.
- ↑ Асфандияров А. З. История сёл и деревень Башкортостана и сопредельных территорий. — Өфө: Китап, 2009. — ISBN 978-5-295-04683-4.
- ↑ Дыуан (Дыуан районы) // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.
- ↑ Башҡортостан энциклопедияһы — Секерин Александр Иванович(недоступная ссылка) (Тикшерелеү көнө: 6 ноябрь 2020)
- ↑ Башҡортостан энциклопедияһы — Секерин Алексей Борисович(недоступная ссылка)
- ↑ Карта д. Дуван. Улицы
- ↑ Памятники природы Дуванского района
Портал «Башҡортостан ауылдары» | |
Башҡортостан Республикаһы Законы (№ 22-з, 16 июль, 2008 йыл.) Викикитапханала | |
Проект «Башҡортостан ауылдары» |