Хәлил (Әбйәлил районы)
Ауыл | |
Хәлил | |
Ил | |
---|---|
Федерация субъекты | |
Муниципаль район | |
Координаталар | |
Сәғәт бүлкәте | |
Телефон коды | 34772 |
Һанлы танытмалар | |
Автомобиль коды |
02, 102 |
ОКАТО коды | |
ОКТМО коды | |
ГКГН номеры | |
Хәлил (рус. Халилово) — Башҡортостандың Әбйәлил районындағы ауыл. 2010 йылдың 14 октябренә ҡарата халыҡ һаны 1117 кеше[1]. Почта индексы — 453631, ОКАТО коды — 80201840001.
Географик урыны
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Тарихы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- XIII—XIV быуаттарҙа Ағиҙел һәм Ыҡ йылғалары араһына төрки сығышлы ҡыпсаҡтар урынлаша. Еҙем йылғаһы буйында гәрәй-ҡыпсаҡтарҙың ҙур төркөмө (һуңынан улар тауҙарға ҡыҫырыҡланған) урынлашҡан була. Уларҙан тау үҙәндәрен биләгән ҡарағай ырыуы айырылған. Ағиҙелдең көньяҡ бөгөлөнән алып Һаҡмарҙың түбәнге ағымына тиклем биләмәлә ҡалған ҡара-, сәнкем, һун һәм бошман-ҡыпсаҡ ырыуҙары төпләнә. Артабанғы ике быуатта улар Нөгөш буйлап төньяҡҡа һәм көнсығышҡа табан Оло Ыҡтың һул ҡушылдыҡтарының урманлы райондарына табан баралар. Бөрйән һәм түңгәүерҙәр менән бер үк ваҡытта ҡарағай-ҡыпсаҡтар Урал аръяғына юллана.
Был улусҡа 7 ауыл ҡараған. Дарыулы йылғаһы буйында Хәлил ауылы боронғо ерле ҡарағай-ҡыпсаҡ ауылдарының береһе булған. Ауылға нигеҙ һалыусы һәм уның балаларының килеп сығышы шарттары беҙгә билдәле түгел. XVIII быуат аҙағында был ауыл мәхәлләләнең башҡа ауылдары менән сағыштырғанда ҙур тораҡ пункты тип һаналған. V ревизия мәғлүмәттәре буйынса, уның халҡы башҡорттарҙан һәм татарҙарҙан торған. 40 йортта 194 башҡорт, 20 йортта 120 татар була. 1859 йылда 72 хужалыҡта 522 аҫаба йәшәй. 1920 йылда 204 йортта 1091 кеше йәшәгән. Һуңғы X ревизияла һәм совет халыҡ иҫәбен алыуҙа татарҙарҙы халыҡ араһында айырып ҡаралмаған. Күрәһең, уларҙы урындағы халыҡ ассимиляциялағандыр, сөнки татарҙарға аҫаба ерҙәргә эйә булыу хоҡуғы бирелгән һәм халыҡтың аҙсылығын тәшкил иткән.
XVIII быуат аҙағында ауылда 6 утар була (Тимгән, Килмәкәй, Баталтимер һ.б.).
Бөтә халыҡ малсылыҡ менән шөғөлләнгән. 1842 йылда 62 ихатаның 62-һе лә ылау менән йәйләүгә сыҡҡан. Уларҙың 300 аты, 150 һыйыры, 200 һарығы һәм 80 кәзәһе булған. Умартасылыҡ, балыҡ тотоу, һунар итеү, документта әйтелгәнсә, халыҡтың шөғөлөн тулыландыра. Уларҙың бер өлөшө игенселек менән шөғөлләнгән: бөтәһенә 16 бот ужым һәм 416 бот яҙғы иген сәселгән. Мөхәмәткәрим Хәсәнов йылына 125 бот сәскән.
Хәлилдәр бөтә ил яҙмышын уртаҡлашҡан. Ниғмәтулла Ташбулатов 1805—1807 йылдарҙа Рәсәйҙең союздаштары менән Францияға ҡаршы кампанияһында ҡатнаша. Алтынсура Этбаҡмасов, Толомбай Юлъяҡшин, Илбай Биксурин, Ибраһим Исламғолов 14-се башҡорт полкы составында Парижға барып еткән, көмөш миҙалдар менән бүләкләнгән[2].
- Хәлил ҡәберлеге
Борон-борон заманда ер-һыу өсөн ырыуҙар араһында йыш ҡына ыҙғыш сыҡҡан, күп осраҡта улар ҡан-ҡойош менән тамамлана. Бындай хәл бөрйәндәр менән ҡыпсаҡтар араһында йыш ҡабатланған. Билдәле, ундай ыҙғыштар халыҡҡа яфа ғына булған. Кешеләр ни ҡылырға белмәйенсә, аптырап бөткән. Шул саҡ Хәлил исемле ҡарт ошо үҙ-ара ҡан ҡойошто туҡтатыу сараһын тапҡан. Ул, Бөрйән менән Ҡарағай-Ҡыпсаҡ ырыуҙарының араһына килеп ултырып, үҙ исеме бирелгән ауылды нигеҙләгән. Һүҙе үтемле һәм абруйлы булған был оло кешене ике яҡ та борсорға ҡыймаған. Шулай итеп, ике ырыу араһында һиллек урынлашҡан. Хәлил ҡарт үҙе вафат булғас та шул тыныслыҡ булһын өсөн васыятын әйткән. Шуның буйынса уны зыяратҡа ҡуймайҙар, ә ике ырыу ерҙәренең сигенә күмәләр. Һәм Хәлил ҡарт мәрхүмдең ҡәбере сикте тотоп ята. Уның тыныслығын, васыятын боҙоусылар табылмай.
Борондан ҡәҙерләп һаҡланған был ҡәберлек әле лә бар. Ул Хәлил менән Күсей араһындағы Һунар тауының төньяҡ битләүендә, ошо ырыуҙарының элекке сиге һыҙатында урынлашҡан[3].
Халыҡ һаны
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Халыҡ иҫәбе | ||
---|---|---|
2002[4] | 2009[4] | 2010[5] |
1070 | ↗1202 | ↘1117 |
Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)
Иҫәп алыу йылы һәм көнө | Бөтә халыҡ | Ир-егеттәр | Ҡатын-ҡыҙҙар | Ир-егеттәр өлөшө (%) | Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%) |
1897 йыл 9 февраль (26 ғинуар) | |||||
1920 йыл 26 август | |||||
1926 йыл 17 декабрь | |||||
1939 йыл 17 ғинуар | |||||
1959 йыл 15 ғинуар | |||||
1970 йыл 15 ғинуар | |||||
1979 йыл 17 ғинуар | |||||
1989 йыл 12 ғинуар | |||||
2002 йыл 9 октябрь | |||||
2010 йыл 14 октябрь | 1117 | 568 | 549 | 50,9 | 49,1 |
Халыҡ һаны буйынса аңлатма төрлө йылдарҙа иҫәп алыу тәртибенең айырмалығы булыу сәбәпле халыҡ һанының үҙенсәлегенә иғтибар итегеҙ.
- 1939 йыл — бар булған халыҡ һаны.
- 1989, 2002, 2010 йылдарҙа — даими йәшәгән урыны булып иҫәпләнгән халыҡ һаны
Ауылдағы халыҡ һаны буйынса мәғлүмәтте халыҡ иҫәбе буйынса алыу урынлы. Бөтә ил күләмендә үткән 1897, 1920, 1939, 1959, 1970, 1979, 1989, 2002, 2010 йылғы халыҡ иҫәбе буйынса мәғлүмәттәр бар һәм асыҡ ҡулланыуҙа табырға була. Ҡайһы бер китаптарҙы электрон төрҙә асып ҡарап була. 1926 йылғы халыҡ иҫәбе буйынса һәр ауыл тураһында мәғлүмәт осрағаны юҡ әле. Унан башҡа Өфө виләйәтендә 1865, 1879, 1886 йылдарҙа урындағы халыҡ иҫәбе алынған. Тағы ла ревиз яҙмалары аша мәғлүмәт бар.
- 1859 һәм 1865 йыл — Населенные пункты Башкортостана. Ч.I. Уфимская губерния, 1877. — Уфа:Китап, 2002. — 432 с. ISBN 5-295-03188-8 (ч. I). ISBN 5-295-03133-0.
- Өфө виләйәте ауылдарында халыҡ һаны буйынса мәғлүмәт 1859 һәм 1865 йылдарға ҡарата бар.
- 1866 йыл — Список населенных мест. Ч. II. Оренбургская губерния, 1866. — Уфа: Китап, 2006. — 260 с. ISBN 5-295-03815-7 (ч. II). ISBN 5-295-03133-0.
- Ырымбур виләйәте ауылдарында халыҡ һаны буйынса мәғлүмәт 1866 йылға ҡарата бар.
- 1897 йыл — Перепись населения. т.45 кн.01 Уфимская губерния. Н.А.Тройницкий (ред.)(С.-Петербург, 1901)
- Был китапта Өфө виләйәте ауылдары буйынса мәғлүмәт бар. 500 кешенән күберек булған ауылдар исемлеге.
- 1920 йыл — Населенные пункты Башкортостана. Ч.III. Башреспублика, 1926. — Уфа. Китап, 2002. — 400 с. ISBN 5-295-03091-1 (ч. III). ISBN 5-295-03133-0.
- Был китап 1926 йылға ҡарата төҙөлгән, әммә халыҡ иҫәбе 1920 йылға ҡарата бирелгән.
- 1939 йыл — БАССР. Административно-территориальное деление на 1 июня 1940 года – Уфа:Государственное издательство, 1941. – 387 с.
- Был китапта 1939 йылғы иҫәп алыу буйынса һәр ауыл буйынса мәғлүмәт бар.
- 1989 һәм 2002 йылдар — Башҡортостан Республикаһы ауылдарында 1989 һәм 2002 йылғы халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны.
- 2010 йыл — Численность и размещение населения Республики Башкортостан по данным Всероссийской переписи населения 2010 года. Статистический сборник. (рус.)
- Население Башкортостана: XIX-XXI века: статистический сборник / Территориальный орган Федеральной службы государственной статистики по Республики Башкортостан. — Уфа:Китап, 2008. — 448 с.: ил. ISBN 978-5-295-04439-7
- 1897 йылғы халыҡ иҫәбенән башлап ҡалалар, ҡала төрөндәге ҡасабалар, райондар, район үҙәктәре буйынса халыҡ һаны бар.
Урамдары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Ғиниәт Ушанов урамы (рус. Гинията Ушанова (улица)
- Йәштәр урамы (рус. Молодёжная (улица)
- Сыбаркүл урамы (рус. Чебаркуль (улица)
- Тирмән урамы (рус. Мельничная (улица)
- Совет урамы (рус. Советская (улица)
- Ғәйфулла Сарбаев урамы (рус. Гайфуллы Сарбаева (улица)
- Салауат Юлаев урамы (рус. Салавата Юлаева (улица)
- Шәриф Биҡҡол урамы (рус. Шакира Биккулова (улица)
- Паризан урамы (рус. Партизанская (улица)
- Дарыулы урамы (рус. Дарыулы (улица)
- Ленин урамы (рус. Ленина (улица)
- Шаҙығай урамы (рус. Шадыгай (улица)
- Ғәбдрәүеф Дәүләтов урамы (рус. Габдрауфа Давлетова (улица)
- Яңы урам (рус. Новая (улица)
- Тау урамы (рус. Горная (улица)[6]
Билдәле шәхестәр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Дәүләтов Әбдрәүеф Ғәни улы (27.03.1916—27.10.1943),Бөйөк Ватан һуғышында батырҙарса һәләк булған яугир-кавалерист, взвод командиры, гвардия лейтенанты. Советтар Союзы Геройы (1944).
- Әсәҙуллина Нәбирә Ғүмәр ҡыҙы — 10 бала әсәһе. «Герой әсә» исеме һәм ордены бирелгән (1970);
- Байгилдина Рәмзиә Сәләхйән ҡыҙы — 10 бала әсәһе. «Герой әсә» исеме һәм ордены бирелгән (1975).
- Амангилдина Римма Зәйнетдин ҡыҙы (1 апрель 1972 йыл) — йырсы, Башҡортостан Республикаһы халыҡ артискаһы (2012)
- Амангилдина Дамира Зәйнетдин ҡыҙы (30 август, 1975 йыл) — бейеүсе, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған артисы (2012).
- Бикҡолов Шакир Сәлим улы (15 ғинуар 1932 йыл — 18 май 1983 йыл) — шағир. 1968 йылдан СССР Яҙыусылар союзы ағзаһы.
- Сарбаев Ғәйфулла Фәхрислам улы (12 октябрь 1915 йыл — 22 февраль 1965 йыл) — театр актёры, режиссёр, ҡурайсы. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. РСФСР-ҙың атҡаҙанған артисы (1957).
Тирә-яҡ мөхите
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Айҙарҙы тауы Элек барымта менән ҡарымта тигән нәмә көслө булған. Был хәл айырыуса башҡорттар менән ҡаҙаҡтар араһында көслө булған. Улар бер- береһенең малын, хатта кешеләрен ҡыуып алып китер булған. Бер мәлдә ҡаҙаҡтар барымтаға килгән. Хәлил ауыл батыры Мөхәмәтғәле, үҙ кешеләрен йыйып, уларға ҡаршы сыҡҡан. Алыш ауылға яҡын тауҙа булған. Яҙылмаған закон буйынса тәүҙә ике яҡтың батырҙары көс һынашырға тейеш булған. Ҡаҙаҡтарҙыҙң башлығы Айҙар Мөхәмәтғәле батыр шундай алышҡа сыҡҡан. Был икәү әй һуғыша башлаған. Алыша торғас, Мөхәмәтғәле дошман батырының башын сабып өҙгән. Ҡаҙаҡтар быны күреп, ҡурҡып ҡасҡан. Ә башҡорттар Айҙарҙы алыш үткән тау башын ерләгән. Шунан алып был урын Айҙарҙы тауы тип йөрөтөлә башлаған. Бында уның ҡәберенең урыны бөгөн дә билдәле. Ул Хәлилдән алыҫ түгел көнсығыш урында. Ҡыш көнө был тау балаларҙың сана һәм саңғы шыуа торған урыны. Легенданың икенсе бер вариантына ҡарағанда, теге алыштан һуң бер аҙ ваҡыт үткәс, Айҙарҙың ҡатыны ҡаҙаҡтар менән килеп, төндә иренең мәйетен үҙ иленә алып ҡайта.
- Лазыр
Ҡыпсаҡ ере элек-электән ер аҫты байлыҡтары менән генә түгел, киң яландары менән дә күптәрҙең иғғтибарын үҙенә тартҡан. Магнит станцияһында, Темәс ауылында йорттары, Ырымбур яҡтарында меңәр дисәтинә сәсеүлеге булған алпауыт Лазарев бында ла өлөшһөҙ ҡалмай. Ул Ишбулды ауылынан алыҫ түгел, Ҡыҙыл аръяғында хәтһеҙ ер ала. Шунда таштан келәт эшләтә, йорт һалдыра, йылҡы өйөрө булдыра. Сиҙәм ерҙе һөрҙөрөп, тары һәм һоло сәстерә. Ҡыҙылды быуҙыртып, тирмән эшләтә. Помещик һәр йәй һайын ғаиләһе менән бында килеп ял итә торған булған. Бөйөк Октябрь революцияһынан һуң уға бында юл ябыла. Үҙенән елдәр иҫһә лә, урында исеме ҡала: революциянан һуң да байтаҡ эшләгән тирмәне һәм таш келәте урыны алпауыттың исемен йөрөтә. Хәҙер тирмән юҡ инде. Ә келәт урынлашҡан ерҙә Киров исемендәге колхоздың ырҙын табағы булды. Ул урынға коллективлаштырыу осороноң тарихы ла ныҡ бәйле. 1925—1926 йылдарҙа Советтар Союзы Геройы Әбдрәүеф Дәүләтовтың атаһы Әбделғәни, Нотоғулла Дәүләтов, Ниғмәт Төркмәнов һәм тағы биш кеше, ғаиләләре менән шунда күсеп барып, игенселек менән шөғөлләнә башлай. Артелгә «Яңауыл» тип исем ҡушалар. Әлбиттә, был ваҡиғаларға бик күп йылдар үткән. Ниндәй гөрләп торған колхоз-совхоздар бөтөрөлдө. Ә урындың исеме һаман шул «Лазыр» килеш ҡала килә. Алпауыт Һултан күле тирәләрендә приискылар асып, алтын сығарыуға ихлас тотона. Ошо тирәләге халыҡ уға ялланып эшләй. Уларҙың ҡул көсө менән башҡарылған хеҙмәте хужа кешегә ҙур файҙа бирә — ул байығандан-байый. Әммә кеше ғүмере мәңгелек түгел. Навалихин да вафат була. Уны Һултан күле приискаһы эргәһендә ерләйҙәр. Петербургтағы туғандары, дуҫтары һәм таныштары уның ҡәберенә ҡуйыр өсөн өс центнерҙан ашыу тартҡан ҙур тәре ҡойҙороп алып килә. Бының өсөн Ирәндектәге Күсем тауынан махсус эшләтелгән санала (йәй көнө булһа ла) ҙур күбәләй ташты алып төшәләр. Уны соҡотоп, шунда тәрене, ҡурғаш иретеп ҡойоп, нығыталар. Был мәлгә инде промышленниктың үлеүенө хәтһеҙ генә ваҡыт үткән була. Килгән кешеләр, тәрене уның ҡәберенә ҡуйҙыҡ тип ҡайтып китә. Күпмелер ваҡыт үткәс, байлыҡ өсөндөр инде, был ҡәберҙе талайҙар. Ҡаҙып ҡараһалар, алданғандарын беләләр: ҡәберҙә ниндәйҙер ҡатын-ҡыҙ күмелгән була. Тәре әллә яңылыш, әллә ошондай хәлдең булғанын белеп, икенсе урынға ҡуйылған була. Ул шулай 1937—1938 йылдарға тиклем тора. Ошо осорҙа бәһлеүән кәүҙәле, көслө Муллағәле Шаһимәрҙәнов тигән кеше шул тәрене нисектер ташынан ҡутарып ала һәм, Хәлилгә алып килеп, тимер-томорға тапшыра. Тик уны берәү ҙә алып китмәй. Шунда тиҫтә йыл самаһы ята. Һуғышҡа тиклем Хәлилдә тимерлек һәм бәләкәй кибет тотҡан Петров Василий тигән бер урыҫ йәшәй. Шуның улдары береһе — «Красная Башкирия» совхозында, икенсеһе Баҡыр Үҙәктә эшләй — һуғыштан йөрөп ҡайтҡас, Навалихиндың тәреһен ятҡан еренән алып, аталарының ҡәберенә алып барып ҡуя. Был тәре әле лә шунда тора. Уның бейеклеге яҡынса метрҙан ашыу, арҡырыһы (иң оҙоно) — 75 сантиметр. Ололарҙың әйтеүенә ҡарағанда, тәре элек бейегерәк торған. Ваҡыт үтә килгән. Ваҡыт үтә килә ергә һеңгән.
- Кулибай ташы
Әбйәлил районы Хәлил ауылынан, йә Баймаҡ районы Күсей ауылынан элекке Шаҙағай ауылы торған урынды үткәс, урынын Ирәндек тауҙары аша Билал, Күгиҙел, Һәмән ауылдарына барғанда, тауҙы төшкәс, юл буйындағы бер һарыҡташты Кулибай ташы тип йөрөтәләр. Үткән быуаттың 20-се йылдары уртаһында буласаҡ шағир Сәләх Кулибай каникул ваҡыттарында байҙарҙың малын көткән. Ул шул ваҡытта ташҡа соҡоп исемен яҙған булған. Яҙыуы әле лә юйылып бөтмәгән, уҡырға мөмкин.
- Һабил шахтаһы
XIX быуат аҙаҡтарында Күсей һәм Хәлил ауылдары араһында ятҡан бер тау морононда старателдәр артеле шахтаға төшөп, алтын ҡаҙа. Унда забойщиктар булып йәш һәм көслө ир-егеттәр — Рәсүлев Һабил менән Нәбиуллин Зиннәттәр эшләгән. Көндәрҙең береһендә иртән эшкә йыйынып йөрөгәндә Һабил үҙенең ҡатынына: — Мин бик насар төш күрҙем әле, шуға эшкә барырға күңел тартмай тора, бәлки һин хәйер биреп доға ҡылдырырһың,- тип хушлашып сығып китә. Эшкә тотоноуҙары була, шахта емерелеп икеһен дә баҫа. Һабилды ҡотҡара алмайҙар, ул ҡалын тау ҡатламдары аҫтында ҡала. Ә муйынына тиклем күмелгән Зиннәтте иптәштәре ҡаҙып сығарып ала. Ул шахтаға ҡабат төшөүсе булмай, уны ташлайҙар. Ошо хәлдән һуң ул урынды Һабил шахтаһы тип атайҙар. Йәкәү яланы Ирәндек тауҙарында алтын ятҡылыҡтары барлығы билдәле булғас, был яҡҡа күпләп урыҫтар килеп тула. Улар төрлө урындарҙа шурфтар ҡаҙып, алтынға байыраҡ урындарҙы эҙләй. Хәлил ауылынан 16-17 саҡрым көнбайышта, Ирәндек итәгендә, «Йәкәү яланы» атамалы урын бар. Унда «Ирәндек» совхозының Күсей бүлексәһе үҙенең һауын һыйырҙарын тотто. Йәкәү тарихы ла шул алтын эҙләүсе Яков исемле урыҫ менән бәйле. Ул XX быуат баштарында килеп, башҡорттарҙан ҡуртымға (арендаға) ер алып, бер нисә йыл алтын йыуҙыра. Соҡолоп, ҡаҙылған ер уңалһа ла, уба булып ята. Башҡорттар Яковты Йәкәү тип йөрөткән. Революция тауышы ишетелә башлағас, урыҫтар бынан китеп бөткән. Әммә «Йәкәү яланы» исеме халыҡ телендә хәҙер ҙә йәшәй.
- Мәмилә йылғаһы
Ошо исемде йөрөткән йылға Ирәндек тауының көнсығыш битләүенән баш алып көнсығышҡа ҡарай Күсей ауылы аша аға ла, Әбйәлил районында Ҡыҙыл йылғаһына ҡоя. Түбәнге ағымында ул Һыулыүҙәк тип исемләнә. Дөйөм оҙонлоғо 32 км, һыу йыйыу бассейны майҙаны 99 кв. км. Үҙ юлында 4 ҡыҫҡа ҡушылдыҡ ҡабул итә: Тынгүл, Иҫкеҙма, Магнитный һ.б. Тарихсы Әнүәр Әсфәндиәров йылға исеме Мәмилә Темәс ауылының билдәле шәхесе Мәмилә Каликашева исеме менән бәйләй. Сөнки башлыса малсылыҡ менән шөғөлләнгән был тирә халҡы Бетерә, Төпәрғоҫ, Сапсал, Мәмилә буйҙарында йәйләп, утарлап йәшәгән. Башҡорт телендә географик атамаларҙың бер төрө булған һыу объекттарын билдәләү өсөн генә күп һүҙҙәр ҡулланыла: иҙел, даръя, йылға, ҡаран, үҙән, үҙәк, айыр, арыҡ, айрылма, әрмет, ҡылы, сай, гөрөн, гөрләүек, ятыу, тоноҡ күл, күлмәк, күләүек, кисеү, сығыш, ҡотоҡ, ҡойо, ҡорғой, шишмә, инеш, ҡурғы, йырын, йырғанаҡ, йырма, быуа, һыу, бөгөл, бөгөлмә, сатлыҡ, булаҡ, беләк, бүләк, балаҡ, ҡултыҡ, соҡор, шарлама, шарҙауыҡ, әр, туҡмаҡ, һыулау, саңдау, баш, аяҡ, тамаҡ һ. б. Был гидронимик терминдар атама булараҡ ҡулланыла.
- Аҡсинйә кисеүе
Хәлил һәм Күсей ауылдарының көньяҡ-көнсығышында Тоҡан шишмәһе аша сыҡҡан кисеүҙе Аҡсинйә (Ксения) кисеүе тиҙәр. Уның легендаһы бындағы халыҡтың алтын ҡаҙыу шөғөлө менән бәйле. XIX быуат аҙағында — XX быуат башында был яҡтарҙа сауҙагәр Рәмиевтарҙың алтын приискыларында эш көсәйеп китә. Шул замандарҙа Петербург тарафтарынан килгән яңғыҙ мәрйә Рәмиевта алтын ҡабул итеүсе һәм шул уҡ ваҡытта Һултан приискыһында кибеттә һатыусы булып эшләгән. Аҡсинйә батша власына ҡаршы эштәре өсөн был яҡҡа һөргөнгә ебәрелгән ҡатын була. Көндәрҙең береһендә алтын ҡаҙыусылар менән ҙур фажиғә була. «Ҡомкисеү» шахтаһы емерелеп, унда эшләүсе 14 шахтёрҙы баҫа. Ул кешеләр Күсей, Туҡтағол, Иҫәнбәт, Басай ауылдарынан була. Был хәлде ишеткәс, был ауылдар халҡы, шахта янына йыйылып, ҡотҡарыу сараһы күрергә маташа. Ләкин тәрән шахтала ҡалған кешеләргә бер нисек тә ярҙам итә алмайҙар. Верхнеуралдан прииск хужаһы Шакир Рәмиевты саҡырталар. Уны шахтала һәләк булыусыларҙың ғаилә ағзалары уратып ала. Мәрхүмдәрҙең мәйеттәрен шахтанан ҡаҙып алыуҙы һәм тәрбиәләп мосолманса ерләүҙе, үҙҙәренә матди ярҙам күрһәтеүҙе талап итә улар. Рәмиев уларға туҡыма, сәй-шәкәр тараттыра һәм талаптарын тулыһынса ҡәнәғәтләндерергә вәғәҙә биреп тынысландыра, ләкин бында бер сара ла күрмәй. Ваҡиғаларҙың уртаһында барыһын да күреп йөрөгән Ксения бәләгә тарыған шахтёр ғаиләләренең талаптары үтәлмәүе тураһында Рәмиев өҫтөнән Ырымбур губерна идаралығына ялыу яҙып ебәрә. Бер ай самаһы үткәс, фажиғәле хәлде тикшереү өсөн тау эштәре белгесе Навалихин менән юрист Алексеев һәм Верхнеуралдан унлап ҡораллы һалдат ебәрелә. Ләкин тикшереүселәр, Рәмиевтан 4 ҡаҙаҡ алтын ятҡылығын эләктергәс, тик хужаның ғына теләген ҡәнәғәтләндерә башлай. Шахтанан мәйеттәрҙе алып сығыу эшенә һалдаттарҙы ҡушалар, урындағы халыҡты ҡушыу түгел, яҡын да ебәрмәйҙәр. Аҙна-ун көн үтеүгә шахтаға яҡын ғына урында 14 «ҡәбер» өйөмө барлыҡҡа килә. Эш башҡарыусы һалдаттарҙы бай хужа һыйлай. Ксения иҫерек һалдат ауыҙынан эштең асылын белеп ала һәм Рәмиев контораһына килеп, тикшереүселәргә иртәгә үк халыҡты күтәрәсәген, ҡәберҙе асып ҡараясаҡтарын әйтә. Улар мәйеттәрҙе шахтанан ҡаҙып сығарып мәшәҡәтләнмәй, һәләк булғандарҙың кәүҙәһе урынына кәфенгә төрөлгән бүрәнә киҫәктәрен ерләгән булғандар икән. Прииск хужаһы Шакир Рәмиев һәм губернанан килгән Навалихин менән Алексеев үҙҙәренең боҙоҡ эштәрен фашлап йөрөүсе ҡыйыу мәрйәнән нисек булһа ла ҡотолоу сараһын эҙләй. Иртәгеһенә Ксенияның тураҡланған кәүҙәһен табалар. Ошо ваҡиғанан һуң был кисеү Аҡсинйә кисеүе тип атала башлай.
- Йәнгүҙәй ҡаяһы
«Йәнгүҙәйҙе күрмәй — йән түҙмәй»,-тип йырлай урындағы халыҡ. Был бик хаҡ һүҙҙәр. Был ҡая башынан аяҙ көндәрҙә 70-80 саҡрымда, көнсығыш тарафта ятҡан Магнит, Сибай ҡалаларын, Силәбе өлкәһенең Ҡыҙыл ҡасабаһын, ә көнбайышта Һаҡмар, Таналыҡ буйындағы ауыл һәм ҡасабаларҙы ябай күҙ менән күреп була. XVIII быуат баштарында ырыу ерҙәренең алтын-көмөш ятҡылыҡтарын килеп аҡтарып, талап йөрөүсе урыҫ колонизаторҙарына ҡаршы осраҡлы сығыштар йыш ҡына булып торған. Шуларҙың береһендә Мостай ауылынан бик ҡыйыу һәм көслө егет — Йәнгүҙәй батыр уларҙы бағлап йөрөгән. Был баш-баштаҡлығы өсөн уны хәрбиҙәр көсө менән ҡулға алып китәләр. Юлда ул уңайын табып ҡаса. Уның артынан ҡыуалар, ләкин ул тотолмай, Ирәндеккә килеп етә һә төндәрен, йәшенеп кенә, өйөнә ҡайтып йөрөй башлай. Бер аҙҙан ауылға карателдәр отряды килеп урынлаша, улар Йәнгүҙәйҙе тотоу өсөн күҙәтеүселәр тәғәйенләй. Шуға күрә ул Ирәндек өҫтөндәге оло ҡаяның мәмерйәһендә йәшәргә мәжбүр була. Бынан бөтә тирә-яҡ күренеп тора. Көҙгө һыуыҡ һәм рашҡылы көндәр башланғас, ҡатыны, ризыҡ алып, иренең хәлен белеп ҡайтыу ниәте менән төн ҡараңғыһында Ирәндек һыртына юллана. Тик уның барып етеүе була, артынан юллап килгән күҙәтеүсе карателдәр ҡаяны, Йәнгүҙәй менән ҡатынын ҡамап ала. Ләкин Йәнгүҙәй дошман ҡулынан ҡабаттан эләгеүҙән аяуһыҙ көрәштә үлеүҙе һайлай. Ҡая башында таштан ташҡа ышыҡланып, төрлө яҡтан үрмәләп менергә тырышҡан дошмандарын уҡтары бөткәнсә ата-ата ла, алдан һүҙ ҡуйышҡан йәш ир менән ҡатын, тыуған иле һәм намыҫ сафлығы өсөн алышта бүтән сара ҡалмағас, Йәнгүҙәй ҡурайын уйнап, ҡатыны уға ҡушылып йырлап, иле, халҡы менән хушлашалар ҙа ғүмерҙәрен үҙ ихтыярҙары менән ҡыйырға мәжбүр була — икеһе, ҡулға-ҡул тотоношоп, ҡаянан түбән ташлана. Һуңынан ауыл халҡы, уларҙың мәйеттәрен табып, хөрмәтләп, тәрбиәләп, ҡая аҫтына ерләй һәм зыяратты таш менән бурап ҡуялар, ул бураның урыны хәҙергәсә һаҡланған. Бына шулай, Йәнгүҙәй ҡаяһы — ырыу батыры исемен, ил тарихын, халҡыбыҙҙың ҡыуаныс-шатлыҡтарын һәм ҡайғы-хәсрәттәрен үҙендә һаҡлаған изге урын ул.
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Административно-территориальное устройство Республики Башкортостан: Справочник. — Уфа: ГУП РБ Издательство «Белая Река», 2007. — 416 с.— ISBN 978-5-87691-038-7. (рус.)
- Асфандияров А. З. История сел и деревень Башкортостана и сопредельных территорий. Уфа: Китап, 2009. — 744 с. ISBN 978-5-295-04683-4 (рус.)
- Ғиниәтов В. Әбйәлил юлдары буйлап. — Асҡар.:Искра,2007.
- Гончарова З. И. Твоя родословная. — Өфө.:Китап, 2001.
- Камалов А., Камалова Ф. Башҡорт теленең тарихы — этимологик топонимик һүҙлеге. — Өфө.:Китап, 2007.
- Ҡотлоғәлләмов М. Золотая россыпь. — Уфа.:Гилем, 2002.
- Ниғмәтуллин Х. — Тамйан иле — гүзәл Башҡортостан — Асҡар.: Искра, 2001/
- Тимерйәр Ә. — Ишбулды ауылының шәжәрәһе. — Өфө.:Башҡорт милле үҙәге, 2004.
- Тимерйәр Ә. — Ҡарағай-ҡыпсаҡтар. — Өфө.:Башҡорт лингвистика үҙәге, 2004
- Тимерйәр Ә. — Әбйәлил районының тарихы. Беренсе китап. — Өфө.:Гилем, 2000/
- Ураҡсин З. Г., Камалов А. А., Халикова Р. Х., Химаметдинова Ф. Г. Вопросы топонимики Башкирии.- Өфө.: Уфимский полиграфкомбинат Госкомиздата БАССР, 1981.
- Ярмуллин К. Ахыр заман- аяҡ аҫтында. — Өфө.:Китап, 2004.
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Численность и размещение населения Республики Башкортостан по данным Всероссийской переписи населения 2010 года. Статистический сборник. (рус.)
- ↑ Асфандияров А. З. История сёл и деревень Башкортостана и сопредельных территорий. — Өфө: Китап, 2009. — С. 32. — ISBN 978-5-295-04683-4.
- ↑ Хәлил ҡәбеолеге (Легенда)
- ↑ 4,0 4,1 Единый электронный справочник муниципальных районов Республики Башкортостан ВПН-2002 и 2009
- ↑ Всероссийская перепись населения 2010 года. Численность населения по населённым пунктам Республики Башкортостан . Дата обращения: 20 август 2014. Архивировано 20 август 2014 года.
- ↑ Улицы села Халилово
Портал «Башҡортостан ауылдары» | |
Башҡортостан Республикаһы Законы (№ 22-з, 16 июль, 2008 йыл.) Викикитапханала | |
Проект «Башҡортостан ауылдары» |