Эстәлеккә күсергә

Ҡарткиҫәк мәктәбе уҡытыусылары исемлеге

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте

Башҡортостандың Асҡын районы Ҡарткиҫәк мәктәбенең директорҙары, уҡытыусылары, тәрбиәселәр исемлеге. Исемлеккә мәктәптә кәмендә бер уҡыу йылы эшләгән директорҙар, уҡытыусылар һәм тәрбиәселәр инә.

Мәктәп уҡытыусылары

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • Абрарова Илмира Хәлфәт ҡыҙы (06.06. 1965) — география уҡытыусыһы, Мәсәғүт педагогия училищеһын (1984),Башҡорт дәүләт педагогия институты(хәҙерге Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге педагогия университеты)ның география факультетын (1994) тамамлаған. 1994 йылдан башлап Ҡарткиҫәк урта мәктәбендә география уҡытыусыһы булып эшләй. Рәсәй Федерацияһының почётлы дөйөм белем биреү хеҙмәткәре (2017).
  • Абрарова Флиҙә Йәүһәр ҡыҙы (06.12.1963) — математика уҡытыусыһы, патриотик тәрбиә буйынса директор кәңәшсеһе. Башкортостан Республикаһының мәғариф алдынғыһы (2018).Хеҙмәт ветераны (2019). Асҡын районы Упҡанкүл ауылында тыуған. Упҡанкүл һигеҙ йыллыҡ мәктәбен (1978), Мәсәғүт педагогия училищеһын (1982), ситтән тороп педагогия институтының физиика һәм математика факультетын (3 курс Бөрө, артабан Арҡалыҡ (1989) тамамлаған. 19821987 йылдарҙа Асҡын районы Ҡарткиҫәк урта мәктәбендә башланғыс кластар уҡытыусыһы булып эшләй. Шунан ғаиләһе менән Ҡазахстан АССР- на күсенеп китәләр. Казахстанда йәшәгәндә балалар баксаһында тәрбиәсе(19871988), Фурманов исемендәге урта мәктәптә (19881989) башланғыс кластар уҡытыусыһы булып эшләй. Тыуған яҡтарына ҡайтҡас, Асҡын районы Ҡуяштыр мәктәбендә (19901992), Ҡарткиҫәк урта дөйөм белем биреү (19922008) мәктәптәрендә башланғыс кластар уҡытыусыһы булып эшләгән. 2008 йылдан ошо мәктәптә математика уҡытыусыһы булып эшләй. Ҡатын — ҡыҙҙар советы рәйесе, һайлау комиссияһы ағзаһы, секретары, агитатор, «Серҙәштәр» фольклор төркөмө ағзаһы.
  • Абрарова Әлисә Әмир ҡыҙы (05.07.1995). Башҡорт дәүләт университетының социаль гуманитар факультетын, бакалавриат (2018), БДУ магистратура (2022) тамамлаған. 2018 — 2022 йылдарҙа Ҡарткиҫәк урта мәктәбендә тарих һәм йәмғиәт белеме уҡытыусыһы булып эшләгән. Әлеге ваҡытта Өфөлә Республика дәүләт күп функцияле автоном учреждениеһында әйҙәүсе белгес булып эшләй.
  • Ахунова Әнифә Мөхәмәтзыя ҡыҙы (01.01.1957) — тәрбиәсе. 19761999 йылдарҙа Ҡарткиҫәк урта мәктәбендә оҙайтылған көн төркөмө тәрбиәсеһе булып эшләгән. 19992009 йылдарҙа пионер вожатыйы булып эшләй. 2009 йылдың 1 мартынан штат ҡыҫҡартылыу сәбәпле эштән китә.
  • Ахунова(Ғәлиева)Рәйлә Аснаф ҡыҙы (11.11.1976) — башланғыс кластар уҡытыусыһы. Асҡын районы Яңы Бағаҙы ауылында тыуған. Яңы Бағаҙы төп дөйөм белем биреү мәктәбен (1992), Асҡын ауылының 2-се һанлы урта мәктәбен (1994), Мәсәғүт педагогия училищеһын (1997), Бөрө дәүләт социаль-педагогия академияһының, ситтән тороп, филология факультетын (2011) тамамлаған. 19972006 йылдарҙа Яубүләк төп дөйөм белем биреү мәктәбенең башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы, 20142017 йылдарҙа Ҡарткиҫәк урта мәктәбендә мөмкинлектәре сикләнгән балаларҙы уҡыта, 20172019 башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы, 2019 йылдан башланғыс кластар уҡытыусыһы булып эшләй. Район администрацияһы, мәғәриф бүлеге маҡтау ҡағыҙҙары менән бүләкләнгән, «Башҡорт теле һәм әҙәбиәте йыл уҡытыусыһы — 2023» ХХVIII регион -ара конкурсында «Инновацион технологияларҙы уңышлы ҡулланғаны өсөн» номинацияһында еңеүсе.
  • Барыева Рәмилә Заһир ҡыҙы (16.02.1959) — Асҡын районы Ҡашҡа ауылында тыуған. Башҡортостан Республикаһының мәғариф алдынғыһы (2006). Башҡорт дәүләт педагогия институтының география һәм биология факультетын (1981) тамамлаған. 19812014 йылдарҙа Ҡарткиҫәк урта мәктәбендә география һәм биология уҡытыусыһы булып эшләгән. 19821994 йылдарҙа уҡытыу һәм тәрбиә эштәре буйынса директор урынбаҫары, 19891990 йылдарҙа директор вазифаларын башҡарған. Профсоюз комитеты рәйесе урынбаҫары булып эшләгән. Мәктәп яны тәжрибә участкаһы мөдире булып оҙаҡ йылдар эшләп, уҡыусылар, уҡытыусылар, мәктәп хеҙмәткәрҙәре менән мәктәп ашханаһын йәшелсәләр менән тәьмин итә, гөл — сәскәләр үҫтерә. Балаларҙы төрлө экологик, туризм буйынса слет, конкурс, олимпиадаларға әҙерләп, район, республика кимәлендә призлы урындар яулайҙар. Мәктәп яны тәжрибә участкаһы район, республика конкурстарында призлы урындар ала. Башҡортостан Республикаһының XIV спорт уйындары сиктәрендә шахмат буйынса район ярыштарында III урын яулаған(2006)
  • Барыев Мәғдән Мәснәүи улы (01.03.1958) — рәссам, Ҡарткиҫәк урта мәктәбен(1975), Свердловскийҙа рәссам-биҙәүсе курсын(1977) тамамлаған.19771979 йылдарҙа Асҡын район мәҙәниәт үҙәгендә рәссам — биҙәүсе, 19791987 йылдарҙа Ленин исемендәге колхозда рәссам, 19871992 йылдарҙа Ҡарткиҫәк урта мәктәбендә лаборант, 19921995 йылдарҙа фермер, 19951996 йылда Ҡарткиҫәк ауыл мәҙәниәт йорто директоры, 19962001 йылдарҙа ауыл хакимиәте башлығы, 20012006 -киномеханик, 20062007 йылдарҙа Ҡарткиҫәк урта мәктәбендә хеҙмәт, һыҙма, рәсем дәрестәрен уҡыта. Ҡарткиҫәк ауыл советы депутаты булған.
  • Бәләғытдинова Фәрҙиә Ғабдрахман ҡыҙы (15.01.1959) — башланғыс кластар уҡытыусыһы. Хеҙмәт ветераны(2014). Бәләбәй педучилищеһын(1977), Бөрө дәүләт педагогия институтының биология факультетын (1988) тамамлаған. 1977 йылда башланғыс кластар уҡытыусыһы булып эшкә башлай. 1989 −1990 йылдарҙа уҡытыу — тәрбиә эштәре буйынса директор урынбаҫары, 1990—1991 уҡыу йылында мәктәп директоры вазифаһын башҡара. 1989—1995 йылдарҙа биология уҡыта. 1995—2018 йылдарҙа башланғыс кластар уҡытыусыһы булып эшләй. Ҡатын-ҡыҙҙар советы рәйесе, һайлау комиссияһы рәйесе, секретары, профком ағзаһы вазифаларын башҡара. Башҡортостан Республикаһы мәғариф министрлығы Маҡтау ҡағыҙы (1997), район мәғариф бүлеге Маҡтау ҡағыҙы(2007, 2016), РФ ҮҘӘК ҺАЙЛАУ КОМИССИЯҺЫ Рәхмәт хаты(2018) менән бүләкләнгән.
  • Ғәбитов Мирзалихан Ғәбит улы (20.11.1919 — 20.03.2009) — мәктәп директоры, 1941 — 1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышы ветераны. Советтар Союзы Геройы (10.04.1945).Асҡын районы Иҫке Ҡаҙансы ауылында тыуған.1944 йылда Беренсе Украина частары менән бергә 58 дивизия Өсөнсө гвардия армияһы Висла йылғаһына сыға. Йылғаны кисеп сығыу мөмкин булмай. 28 июлдә Мирзалихан Ғәбит улы алты һуғышсы менән икенсе ярға йөҙөп сығалар. 60 метрҙай ерҙе юғалтыуһыҙ тартып алалар һәм түңәрәк оборона тоталар. Төнө буйы һәм икенсе көндө лә, барлығы дошмандың 11 ҡаршы һөжүмен кире ҡағалар. Шулай итеп плацдармды һаҡлап ҡалалар һәм беҙҙең дивизияның йылғаны кисеүен тәьмин итәләр. Сталинградты һаҡлаған. Кубань станицаһын, Ҡырым, Сапун тау, Севастопольҡалаларын азат итеүҙә ҡатнашҡан. Һуғыштан һуң, 1946 — 1947 йылдарҙа, Ҡарткиҫәк мәктәбе директоры булып эшләгән. Наградалары: Советтар Союзы Геройының «Алтын Йондоҙ» миҙалы (1945) һәм башҡа хөкүмәт наградалары.
  • Ғабдиева Миңлерәүфә Ғабди ҡыҙы (17.05.1949) — башланғыс класс уҡытыусыһы. Асҡын районы Ҡарткиҫәк ауылында тыуған. Арбаш урта мәктәбен тамамлаған.1967- 1970 — Ҡарткиҫәктә, 1970 — 1971 — Яңы Бағаҙыла, . 19711972 — Көнгәк мәктәбендә башланғыс кластар уҡытыусыһы булып эшләгән. 19721973 — Первоуральски ҡалаһында заводта — форма яһаусы. 19731974 йылдарҙа Ҡарткиҫәк урта мәктәбендә биология уҡытыусыһы, 19741979 йылдарҙа оҙайтылған көн төркөмөндә тәрбиәсе булып эшләгән.
  • Гатина Әнүзә Мәүсул ҡыҙы (20.08.1970) — рус теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы. Ҡубыяҙ ауылында тыуған. Бөрө дәүләт педагогия институтының рус теле һәм әҙәбиәте факультетын (1992) тамамлаған. Ҡарткиҫәк урта мәктәбендә 19921993 уҡыу йылында рус теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы булып эшләгән. 1993 йылдан әлегә тиклем Ҡышлауйылға урта мәктәбендә рус теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы булып эшләй.
  • Ғимазова Асия Зыя ҡыҙы (14.04.1926 — 13.11.2011) — тыл һәм хеҙмәт ветераны. Асҡын районы Упҡанкүл ауылында тыуған. Урмияҙ урта мәктәбен (1944) тамамлаған. 1944 йылда Карткиҫәк мәктәбендә математика уҡытыусыһы булып эшләй башлай.Һуғыш йылдарында ауылда халыҡ араһында аңлатыу эштәре, фронтҡа посылкалар әҙерләүҙе, ауыр ғаиләләргә ярҙам ойошторғандар, балалар менән колхоз эштәрендә эшләгәндәр. 1978 йылда эштән туҡтай. Агитатор, һайлау комиссияһы секретары, ауыл советына депутат вазифаларын башҡарған. Асия Зыя ҡыҙының балалары ла эште Ҡарткиҫәк мәктәбенән башлайҙар: кыҙы Рәйсә (19671968) рус теле һәм әҙәбиәте, улы Камил (19681969) биология, улы Салауат (19711972), улы Шамил (19771978) йылдарҙа математика уҡытыусылары булып эшләгәндәр. Улы Салауат институт тамамлап, Шишмә районында директор булып эшләгән.
  • Гәрәев Рифҡәт Ғабдрахман улы(25.11.1949), хеҙмәт ветераны. 19721973 йылдарҙа Ҡарткиҫәк мәктәбендә физкультура һәм һыҙма дәрестәре уҡытыусыһы булып эшләгән. Нефтекама автозаводының газ менән иретеп йәбештереүсеһе. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған машиналар эшләүсеһе (2005).
  • Гәрәев Әфҡәт Ғабдрахман улы (25. 07.1953 — 15.11.2016) — Ҡарткиҫәк урта мәктәбендә 19871988 йылдарҙа шофёр, 19891990 йылдарҙа производствоға уҡытыу инструкторы булып эшләгән.
  • Гәрәева Гөлфинә Ғимәзетдин ҡыҙы (28.07.1971) — рус теле һэм әҙәбиәте уҡытыусыһы, әүҙем йәмәғәт эшмәкәре. Аскын районы Ҡарткиҫәк ауылында тыуған. Ҡарткиҫәк урта мәктәбен (1988), Бөрө дәүләт педагогия институтының рус теле һәм әҙәбиәте факультетын (1993) тамамлаған. 1993 йылдан әлеге көнгә тиклем Ҡарткиҫәк урта мәктәбендә рус теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы, уҡытыу — тәрбиә эштәре буйынса директор урынбаҫары(2017 йылдан). Бөтә педагогик эшсәнлек дәүерендә һайлау комиссияһы секретары вазифаһын башҡара. Район администрацияһы, мәғариф бүлеге, ауыл хакимиәте Маҡтау ҡағыҙҙары менән бүләкләнгән.
  • Ғәҙелшина Мәймүнә Ғаян ҡыҙы (23.01.1950) — математика уҡытыусыһы. Хеҙмәт ветераны (2003). Рәсәй Федерацияһының почётлы дөйөм белем биреү хеҙмәткәре (2003). Асҡын урта мәктәбен (1967), Башҡорт дәүләт педагогия институтының физика-математика факультетын (1973) тамамлаған. 19671968 йылдарҙа Ҡариҙел районы Хәлил урта мәктәбендә башланғыс кластар уҡытыусыһы, 19731974 йылдарҙа Ҡарткиҫәк мәктәбендә математика уҡытыусыһы hәм тәрбиә эштәре буйынса директор урынбаҫары булып эшләгән. 1974 йылда Ишембай ҡалаһының 17 — се мәктәбенә математика уҡытыусыһы булып урнаша. 19771979 йылдарҙа тәрбиә эштәрен ойоштороусы булып эшләй hам хаҡлы ялға сыҡҡансы математика дәрестәрен уҡыта. 19771989 йылдарҙа мәктәп профсоюз комитеты рәйесе. Информатика уҡытыусыларының методик берекмә етәксеһе, кабинет мөдире. Башҡортостан уҡытыусылары съезды делегаты(1989). 19982008 йылдарҙа уҡытыусыларҙы аттестациялау комиссияһы ағзаһы. Башҡорт АССР- ы Мәғариф министерствоһы һәм мәғариф, юғары мәктәп, фәнни учреждениелары работниктары профсоюзының Башҡортостан өлкә комитеты Почёт грамотаһы(1987), Ишембай районы муниципаль районы хакимиәте Рәхмәт хаттары, Маҡтау ҡағыҙҙары менән бүләкләнгән.Ҡарткиҫәк мәктәбендә Ғәҙельшина (Ахунова) Мәймүнә Ғаян ҡыҙының бер туғандары һәм еңгәһе Ахунова Дания Ярхам ҡыҙы(19641965) рус теле һәм әҙәбиәте, Ахунова Хәлимә Ғаян ҡыҙы (19701972) математика, Ахунов Нәжип Ғаян улы 19721973 йылдарҙа физика дәрестәрен уҡытҡандар.
  • Ғәниев Ғәбделхәй Әхәт улы (18.09. 1947 — 09. 08. 2003) — мәктәп директоры, химия һәм биология уҡытыусыһы. Асҡын районы Арбаш ауылында тыуған. Бөрө дәүләт педагогия институтының химия һәм биология факультетын (1972) тамамлаған. Асҡын районы мәғариф булеге инспекторы (1972—1975), Ҡарткиҫәк урта мәктәбе директоры (1976—1978), Балтас районы Иҫке Тимкә урта мәктәбендә физика, география уҡытыусыһы (1979—1999) булып эшләгән. Урындағы партия комитеты секретары, лектор, агитатор, рәссам — биҙәүсе вазифаларын башҡарган. Башҡортостан мәғариф министрлығы Почёт грамотаһы һәм башҡа бик күп грамоталар менән буләкләнгән .
  • Ғәниева Рима Ғәлим ҡыҙы (10. 10. 1949) — химия һәм биология уҡытыусыһы. Хеҙмәт ветераны (1999). РСФСР Халык мәғарифы алдынғыһы (1992). Балтас районы Иҫке Көндәшле ауылында тыуған. Бөрө дәүләт педагогия институтының химия һәм биология факультетын (1972) тамамлаған. Асҡын урта мәктәбендә химия, биология уҡытыусыһы (1972—1975), Ҡарткиҫәк урта мәктәбендә химия, биология уҡытыусыһы, уҡытыу — тәрбиә эштәре буйынса директор урынбаҫары (1976—1979), Балтас районы Иҫке Тимкә урта мәктәбендә химия, биология уҡытыусыһы, уҡытыу — тәрбиә эштәре буйынса директор урынбаҫары (1979—1987), Балтас районы Богдан ауыл советы башҡарма комитеты рәйесе (1987—1989). Балтас районы Иҫке Тимкә урта мәктәбендә химия, биология уҡытыусыһы, уҡытыу — тәрбиә эштәре буйынса директор урынбаҫары, директор (1989 −2007) булып эшләгән. 2008 йылдан хаҡлы ялда. Ата — әсәләр университеты ректоры, агитколлектив етәксеһе, лекторҙар төркөмө етәксеһе, ауыл советы депутаты вазифаларын башҡарган.
  • Ғәлимов Зарифулла Ғәлим улы (09.05.2015 — 28.07.2006) — хеҙмәт һәм Бөйөк Ватан һуғышы ветераны. 1939 йылда армия сафына саҡырыла. Йыраҡ Көнсығышта, Камчаткала хеҙмәт итә (19391946). Парамушир, Онекотан,Шикотан, Курил утрауҙарын азат итеүҙә ҡатнашҡан. Һуғыштан һуң Ҡарткиҫәк мәктәбендә хеҙмәт уҡытыусыһы булып хаҡлы ялға сыҡҡансы эшләй (1975). II дәрәжә Бөйөк Ватан һуғышы ордены.(№ 1511245200) һәм юбилей миҙалдары менән наградланған.
  • Ғәлимов Дамир Хөснийәр улы (01.05.1937 — 07.04.2003) — Халыҡ мәғарифы отличнигы (1989), хеҙмәт ветераны (1989). Асҡын районы Арбаш ауылында уҡытыусылар ғаиләһендә тыуған. Ҡарткиҫәк ете йыллыҡ мәктәбендә рус теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы (1952—1954) булып эшләгән. 1954—1957 йылдарҙа Совет Армияһы сафтарында хеҙмәт иткән. МВД БАССРҙа эшләгән һәм Бөрө дәүләт педагогия институтын тамамлаған (1957—1962) . Иҫке Ҡаҙансы урта мәктәбендә (1963—1964) эшләгән, Мота- Йылға һигеҙ йыллыҡ мәктәбенде директор (1965—1967), 1968—1969 йылдарҙа « Заветы Ильича», « Дружба» совхоздарында партком секретары вазифаларын башҡарған. 1970—1995 йылдарҙа Иҫке Ҡаҙансы урта мәктәбенде рус теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы, директорҙың уҡытыу — тәрбиә эштәре буйынса урынбаҫары булып эшләгән. Уҙешмәкәр сәнғәт түңәрәгендә бик теләп ҡатнашҡан, халыҡ йырҙарын яратып башҡарған, гармунда, тальянда, мандолинала, спектаклдәрҙә уйнаған.
  • Ғәйфуллина Зилиә Ғабдулхай ҡыҙы (15.08.58) — хеҙмәт ветераны (2015). Асҡын районы Ҡарткиҫәк ауылында тыуған. Мәсәғүт педагогия училищеһын (1977), Башкорт дәүләт педагогия институтының география факультетын(1989) тамамлаған.1977-1978 йылдарҙа Ҡыйғаҙы һигеҙ йыллык мәктәбендә рус теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы, 19781982 йылдарҙа Ҡарткисәк урта мәктәбендә кластан тыш эштәрҙе ойоштороусы, 19821986 йылдарҙа Ҡыйғаҙы мәктәбендә оҙайтылган көн төркөмөндә тәрбиәсе, пионервожатый,1986-2016 йылдарҙа география уҡытыусыһы булып эшләгән. 19932009 йылдарҙа уҡытыу- тәрбиә эше буйынса директор урынбаҫары, 20092016 йылдарҙа директор вазифаһын башҡарған. Уҡыусылырҙы фән буйынса олимпиадаларға, конкурстарға, экологик, туризм буйынса слеттарға әҙерләп, призлы урындар ала. Ауыл советы депутаты вазифаһын башҡара. Район мәгариф булеге Маҡтау ҡағыҙҙары(1982,2005), Рәхмәт хаттары (2013,2016,2018) менән бүләкләнгән.
  • Дәүләтшина Гөлсимә Саҙретдин ҡыҙы (25.01.1957) — башланғыс кластар уҡытыусыһы. «Башҡортостан Республикаһы мәғариф алдынғыһы» (2022). Асҡын районы Ҡарткиҫәк ауылында тыуған. Мәсәғүт педагогия училищеһын (1976) тамамлаған.1976 йылда Асҡын районы Билгеш башланғыс мәктәбендә етәксе һәм уҡытыусы булып эшләй башлай.1977 йылда Ҡарткиҫәк урта мәктәбенә география уҡытыусыһы булып күсерелә.1978 йылда, тормошҡа сығыу сәбәпле, Билгеш башланғыс мәктәбендә эшләй башлай.1982 — 1991 йылдарҙа Ҡаҙағстан Республикаһында Турғай өлкәһенең Арҡалыҡ, Аҡтүбә, Кандагач ҡалаларында балалар баҡсаһында өлкән тәрбиәсе булып эшләй.1991 — 2022 йылдарҙа Асҡын районы Билгеш мәктәбендә башланғыс кластар уҡытыусыһы булып эшләй. Дөйөм эш стажы — 45 йыл. Эшләү дәүерендә бер нисә тапкыр ауыл советы депутаты булып һайлана."Коммунистик хеҙмәт ударнигы"(1989) билдәһе. 1982 — 2022 йылдарҙа Почет грамоталары, аҡсалата премияләр менән бүләкләнә. 1983 — 1991 йылдарҙа Почет таҡтаһына тәҡдим ителә.
  • Зарифуллина Флүрә Ғарихан ҡыҙы (10.09.1973) — тәрбиәсе. Асҡын районы Ҡарткиҫәк ауылында тыуған. 1993 йылда Мәсәғүт педагогия училищеһын тамамлаған. Ҡарткиҫәк урта мәктәбендә башланғыс кластар укытыусыһы булып эшләгән (1993—1996), Ғаиләһе менән ХМАО Нягань ҡалаһына күсеп китәләр. Унда күп йылдар йәшәп, 1-се һанлы « Ҡояшҡай» балалар баҡсаһында тәрбиәсе (1997—2023) булып эшләй. Нягань ҡала хакимиәте, мәғариф бүлеге Маҡтау ҡағыҙҙары, Рәхмәт хаттары менән йыл һайын бүләкләнә.
  • Зиятдинова Илүзә Салауат ҡыҙы (04.07.1977) — башланғыс класс уҡытыусыһы. Асҡын районы Яңы Ҡаҙансы ауылында тыуған. Балтас районының Иҫке Балтас урта мәктәбен (1994), Бөрө дәүләт педагогия институтының психология һәм педагогика факультетын (1998) тамамлаған. 1998 йылда Арбаш ауылында балалар баксаһында тәрбиәсе , 19992020 йылдарҙа Шишмә — Үрәкәй ауылында, 2020 йылдан Ҡарткиҫәк урта мәктәбендә башлангыс кластар укытыусыһы булып эшләй. Район администрацияһы һәм мәғариф бүлеге Маҡтау ҡағыҙҙары менән бүләкләнгән.
  • Имаметдинова Нәфузә Тәлғәт ҡыҙы (25.01.1964) — математика, физика һәм информатика уҡытыусыһы. Хеҙмәт ветераны (2022). Асҡын районы Яңы Күскилде ауылында тыуған. 19711978 йылдарҙа Ҡаҙағстанда йәшәгәндәр, 1 кластан 8 класҡа тиклем унда уҡыған. 1978 йылда Урмияҙға ҡайталар. Урмияҙ урта мәктәбен(1981) , Бөрө дәүләт педагогия институтының физика — математика факультетын(1986) тамамлаган. 1986 йылда Ҡарткиҫәк ута мәктәбендә физика һәм математика уҡытыусыһы булып эшкә башлай. 1987 йылда ғаиләһе менән Асҡынға күсеп китәләр. 19881990 йылдарҙа «Василек» балалар баҡсаһында тәрбиәсе, 19901991 йылдарҙа Асҡын элемтә үҙәгендә экономист булып эшләй. 1991 йылдан башлап Ҡарткиҫәк урта мәктәбенда математика, физика һәм информатика уҡытыусыһы булып эшләй. «Иң яҡшы белем биреү сайты — 2014» республика конкурсының «Мәктәп сайты» номинацияһы призеры. Мәктәптә наркопост етәксеһе була (20032021).Агитатор, рәссам — биҙәүсе, ауыл, мәктәп фотографы. Мәктәп музейын биҙәүгә ҙур өлөш кертә. Саңғы, еңел атлетика, йөҙөү буйынса район ярыштарында призлы урындар яулай. Гер спорты буйынса II разрядлы (Башҡортостан Республикаһының йәштәр сәйәсәте һәм спорт министрлығы приказы № ОД — 666, 24.06.2013)Нәфүзә Тәлғәт ҡыҙы район командаһы составында республика чемпионаттарында ҡатнашып, призлы урындарға лайыҡ була (Пермь крайы ауыл һабантуйы — 2014 — Физик культура һәм спорт министрлығының I дәрәжәле дипломы, Мәләүез ҡалаһында үткән Башҡортостан Республикаһының Ауыл спорт уйындары XXI (7 урын), XXII (4 урын),Салауат ҡалаһында XXVII Ауыл спорт уйындары(2019)). ГТО нормаһын алтынға тапшыра (IX баҫҡыс, 55 — 59 йәшлектәр, 2021). Башҡортостан Республикаһы пенсионерҙарының VI Спартакиадаһында Пуля менән атыу буйынса (15 урын), дартс (17 урын). Башҡортостан Республикаһы физкультура һәм спорт министрлығы Рәхмәт хаты (2019), Асҡын район хакимиәте, мәғариф бүлеге, профсоюз комитеты (2005, 20132019) Почет грамоталары, Рәхмәт хаттары менән бүләкләнгән.
  • Йәләлетдинова Йәриә Ғафур ҡыҙы (11.02.1947) — хеҙмәт ветераны, әүҙем йәмәғәт эшмәкәре. Асҡын районы Яңы Ҡаҙансы ауылында тыуған. Рәсәй Федерацияһының халыҡ мәғарифе отличнигы(1985).«Почёт Билдәһе» ордены кавалеры (1985).Миҙалдары « 100 лет образования Республики Башкортостан»(2019) ."Ал да нур сәс халҡыңа"(2020).Бөрө дәүләт педагогия институтының рус теле һәм әҙәбиәте факультетын(1974) тамамлаған. 19651966 йылдарҙа Иҫке Ҡаҙансы урта мәктәбендә өлкән пионервожатый,1966 — 1970 йылдарҙа Яңы Ҡара һигеҙ йыллыҡ мәктәбендә математика уҡытыусыһы,, 19741975 йылдарҙа Яңы Ҡара һигеҙ йыллыҡ мәктәбендә рус теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы, 19751978 йылдарҙа Ҡарткиҫәк урта мәктәбендә рус теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы, 19781986 йылдарҙа Ҡарткиҫәк урта мәктәбе директоры, 19861990 йылдарҙа Асҡын район мәғариф бүлеге мөдире, 19891990 йылдарҙа — Асҡын район халыҡ депутаттары советының ойоштороу инструкторлыҡ бүлеге мөдире, 19921998 йылдарҙа — мәшғүллек бюроһы мөдире,1993 — 1995 йылдарҙа — хеҙмәт һәм халыҡ мәшғүллеге бүлеге мөдире,1995 — 2002 йылдарҙа — район советы рәйесе урынбаҫары вазифаларын башҡарған. 2002 йылдан хаҡлы ялда. 2014 йылдың 1 авгусынан башлап район «Ағинәйҙәр ҡоро» йәмәғәт ойошмаһы етәксеһе.
  • Ҡотлыев Вәсил Зиннур улы (02.08.1983) — инглиз теле уҡытыусыһы. Кемерово өлкәһе Ленинск-Кузнецк ҡалаһында тыуған. 1-се һанлы Өфө педагогия колледжын башланғыс класс, инглиз теле уҡытыусыһы белгеслеге буйынса (2004)тамамлаған. 2006 йылдан башлап Асҡын районының Ҡарткиҫәк урта мәктәбендә инглиз теле уҡытыусыһы булып эшләй. 2010 йылдан мәктәп профсоюз ойошмаһы рәйесе вазифаһын башҡара. Уҡыусыларҙы өҫтәл теннисы буйынса әҙерләп, район ярыштарында призлы урындар яулайҙар. Район администрацияһының Маҡтау ҡағыҙы менән бүләкләнгән (2016).
  • Карамов Фиғәт Фауат улы (13 июль 1959 йыл – 07 сентябрь 2007 йыл) - Рәсәй Федерацияһының почётлы дөйөм белем биреү хеҙмәткәре (2004). БАССР – ҙың Асҡын районы Ҡубыяҙ ауылында тыуған. Башҡорт дәүләт педагогия институтының физика һәм математика факультетын (1981); Башҡортостан Республикаһы Президенты ҡарамағындағы Башҡортостан дәүләт хеҙмәте һәм идара итеү академияһын (1998) тамамлаған, менеджмент. Хеҙмәт эшмәкәрлеген Ҡуяштыр һигеҙ йыллыҡ мәктәбенең математика уҡытыусыһы булып башлай (1981). Бер айҙан һуң Ҡубыяҙ урта мәктәбенең кластан тыш һәм мәктәптән тыш тәрбиә сараларын ойоштороусы итеп тәғәйенләнә. 1983 – 1987 йылдар - Билгеш һигеҙ йыллыҡ һәм Ҡарткиҫәк урта мәктәптәре директоры, 1987-1997 йылдарҙа - партком секретары, «Ҡубыяҙ» совхозының профсоюз ойошмаһы рәйесе, ә 1997 йылдың июненән – Ҡубыяҙ урта мәктәбе директоры. 1998 – 2000 йылдарҙа Асҡын районының халыҡ мәғарифы идаралығы начальнигы, 2000 - 2007 йылдарҙа Башкортостан Республикаһы муниципаль районы хакимиәте башлығының социаль мәсьәләләр һәм кадрҙар сәйәсәте буйынса урынбаҫары вазифаһында эшләй. Асҡын районы башҡорттары Королтайы рәйесе, Бөтә донъя башҡорттары Королтайы башҡарма комитеты ағзаһы була.
  • Мифтахова (Хаматова) Нәфисә Биктимер ҡыҙы (20.08.1949). Башҡортостандың Миәкә районы Кесе Кәркәле ауылында тыуған. Оло Кәркәле һигеҙ йыллыҡ мәктәбен (1966), Бәләбәй педагогия училищеһын (1971) тамамлаған. 19711973 йылдарҙа Асҡын районы Ҡарткиҫәк һигеҙ йыллыҡ мәктәбендә рус теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы һәм уҡытыу — тәрбиә эштәре буйынса директор урынбаҫары, 19731977 йылдарҙа рус теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы булып эшләгән. 19782013 йылдарҙа Свердловски өлкәһе Качканар ҡалаһында балалар баҡсаһында тәрбиәсе булып эшләп, хаҡлы ялға сыҡҡан. Эшләү дәүерендә Свердловски мәғариф бүлегенең ун Рәхмәт хаты, Маҡтау ҡағыҙы менән бүләкләнгән.
  • Миңлемөхәмәтова (Ғәлиева) Лилиә Аснаф ҡыҙы (04.11.1974) Асҡын районы Яңы Бағазы ауылында тыуған. Яңы Бағазы һигеҙ йыллыҡ мәктәбен(1989), Мәсәғүт педагогия училищеһын (1993), ситтән тороп Бөрө педагогия институтын (1998) тамамлаған. 1993 йылдан башлап Ҡарткиҫәк урта мәктәбендә пионервожатый, мәктәпкәсә йәштәге төркөмдә тәрбиәсе, уҡытыусы, директор вазифаларында эшләй. Мәғарифты үҫтереү институтында (Өфө) яңынан уҡыу үткән (2011). Рәсәй Федерацияһының мәғариф министрлығы Почет грамотаһы менән бүләкләнгән (2021).
  • Мостафина Руфина Фәлғәт ҡыҙы (01.08.1992) — башҡорт теле һәм әҙәбиәте, рус теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы. Мишкә районы Тирәкәй ауылында тыуған. Башҡорт дәүләт педагогия университеты Бөрө филиалының Филология һәм мәҙәниәт-ара коммуникациялар факультетын (2015) тамамлаған. 20182023 йылдарҙа Ҡарткиҫәк урта мәктәбендә башҡорт теле һәм әҙәбиәте, рус теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы булып эшләй. Асҡын районы башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты ағзаһы (2022).Уҡыусылары төрлө район, республика, регион ара, бөтә Рәсәй кимәлендә үткән конкурстарҙа, фәнни-ғәмәли конференцияларҙа, әҙәби сараларҙа, олимпиадаларҙа («Ватан юлдары буйлап» (20192022), «Кесе фәндәр академияһы» (20192021), «Мостай уҡыуҙары»(2019), "Зәйнәб Биишева уҡыуҙары (2020), « Шәйехзада Бабич уҡыуҙары» (2020), «Солтангәрәев уҡыуҙары» (2021), «Кәүсәрия Шафикова уҡыуҙары» (2021), «Рәми Ғәрипов уҡыуҙары» (2022)) ҡатнашып, призлы урындар яулайҙар. Район админстрацияһының Маҡтау ҡағыҙы менән бүләкләнгән (2022 йыл).
  • Мөхәмәтнурова Илүсә Әхмәтдин ҡыҙы (24.09.1968) . Аскын районы Ҡарткиҫәк ауылында тыуған. Ҡарткиҫәк урта мәктәбен (1985) тамамлаған. Ҡарткиҫәк урта мәктәбендә 19891991 йылдарҙа — китапханасы, 19911993 — пионер вожатый, 19932009 — лаборант, 20092012 йылдарҙа китапханасы булып эшләгән. Эшләгән дәүерҙә хеҙмәт дәрестәрен уҡыта һәм «Хужабикә» түңәрәген етәкләй. Оҫта ҡуллы ирекмән. «Кәңәшләшеү базары» төркөмө төҙөп, меңләп ҡатнашыусылар туплап, файҙалы кәңәштәр менән бүлешеүҙе ойоштора, үҙе төркөмдө әүҙем алып бара, төрлө өлкәлә кәрәкле мәғлүмәт туплап, төркөмдәштәр менән бүлешә.
  • Мәзитова Фәйрүзә Ғабдрахман ҡыҙы (03.01.1955) — Башҡортостан Республикаһының мәғариф алдынғыһы(2003).Бәләбәй педагогия училищеһын(1974) тамамлаған.1974 — 1977 йылдарҙа Ҡарткиҫәк мәктәбендә, 19772018 йылдарҙа Стәрлетамаҡ районы Төрөшлө мәктәбендә башланғыс кластар уҡытыусыһы булып эшләгән. Хеҙмәт ветераны (2009). Тикшеренеү эштәре конкурсына уҡыусыларҙы әҙерләгән өсөн (2009), башланғыс кластар буйынса олимпиада призерҙары әҙерләгән өсөн (2009), «Киләсәккә аҙым» ғилми-практик конференцияға уҡыусылар әҙерләгән өсөн(2013) Стәрлетамаҡ районы мәғариф бүлеге Рәхмәт хаттары. Педагогтарҙың «Яңы быуын ФГОС шарттарында заманса белем биреү технологиялары» фәнни — методик конференция еңеүсеһе(II -се дәрәжәле диплом. 2012)."Башланғыс класс уҡытыусыһының электрон портфолиоһы" конкурсы еңеүсеһе (II дәрәжәле диплом.2013), В.Бианки тыуыуына 120 йыл тулыуға бағышланған саралар конкурсы еңеүсеһе(I — се дәрәжәле диплом. 2014). Рәсәй Федерацияһының мәғариф министрлығы Маҡтау грамотаһы (2009), Башкортостан Республикаһының мәғариф министрлығы Рәхмәт хаты (2010) менән бүләкләнгән.
  • Нурғәлиев Мәснәүи Нурғәле улы (1921- март 1983) — уҡытыусы, 1941—1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышы ветераны. Асҡын районы Ҡарткиҫәк ауылында тыуған.Ҡарткиҫәк башланғыс мәктәбен (1934), Урмияҙҙа 9 класс (1939) тамамлап, Солтанай башланғыс мәктәбендә уҡытҡан. 1940 йылда армия сафына алына. 1941 йылда фронтҡа китә.1943 йылда яралана, контузия ала һәм тыуған ауылына ҡайта. Ҡыҙыл Байраҡ ордены кавалеры (№ 11947054). 19431952 йылдарҙа Ҡарткиҫәк ете йыллыҡ мәктәбендә уҡытыусы булып эшләй. Педагогия училищеһын (1946) тамамлай. 19521957 йылдарҙа Асҡында пропагандист һәм инструктор булып эшләй.1957 йылдан Ҡарткиҫәк мәктәбендә хаҡлы ялға тиклем (1979) география уҡытыусыһы булып эшләгән. Коммунист. Пропагандист.
  • Нурлыҡаева Фәниә Мәүли ҡыҙы (10.12.1955) — хеҙмәт ветераны, 19751982 йылдарҙа Ҡарткиҫәк урта мәктәбендә бер үк ваҡытта лаборант һәм эш башҡарыусы булып эшләгән, хеҙмәт дәрестәрен алып барған. 19841995 йылдарҙа Гөлстан (Үҙбәк ССР) ҡала элемтә үҙәгенең ташыу бүлегендә сортлаусы, 19962011 йылдарҙа Ҡарткиҫәк мәҙәниәт йорто директоры булып эшләп, хаҡлы ялға сыҡҡан. Маҡтау ҡағыҙҙары менән бүләкләнгән.
  • Нәбиуллина Фәнирә Мәүли ҡыҙы (14.06.1959) — педагогик хеҙмәт ветераны (2008), йәмәғәт эшмәкәре, тыуған яҡты өйрәнеүсе. Асҡын районы Ҡарткиҫәк ауылында тыуған. Башҡортостан Республикаһының мәғариф отличнигы (1994). Мәсәғүт педучилищеһын (1978) һәм Башҡорт дәүләт педагогия институтының тарих һәм йәмғиәт белеме факультетын (1985) тамамлаған. Ҡарткиҫәк урта дөйөм белем биреү мәктәбенең тарих һәм йәмғиәт фәне уҡытыусыһы (19782018), бер үк ваҡытта тәрбиә эштәре буйынса директор урынбаҫары (19822018) булып эшләгән. «Мәғариф» өҫтөнлөклө милли проекты сиктәрендә «Рәсәй Федерацияһының иң яҡшы уҡытыусылары конкурсы еңеүсеһе». Рәсәй Федерацияһы президенты В. В. Путин грантын яулаусы (2007)."Ҡатын-ҡыҙ — милләт әсәһе" I республика конкурсының «Ҡатын-ҡыҙ — уҡытыусы» номинацияһы финалсыһы (2014). "Ҡарткиҫәк ағинәйҙәр йәмәғәт ойошмаһы"етәксеһе (2014 йылдан башлап), Ҡарткиҫәк урта мәктәбенең тарих һәм тыуған яҡты өйрәнеү музейын ойоштороусы (2008) һәм етәкләүсе. «Айыҡ ауыл-2019» республика конкурсы дипломанты. 1978 йылдан алып ауыл хәбәрсеһе. Асҡын районының тыуған яҡты өйрәнеүселәр йәмғиәте, Асҡын музейы советы ағзаһы. Ауылда һәм районда күп кенә саралар ойоштороусы, сценарист, алып барыусы. БСТ телевизион каналының «Алтын тирмә» уйынында (2014, 2022), «Бер ауылдың тарихы» проектында, «Юлдаш», «Ашҡаҙар» радиоһы тапшырыуҙарында ҡатнаша. «100 лет образования Республики Башкортостан» (2018), «Ал да нур сәс халҡыңа» (2020) миҙалдары менән бүләкләнгән. 2021 йылдан Башҡорт Википедияһы ирекмәне. Башҡорт Википедияһы ойошторған «Тарихи Башҡортостан топонимияһы», «112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы яугирҙары», «Башҡорттар», «Башҡорт исемдәре» конкурстарының (2021) еңеүсеһе һәм призёры. «Башҡортостан ауылдары» (2022 йылдың 15 мартынан 15 майына тиклем) һәм «Мириада» (2022 йылдың 15 сентябренән 31 октябренә тиклем) конкурстары өсөн Халыҡ-ара сертификаттар менән бүләкләнгән.
  • Нәбиуллина Рима Шамил ҡыҙы (30.01.1957) -Асҡын районы муниципаль районы Советы секретары, район ҡатын — ҡыҙҙар советы рәйесе. Йәрмәкәй районы Яңы Райман ауылында тыуған. Башҡорт дәүләт педагогия институтының физика һәм математика факультетын тамамлаған (1979). Ҡарткиҫәк урта мәктәбендә математика һәм физика уҡытыусыһы (1979 — 1987), Асҡын район мәғариф бүлегендә хеҙмәт уҡытыу инспекторы (1987 — 1994), Ҡарткиҫәк ауыл Советында эштәр менән идара итеүсе (1994 — 2001), Ҡарткиҫәк ауыл хакимиәте башлығы (2001 — 2004), Асҡын район хакимиәтендә мәғлүмәт — аналитика бүлеге әйҙәүсе белгесе (2004 — 2005), Асҡын район хакимиәтендә мәғлүмәт — аналитика бүлеге әйҙәүсе белгесе һәм кадрҙар менән эшләүсе (2005 — 2007) булып эшләгән. 2007 йылдан Асҡын районы муниципаль районы Советы секретары булып эшләй. Наградалары ;«Өлкән уҡытыусы» исеме (1985), миҙалдары «100 лет образования Республики Башкортостан» (2019),“Рәсәй ҡатын – ҡыҙҙар союзы” миҙалы “Ҡатын – ҡыҙҙар хәрәкәтен үҫтереүгә индергән өлөшө өсөн”(2020), «Хеҙмәт даны» миҙалы (2022), «Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыуҙа әүҙем ҡатнашҡан өсөн» билдәһе (2003), БР Үҙәк Һайлау комиссияһы Рәхмәт хаты (2010), Башҡортостан Республикаһы Почет грамотаһы (2012), БР Ҡоролтай Дәүләт Йыйылышы Почет грамотаһы (2017)
  • Нурлыева Зилә Хисаметдин ҡыҙы (1.02.1962), Асҡын районы Ҡыйғаҙы ауылында тыуған. Башҡортостан Республикаһының мәғариф алдынғыһы(1997). Мәсәғүт педучилищеһын(1981)тамамлаған. 19811983 йылдарҙа Мотабаш һигеҙ йыллыҡ мәктәбендә башланғыс кластар уҡытыусыһы булып эшләгән. 19841985 йылдарҙа Асҡын район мәғариф бүлегендә башланғыс кластар методисы вазифаһын башҡарған.Ҡарткиҫәк мәктәбендә 19862019 йылдарҙа башланғыс кластар уҡытыусыһы булып эшләгән. Башҡортостан Республикаһының Маҡтау ҡағыҙы (1993, 1997) менән бүләкләнгән. Хеҙмәт ветераны(2017).
  • Нәүширбанов Вәлим Нәүширбан улы (16.11.1928 — 12.07.1996) — мәктәп директоры, райондың иң әүҙем йәмәғәт эшмәкәре. Асҡын районы Упҡанкүл ауылында тыуған. Ситтән тороп Өфө сәнғәт училищеһын (1951),Октябрҙең 40 йыллығы исемендәге Башҡорт дәүләт университетын башҡорт теле һәм әҙәбиәте белгеслеге буйынса (1962) тамамлаған.1952 — 1956 йылдарҙа Талог ҡасабаһында Мәҙәниәт йорто директоры, 1956 — 1961 йылдарҙа Яңы Ҡарткиҫәк мәктәбендә директор, 1961 — 1966 йылдарҙа Ҡарткиҫәк мәктәбендә директор, тарих һәм география уҡытыусыһы, 1967 — 1990 йылдарҙа Упҡанкүл мәктәбендә тарих, география уҡытыусыһы булып эшләгән. Парторг, партия пропагандисы, һайлау комиссияһы рәйесе, ауыл тарихын яҙыусы, шиғырҙар ижад итеүсе, спектаклдәрҙә («Ҡара йөҙҙәр», «Ғәлиәбаныу», «Ҡыҙ урлау», «Башмағым» музыкаль спектакле һәм башҡа бик күп) иптәше Дания Йосоп ҡыҙы (мәктәптә китапханасы булып эшләгән) менән төп ролдәрҙе килештереп башҡарғандар һәм башҡа күп вазифалар башҡарған ул ғүмер буйы. Үҙ ҡулдары менән ҡурайҙы йыйып, төрлөсә яһап, ҡурайҙа, ғомүмән бөтә музыкаль инструменттарҙа ла оҫта уйнаған. Уның полиграфик яҙыу оҫталығы бөтә балаларына, ейәндәренә күскән. Күп һанлы Маҡтау ҡағыҙҙары, ҡиммәтле бүләктәр менән бүләкләнгән.
  • Рәхимова Мөхлисә Васби ҡыҙы (05.07.1955)- Асҡын районы Ҡарткиҫәк ауылында тыуған. Бәләбәй педагогия училищеһын (1974), Башҡорт дәүләт аграр университетының экономика факультетын (1996) тамамлаған. Ҡарткиҫәк урта мәктәбендә 1974 йылда башланғыс класс уҡытыусыһы булып эшкә башлаған, 1976 йылда физика-математика уҡытыусыһы итеп күсерелгән, 1977 йылдан уҡытыу — тәрбиә эштәре буйынса директор урынбаҫары булып эшләгән. Аскын районы Әмир башланғыс мәктәбендә (1978), Билгеш һигеҙ йыллыҡ мәктәбендә (1985), 1987-1988 уҡыу йылында Өфө районы Миловка урта мәктәбендә башланғыс кластар уҡытыусыһы булып эшләгән.1988-1992 йылдарҙа Башҡорт дәүләт аграр университетында уҡытыу булегендә эшләй.1992-1994 йылдарҙа Асҡын районы администрацияһында экономист, 19942000 йылдарҙа сбербанкта ябай иҡтисад белгесенән идарасы урынбаҫары дәрәжәһенә күтәрелә. 20002002 йылдарҙа Асҡын районы үҙәк больницаһында экономист, баш бухгалтер вазифаларын башкара. 2002 йылдан 2010 йылға тиклем Республика мәҗбүри медицина страхованиеһы фондында баш белгес булып эшләп, хаҡлы ялга сыға. Ҡарткиҫәк урта мәктәбендә эшләгән осорҙа политинформатор, комсомол ойошмаһында йәмәғәт эштәре алып бара, спорт секцияларының етәксеһе булып эшләй, уҡыусы балалар hәм ауыл йәштәре менән концерттар әҙерләп, ауылда, күрше ауылдарҙа концерттар ҡуялар. Билгеш мәктәбендә эшләгәндә ҡатын — ҡыҙҙар советы рәйесе була hәм башҡа йәмәғәт эштәрендә әүҙем ҡатнаша. Эш дәүерендә Маҡтау грамоталары менән буләкләнә. Ҡарткиҫәк мәктәбендә Рәхимова (Хаматова) Мөхлисә Васби ҡыҙының бер туғандары Хәлимуллина (Миңлемөхәмәтова) Фәржиҙә Васби ҡыҙы башланғыс кластар уҡытыусыһы (19681972), Дусалиева (Хаматова) Рәфҡыя Васби ҡыҙы мәктәп китапханаһында (1974), оҙайтылған көн төркөмө тәрбиәсеһе (19751976), 1979 йылда лаборант, ә еңгәһе Хаматова (Мифтахова) Нәфисә Биктимер ҡыҙы рус теле hәм әҙәбиәте уҡытыусыһы, уҡытыу-тәрбиә эштәре буйынса директор урынбаҫары (19711977) булып эшләгәндәр.
  • Солтанова Нажиә Солтан ҡыҙы (15 04 1930 — 21 12 2017)- тыл ветераны, татар теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы. Татарстан Республикаһының Ҡуҡмара районы,Ҡупҡа ауылында тыуған.1930 йылда Асҡын районы,Ҡаҙансы ауылына ҡайталар.1950 йылда Башҡорт дәүләт педагогия институтының татар теле һәм әҙәбиәте факультетына ситтән тороп уҡырға керә, ләкин 4 курсын уҡығандан һуң уҡыуын дауам итә алмай.1949 — 1950 йылдарҙа Баҙансат мәктәбендә, 19501952 йылдарҙа Яңы Мотабаш мәктәбендә, 19521982 йылдарҙа Ҡарткиҫәк мәктәбендә татар теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы булып эшләй. Профсоюз комитеты рәйесе, һайлау комиссияһы рәйесе һәм ағзаһы, агитатор булып эшләгән. Башҡорт АССР- ының мәғариф министрлығы Маҡтау ҡағыҙы (1970), район мәғариф бүлеге Маҡтау ҡағыҙы (1975, 1980).«1941—1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында күрһәткән фиҙакәр хеҙмәт өсөн» миҙалы (2004),Бөйөк Еңеүгә арналған юбилей миҙалдары менән бүләкләнгән.
  • Солтанов Марсель Ғафур улы (10.02.1954) — Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған уҡытыусыһы (2004), Рәсәй Федерацияһының почётлы мәғариф хеҙмәткәре (2005), Башҡортостан Республикаһының мәғариф алдынғыһы (1994). Асҡын районы Арбаш ауылында тыуған. Башҡорт дәүләт педагогия институтының физика һәм математика факультетын тамамлаған (1979). Асҡын районы Ҡарткиҫәк урта мәктәбендә уҡытыу — тәрбиә эштәре буйынса директор урынбаҫары (1979—1985), Ҡарткиҫәк урта мәктәбе директоры (1982 — 83), Өфө художество сәнәғәт колледжында физика һәм информатика уҡытыусыһы (1985—1988), 1988—2000 йылдарҙа директор урынбаҫары, Өфө политехник колледжы директоры (2000—2021) булып эшләгән. 2021 йылдан Өфө технология колледжының юғары категориялы физика уҡытыусыһы. Башҡортостан Республикаһының Почёт грамотаһы (2014), хеҙмәт ветераны миҙалы (2005), Башҡортостан Республикаһының 100 йыллығы миҙалы (2019) менән бүләкләнгән.
  • Солтанова Тәнзилә Сәүбән ҡыҙы (5.08.1957) — Башҡортостан Республикаһының мәғариф алдынғыһы (1998). Татарстан Республикаһының Баулы районы Уруссу ҡасабаһында тыуған. Хеҙмәт ветераны миҙалы (2005). Башҡорт дәүләт педагогия институтының физика һәм математика факультетын тамамлаған (1979). Асҡын районы Ҡарткиҫәк урта мәктәбендә математика уҡытыусыһы (1979—1985), Өфө художество сәнәғәт колледжында юғары категорияле математика уҡытыусыһы (1985—2000), 2009—2014 йылдарҙа уҡытыу эштәре буйынса директор урынбаҫары, Өфө яғыулыҡ — энергетика колледжында математика уҡытыусыһы (2014—2020) булып эшләгән. РСФСР- ҙың мәгариф министрлығының ҡотлау грамотаһы (1986), Башҡортостан Республикаһының мәгариф министрлығы ҡотлау грамоталары (1995,2007,2012) менән бүләкләнгән.2020 йылдан хаҡлы ялда.
  • Сәмиғуллина Фәниә Заһирйән ҡыҙы (09.07.1968) — башланғыс кластар уҡытыусыһы. Асҡын районы Ҡарткиҫәк ауылында тыуған. Мәсәғүт педагогия училищеһын (1987), Бөрө дәүләт педагогия институтын башланғыс класс уҡытыусыһы белгеслеге буйынса (1993) тамамлаған. 1987йылда Асҡын районы Ҡарткиҫәк урта мәктәбендә башланғыс класс уҡытыусыһы булып эшкә башлай.1989 йылда тормошҡа сығыу сәбәпле, Ҡариҙел районы Бағаҙы һигеҙ йыллыҡ мәктәбенең оҙайтылған көн төркөмөндә тәрбиәсе булып эшкә күсә, 1993 йылда башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы,1994 — 2014 йылдарҙа башланғыс кластар уҡытыусыһы булып эшләгән. Мәктәп профсоюз ойошмаһы рәйесе, балалар хоҡуҡтарын яҡлау буйынса йәмәғәт инспекторы, ауыл советына депутат, агитатор, һайлау комиссияһы ағзаһы вазифаларын башҡарған. Район мәғариф бүлегенең Маҡтау ҡағыҙҙары (2006, 2012) менән бүләкләнгән
  • Фасахова Венера Рәзин ҡыҙы ( 13 февраль 1961 йыл - 07 сентябрь 2007 йыл) – Башҡортостан Республикаһының мәғариф алдынғыһы (2000). БАССР-ҙың Кушнаренко районы Илек ауылында тыуған. Башҡорт дәүләт педагогия институтының физика һәм математика факультетын (1983) тамамлаған. Кушнаренко районының Талбазы урта мәктәбендә (1983) хеҙмәт эшсәнлеген башлай. 1984 йылда Асҡын районының Билгеш мәктәбендә эшен дауам итә. 1987 йылдың мартынан Ҡарткиҫәк урта мәктәбендә математика уҡыта. 1987 - 2000 йылдарҙа Ҡубыяҙ урта мәктәбендә уҡытыу һәм тәрбиә эштәре мөҙире, математика уҡытыусыһы булып эшләй. 2000 - 2004 йылдарҙа Асҡын район мәғариф бүлегендә тәрбиә эше буйынса методист, 2004 - 2007 йылдарҙа Асҡын мәғариф бүлегенең кадрҙар буйынса төп инспекторы вазифаһын биләй.
  • Фәүзетдинова Рәфисә Сабит ҡыҙы (03.04. 1965) — физкультура уҡытыусыһы. «Башҡортостан Республикаһының физкультура һәм спорт буйынса иң яҡшы хеҙмәткәре» билдәһе (2003). «Мәғариф» өҫтөнлөклө милли проекты сиктәрендә «Рәсәй Федерацияһының иң яҡшы уҡытыусылары конкурсы еңеүсеһе»(2006). Упҡанкүл һигеҙ йыллык мәктәбен (1980), Стәрлетамаҡ физкультура техникумын (1983), ситтән тороп Башҡорт дәүләт педагогия институтының физик культура факультетын (2000) тамамлаған. 1983 йылда Арбаш урта мәктәбендә физкультура уҡытыусыһы булып эшкә башлай. Тарих, рәсем дәрестәре лә уҡыта. 2022 йылдан Ҡарткиҫәк урта мәктәбендә физкультура, тарих дәрестәре уҡыта. Мәктәптә эшләу дәүерендә уҡытыу — тәрбиә эштәре буйынса директор урынбаҫары вазифаһын, балаларҙың йәйге хеҙмәт лагерын ойоштороусы, женсовет ағзаһы була. Башҡорт АССРы халыҡ мәғарифе фән работниктары профсоюзының Башҡортостан өлкә комитеты Почет грамотаһы (1991),Башҡортостан Республикаһы физкультура, спорт hэм туризм буйынса дәүләт комитеты Почет грамотаһы (1999, 2002). Күп һанда райондың спорт тормошонда, район спорт командаһы составында волейбол, өҫтәл теннисы, йөҙөү, еңел атлетика, саңғы буйынса Почет грамоталары менән бүләкләнгән.
  • Харисова Лидия Ғалишан ҡыҙы (25.07.1952) — мәктәп директоры. Асҡын районы Иҫке Күскилде ауылында тыуған. Хеҙмәт ветераны (1991), ауыл хәбәрсеһе. Башҡортостан Республикаһының мәғариф алдынғыһы (1997).Рәсәй Федерацияһының почётлы дөйөм белем биреү хеҙмәткәре (2006). Арбаш урта мәктәбен(1969), ситтән тороп, Өфө китапхана техникумын(1979), Башҡорт дәүләт педагогия институтының тарих һәм йәмғиәт белеме факультетын(1987) тамамлаған. 1969 йылда Ҡарткиҫәк мәктәбендә пионер вожатыйы булып эшләй башлай, бер үк ваҡытта татар теле, музыка, һуңыраҡ тарих дәрестәрен алып бара. 19912015 йылдарҙа мәктәп директоры вазифаһын башҡарып, хаҡлы ялға китә. Бер нисә тапҡыр ауыл советына депутат булып һайлана,ҡатын — ҡыҙҙар советы рәйесе, урындағы һайлау комиссияһы секретары, ветерандар советы рәйесе вазифаларын башҡара. 2018 йылда «Серҙәштәр» фольклор ансамблен ойоштора. В. И. Ленин исемендәге Бөтәсоюз пионер ойошмаһының Үҙәк Советы Почёт грамотаһы (1973). Бөтәсоюз пионер лагеры(хәҙерге Халыҡ — ара балалар үҙәге) Артекка путёвка. Башҡортостан ВЛКСМ өлкә комитеты Почёт грамотаһы(1977, 1983). РСФСР мәғариф министрлығы Почёт грамотаһы(1990) менән бүләкләнгән.
  • Харисов Әлфис Мини улы (15.11.1953 — 10.03.2011). Асҡын районы Ҡарткиҫэк ауылында тыуған. Һамар өлкәһе Августовка урта мәктәбен (1970), Большглушицк районы 2 — се һанлы профессиональ техник училищеһын(1973) тамамлаған. 19731975 йылдарҙа Совет Армияһында хеҙмәт итә.19761984 йылдарҙа Асҡын районы Ҡарткиҫәк ауылында комплекс бригадала бригадир ярҙамсыһы, агроном, бригадир булып эшләгән. Дыуан ауыл хужалығы техникумының агрономия факультетын ҡыҙыл дипломга (1983)тамамлаған. Ҡарткиҫәк урта мәктәбенә хәрби етәксе Һәм физкультура уҡытыусыһы булып эшкә алына(1984), шул вазифала 2011 йылдың 10 мартына тиклем эшләгән. Стәрлетамак физик культура техникумын(1994) ҡыҙыл дипломға , 2001 йылда Бөрө дәүләт педагогия институтының физик культура факультетының 3 курсын тамамлаған. Гер күтәреү, теннис, саңғы ярыштары буйынса район чемпионы булды. Республика спорт ярыштарында призлы урындар яуланы. Уҡыусылары спорт ярыштарында призлы урындар алды. Ауыл советына депутат булып һайланды, халыҡ дружинаһы етәксеһе булды. Хеҙмәттәре өсөн күп Маҡтау ҡағыҙҙары менән бүләкләнде. Спорттағы еңеүҙәре өсөн күп һанлы миҙалдары мәктәп музейында һаҡлана.
  • Харисов Вадим Әлфис улы (04.07.1974) — физкультура уҡытыусыһы. Асҡын районы Ҡарткиҫәк ауылында тыуған. Ҡарткиҫәк урта мәктәбен (1991), Стәрлетамаҡ физик культура техникумын ойоштороусы уҡытыусы белгеслеге буйынса (1993), Бөрө дәүләт педагогия институтын физик культура педагогы белгеслеге буйынса (2005) тамамлаған. 19931995 йылдарҙа Совет Армияһының Һауа — десант ғәскәрҙәрендә хеҙмәт итә. 1993 йылда Ҡарткиҫәк урта мәктәбендә физик культура уҡытыусыһы булып хеҙмәт юлын башлай. Башҡортостан Республикаһының Физик культура, спорт һәм туризм Министерствоһы Почет Грамоталары (2000, 2004,2008,2019), Намыҫлы хеҙмәте, мәғариф өлкәһендәге ҡаҙаныштары өсөн Рәсәй Федерацияһының мәғариф министрлығы Почёт грамотаһы менән (2020), Рәсәй Федерацияһының спорт министрлығының Бөтә Рәсәй физкультура — спорт комплексы « Хеҙмәткә һәм оборонаға әзер» алтын айырыу билдәһе менән (2021), күп һанлы Башҡортостан Республикаһының йәштәр сәйәсәте һәм спорт министрлығы, Өҫтәлмә белем биреү Асҡын балалар һәм йәштәр спорт мәктәбе , Асҡын, Балтас, Ҡалтасы, Борай, Ҡариҙел, Мишкә райондары, Күмертау хакимиәттәре, спорт комитеттары, Башҡортостан Республикаһы Мосолмандарының Диниә назараты Маҡтау ҡағыҙҙары, Рәхмәт хаттары менән бүләкләнгән. Харисов Вадим Әлфис улы саңгы һәм еңел атлетика, ат сабыштары буйынса күп тапҡырҙар район чемпионы, республика ярыштарында призлы урындар яулаған. Ауылдың «Мәргән уҡсылар» командаһын төҙөп, төрлө район, республика ярыштарында катнашалар, призлы урындар яулайҙар. Ясмин ҡушаматлы аты менән рәттән һигеҙ йыл район ат сабыштарында беренсе урын яулаған. «Терра Башкирии» ат сабыштарында икенсе урын алды (2020). Әле хаҡлы ялға сыҡҡас та ат үрсетеп, ат ҡарап, балаларҙы ат сабыштарына әҙерләй. Уның уҡыусылары йылдың йылында район, республика спорт ярыштарында призлы урындар алып килделәр, уҡыу йорттарына кереп, уңышлы тамамланылар. 2022 йылдың авгусынан хеҙмәт стажы буйынса хаҡлы ялда.
  • Харисова Әлфиә Хиләжетдин ҡыҙы (11.12.1973) — тәрбиәсе, китапханасы. 8 — се класты тамамлағас, каникул ваҡытында өс ай балалар баҡсаһында эшләй (1987), Ҡарткиҫәк урта мәктәбен(1991), Благовещен һөнәрселек училищеһында бухгалтер (1992), Юматово ауыл хужалығы техникумын экономист белгеслеге буйынса (1996) тамамлаған. Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетында мәктәпкәсә белем биреү буйынса яңынан уҡыу үтә (20122014). 3 ай складта үлсәүсе, «Мир» колхозында экономист — кассир (19922001), ауыл мәҙәниәт йортонда художество етәксеһе (20012007) булып эшләгән. 2007 йылдан мәктәптә мәктәпкәсә йәштәге балалар төркөмөндә тәрбиәсе, бер үк ваҡытта 2013 йылдан мәктәп китапханаһында китапханасы булып та эшләй
  • Хоҙайғолова Фәйрүзә Мәсәллим ҡыҙы (10.04.1961). Асҡын районы Ҡарткиҫәк ауылында тыуған. Ҡарткиҫәк урта мәктәбен (1978) тамамлаған. 19781979 уҡыу йылында Ҡарткиҫәк урта мәктәбендә математика уҡытыусыһы булып эшләгән. Бөрө фармацевт училищеһын (1981) тамамлаған. Сибай ҡалаһында 1981 йылдан башлап аптека склад, шәхси аптека, әлеге ваҡытта дәүләт аптекаһы мөдире булып эшләй.
  • Хәзимуллина Таңсулпан Ғәлиәкбәр ҡыҙы (26.06.1959) — Башҡортостан Республикаһының мәғариф алдынғыһы (1996).Әбйәлил районы Салауат ауылында тыуған. Стәрлетамаҡ дәүләт педагогия институтының башҡорт теле һәм әҙәбиәте факультетын (1984)тамамлаған. 19842016 йылдарҙа Ҡарткиҫәк урта мәктәбендә башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы булып эшләй. «Мәғариф» өҫтөнлөклө милли проекты сиктәрендә «Рәсәй Федерацияһының иң яҡшы уҡытыусылары» конкурсында еңеү яулап, Рәсәй Федерацияһы президенты В. В. Путин грантын алған (2009).
  • Хузиәхмәтов Ғалиулла Хузиәхмәт улы (04.09.1938- 13.01.2020) — хеҙмэт ветераны. Социалистик ярыш алдынғыһы (1973, 1978). Асҡын районы Ҡарткиҫәк ауылында тыуған. Арбаш урта мәктәбен (1957) тамамлаған.1957 — 1960 йылдарҙа Совет Армияһында хеҙмәт иткән. 19601961 йылдарҙа Свердловски Турбомотор заводында токарь карусельсы булып эшләгән. 19621963 йылдарҙа Арбаш урта мәктәбендә татар теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы булып эшләй. 19631998 йылдарҙа Ҡарткиҫәк мәктәбендә эшләп, хаҡлы ялға сыға. Башланғыс кластар уҡытыусыһы, өлкән кластарҙа хеҙмәт, һыҙым, рәсем, немец теле, физкультура, физика дәрестәрен уҡыта. Класс етәксеһе, агитатор, мәктәп профсоюз комитеты рәйесе, һайлау комиссияһы рәйесе, ағзаһы, урындағы шағир, ағас эше оҫтаһы, үҙешсән сәнғәт түңәрәге ағзаһы.
  • Хузиева Минзәлә Закир ҡыҙы (07.07.1953) — хеҙмәт ветераны (2015). Ырымбур өлкәһе Пономаревка районы Дүҫмәт ауылында тыуған. Бәләбәй педагогия училищеһын (1972),Стәрлетамаҡ дәүләт педагогия институтының рус теле һәм әҙәбиәте факультетын ситтән тороп (1980) тамамлаған. 19721974 йылдарҙа Асҡын районы Ҡарткиҫәк һигеҙ йыллыҡ мәктәбендә башланғыс кластар уҡытыусыһы булып эшләгән. Агитатор, ауыл советы депутаты вазифаларында һәм йәштәр менән эшләгән.1975-1979 йылдарҙа Стәрлетамаҡ ВЛКСМ ҡала комитетында, медицина училищеһында комсомол комитеты секретары булған.19751976 йылдарҙа Куйбышев ҡалаһында (Самара) Волга буйы уҡыу йорттары өсөн комсомол ойошмаһы секретарҙарын әҙерләү комсомол мәктәбендә уҡыған. 19791980 йылдарҙа комсомол путевкаһы буйынса Сургут ҡалаһында Сибжилстрой" трестындағы 5 һанлы автобазала комсомол ойошмаһы секретары булып эшләй. 19801982 йылдарҙа Лунный МК — 102 ҡаҫабаһында идаралыҡ йорто начальнигы. Сургут., ХМАО . 1980—1992 йылдарҙа балалар менән эшләү буйынса комиссияла, «Запсибэлектросетьстрой» тресты МК −102 (Механизацияланған колонна N 102) хеҙмәтсәндәренең капиталь торлаҡҡа иҫәп тотоуы өсөн яуаплы. 1983 йылдан база үҙгәрә — Ноябрьск ЯНАО . 19821992 йылдарҙа "Ноябрьскэлектросетьстрой " тресты МК — 102 механизация бүлеге инженеры. 19922000 йылдарҙа Дүсмәт урта мәктәбендә тәрбиә эштәре буйынса директор урынбаҫары.2000-2009 йылдарҙа Ноябрьск ҡалаһы ЯНАО округында «Ноябрьскэлектросетьстрой» трестында механизациялау идаралығы инженеры. Бөтә эшләү дәүерендә мәктәп советы ағзаһы. Балалар, йәштәр, ололар менән йәмәғәт эштәрен хаҡлы ялда ла дауам итә.
  • Хузиева Әлифә Әләф ҡыҙы (13 .01. 1958) . Асҡын районы Упҡанкүл ауылында тыуған, мәғариф алдынғыһы. Бөрө дәүләт педагогия институтын(1982) тамамлаған. Рәсәй Федерацияһының халыҡ мәғарифе отличнигы (1992). Ҡарткиҫәк урта мәктәбендә химия фәне уҡытыусыһы(19822021) булып эшләгән. 1987—1988 йылдарҙа мәктәп директоры, 1990 −2015 йылдарҙа уҡытыу — тәрбиә эштәре буйынса директор урынбаҫары вазифаларын башҡарған. Хеҙмәт ветераны (2008). Ата — әсәләр университеты етәксеһе, ауыл советы ҡырында ойошторолған хоҡуҡ боҙоу осраҡтарын киҫәтеү, һайлау комиссиялары секретары, агитатор булған.
  • Хузиева Айгөл Вәлиәхмәт ҡыҙы (07.04.1983) — Бөрө дәүләт социаль педагогия академияһының химия һәм биология факультетын(2009) тамамлаған. 20092010 йылдарҙа Янаул районы Юғамаш ауылында пионер вожатыйы, химия һәм биология фәндәре уҡытыусыһы. 2011 йылда Башнефтьтә лаборант.2015-2017 йылдарҙа Ҡарткиҫәк урта мәктәбендә химия һәм биология уҡытыусыһы, уҡытыу — тәрбиә эштәре буйынса директор урынбаҫары. 2017 йылдан Нижневартовски ҡалаһында: экологик лабораторияла инженер — химик, 2020 йылдан ҡала һыу каналда химик анализлау лаборанты.
  • Хузиев Рифғәт Минниәхмәт улы (22.05.1963) — физика, технология, рәсем уҡытыусыһы. Асҡын районы Ҡарткиҫәк ауылында тыуған. Бәләбәй ауыл хужалығы техникумын техник — механик, ойоштороусы белгеслеге буйынса (1986) тамамлаған. Ҡарткиҫәк урта мәктәбендә 1989 йылдан башлап производствоға, хеҙмәткә өйрәтеү буйынса инструктор булып эшләгән, әлеге ваҡытта физика, технология, рәсем, хәүефһеҙлек һәм йәшәү эшмәкәрлеге нигеҙҙәре (ОБЖ) дәрестәрен уҡыта.
  • Шаһиев Рәфиҡ Ғабдулла улы (28.03.1940 — 01.11.2018) — һуғыш балаһы, мәктәп директоры. Хеҙмәт ветераны (1988). РСФСР халыҡ мәғарифы отличнигы (1990), Рәсәй Федерацияһының почётлы дөйөм белем биреү хеҙмәткәре (2001). Асҡын районы Ҡубыяҙ ауылында тыуған. Урмияҙ урта мәктәбен (1957),Башҡорт дәүләт университетының география факультетын (1969) тамамлаған.1959 — 1966 йылдарҙа Үтәш, Ҡушкүл, Ольховый ключ башланғыс мәктәптәрендә башланғыс класс уҡытыусыһы булып эшләгән.1966 — 1975 йылдарҙа Ҡарткиҫәк һигеҙ йыллыҡ мәктәбендә , 1975 йылда Ҡаҙансы урта мәктәбендә, 1976 йылда Төлгөҙбаш һигеҙ йыллыҡ мәктәбендә директор вазифаһын башҡарған.1977 — 1980 йылдарҙа Ленин исемендәге колхозда партком секретары булып эшләгән. 1980 йылда Ҡуяштыр һигеҙ йыллыҡ мәктәбе интернатында тәрбиәсе, 1982—2007 йылдарҙа Ҡуяштыр һигеҙ йыллыҡ мәктәбе директоры булып эшләп, хаҡлы ялға сыға. «Социалистик ярыш еңеүсеһе — 1974» (1975) билдәһе, " В. И. Лениндың тыуыуына 100 йыл тулыу айҡанлы фиҙаҡар хеҙмәт өсөн " юбилей миҙалы менән бүләкләнгән.