Әбделмәмбәт (Әбйәлил районы)
Ауыл | |
Әбделмәмбәт Әбделмәмбәт | |
Ил | |
---|---|
Федерация субъекты | |
Муниципаль район | |
Координаталар | |
Сәғәт бүлкәте | |
Һанлы танытмалар | |
Автомобиль коды |
02, 102 |
ОКАТО коды | |
ОКТМО коды | |
Әбделмәмбәт — Башҡортостандың Әбйәлил районындағы ауыл, Хәлил ауыл советына ҡарай. 2010 йылдың 14 октябренә ҡарата халыҡ һаны 576 кеше[1]. Почта индексы — 453583, ОКАТО коды — 80219820001.
Халыҡ һаны
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Халыҡ иҫәбе | ||
---|---|---|
2002[2] | 2009[2] | 2010[3] |
514 | ↗602 | ↘576 |
- Милли составы
Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу (2002) мәғлүмәте буйынса — башҡорттар (100 %)[2].
Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)
Иҫәп алыу йылы һәм көнө | Бөтә халыҡ | Ир-егеттәр | Ҡатын-ҡыҙҙар | Ир-егеттәр өлөшө (%) | Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%) |
1897 йыл 9 февраль (26 ғинуар) | |||||
1920 йыл 26 август | |||||
1926 йыл 17 декабрь | |||||
1939 йыл 17 ғинуар | |||||
1959 йыл 15 ғинуар | |||||
1970 йыл 15 ғинуар | |||||
1979 йыл 17 ғинуар | |||||
1989 йыл 12 ғинуар | |||||
2002 йыл 9 октябрь | |||||
2010 йыл 14 октябрь | 576 | 280 | 296 | 48,6 | 51,4 |
Халыҡ һаны буйынса аңлатма төрлө йылдарҙа иҫәп алыу тәртибенең айырмалығы булыу сәбәпле халыҡ һанының үҙенсәлегенә иғтибар итегеҙ.
- 1939 йыл — бар булған халыҡ һаны.
- 1989, 2002, 2010 йылдарҙа — даими йәшәгән урыны булып иҫәпләнгән халыҡ һаны
Ауылдағы халыҡ һаны буйынса мәғлүмәтте халыҡ иҫәбе буйынса алыу урынлы. Бөтә ил күләмендә үткән 1897, 1920, 1939, 1959, 1970, 1979, 1989, 2002, 2010 йылғы халыҡ иҫәбе буйынса мәғлүмәттәр бар һәм асыҡ ҡулланыуҙа табырға була. Ҡайһы бер китаптарҙы электрон төрҙә асып ҡарап була. 1926 йылғы халыҡ иҫәбе буйынса һәр ауыл тураһында мәғлүмәт осрағаны юҡ әле. Унан башҡа Өфө виләйәтендә 1865, 1879, 1886 йылдарҙа урындағы халыҡ иҫәбе алынған. Тағы ла ревиз яҙмалары аша мәғлүмәт бар.
- 1859 һәм 1865 йыл — Населенные пункты Башкортостана. Ч.I. Уфимская губерния, 1877. — Уфа:Китап, 2002. — 432 с. ISBN 5-295-03188-8 (ч. I). ISBN 5-295-03133-0.
- Өфө виләйәте ауылдарында халыҡ һаны буйынса мәғлүмәт 1859 һәм 1865 йылдарға ҡарата бар.
- 1866 йыл — Список населенных мест. Ч. II. Оренбургская губерния, 1866. — Уфа: Китап, 2006. — 260 с. ISBN 5-295-03815-7 (ч. II). ISBN 5-295-03133-0.
- Ырымбур виләйәте ауылдарында халыҡ һаны буйынса мәғлүмәт 1866 йылға ҡарата бар.
- 1897 йыл — Перепись населения. т.45 кн.01 Уфимская губерния. Н.А.Тройницкий (ред.)(С.-Петербург, 1901)
- Был китапта Өфө виләйәте ауылдары буйынса мәғлүмәт бар. 500 кешенән күберек булған ауылдар исемлеге.
- 1920 йыл — Населенные пункты Башкортостана. Ч.III. Башреспублика, 1926. — Уфа. Китап, 2002. — 400 с. ISBN 5-295-03091-1 (ч. III). ISBN 5-295-03133-0.
- Был китап 1926 йылға ҡарата төҙөлгән, әммә халыҡ иҫәбе 1920 йылға ҡарата бирелгән.
- 1939 йыл — БАССР. Административно-территориальное деление на 1 июня 1940 года – Уфа:Государственное издательство, 1941. – 387 с.
- Был китапта 1939 йылғы иҫәп алыу буйынса һәр ауыл буйынса мәғлүмәт бар.
- 1989 һәм 2002 йылдар — Башҡортостан Республикаһы ауылдарында 1989 һәм 2002 йылғы халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны.
- 2010 йыл — Численность и размещение населения Республики Башкортостан по данным Всероссийской переписи населения 2010 года. Статистический сборник. (рус.)
- Население Башкортостана: XIX-XXI века: статистический сборник / Территориальный орган Федеральной службы государственной статистики по Республики Башкортостан. — Уфа:Китап, 2008. — 448 с.: ил. ISBN 978-5-295-04439-7
- 1897 йылғы халыҡ иҫәбенән башлап ҡалалар, ҡала төрөндәге ҡасабалар, райондар, район үҙәктәре буйынса халыҡ һаны бар.
Географик урыны
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Район үҙәгенә тиклем (Асҡар): 28 км
- Ауыл советы үҙәгенә тиклем (Хәлил): 7 км
- Яҡындағы тимер юл станцияһы (Әлмөхәмәт): 16 км
Урамдары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Ҡыҙыл урамы)
- Киров урамы
- Ленин урамы
- Тыныслыҡ урамы)
- Салауат Ҡадиров урамы
- Олоғыр урамы[4]
Тарихы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Әбделмәмбәт ауылы Ҡыҙыл йылғаһы буйында урынлашҡан, сағыштырмаса ҙур тораҡ пункты, 263 кеше йәшәгән 46 ихатанан тора (1795 йыл). X ревизияға йорт хужалығы (25) һәм халыҡ һаны (116) кәмегән. Был 1838 йылда халыҡтың бер өлөшө 183 кеше йәшәгән 31 ихатанан торған яңы ауылға, Хөсәйен ауылына, нигеҙ һалыуы менән бәйле. Ауыл урядник Хөсәйен Әлмөхәмәтов (уның балалары Заһиҙулла, Ғәбиҙулла, Фәйзулла, Йыһангир) исеменән алынған. Әбделмәмбәттең улы зауряд-хорунжий Яманғол билдәле.
Йәрмөхәмәт Ишкинин, Әбделмәзит Юлымбәтов 1805—1807 йылдарҙа Пруссия һәм Польша территорияларында Францияға ҡаршы һуғышта ҡатнаша. 1812 йылда күрһәткән ҡыйыулығы өсөн Исламғол Ҡормошев, Әбүбәкер Арыҫланғолов һәм хорунжий Кинйәбай Тимеров көмөш миҙалдар менән бүләкләнә.
Бөтә кеше лә йәйләүгә сыҡҡан. Уларҙың 500 аты, 300 һыйыры, 125 һарығы һәм 70 кәзәһе була. Шул уҡ 380 кеше йылына 66 сирек (528 бот) яҙғы иген сәскән[5].
Билдәле шәхестәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Зөлҡәрнәев Тәлғәт Рәхимйән улы (1.09.1943), гигиенист-ғалим, юғары мәктәп уҡытыусыһы. Медицина фәндәре докторы (1999), профессор (2000). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған фән эшмәкәре (2003), Рәсәй Федерацияһының һаулыҡ һаҡлау отличнигы (2000)[6].
Видеояҙмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Әбделмәмбәт ере — Алтын Бишек 2022 йыл 23 март архивланған.
- Тормош. Деревня Абдулмамбетово Абзелиловский район
Шулай уҡ ҡарағыҙ
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Численность и размещение населения Республики Башкортостан по данным Всероссийской переписи населения 2010 года. Статистический сборник. (рус.)
- ↑ 2,0 2,1 2,2 Единый электронный справочник муниципальных районов Республики Башкортостан ВПН-2002 и 2009
- ↑ Всероссийская перепись населения 2010 года. Численность населения по населённым пунктам Республики Башкортостан . Дата обращения: 20 август 2014. Архивировано 20 август 2014 года.
- ↑ Улицы
- ↑ Асфандияров А. З. История сёл и деревень Башкортостана и сопредельных территорий. — Өфө: Китап, 2009. — С. 32. — ISBN 978-5-295-04683-4.
- ↑ Башҡорт энциклопедияһы — Зөлҡәрнәев Тәлғәт Рәхимйән улы 2019 йыл 24 декабрь архивланған. (Тикшерелеү көнө: 29 август 2018)
Портал «Башҡортостан ауылдары» | |
Башҡортостан Республикаһы Законы (№ 22-з, 16 июль, 2008 йыл.) Викикитапханала | |
Проект «Башҡортостан ауылдары» |
- Административно-территориальное устройство Республики Башкортостан. — Справочник. Уфа: ГУП РБ "Издательство «Белая Река», 2007. — 416 с. :илл. ISBN 978-5-87691-038-7
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
Был Башҡортостан географияһы буйынса тамамланмаған мәҡәлә. Һеҙ мәҡәләне төҙәтеп һәм тулыландырып проектҡа ярҙам итә алаһығыҙ. |