Эстәлеккә күсергә

Ираҡ

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Ираҡ Республикаһы
ғәр. الجمهورية العراقية аль-Джумхури́я аль-Ираки́я сорани کۆماری عێراق Комари Ирак
Ираҡ гербы
Флаг
Девиз: «Аллаһ бөйөк (الله أكبر)»
Гимн: «Моя Родина»
Үҙаллылыҡ датаһы 3 октябрь 1932Бөйөк Британиянан)
Рәсми телдәр Ғәрәп теле[1] һәм ҡорд телдәре[1]
Баш ҡала Бағдад
Эре ҡалалар Бағдад, Мосул
Идара итеү төрө Парламент республикаһы Де-юре, 2005 йылдағы референдумда ҡабул ителгән Конситуцияға ярашлы.
Президент

Вице-президент

Джаляль Талабани

Нури аль-Малики

Дәүләт дине ислам
Территория
• Бөтәһе
• % һыу өҫтө
57
435 052 км²
1,1
Халыҡ
• Һаны (2014)
• Халыҡ тығыҙлығы

36 004 552[2] чел. (44)
82,7 чел./км²
КПҮИ (2011) 0,573 (уртаса') (132 урын)
Валюта Ираҡ динары (IQD, код 368)
Интернет-домен .iq
Код ISO IQ
МОК коды IRQ
Телефон коды +964
Сәғәт бүлкәте 3

Ира́ҡ (ғәр. العراق‎, сорани عێراق), рәсми атамаһы — Ира́ҡ Республикаһы (ғәрәп. جمهورية العراق‎‎, сораниکۆماری عێراق) — Яҡын Көнсығыштағы дәүләт. 2014 йылда халҡы 36 миллиондан күберәк, территорияһы — 435 052 км². Халыҡ һаны буйынса донъяла — 39-сы, территорияһы буйынса 57-се урында тора.

Баш ҡалаһы — Бағдад. Дәүләт телдәре — ғәрәп һәм сорани теле. Федератив дәүләт, парламент республикаһы. 2014 йылдың 24 июлендә президент вазифаһына Фуад Масум ултыра. 18 провинцияға (мухафаз) бүленә.

Месопотамия уйһыулығында, Тигр һәм Евфрат йылғалары үҙәнендә урынлашҡан. Илдең көньяҡ-көнсығыш ярҙарын Фарсы ҡултығы һыуҙары йыуа. Ҡоро ерҙә көньяҡ-көнсығышта Кувейт, көньяҡта Сәғүд Ғәрәбстаны, көнбайышта Иордания һәм Сүриә, төньяҡта Төркиә һәм көнсығышта Иран менән сиктәш. Этномәҙәни күп төрлөлөгө менән айырыла. Халҡының 95 проценты самаһы ислам динен тота, ҡалған 5 проценты нигеҙҙә Көнсығыштың Ассирия сиркәүенә ҡарай.

Аграр ил. 2014 йылға ҡарата һатып алыу һәләте паритеты буйынса эске тулайым продукция 522,7 миллиард АҠШ долларын тәшкил итә. Аҡса берәмеге — Ираҡ динары.

Илдең бойондороҡһоҙлоғо 1932 йылда иғлан ителә. 1958 йылда Иордания короллеге менән берҙәм Ғәрәп Федерацияһы ойошторола. 1979 йылдың 16 июлендә Бағдадта һарай түңкәрелеше була — ил президенты әл-Бакр отставкаға ебәрелә; 1979—2003 йылдарҙа Ираҡ президенты Саддам Хөсәйен була. 2003 йылдың мартында коалиция көстәре баҫып инеүе һөҙөмтәһендә Саддам Хөсәйендең хакимлығына нөктә ҡуйыла.

Ираҡтың бойондороҡһоҙлоғона һәйкәл 1991 йылғы купюрала.

Месопотамияның Тигр һәм Евфрат йылғалары үҙәнендәге уңдырышлы өлкәһе Аккад, Вавилония һәм Ассирия кеүек боронғо цивилизациялар тыуыу урыны булып тора. Месопотамия ерҙәрендә тәүге дәүләттәр беҙҙең эраға тиклем IV меңъйыллыҡта барлыҡҡа килә. Оҙаҡ ваҡыт хәҙерге Ираҡ территорияһы Фарсы һәм Селевкидтар дәүләте составында була.

636 йылда Месопотамияны ғәрәптәр яулап ала һәм үҙҙәре менән ислам динен индерәләр. 762 йылда Бағдад Ғәрәп Хәлифәтенең үҙәгенә әйләнә һәм 1258 йылда монголдар баҫып алып, Бағдадты емереп, хәлифәне үлтергәнгә тиклем ошо статусын һаҡлай.

  • 1534 йылда Месопотамия территорияһын төрөк-ғосмандар яулап ала һәм ул Ғосман империяһы составында була.
  • 1914 йылда Британия ғәсәкрҙәре Ираҡтың көньяғына баҫып инә, 1918 йылда иһә тотош территорияны тигәндәй үҙ контроленә ала.
  • 1921 йылда Ираҡ короллеге иғлан ителә (ғәрәпсә «ярҙар араһындағы ер») Милләттәр Лигаһының Бөйөк Британияға биргән Месопотамия территорияһына хоҡуҡ мандаты 1932 йылға тиклем ғәмәлдә була.

2005 йылда ҡабул ителгән Конституция буйынса, Ираҡ — халҡының өс төп этнодини общинаһы: шығый ғәрәптәр, ғәрәп сөнниҙәр һәм ҡурдтар консенсусы нигеҙендә ойошторолған федератив парламент республикаһы.

Саддам Хөсәйен режимы ваҡытында сөнниҙәр бер ни тиклем ил менән идара итә, ә һуңынан оппозицияла булалар. 2005 йылдың ғинуарында үткән Ойоштороу йыйылышына һайлауҙарҙа, нигеҙҙә шығый ғәрәптәр һәм ҡурдтар ҡатнаша. Сөнни ғәрәптәр һайлауҙарҙы бойкотлай. Сөнки Ойоштороу йыйылышында улар бөтөнләй булмай һәм илдең сәйәси тормошонан бөтөнләй ситләштереләләр.

2005 йылдың көҙөндә сөнниҙәр партияһы үҙ яҡлыларҙы 15 октябрҙә референдумға сығарылған яңы конституция проектын кире ҡағырға саҡыра. Улар был документтың шығыйҙар һәм ҡурдтар тарафынан көсләп тағылыуы һәм илдең дәүләт һәм территориаль бөтөнлөгөн ҡаҡшатасағын белдерә. Сөнниҙәр фекеренсә, проектта нығытылғанса Ираҡты федерализациялау төньяҡта — ҡурдтарға, көньяҡта шығыйҙарға нефть табыуҙан алған килемде үҙҙәре тотоноу мөмкинлеген бирә. Ғәрәп илдәре лигаһы килеп ҡыҫылғас ҡына сөнниҙәрҙең ҙур ойошмаһы — Ираҡтың ислам партияһы конституция проектын хупларға ризалаша. Үҙ сираттарында шығыйҙар менән ҡурдтар документтың бәхәсле пункттарын еренә еткереп эшләү өсөн парламент комиссияһы ойошторорға һүҙ бирә. 2005 йылдың 15 декабрендә уҙған Милли ассамблея — парламент һайлауҙарында шығыйҙарҙың Берләшкән Ираҡ альянсы 275 урындың 140 мандатына эйә булып, еңеү яулай һәм күпселек фракцияһы булып тора. Сөнниҙәр — 18, Ҡурд партиялары альянсы 75 мандатҡа эйә була. Ҡалған урындар төрлө ваҡ дини һәм этник партиялар араһында бүленә.

2010 йылдың 7 мартында үткән һайлауҙарҙа элекке сөнниҙәр оппозицияһы көтмәгәндә еңеү яулай. Элеке премьер-министр Айяд Аляви етәкләгән «Закон дәүләте» блогы парламентта 325 урындың 91-енә эйә була. Хөкүмәттең ғәмәлдәге башлығы Нури әл-Малики блогы бер мандатҡа ғына кәмерәк урын ала. Өсөнсө урында 70 мандат менән Ираҡ милли альянсы, ә ҡурд партияларына 43 урын ҡала.

Күп төбәктәрҙә власть хәрби хәрәкәттәрен туҡтатҡан баш күтәреүселәр ойошмаларын ҡулында ҡала. Уларҙың иң ҙуры — Ираҡтың ислам партияһы. Ул үҙенең атамаһына ҡарамаҫтан, БААС йәшерен партияһының хәрби ойошмаһы булып тора.

Милли ассамблея (Ираҡ парламенты) 325 урынлы[4], партия исемлеге буйынса һайланған Вәкилдәр советынан тора. Юғары палата (Союз советы) әлегә ойошторолмаған.

Хөкүмәт (министрҙар кабинеты) парламенттың иң ҙур фракцияһы тарафынан булдырыла һәм уға премьер-министр етәкселек итә. Шығыйҙар хөкүмәтте халыҡтың башҡа төркөмдәре фекерен иҫәпкә алмай ғына төҙөргә уйлаһа, АҠШ милли берҙәмлек хөкүмәте итеп төҙөүҙе һәм вазифаларҙы түбәндәгесә бүлеүҙе: премьер-министр вазифаһына (Ираҡ конституцияһы буйынса төп вазифа) — шығый, президент итеп- ҡурд, парламент рәйесе итеп сөнни вәкилен тәғәйенләүҙе талап итә. Был вазифалы шәхестәрҙең ике урынбаҫары етәкселәрен тулыландырырға, йәғни берәр вице-президент урынынһәр саҡ шығыйҙар һәм сөнниҙәр биләргә тейеш була. Американдарҙың талабы шығыйҙарҙа, бигерәк тә премьер-министр Ибраһим әл-Джаафариҙа ҡәнәғәтһеҙлек тыуҙыра, әммә американдарға уларҙы инандырыу мөмкин була. 2006 йылдың апрелендә Ибраһим әл-Джаафариға урынын Муктад әс-Садрҙың һәм Ираҡтың рухи лидеры, бөйөк аятулла Али әл-Систаниҙың яҡлауында булған Джавад (Нури) әл-Маликиға ҡалдырырға тура килә.

2008 йылда Ираҡта булған рәсәйле Лоуренс Месопотамский[5] раҫлауынса, хөкүмәт илде генә түгел, хатта Бағдадты ла контролләмәй. Уның яҡынса баһалауы буйынса, Бағдад үҙәгендә фатирҙарҙың 80 — 90 проценты ташландыҡ. «Йәшел зона» һәм Ҡурдистандан башҡа, Ираҡтың халыҡ йәшәгән биләмәләрендә ут һәм һыу юҡ, отелдәрҙә кискеһен шәхси электр генераторҙары эшләй. Телетапшырыуҙар эфиры юҡ, бары тик юлдаш тапшырыуҙары ғына бар, уларҙы үҙҙәренең электр генераторҙары[6] булған халыҡтың бай ҡатламы ғына ҡарай ала. Халыҡтың күпселеге ҡасандыр абруйлы булған үҙәктән сит илгә ҡасҡан[7].

2008 йылда Бағдадҡа 40 000 ҡасаҡ ҡайта[8]. 2009 йыл башында күсемһеҙ милек һатыу менән шөғөлләнеүсе Бағдад компанияларының береһенең директоры ҡасаҡтар ҡайтыуға бәйле, фатирҙарға һиҙелерлек хаҡ артыуын билдәләй һәм быны тәү сиратта һуғыш тамамланыу менән аңлата[9].

Рәсәй журналисы Надежда Кеворкова раҫлауынса, Ираҡта бөтөн юлдар ҡыйратылған, юл буйы территориялары тапалып, шымарып бөткән, 7 йыл оккупация осоронда ауыл хужалығы тулыһынса юҡҡа сыҡҡан, төҙөлөш эштәре адып барыу мөмкин түгел, оккупация режимы реконструкция үткәреүҙе күҙаллау мөмкинлеге бирмәй[10].

Сәнәғәт етештереүе үҫеше 2007 йылда 7,9 процент тәшкил итһә, 2008 йылда — 10,5 процент (донъяла 11-се урын), 2009 йылда 3,4 процент ҡына була[11]. Эске тулайым продукция үҫеше 2007 йылда 1,5 процент, 2008 йылда 9,5 процент, 2009 йылда 4,3 процент тәшкил итә[12].

Бер үк ваҡытта нефть табыу ниндәйҙер кимәлдә һаҡланып ҡалһа ла, уны сит илгә һатыу, бигерәк тә Төркиәгә, бик йыш күҙәтелгән саботаж арҡаһында тотороҡло түгел.

Парламент һайауҙары 2010 йылдың 7 мартында үтеүгә ҡарамаҫтан, еңеүсе партиялар ғауғалашып, яңы парламент ойоша алмай һәм бары тик 10 ноябрҙә генә хөкүмәт формалаштырыу һәм власть бүлешеү тураһында килешеү мөмкин була.

Ираҡтың этно-дини төркөмдәре
     Ғәрәп шығыйҙары      Ғәрәп сөнниҙәре      Курдтар      Айсорҙар (әссүриәлеләр)      Езидиҙәр      Ираҡ төркмәндәре
Йыл Халҡы
10000 б.э. тиклем 60 000
1000 б.э. тиклем 3 000 000
500 б.э. тиклем 5 000 000
1 3 000 000
500 5 000 000
1000 5 000 000
1500 1 000 000
1900 2 000 000
1950 7 000 000
2000 24 000 000
2014 31 000 000
2030 (фараз) 51 000 000
2100 (фараз) 293 000 000

2009 йылғы баһалауҙар буйынса, Ираҡта яҡынса 31 млн халыҡ йәшәй[13].

Ҡайһы бер мәғлүмәттәргә ярашлы, Ираҡта шығыйҙар халыҡтың 65 процентын тәшкил итә, сөнниҙәр — 35 процент (күрәһең, бары тик мосолман халҡы ғына күҙ уңында тотолалыр)[12]. Башҡа мәғлүмәттәр буйынса (һөҙөмтәләре БМО-ға тапшырылған 1997 йылғы халыҡ иҫәбен алыу), илдә, киреһенсә, сөнниҙәр — 66, шығыйҙар 34 процент[14]. 1997 йылғы халыҡ иҫәбен алыу Ираҡ Ҡурдистанының өс провинцияһында уҙғарылмай, шуға күрә ҡайһы бер эксперттар уның һөҙөмтәләрен шик аҫтына ҡуя[15].

Шығыйҙар — көньяҡта, ҡурдтар — төньяҡта, христиандар тарҡау йәшәй.

Саддам Хөсәйен хакимлығы осоронда шығыйҙар власть органдарында әҙ була һәм АҠШ, илгә баҫып инер алдынан, уларҙың ярҙамына өмөтләнә. Әммә шығыйҙар яйлап американдарға ҡаршы йыһат иғлан итә. Шығыйҙарҙың ҡаршылыҡ үҙәге булып Махди армияһы тора. Уны формаль рәүештә шығый лидеры Муҡтад әс-Садр етәкләй.

Ираҡта 850 мең ассириялы йәшәй. 2003 йылда Саддам Хөсәйендең режимы ҡолатылғандан һуң, уларҙы урлау, үлтереү, ҡорамдарын яндырыу күренештәре башлана.

Ираҡтағы бөгөнгө ғәрәптәрҙең, ҡурдтарҙың, Ираҡ туркомандарының, американдарҙың һәм Төркиә төрөктәренең ҡатмарлы мөнәсәбәттәре шау-шыу тыуҙырыуы менән билдәле булған «Долина волков: Ирак» нәфис фильмында асыҡ һүрәтләнә. Фильмды төшөрөүселәр уны аныҡ ваҡиғаларға нигеҙләнгән, тип билдәләй[16].

2014 йылдың февралендә «Шәхси статус тураһында Джаафари ҡануны» ҡабул ителә. Элек егеттәр һәм ҡыҙҙар 18 йәштән никахҡа инә алһа, яңы ҡанун егеттәргә — 15, ҡыҙҙарға 9 йәштән никахлашырға рөхсәт бирә[17].

Саддам Хөсәйен осоронда Ираҡтың вице-президенты ҡурд сығышлы Таха Ясин Рамаҙан була[18]. Ираҡтың иң тыныс төбәге булып ярымбойондороҡһоҙ «Ҡурдистан төбәге» тора. Унда элек бер-береһе менән дошманлашҡан ҡурд партиялары: Эрбильи һәм Дахук провинцияларының ҙур өлөшөн контролдә тотҡан Ҡурдистандың демократик партияһы (ҠДП — ДПК, лидеры Масуд Барзани) менән төп ҡалаһы Сөләймания булған Ираҡ Ҡурдистанының көньяҡ өлөшөндә власть урынлаштырған Ҡурдистандың патриотик союзы (ҠПС — ПСК, лидеры Джаляль Талабани) үҙ-ара килешә. Формаль берҙәмлеккә ҡарамаҫтан, Ираҡ Ҡурдистанының ике өлөшө лә айырым һәм төрлөсә идара ителгән территориялар. Был ойошмалар Ираҡ Ҡурдистанын Саддам Хөсәйен Фарсы ҡултығындағы һуғышта еңелгәндән һуң үҙ контроленә ала.

2003 йылдың март-апрелендә Ираҡ армияһын тар-мар иткәндән һуң, ПСК һәм ДПК-ға буйһонған пешмерга (хәрби) ҡурд отрядтары Азат Ҡурдистандан артабан хәрәкәт итеп, Киркук һәм Мосулды, уларҙың эргәһендәге курдтар йәшәгән биләмәләрҙе үҙ контроленә ала һәм киң күләмле таҙартыу операциялары үткәрә, Саддамдың «ғәрәпләштереү» сәйәсәте барышында ҡурдтарҙан тартып алынған ерҙәрҙән ғәрәп күскенселәре ҡыуыла.

Был бер яҡтан ғәрәптәр яғынан, икенсе яҡтан Киркук нефть үҙәгендә ҡурдтарҙың контроль булдырыуҙарынан ҡурҡҡан Төркиә тарафынан ҙур ҡаршылыҡтар тыуҙыра һәм, һөҙөмтәлә, Ираҡта бойондороҡһоҙ Ҡурдистан ойошторолоуы Төркиәнең үҙендә ҡурдтар хәрәкәтенең көсәйеүенә килтерә. Анкара аҙсылыҡта булған төрки телле туркомандарға ҡарата репрессиялар башланыуҙан ҡурҡып, рәсми белдереү яһай.

2003 йылдан ике ҡурд партияһы ла бер төптән эшләй: власть мәсьәләләре ике етәксе араһындағы килешеү буйынса хәл ителә, килешеүгә ярашлы уларҙың береһе — Ираҡ президенты, икенсеһе Ираҡ Ҡурдистаны президенты булып һайланырға, ә вазифалар һәм парламенттағы урындар 50-гә 50 формулаһы буйынса бүленергә тейеш була. Шуға күрә 2005 йылдың 15 декабрендәге парламент һайлауҙарына ҡурд партиялары бер исемлектән үтә һәм 275 урынлыҡ парламентта 53 урын ала.

Шунда уҡ Ираҡтың яңы Конституцияһын ҡабул итеү «Ҡурдистан төбәгенең» киң автономияһына рөхсәт бирә. Шул уҡ ваҡытта ҡурд партияларының маҡсаты бойондороҡһоҙлоҡ түгел, ә федерация була. Йәғи был көсһөҙ үҙәк власы шарттарында ҡурд хакимдары американдарҙың өнһөҙ ризалығы менән үҙ территорияларында нисек теләй шулай хакимлыҡ итә, тигәнде аңлата. 2005 йылдың апрелендә Талабани Ираҡ президенты итеп һайлана.

2006 йылдың 16 матында, газ ҡулланыу һөжүменә 18 йыл тулғанда, Талабани контролендә булған Халабджа ҡурд ҡалаһында киң күләмле тәртипһеҙлектәр башлана. Ҡоторған халыҡ төркөмө «газландырыу» мемориаль музейын яндыра, уның барлыҡ экспонаттарын юҡҡа сығара. Полицияның ут асыуы һөҙөмтәһендә 14 йәшлек үҫмер һәләк була, бер нисә кеше яралана. Ярһыған халыҡ музейҙың 80 мең кеше йәшәгән ҡалала Ираҡ Ҡудистаны властары тиҫтә йыл эсендә төҙөгән берҙән-бер бина булыуын, шул уҡ ваҡытта һыу, электр менән тәьмин итеү, юлдарҙы асфальтлау мәсьәләләре бөтөнәй хәл ителмәй, «беҙ был алдаҡсыларҙан (ҡурд сәсәймәндәренән) туйҙыҡ һәм уларҙы ҡалала күргебеҙ килмәй»[19][20], тип белдерә.

Ираҡ Ҡурдистанында сикле плюрализм йәшәй, Ираҡ Коммунистар партияһының[21] филиалы — актив, маоист йүнәлешендәге ҙур булмаған компартия эшләй. Шул уҡ ваҡытта исламистар партияһы эшмәкәрлеге рөхсәт ителмәй. Ансар әл-Исламдың ойошмаһы Халабджда ойошторған исламист анклавы 2003 йылда Американың утҡа тотоуынан һуң бөтөрөлә, әммә ҡурд исламистары Ираҡ Ҡурдистанынан ситтә лә йәшерен актив эш алып бара.

2005 йылдың 12 июнендә Ҡурдистан парламенты Масуд Барзаниҙы төбәк президенты тип иғлан итә. 2006 йылдың майында Ҡурдистан парламенты Эрбилдағы (ДПК) һәм Сөләйманиялағы (ПСК) ике көнәркәш идара үҙәге урынына берҙәм хөкүмәтте раҫлай. Яңы кабинетты Масуд Барзаниҙың туғаны Нечирван Барзани етәкләй. Вице-премьер вазифаһын ПСК вәкиле Омар Фәттәх биләй. Яңы хөкүмәткә 26 берләштерелгән министрлыҡ буйһона. Финанстар, юстиция, эске эштәр һәм пешмерг эштәре (хәрби) министрлыҡтары алдағы 6-12 айҙа үҙ-аллы эшләй. 2009 йылдың 25 июлендә Барзани дөйөм һайлауҙарҙа 68 процент тауыш йыйып, президент итеп һайлана.

2009 йылдың яҙында ПСК-нан Талабаниҙың элекке урынбаҫары Нуширван Мостафа етәкселегендә «Горран» («Перемены» — «Үҙгәрештәр») хәрәкәте айырылып сыға. Ул идара итеүсе ике партияға ла ҡәтғи оппозицияла тора, уларҙы коррупцияла һәм демократик ҡарашта булмауҙа ғәйепләй. 2009 йылдың 25 июлендә төбәк парламент һайлауҙарында 111 урындың 25-енә эйә була. «Горрандан» башҡа Ҡурдистан парламентында Ҡурдистандың ислам хәрәкәте һәм Ҡурдистандың ислам төркөмөнөң 10 депутаты ла оппозицияла тора.

Рәсәй менән мөнәсәбәте

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Ираҡ Рәсәй Федерацияһы менән дипломатик мөнәсәбәттәргә эйә.

  • 1944 йылдың 25 авгусы — 9 сентябре — миссиялар кимәлендә дипломатик мөнәсәбәттәр булдырыла.
  • 3—8 ғинуар, 1955 йыл — Ираҡ хөкүмәте дипломатик мөнәсәбәттәрҙе өҙә.
  • 18 июль, 1958 йыл — илселек кимәлендә дипломатик мөнәсәбәттәрҙе тергеҙеү тураһында килешеүгә өлгәшенелә.

Ираҡ конституцияһы — 2005 йылдың 15 октябрендә ҡабул дөйөм халыҡ референдумында ҡабул ителгән төп закон. Ул 5 бүлектән тора, ҡайһы бер бүлектәре главаларға бүленә, главалар — тематик өллөштәргә. Конституцияла даими һәм ваҡытлы положениелар бар, һуңғыларының мөҙҙәте төп зпконда билдәләнгән. Барлыҡ ваҡытлы положениеларҙы ла иҫәпкә алып, Ираҡ Конституцияһында барлығы 144 статья иҫәпләнә.

Иҡтисад һәм финанстар

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Дөйөм торошо, төп күрһәткестәр

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

2014 йылда һатып алыу һәләте паритеты буйынса тулайым эске продукт 526,1 миллиард АҠШ доллары тәшкил итеп, донъяла 36-сы урында тора[22] (йән башына 15 300 АҠШ долл. — донъяла 102-се урын[23]). Шул уҡ йылда иҡтисадтың түбәнәйеүе 2,1 процент күләмендә билдәләнә[23]. Килем — 86,03 млрд АҠШ долл., сығым — 97,57 млрд АҠШ долл., бюджет дефициты — тулайым эске продукттан 5,2 процент тәшкил итә[23]

Ираҡ ғәрәптәренең традицион кейеме төньяҡ ғәрәптәренең бәҙүән костюмына яҡын. Ир-ат аҫҡа табан тарайып киткән аҡ ыштан һәм билбау (натак) менән быуып ҡуйылған оҙон күлдәк (дишдаша) кейә. Һыуыҡ ваҡытта уның өҫтөнән плащ (аба) кейелә. Баш кейеме булып баш тирәләй уралған йөн жгут (агаль) ярҙамында бәйләнгән яулыҡ (яшмаг) хеҙмәт итә. Киң таралған аяҡ кейеме — ағас йәки күн сандалый, байыраҡтар араһында — йомшаҡ туфлиҙар. Көньяҡ Ираҡтағы дөгө үҫтереүселәр һәм балыҡсыларҙың кейеме бик йыш янбаштағы бәйләмесиән генә тора.

Ҡатын-ҡыҙ кейеме ыштандан, йәштәрҙә сағыу төҫтәге, ололарҙа ҡара төҫтәрҙәге оҙон күлдәктән (атаг), ебәк йәки йөн плащ-абанан тора. Баштарына ҡара яулыҡ ябыналар, уның аҫтынан маңлайҙарына яҫы туҡыма (чардаг) бәйләйҙәр. Эйәктән түшкә икенсе яулыҡ (фута) төшә; изге урындарға хаж ҡылыусы ҡатын-ҡыҙҙар аҡ яулыҡ ябына.

  1. 1,0 1,1 1,2 1,3 4.1 // Конституция Иракской Республики — 2005.
  2. Embassies overseas of Republic of İraq 2014 йыл 8 февраль архивланған.: جريدة الصباح تنشر احصائية وزارة التخطيط لعدد نفوس سكان العراق لسنة 2014 йыл 8 февраль архивланған.
  3. https://data.iana.org/time-zones/tzdb-2021e/asia
  4. Отчёт о командировке в Республику Ирак с 5 по 9 марта 2010 года члена ЦИК России Сиябшаха Магомедовича Шапиева 2011 йыл 22 ноябрь архивланған. Новости ЦИК России
  5. Багдадский бульвар
  6. Достойный отдых для радикала, или Туризм в аду 2009 йыл 12 октябрь архивланған.
  7. Специальный репортаж из Ирака 2010 йыл 23 март архивланған.
  8. Refugees return to transformed Saab al Boor, Iraq
  9. Boom time in Baghdad: Return of refugees puts heat under property prices
  10. Багдад сегодня
  11. Iraq Industrial production growth rate
  12. 12,0 12,1 CIA — The World Factbook 2018 йыл 24 декабрь архивланған.
  13. Iraq. International Monetary Fund. Проверено 27 апреля 2009.
  14. Le désarroi des sunnites irakiens,Courrier International № 1046, стр.18, цит. по Al-Moslim (Dallas)
  15. В Ираке пройдет первая за 22 года перепись населения
  16. Волчья долина — Ирак 2013 йыл 13 сентябрь архивланған.
  17. Уж замуж невтерпеж // LENTA.RU от 6 мая 2014
  18. ИНТЕРВЬЮ С САЛАХОМ АЛЬ-МУХТАРОМ (Часть 3) 2016 йыл 4 март архивланған.
  19. Halabja Monument to Kurdish victims of gas massacre 2010 йыл 28 август архивланған.
  20. Kurdish clash at Halabja memorial
  21. Официальный сайт компартии Ирака
  22. CIA — The World Factbook — Country Comparison:: National product 2011 йыл 4 июнь архивланған. // CIA; в рейтинге ЦРУ у Ирака 37-е место, минус Евросоюз, который не является страной
  23. 23,0 23,1 23,2 Iraq (ингл.). CIA (14 октябрь 2015). — Справка по Ираку на официальном сайте ЦРУ. Дата обращения: 14 октябрь 2015. 2018 йыл 24 декабрь архивланған.