Һайланған мәҡәлә
|
Рун — боронғо германдарҙың яҙмаһы. I—II быуаттарҙан алып XII быуаттар араһында — хәҙерге Дания, Швеция һәм Норвегияла, X—XIII быуаттарҙа — Исландия һәм Гренландияла, ә швед провинцияһы Даларнала XIX быуат башынаса ҡулланылған. Рундар (символдар) ташта, металда, ағаста, һөйәктә ырып, уйып яҙылған, уның үҙенсәлекле ҡырлы формаһы ырып яҙыуға көйләнгән.
Европа илдәрендә христиан дине ҡабул ителгәс, латин яҙмаһы рун яҙмаһын ҡыҫырыҡлап сығарған. «Рун» термины боронғо герман телендәге run («сер») тамырына бәйләп аңлатыла. Донъяла рун хәрефтәренән торған бөтәһе 5 000-ләп яҙыу табылған, шуларҙың иң ҙур өлөшө — Швецияла. Бынан тыш, Урта быуаттарҙағы Европала рун календарҙары булған.
Боронғо төркиҙәрҙең ҡырлап, мөйөшләп яҙылған алфавитын да рун тип йөрөтәләр.
↪ дауамы…:
Исемлек (120) | Үҙгәртеү
|
Яҡшы мәҡәлә
|
Ҡулаев Мөхәмәтхан Сәхипгәрәй улы (7 февраль 1873 йыл — 1959 йыл) — Башҡорт милли хәрәкәте эшмәкәре, телсе, табип. Башҡорт Хөкүмәте Рәйесе (26.01.1919—03.1919). Беренсе донъя һәм граждандар һуғыштарында ҡатнашыусы. СССР-ҙың һаулыҡ һаҡлау отличнигы (1943).
Мөхәмәтхан Сәхипгәрәй улы (Мстислав Александрович) Ҡулаев 1873 йылдың 7 февралендә Ырымбур губернаһы Орск өйәҙе Үҫәргән улусының (хәҙерге Ырымбур өлкәһе Ҡыуандыҡ районы) Ейәнсура ауылында тыуған. Әсәһе Йәнифә Садыҡ ҡыҙы һәм атаһы Сәхипгәрәй Муса улы урта хәлле крәҫтиәндәре булғандар. Ҡартатаһы — Муса Торһонбай улы башҡорттарҙың үҙ ирке өсөн көрәштә ҡатнашып, ситтә йөрөп вафат була. Сығышы менән үҫәргән ырыуы башҡорттарынан.
Башта ауылдарындағы мәсет янындағы мәҙрәсәлә һәм рус-башҡорт мәктәбендә уҡый. Артабан 1886—1896 йылдарҙа Ырымбур гимназияһында белем ала һәм уны алтын миҙал менән тамамлай. 1896—1902 йылдарҙа Ҡазан Император университетының медицина факультетында «Башҡорт стипендияһы»на уҡый. Шул уҡ ваҡытта 1899—1900 йылдарҙа Ҡазан университеты эргәһендәге Археология, тарих һәм этнография йәмғиәтенең Өфө губернаһы Стәрлетамаҡ өйәҙенә, Ырымбур губернаһы Верхнеурал һәм Орск өйәҙҙәренә экспедицияларында ҡатнаша, башҡорт һәм татар йырҙарын, мәҡәлдәрен, әйтемдәрен, йомаҡтарын һәм әкиәттәрен йыя. Университетҡа тик христиандар ғына алынғас динен алмаштырырға мәжбүр була, һәм христиан динен алып Мстислав Александрович тип исемен үҙгәртергә ризалыҡ бирә. Башҡа мәғлүмәт буйынса, уҡыған осорҙа хәлле генә бер рус ҡыҙына өйләнер өсөн исемен һәм динен алыштыра, уларҙың өс ҡыҙы тыуа.
1902 йылда Ҡазан губернаһы Тәтеш өйәҙенең Кесе Ялсыҡай ауылының земство дауаханаһына табип итеп тәғәйенләнә. 1903—1913 йылдарҙа Ҡазандың Александровск ҡала дауаханаһында һәм башҡа һаулыҡ һаҡлау учреждениеларында эшләй.
1910 йылда медицина докторы дәрәжәһенә имтихандар тапшыра, әммә хеҙмәтен ваҡытында тамамлап өлгөрә алмай. 1913 йылда Варшава ҡалаһына эшкә күсерелә. 1914—1917 йылдарҙа Беренсе донъя һуғышында ҡатнаша, Көньяҡ-Көнбайыш фронтының 275-се запас ялан госпиталенең баш табибы булып хеҙмәт итә. 1917 йылда Ҡазанға ҡайтып Шамовск ҡала дауаханаһының терапевт бүлегендә өлкән ординатор булып эшләй.
Юныс Бикбов саҡырыуы буйынса Ырымбурға килә. 1918 йылдың авгусынан алып Башҡорт Хөкүмәтендә эшләй һәм башҡорт милли хәрәкәтенә ҡушылып китә. 1919 йылдың 26 ғинуарында хөкүмәт рәйесе һәм Башҡортостан хәрби-революцион комитеты ағзаһы итеп һайлана.
↪ дауамы…
Исемлек (111) | Үҙгәртеү
|
|
|
4 ғинуар юбилярҙары
|
- Аксаков Григорий Сергеевич (1820—24.02.1891), Рәсәй империяһының дәүләт эшмәкәре. 1865—1867 йылдарҙа Өфө губернаторы Өфө губерна музейын (хәҙерге Милли музей) асыуға һәм Өфөлә беренсе театр төҙөүгә булышлыҡ итеүсе. 1863 йылдың 14 майында раҫланған «Башҡорттар тураһында положение»ны төҙөүселәрҙең береһе. Тайный советник (1871). 2-се дәрәжә Изге Владимир (1886), Аҡ Бөркөт (1889), 1-се дәрәжә Изге Анна (1867), 1-се дәрәжә Изге Станислав (1864) ордендары кавалеры. Һамарҙың почётлы гражданы (1873). Яҙыусы Сергей Аксаковтың улы.
- Малов Сергей Ефимович (1880—6.09.1957), ғалим-төркиәтсе, юғары мәктәп уҡытыусыһы. 1934—1957 йылдарҙа СССР Фәндәр Академияһының Тел ғилеме институты Ленинград бүлексәһенең ғилми хеҙмәткәре. Тел ғилеме докторы (1935). СССР Фәндәр Академияһының мөхбир ағзаһы (1939). Ҡаҙаҡ ССР-ының атҡаҙанған фән эшмәкәре (1945). Волга буйы һәм Себер халыҡтарының фольклор әҫәрҙәрен, шул иҫәптән башҡорт телендәге йырҙар һәм әкиәттәр яҙып алыусы. Сығышы менән Ҡазан ҡалаһынан.
тулы исемлек
- Ханов Ғәлимйән Ниғәмәтйән улы (1915—1.05.1985), ауыл хужалығы һәм дәүләт хеҙмәткәре. 1946—1950 йылдарҙа Мәсетле районында колхоз рәйесе, 1950—1952 йылдарҙа Абдулла ауыл Советы башҡарма комитеты рәйесе. 1939—1940 йылдарҙағы совет-фин, Бөйөк Ватан һәм совет-япон һуғыштарында ҡатнашыусы. 3-сө дәрәжә Дан ордены кавалеры (1944). Сығышы менән Абдулла ауылынан.
- Абдрахманов Хәниф Хажиғәле улы (1925—23.04.1999), уҡытыусы, Бөйөк Ватан һуғышы яугире, уҡсылар полкының орудие һәм разведка отделениеһы командиры, сержант. РСФСР-ҙың халыҡ мәғарифы отличнигы. Дан орденының тулы кавалеры.
- Тереғолов Нәүғәт Ғиниәтулла улы (1930—6.03.2019), ғалим-инженер-технолог, хужалыҡ эшмәкәре, юғары мәктәп уҡытыусыһы. 1962—1997 йылдарҙа (өҙөклөк менән) Күмертау авиация производство предприятиеһының яуаплы хеҙмәткәре, шул иҫәптән 1976 йылдан — бүлек начальнигы, бер үк ваҡытта 1979—1989 йылдарҙа Өфө авиация институты уҡытыусыһы. Техник фәндәр кандидаты (1977), доцент (1982). Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған фән һәм техника эшмәкәре (1981), СССР-ҙың уйлап табыусыһы (1985). Күмертау ҡалаһының почётлы гражданы (1999). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Благовар районы Ҡарғалытамаҡ ауылынан.
- Юлдашев Зөлфәр Мырҙабулат улы (1930—24.01.2017), малсылыҡ алдынғыһы, 1947—1990 йылдарҙа Бөрйән районы «Ҡыҙыл таң» колхозында мал ҡараусы, көтөүсе һәм ферма мөдире. Башҡорт АССР-ы Юғары Советы депутаты (1962—1966). Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1971), «Почёт Билдәһе» (1973) һәм Халыҡтар Дуҫлығы (1981) ордендары кавалеры. Райондың почётлы гражданы (2015).
- Муравьев Виктор Васильевич (1940), хеҙмәт ветераны, 1963—2001 йылдарҙа хәҙерге «Газпром Нефтехим Салауат» берекмәһе аппаратсыһы. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған химигы.
- Лоҡманова Клара Абдулла ҡыҙы (1945), ғалим-микробиолог, фармаколог. 1969—2009 йылдарҙа «Иммунопрепарат» предприятиеһы хеҙмәткәре, 2009 йылдан — Башҡорт дәүләт медицина университеты уҡытыусыһы. Медицина фәндәре докторы (2000). Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған табибы (1986), СССР-ҙың һаулыҡ һаҡлау отличнигы (1980). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Көйөргәҙе районы Ермолаевка ауылынан.
- Кувайцев Олег Григорьевич (1950), СССР һәм Рәсәй музыканты, продюсер. Санкт-Петербург джаз музыкаһы филармонияһы артисы. Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған артисы (2006). Сығышы менән Ишембай ҡалаһынан.
- Төхбәтуллин Фәрит Ғариф улы (1950), ғалим-инженер механик. Техник фәндәр докторы (1998). Рәсәй Федерацияһы газ сәнәғәтенең почётлы хеҙмәткәре (1994), СССР-ҙың уйлап табыусыһы (1978). «Почёт Билдәһе» ордены кавалеры (1986). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Ҡариҙел районы Мерәсем ауылынан.
- Маннапова Рәмзиә Тимерғәле ҡыҙы (1955), ғалим-ветеринар врач. 1978 йылдан (өҙөклөк менән) Башҡортостан ауыл хужалығы институты һәм Башҡорт дәүләт аграр университеты уҡытыусыһы, шул иҫәптән 2001 йылдан — паразитология, микробиология һәм вирусология кафедраһы мөдире; 2008 йылдан Рәсәй аграр университеты — К. А. Тимирязев исемендәге Мәскәү ауыл хужалығы академияһы уҡытыусыһы. Биология фәндәре докторы (1998), профессор (2000). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған фән эшмәкәре (2007), Рәсәй Федерацияһының почётлы юғары һөнәри белем биреү хеҙмәткәре (2014).
- Сафин Йәүҙәт Рәшит улы (1960), хужалыҡ эшмәкәре. Әлшәй районының «Агро МТС» йәмғиәте директоры. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре.
- Юнысова Эльвира Әхтәм ҡыҙы (1960), театр һәм кино актёры, юғары мәктәп уҡытыусыһы, йәмәғәт эшмәкәре. 1983 йылдан Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры артисы, бер үк ваҡытта 1987—1995 йылдарҙа Өфө дәүләт сәнғәт институты уҡытыусыһы. 1983 йылдан СССР Театр эшмәкәрҙәре союзы ағзаһы. 2008—2013 йылдарҙа Башҡортостан Республикаһының 4-се саҡырылыш Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаты, Мәғариф, фән, мәҙәниәт, спорт һәм йәштәр эштәре буйынса комитет рәйесе урынбаҫары. Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған (2007) һәм Башҡортостан Республикаһының халыҡ (1992) артисы.
- Кузнецов Игорь Васильевич (1965), ғалим-электрон техника инженеры. 1999 йылдан Өфө дәүләт авиация техник университеты уҡытыусыһы. Техник фәндәр докторы (2008). Сығышы менән Өфө ҡалаһынан.
- Абдуллина Гөлфирә Риф ҡыҙы (1975), ғалим-тел белгесе, 2019 йылдан Башҡорт дәүләт университетының башҡорт филологияһы, шәрҡиәт һәм журналистика факультеты деканы. Профессор (2016), филология фәндәре докторы (2010). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Ишембай районы Маҡар ауылынан.
|
|