Ураҙа
Иман шарттары |
Исламдың биш нигеҙе |
Шәхестәр |
Ураҙа — мосолмандар өсөн фарыз булған биш ғәмәлдең өсөнсөһө. Ул Рамаҙан айының тәүге көнөндә башлана һәм ай дауамында дауам итә.
Фарыз ураҙанан тыш, байрам көндәрҙән башҡа ваҡытта ла сөннәт ураҙа тоторға мөмкин. Рамаҙан айы мосолманды нәфсеһен тыйып тоторға өйрәтә, ул ваҡытын ғибәҙәттәргә күберәк бүлә, изге эштәр башҡара. Ураҙаны Рамаҙан айында бәлиғ һәм сәләмәт булған кешеләр һәммәһе лә тоторға тейеш.
Ураҙа башланыуы тәртибе
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Яңы ай күренеүен барлыҡ мосолман донъяһы көтә, сөнки Рамаҙан ай урағы күренгән мәлдән башлана. Ҡайһы ваҡыт Айҙы Ер шарының бер яғында күреп, уны Сәғүд Ғәрәбстанында күрмәүҙәре ихтимал. Шуға күрә ураҙа тотоуҙа бер көнгә айырма килеп сыҡҡылай. Мәҫәлән, 2018 йылда шулай килеп сыҡты, Рәсәй мосолмандары ураҙаны 16 майҙа тота башланы, шул уҡ ваҡытта Сәғүд Ғәрәбстаны һәм башҡа бер нисә мосолман илендә, Ай күренмәүен сәбәп итеп, ураҙа башын 17 майға ҡалдырҙылар [1][2]
Ураҙа тота башлау көнөнән иҫәпләп Ураҙа байрамын билдәләйҙәр. Бер көнгә айырма менән башлау байрамдың да төрлө ваҡытта билдәләнеүенә килтерә.
Ҡөрьән Кәримдә Ураҙа тураһында
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Мосолмандар Ҡөрьән сүрәләренә тулыһынса буйһона:
Эй һеҙ, иман килтергән кешеләр! Һеҙгә ҡәҙәр йәшәгән кешеләргә бойоролған кеүек, һеҙгә лә ураҙа тоторға фарыз ителә — моғайын, һеҙ Аллаһынан ҡурҡыусы булырһығыҙ! һаналған көндәрҙә; әгәр һеҙҙән берәү сирле булһа йәки сәфәрҙә булһа, ул уаҡыт ошо көндәрҙең һанынса башҡа көндәрҙә ураҙа тотор. Ә инде көсө еткән кешеләргә — фәҡир-фоҡараны ашатыу менән фидйә түләргә. Берәү изгелекте үҙ ирке менән эшләһә, был уның өсөн хәйерле. Һеҙҙең ураҙа тотоуығыҙ үҙегеҙ өсөн хәйерле, әгәр белһәгеҙ! Рамаҙан айында кешеләргә ҡулланма өсөн һәм тура юлды аңлатыу һәм дөрөҫлөк менән ялғанды айырыу өсөн Ҡөрьән иңдерелде, һәм бына һеҙҙән кем был айға килеп етә, уны ураҙала үткәрһен, әгәр ул сирле йәки сәфәрҙә булһа, ул уаҡытта башҡа көндәрҙән шул тиклем уаҡыт тотор. Алла һеҙгә еңеллек теләй, ауырлыҡ теләмәй, һәм һанды тултырыуығыҙҙы һәм һеҙҙе тура юлға күндергән өсөн Алланы ололауығыҙҙы теләй — моғайын, һеҙ Аллаһыға шөкөр итерһегеҙ! Минең ҡолдарым һинән Минең турала һораһа, Мин бит яҡын, Мине саҡырғанда, Мин саҡырыусыға яуап бирәм. Улар ҙа Миңә яуап бирһен, һәм Миңә иман килтерһен — моғайын, улар тура юлдан китер! Ураҙа төнөндә һеҙгә ҡатындарығыҙға яҡынлыҡ ҡылырға рөхсәт ителә. Улар — һеҙгә кейем, һеҙ — уларға кейем. Алла һеҙҙең үҙ-үҙегеҙҙе алдағанығыҙҙы белде, һеҙгә ҡайтты һәм һеҙҙе ғәфу итте. Ә хәҙер инде ҡатындарығыҙға яҡынлыҡ ҡылығыҙ, һәм Аллаһ яҙғанды эҙләгеҙ. Таңда һеҙҙең алдығыҙҙа аҡ еп менән ҡара еп айырылғансы ашағыҙ һәм эсегеҙ, бынан һуң ураҙаны төнгә тиклем дауам итегеҙ. Тәҡүәлек менән мәсеттәрҙә булған ваҡытта ҡатындарығыҙға яҡынлыҡ ҡылмағыҙ. Бына шулай Аллаһының сиге, яҡынлаша күрмәгеҙ уларға! Бына шулай аңлата Аллаһ әҙәмдәргә үҙеңең аяттарын — моғайын, улар Аллаһынан ҡурҡыусы булырҙар! |
Харам ғәмәлдәр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ураҙа тотҡанда тәмәке тартыу, сәхәрҙән алып ауыҙ асҡанға тиклем дарыу эсеү, енси яҡынлыҡ тыйыла. Ураҙала харам ризыҡтарҙан башҡа бар нәмәне лә ашарға рөхсәт ителә, тик ваҡытты боҙмау талабы мотлаҡ.
Тәрәүих намаҙы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Тыйылған ғәмәлдәрҙән тыш, был айҙа мосолмандар Аллаһы тәғәлә ризалығы өсөн мөмкин тиклем күберәк изге ғәмәлдәр ҡылырға тырыша.
Рамаҙан айының һәр көнөндә, биш тапҡыр фарыз намаҙҙан тыш, йәстү намаҙынан һуң һәр төн егерме рәҡәғәткә тиклем тәрәүих намаҙы уҡыла. Уны йәмәғәт менән уҡыу хәйерле һанала. Витр намаҙынан алда тәрәүих намаҙы уҡылырға тейеш.
Егерме рәҡәғәтте икешәр рәҡәғәт итеп унға бүлеп, йәки дүртәр рәҡәғәт итеп бишкә бүлеп уҡырға мөмкин.
Тәрәүих намаҙын яңғыҙ ҙа уҡырға була, ләкин йәмәғәт менән мәсеттә уҡыу сөннәт. Тәрәүих намаҙы йәмәғәт менән уҡылған ерҙә витр намаҙы ла йәмәғәт менән уҡыла. Ураҙаны боҙған осраҡта мосолман уны аҙағынан ҡаза ҡылып ҡуйырға тейеш, әммә тороп ҡалған тәрәүих намаҙы ураҙа бөткәс ҡаза ҡылынмай.
Ураҙаға ниәт ҡылыу
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Сәхәр ашағандан һуң.
Ураҙа ниәте: Нәүәйтү ән әсуумә саумә шәһри Рамаҙаанә минәл-фәжри иләл-мәғрәби хаалисал-лилләәһи тәғәәләә. АЛЛАҺУ ӘКБӘР.
Мәғәнәһе: АЛЛАҺЫ ТӘҒӘЛӘНЕҢ ризалығы өсөн таң атҡандан алып ҡояш байығанға тиклем Рамаҙан айының ураҙаһын тоторға ниәт иттем.
Ауыҙ асыу (ифтар) доғаһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ауыҙ асҡанда уҡый торған доға:
«Аллааһүммә ләкә сумту үә бикә әәмәнтү үә ғәләйкә тәүәккәлтү үә ғәләә ризҡыкә әфтартү фәғфирлии йәә ғаффәәрү мә ҡаддәмтү үә мәә әххартү».
Мәғәнәһе:
Йә, Аллаһ, ошо ураҙамды мин һинең өсөн генә тоттом үә мин һиңә генә иман килтерҙем, үә һиңә тәүәккәл ҡылдым, үә һинең ризығың менән ауыҙымды асам. Әй, гонаһтарҙы ғәфү итеүсе Аллаһ, инде минең элекке гонаһтарымды ла, хәҙерге гонаһтарымды ла ярлыҡа.
Хәләл ризыҡ мотлаҡлығы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ураҙала ғына түгел, башҡа ваҡытта ла мосолман ризығының хәләл булыуын ҡәтғи күҙәтергә тейеш. Хәләлгә саҡ ҡына харам ҡушылған булһа ла, тотош ризыҡ харам иҫәбенә инә. Мәҫәлән, сыр ҡайнатҡанда сусҡа майы ҡушылыуы ихтимал, бындай ашамлыҡ харамға сыға.
Һеҙгә шулар тыйыла: үләкһә, ҡан, сусҡа ите, Алланың исеменән башҡаның исеме әйтеп салынған, быуып һәм бәреп үлтерелгән, бейектән йығылып төшөп үлгән һәм мал һөҙөп үлтергән хайуан ите, — йола буйынса боғаҙланғандан башҡа, — емтек ашаусы йыртҡыс ите һәм шулай уҡ һын алдында салынған ҡорбан ите һәм уҡ менән бүлеүегеҙ. Былар — боҙоҡлоҡ. Бөгөн иман килтермәгәндәр һеҙҙең динегеҙҙән өмөтһөҙләнде. Уларҙан ҡурҡмағыҙ. Минән ҡурҡығыҙ! Бөгөн Мин һеҙҙең өсөн диңгеҙҙе теүәлләнем һәм Үҙемдең ниғмәтемде тамамланым. Ислам динен һеҙгә дин итеп ҡәнәғәтләндем. Әгәр берәй кеше аслыҡ сәбәпле гонаһҡа ауышмайынса (ашарға) мәжбүр булһа, ул саҡта Алла ярлыҡаусы, шәфҡәтле! |
حُرِّمَتْ عَلَيْكُمُ الْمَيْتَةُ وَالدَّمُ وَلَحْمُ الْخِنْزِيرِ وَمَا أُهِلَّ لِغَيْرِ اللَّهِ بِهِ وَالْمُنْخَنِقَةُ وَالْمَوْقُوذَةُ وَالْمُتَرَدِّيَةُ وَالنَّطِيحَةُ وَمَا أَكَلَ السَّبُعُ إِلَّا مَا ذَكَّيْتُمْ وَمَا ذُبِحَ عَلَى النُّصُبِ وَأَنْ تَسْتَقْسِمُوا بِالْأَزْلَامِ ۚ ذَٰلِكُمْ فِسْقٌ ۗ الْيَوْمَ يَئِسَ الَّذِينَ كَفَرُوا مِنْ دِينِكُمْ فَلَا تَخْشَوْهُمْ وَاخْشَوْنِ ۚ الْيَوْمَ أَكْمَلْتُ لَكُمْ دِينَكُمْ وَأَتْمَمْتُ عَلَيْكُمْ نِعْمَتِي وَرَضِيتُ لَكُمُ الْإِسْلَامَ دِينًا ۚ فَمَنِ اضْطُرَّ فِي مَخْمَصَةٍ غَيْرَ مُتَجَانِفٍ لِإِثْمٍ ۙ فَإِنَّ اللَّهَ غَفُورٌ رَحِيمٌ
Ураҙала башҡорт милли аш-һыуына өҫтөнлөк биреү — дөрөҫ туҡланыу нигеҙе булыр, улар энергияны һаҡларға булышлыҡ итә, ҡорот иһә ризыҡтың тейешенсә эшкәртелеүенә ярҙам итә.
Ҡатын-ҡыҙ ураҙаһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ҡатын-ҡыҙға күрем ваҡытында ураҙа тотоу тыйыла, йөклөлөк һәм бала тапҡандан һуңғы осорҙарҙа тотмаҫҡа рөхсәт ителә. Айлығы башланыуын белеү менән һыу эсеп, ураҙаны туҡтаталар, сөнки ундай хәлендә ураҙа тотоу гонаһ ғәмәлгә инә. Ифтар (ауыҙ асыу) ваҡыты инеп өлгөрмәҫтән, ваҡыт әҙ генә ҡалған булһа ла ураҙа боҙолған иҫәпләнә.
Тотолмай ҡалған көндәр өсөн улар башҡа ваҡытта ураҙа тотоп, көндәрен тултырып ҡуялар (ҡаза ҡылыу). Күрем (айлыҡ) ваҡытында уҡылмай ҡалған намаҙҙар иһә ҡаза ҡылынмай [3]
Зәкәттәр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Рамаҙан айында мосолмандар өс төрлө зәкәт түләй:
- фытыр саҙаҡаһы;
- фидиә саҙаҡаһы;
- мал-мөлкәттән саҙаҡа — зәкәт. Был төр саҙаҡа мал-мөлкәте нисабтан уҙһа ғына түләнә.
Фиҙиә саҙаҡаһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Рамаҙан айында кеше алты сәбәп менән ураҙа тота алмауы мөмкин:
- Беренсеһе — сәләмәтлек булмау. Һауыҡҡас, ул кеше ураҙаһын көнгә-көн тотоп бөтөрә.
- Икенсе сәбәбе — сәфәрҙә булыу. Ләкин сәфәр менән сәфәр араһында айырма бар. Әгәр кеше транспортта йөрөп,яҡын аралыҡта булып, юлы ауырлыҡ тыуҙырмай икән — ураҙаны боҙорға дәлил юҡ. Ә инде кисектергеһеҙ сәбәптәр арҡаһында кеше йыраҡ юлға сыға, ураҙа тотоуы ауыр була икән, ураҙаһын кисектереп тора һәм Рамаҙан айы үткәс көнөнә-көн тотоп ҡуя — ҡаза ҡыла.
- Мөслимә (мосолман ҡатын) йөклө булғанда йәки бала имеҙгәндә, балаға йә үҙенең һаулығына зыян килерҙәй булһа, ураҙа тотмаҫҡа рөхсәт ителә. Өлар фиҙиә түләмәй, аҙағынан ҡаза ҡылып ҡуйырға тейеш була
- Ҡартлығы арҡаһында ураҙа тота алмаған кеше фиҙиә саҙаҡаһы түләп, ураҙаһын ҡаза ҡыла
- Түҙә алмаҫлыҡ сарсау йәки асығыу арҡаһында ураҙаһын өҙөргә мәжбүр булыу. Был осраҡта һыуһынды йә асығыуҙы баҫырлыҡ ҡына ашап алырға ла, башҡаса ашамаҫҡа. Был көн өсөн фиҙиә түләнмәй, башҡа ваҡытта ураҙа тотоп ҡаза ҡылына.
- Ныҡ ауыр эш арҡаһында ашарға кәрәк булыу. Фиҙиә түләнмәй, көнөнә-көн ҡаза ҡылына [4]
Әгәр кеше төҙәлмәй торған дауамлы ауырыу икән, йә ҡартлыҡ буйынса ураҙа тота алмаған булһа, бындай осраҡта фиҙиә саҙаҡаһы түләргә тейеш була. Әгәр кешенең фиҙиә түләрлек хәле юҡ икән, унан бурыс төшә һәм ул үҙе саҙаҡа ала торған кеше булыуы ихтимал. Был осраҡта уның төп бурысы — саҙаҡа өсөн доға ҡылып ҡуйыу.
Фиҙиә саҙаҡаһын бер фәҡиргә лә, бер нисәһенә бүлеп тә бирергә була [5] .
Фытыр саҙаҡаһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Фытыр саҙаҡаһы (Зәкәт әл-фитр) (ғәр. زكاة الفطر — ураҙа саҙаҡаһы) — Рамаҙан айы аҙағында, Ғәйет намаҙына тиклем фәҡирҙәргә, мохтаждарға бирелә торған бирелә торған вәжиб саҙаҡа .Миҡдарын ҡайҙа нимә үҫеүенә ҡарап 1 сағ бөртөклө матдәләрҙән сығып иҫәпләнә. Европала бойҙай йә арпа, Көньяҡ-Көнсығыш Азияла — дөгө, Яҡын Шәреҡтә — хөрмә менән иҫәпләнә. Сағ (ғәр.صاع) — был 4 ҡуш ус бөртөклө күләме. Ул 3,300 г (хәнәфи мәҙһәбтә), йәки 2,176 г (башҡа сөнни мәҙһәбтәрҙә) тип һанала.
Хәнәфи мәҙһәбтә ярты сағ, йәғни 1,650 г бирелә[6].
Ауыҙ астырыу йолаһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Башҡорт халҡында ураҙа мәлендә ауыҙ астырыу йолаһы бар. Быны өҫтәмә сауап өсөн дә, үҙе ураҙа тота алмаған осраҡта фиҙиә иҫәбенән дә эшләйҙәр.
Бер көн дә ураҙа тота алмаған кеше йәки 60 кешене ауыҙ астыра, йәки 30 кешене ифтар ашатып, сәхәргә етерлек ризыҡ бирә. Ураҙа тотҡан кешене ауыҙ астыртыу ураҙаға торошло тип һанала.Мөхәммәт Пәйғәмбәрҙең шундай хәҙисе бар:
«Кем ураҙа тотҡан кешене ашатһа, шуға ураҙа сауабы булыр, ураҙа тотҡан кешенең сауабы ла кәмемәҫ» ( Әхмәт ән-Нәсәи тапшырған хәҙис)
Сөннәт Ураҙа
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Мосолмандарҙа ошо көндәрҙә сөннәт ураҙа тоторға кәңәш ителә:
- һәр дүшәмбе йә кесе йома;
- ай календары буйынса 13, 14 һәм 15 көндәрҙә;
- зөлхизә айының тәүге ун көнөндә;
- мәхәррәм айының 9,10,11 йәки 9-10 йәки 10-11 көндәрендә;
- шәүүәл айының 6 көнө буйына;
- зөлхизә айының 9-сы көнөндә.
Сығанаҡтар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Гогиберидзе Г. М. Исламский толковый словарь. — Ростов н/Д: Феникс, 2009. — 266 с. — (Словари). — 3000 экз. — ISBN 978-5-222-15934-7.
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Пост — одно из лучших лекарств 2010 йыл 28 апрель архивланған.
- Рамадан. Пост в Священный Месяц: смысл, правила, действия 2009 йыл 20 август архивланған.
- Книги о мусульманском посте
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Фетва Совета улемов СМР и ДУМ РФ о Рамадане
- ↑ Европейский совет по фетвам объявил дату начала Рамадана
- ↑ Критические дни, регулы и соблюдение поста [1].
- ↑ 6 случаев, когда разрешено не соблюдать пост
- ↑ Кому и когда выплачивается фидья-садака? [2].
- ↑ Как и кому выдавать Закят аль-фитр
- ↑ Накормить постящегося – получить большое воздаяние [3].