Эстәлеккә күсергә

Ҡыймаҡ ҡағанлығы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Ҡимаҡ ҡағанаты

IX быуаттың 2-се яртыһы — XI быуаттың 1-се яртыһы
Баш ҡала

Имаҡ (Ҡимаҡ)

Телдәр

төрки

Майҙаны

1,5 млн км2

Халҡы

ҡыймаҡтар

Преемственность

← Ҡаңғар берләшмәһе

Ҡыймаҡ ҡағанлығы (Ҡимаҡ ҡағанаты) — IX быуаттың 2-се яртыһынан XI быуаттың 1-се яртыһында булған күп ҡәбиләле төрки телле дәүләт. Көнбайышта Волга йылғаһынан алып көнсығышта Алтайға һәм Иртыш йылғаһына тиклем, төньяҡта Көньяҡ Уралдан башлап көньяҡта Ете йылғаға тиклем территорияны үҙ эсенә алған.

Көнсығыш Төрки, Уйғыр ҡағанлыҡтары тарҡалғандан һуң IX быуаттың 2-се яртыһында Ҡыймаҡ ҡағанлығы барлыҡҡа килә. Төп халҡы — ҡыймаҡтар (ҡимаҡтар, йәмәктәр). Дәүләт башында хаҡан (ҡаған, X быуатҡа ҡәҙәр ябғу) торған[1].

Ҡағанлыҡ сиктәре ғәрәп һәм фарсы сығанаҡтары (VIII быуат уртаһы — XI быуат) буйынса билдәләнә. Көньяҡ-көнсығышта (Ысыҡ-Күлдән Балхаш күленә ҡәҙәр) һәм көньяҡта ҡағанлыҡтың күршеләре ҡарлуҡтар (Жунгар Алатауы аръяғында уйғыр-туғыҙуғыҙҙарҙы алыштырған) була; көнсығышта (Иртыш йылғаһы буйлап) — боронғо хаҡастар (Ҡырғыҙ ҡағанлығы); көнбайышта (Арал диңгеҙе буйынан Урал тауҙарына тиклем) — уғыҙҙар. Көнбайыштағы сик асыҡ була: солох йылдарында ҡышын ҡимаҡтар уғыҙҙарҙың ерҙәрендә, ә йәйен — уғыҙҙар ҡимаҡтар ерендә күсеп йөрөйҙәр.

IX быуат аҙағына ҡарай Ҡыймаҡ ҡағанлығының территорияһы киңәйә һәм уның төньяҡ-көнбайыш күршеләре башҡорттар булып китә.

Сығанаҡтарҙа ҡағанлыҡтың өс өлөшө телгә алына: төньяҡ-көнбайышта — «Ан­дар аз-кыф­чак» (халҡының йолалары уғыҙ йолаларына оҡшаш), көнсығышта — «Кыр­кыр­хан» (Ир­ты­ш йылғаһынан Тар­ба­ғатайға ҡәҙәр, һуңғыһы сығанаҡтарҙа «Гир­гир» тип телгә алына; халҡының йолалары боронғо хаҡастарҙың йолаларына оҡшаш), һәм шулай уҡ ҡайҙа урынлашыуы билдәле булмаған «Йаг­сун-йа­су» өлкәһе. Моғайын был һүрәтләү илдең үҙәккә һәм ике ҡанатҡа бүленеүен күрһәтә (Хунну дәүләтендә һәм Төрки ҡағанатында ла ошондайыраҡ бүленеш булған).

Ҡағанлыҡтың дәүләт ҡоролошо тураһында аҙ билдәле. Династия нәҫеленә ҡараған ҡағандың власы көслө булған; атлы һәм йәйәүле ғәскәрҙәр сығарған өлкәләргә мираҫ буйынса эйә булған 11 идара итеүсе ҡағанға буйһонған. Ҡаған алтын менән тегелгән кейем һәм таж кейеп йөрөгән. Судьялар, кәңәшселәр, писарҙәр була. Һалымдар йыйыла.

Ҡағанлыҡтың рәсми дине — манихейлыҡ. Был дин үҙенең Ҡырғыҙ ҡағанатынан ҡалған йәнәсәй рун яҙыуы, китаплылығы һәм ғибәҙәт структураһы менән бергә ҡабул ителә. Шулайҙа илдә башлыса шаманлыҡ, унан аҙыраҡ — ислам һәм тәңрелек таралыу алған.

Сығанаҡтар эре тораҡ пункттарҙы (мәҫәлән, Чу­бин (Жу­бин)) һәм 16 ҙур, яҡшы нығытылған ҡаланы телгә ала. Һуңғылары араһынан өсәүһе Алакүл буйында урынлашҡан — Ка­ран­тия, Га­ган (ебәк оҫталығы менән билдәле булған) һәм Дахра; Тентек йылғаһы буйындағы Да­му­рия һәм Са­ра­ус, шулай уҡ Бан­ждар, Ха­на­уш, Фа­ва­рег булған. Ҡалаларҙа кешеләр күп йәшәгән, уларҙа наместниктар һәм гарнизондар, һаҡланылған склад, баҙарҙар һәм ғибәҙәтханалар булған. Сик буйында тауҙарҙа һәм мәғдән усаҡтары янында ҡәлғәләр һәм замоктар (мәҫәлән, Дахлан) булған. Һигеҙ ҡала Иртыш буйында урынлашҡан, шул иҫәптән Ас­тур, Си­сан, Ман­ша­нах һәм баш ҡалалар — иҫкеһе һәм яңыһы (тимер ҡапҡалар менән), улар ғәрәп тра­ди­циялары буйынса эт­но­ни­м менән аталған — Имаҡ (Ҡыймаҡ). Әлеге ваҡытта ҡағанлыҡ ҡалалары ар­хео­ло­гтар тарафынан табылмаған, уларҙың урынлашыуы башлыса ҡағандың улы әл-Джанах ибн Хаҡан әл-Ҡимаҡи тарафынан ғәрәп телендә яҙылған китап (X быуат аҙағы — XI быуат башы) буйынса билдәләнә.

Ҡыймаҡ ҡағанлығында каруан юлдары, йылға караптары һәм кәмәләре булған, әйләнештә баҡыр тәңкә йөрөгән. Ҡағанлыҡ мосолман сауҙәгәрҙәренә бик яҡшы билдәле булған: Һырдаръяның түбәнге ағымынан, Талас йылғаһынан һәм Фирғәнән ҡағанлыҡҡа барған юлдар тасуирланған.

Ҡыймаҡ ҡағандары әүҙем тышҡы сәйәсәт алып барған. Әл-Масудиға ярашлы, ҡимаҡтар, уғыҙҙар һәм ҡарлуҡтар берләшмәһе IX быуат аҙағына ҡарай Арал буйынан бәшнәктәрҙе, башҡорттарҙы һ.б. ҡыҫырыҡлап сығара. Ҡырғыҙ ҡағанлығы Ҡыймаҡ ҡағанлығына ҡаршы Иртыш йылғаһы буйлап гарнизондар тотҡан, шул уҡ ваҡытта уның менән даими рәүештә сауҙа иткән: Иртыштан юл Йәнәсәйгә һәм курыкандарға (Байкал буйындағы халыҡ) йүнәлгән.

Яҙма сығанаҡтар мәғлүмәттәре буйынса, XI быуаттың 1-се яртыһында Төньяҡ Ҡытайҙан кидандар тарафынан ҡыҫырыҡлап сығарылған ҡай һәм ҡундарҙың ябрылыуы һөҙөмтәһендә Ҡыймаҡ ҡағанаты йәшәүенән туҡтай.

  • Алёхин Ю. П. 1998 : Курган кимакской знати на Рудном Алтае. // Сохранение и изучение культурного наследия Алтайского края. Вып. IX. Барнаул: 1998. С. 201—203.
  • Арсланова Ф. Х. 1991 : Некоторые образцы наконечников стрел кимаков Верхнего Прииртышья. // Проблемы средневековой археологии Южной Сибири и сопредельных территорий. Новосибирск: 1991. С. 67-77.
  • Кудряшов К. В. Половецкая степь. — М., 1948.
  • Кумеков Б. Е. Страна кимаков по карте ал-Идриси. // Страны и народы Востока, т. Х. 1971. С. 194—198.
  • Кумеков Б. Е. Государство кимаков IX—X вв. по арабским источникам. — Алма-Ата: «Наука», — 1972. 156 с.
  • Кызласов Л. Р. Торговые пути и связи древнехакасского государства с Западной Сибирью и Восточной Европой //Западная Сибирь в эпоху средневековья. — Томск, — 1984.
  • Могильников В. А. Кимаки. — Сросткинская культура. — Карлуки. // Степи Евразии в эпоху Средневековья. Серия: Археология СССР. — М.: 1981, С. 43-46.
  • Плетнёва С. А. Кочевники Средневековья: поиски исторических закономерностей / Отв. ред. акад. Рыбаков Б. А. — М.: «Наука», 1982. — 190 с.
  • Савинов Д. Г. Расселение кимаков по археологическим данным. // Прошлое Казахстана по археологическим источникам. Алма-Ата: 1976.
  • Савинов Д. Г. Этнокультурные связи енисейских кыргызов и кимаков в IX—X вв. // ТС 1975. М.: 1978. С. 209—225.
  • Савинов Д. Г. К исторической оценке генеалогической легенды кимаков. // Краткое содержание докладов Лавровских (Среднеазиатско-Кавказских) чтений. 1990—1991. СПб: 1992, с. 27-29.
  • Савинов Д. Г. О взаимоотношениях между енисейскими кыргызами и кимаками (по материалам археологических памятников Кемеровской области). // Современные проблемы исторического краеведения. ТД. Кемерово: 1993. С. 14-16.