Полоний
Полоний | |
Кем хөрмәтенә аталған | Польша |
---|---|
Асыусы йәки уйлап табыусы | Мария Склодовская-Кюри һәм Пьер Кюри |
Асыу датаһы | 1898 |
Элемент символы | Po[1] |
Химик формула | Po[2] |
Каноническая формула SMILES | [Po][2] |
Атом һаны | 84 |
Электр кирелеге | 2 |
Ионный радиус | 0,97 ангстрем[3] |
Полоний Викимилектә |
Полоний (лат. Polonium, Po) — Менделеевтың периодик таблицаһының 6-сы осор, 16-сы төркөм элементы. Тәртип номеры — 84. Халькогендар төркөмөнә ҡарай. Нормаль шарттарҙа йомшаҡ радиоактив металл, көмөшһыу-аҡ төҫтә[4][5].
Символы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Полоний элементының символы — Po (Полоний тип уҡыла).
Тарихы һәм атаманың килеп сығышы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Элемент 1898 йылда Пьер Кюри һәм Мария Склодовская-Кюри тарафынан уран ыҫмалалы рудаһында асыла[6]. Улар 18 июлдә Париж Фәндәр академияһы ултырышында докладта беренсе тапҡыр асыш тураһында хәбәр итәләр. Элемент Мария Склодовская-Кюриның тыуған яғы — Польша (лат. Polonia) хөрмәтенә исем ала[5]
1902 йылда немец ғалимы Вильгельм Марквальд яңы элемент аса. Ул уны радиотеллур тип атай. Кюри, асыш тураһындағы яҙманы уҡып, был — улар тарафынан дүрт йыл элек асылған полоний элементы, тип хәбәр итә. Марквальд бындай баһа менән килешмәгән һәм уларҙың төрлө элементтар булыуын белдергән. Элементтар менән бер нисә эксперименттан һуң Марквальд үҙ хатаһын танырға мәжбүр була.
Полонийҙың 0,1 мг беренсе өлгөһө 1910 йылда алына.
Тәбиғәттә
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Полоний радионуклидтары тәбиғи радиоактив рәт составына инә:
- 16Po (Т1/2 = 0,145 с) и 212Po (Т1/2 = 2,99·10−7 с) — Th рәбенә;
- 215Po (Т1/2 = 1,781·10−3 с) и 211Po(Т1/2 = 0,516 с) — в ряд 235U.
Шуға күрә полоний һәр саҡ торий һәм уран минералдарында була. Полонийҙың ер ҡабығындағы тотороҡло йөкмәткеһе — массаһы буйынса яҡынса 2·10−14 %[4].
Үҙенсәлектәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Полоний — көмөшһыу-аҡ йомшаҡ радиоактив металл.
Металл полоний һауала тиҙ окислана . Полоний диоксиды (РоО2)x һәм полоний монооксиды РоО билдәле. Галогендар менән тетрагалогенидтар ойоштора. Кислоталар йоғонтоһонда Ро2+ катиондары барлыҡҡа килеп, алһыу төҫлө иретмә хасил була:
Полоний продукттарҙа
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Полоний-210 аҙ ғына миҡдарҙа тәбиғәттә бар һәм тәмәкелә туплана[7][8][9], һөҙөмтәлә тәмәке тартыусыларҙың һаулығына зыян килтерә. Бүтән тәбиғи полоний изотоптары бик тиҙ тарҡала, шуға күрә тәмәкелә тупланып өлгөрә алмай. «Тәмәке етештереүселәр был элементты 40 йыл элек тапҡан, уны юҡҡа сығарырға ынтылыштар һөҙөмтә бирмәй», — тиелә 2008 йылда америка Стэнфорд университетының һәм Майо Рочестер клиникаһы тикшеренеүселәре яҙған мәҡәләлә.
Ағыулылығы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Полоний-210 артык ағыулы, радиотоксинлы һәм канцерогенлы, ярым тарҡалыу осоро 138 көн 9 сәғәт. Уның сағыштырма активлығы (166 ТБк/г) шул хәтле оло, хатта альфа-киҫәксә генә нурланһа ла, уға ҡул менән ҡағылырға ярамай, сөнки тире генә түгел, бәлки бөтә организм ағыуланыуы мөмкин: полоний тире аша шаҡтай еңел үтә. Ул аралыҡ булғанда ла ҡот осҡос хәүефле. Шуға күрә полоний-210 менән герметик бокста ғына эшләйҙәр.
Иҫкәрмә
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Wieser M. E., Coplen T. B., Wieser M. Atomic weights of the elements 2009 (IUPAC Technical Report) (ингл.) // Pure and Applied Chemistry — IUPAC, 2010. — Vol. 83, Iss. 2. — P. 359–396. — ISSN 0033-4545; 1365-3075; 0074-3925 — doi:10.1351/PAC-REP-10-09-14
- ↑ 2,0 2,1 POLONIUM (ингл.)
- ↑ (unspecified title) — ISBN 0-8493-0485-7
- ↑ 4,0 4,1 Глав. ред.: Н. С. Зефиров. Химическая энциклопедия / Н. С. Зефиров. — Москва: Большая Российская Энциклопедия, 1995. — Т. 4. — С. 53. — 639 с. — (5 томов). — 20 000 экз. — ISBN 5852700924.
- ↑ 5,0 5,1 [www.xumuk.ru/bse/2178.html Полоний] — Ҙур совет энциклопедияһында мәҡәлә
- ↑ E. Rutherford. Radioactive Substances and Their Radiations. — Лондон: Forgotten Books. — С. 20. — 699 с. — ISBN 1451001983, 9781451001983.
- ↑ Tobacco Smoke / EPA Radiation Protection (инг.): «tobacco leaves used in making cigarettes contain radioactive material, particularly lead-210 and polonium-210».
- ↑ Tso T. C., Harley N., Alexander L. T. Source of Lead-210 and Polonium-210 in Tobacco (инг.) // Science. — 1966. — В. 3738. — Т. 153. — С. 880—882. — DOI:10.1126/science.153.3738.880
- ↑ Muggli Monique E., Ebbert Jon O., Robertson Channing, Hurt Richard D. Waking a Sleeping Giant: The Tobacco Industry’s Response to the Polonium-210 Issue (инг.) // American Journal of Public Health. — 2008. — Т. 98. — № 9. — С. 1643—1650. — DOI:10.2105/AJPH.2007.130963
Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Полоний// Большая советская энциклопедия : [в 30 т.] / гл. ред. А. М. Прохоров. — 3-е изд. 20-й т. — М. : Советская энциклопедия, 1969—1978.
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Полоний//Большая российская энциклопедия(недоступная ссылка)
- Полоний . Популярная библиотека химических элементов. Дата обращения: 28 август 2013.
- «What is polonium-210?» (инг.)
1 | 2 | 3 | 4 | 5 | 6 | 7 | 8 | 9 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15 | 16 | 17 | 18 | |||||||||||||||||||||||||||
1 | H | He | ||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||
2 | Li | Be | B | C | N | O | F | Ne | ||||||||||||||||||||||||||||||||||||
3 | Na | Mg | Al | Si | P | S | Cl | Ar | ||||||||||||||||||||||||||||||||||||
4 | K | Ca | Sc | Ti | V | Cr | Mn | Fe | Co | Ni | Cu | Zn | Ga | Ge | As | Se | Br | Kr | ||||||||||||||||||||||||||
5 | Rb | Sr | Y | Zr | Nb | Mo | Tc | Ru | Rh | Pd | Ag | Cd | In | Sn | Sb | Te | I | Xe | ||||||||||||||||||||||||||
6 | Cs | Ba | La | Ce | Pr | Nd | Pm | Sm | Eu | Gd | Tb | Dy | Ho | Er | Tm | Yb | Lu | Hf | Ta | W | Re | Os | Ir | Pt | Au | Hg | Tl | Pb | Bi | Po | At | Rn | ||||||||||||
7 | Fr | Ra | Ac | Th | Pa | U | Np | Pu | Am | Cm | Bk | Cf | Es | Fm | Md | No | Lr | Rf | Db | Sg | Bh | Hs | Mt | Ds | Rg | Cn | Uut | Fl | Uup | Lv | Uus | Uuo | ||||||||||||
8 | Uue | Ubn | Ubu | Ubb | Ubt | Ubq | Ubp | Ubh | ||||||||||||||||||||||||||||||||||||
|