Эстәлеккә күсергә

Үрге Ҡыйғы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
(Верхние Киги битенән йүнәлтелде)
Ауыл
Верхние Киги
башҡ. Үрге Ҡыйғы
Флаг
Флаг
Ил

Рәсәй

Федерация субъекты

Башҡортостан

Муниципаль район

Ҡыйғы

Ауыл биләмәһе

Үрге Ҡыйғы ауыл Советы

Координаталар

55°24′19″ с. ш. 58°36′15″ в. д.HGЯO

Эске бүленеш

5 микрорайон

Нигеҙләнгән

1703 йыл

Беренсе мәртәбә телгә алынған

1661 йыл

Майҙаны

25.2 км²

Бейеклеге

267 м

Халҡы

8032 кеше (2021)

Тығыҙлығы

15,23 кеше/км²

Милли состав

башҡорттар, татарҙар, урыҫтар

Этнохороним

ҡыйғылар

Сәғәт бүлкәте

UTC+6

Телефон коды

+7 34748

Почта индексы

452500

Һанлы танытмалар
Автомобиль коды

-

Код ОКАТО

80 236 815 001

Код ОКТМО

80 636 415 101

Номер в ГКГН

0013332

Рәсми сайт

kigiadm.ru

Верхние Киги (Рәсәй)
Верхние Киги
Верхние Киги
Үрге Ҡыйғы (Башҡортостан Республикаһы)
Верхние Киги

Үрге Ҡыйғы (рус. Верхние Киги) — Башҡортостан Республикаһының Ҡыйғы районындағы ауыл. Ҡыйғы районының һәм Үрге Ҡыйғы ауыл Советы үҙәге. 2010 йылдың 14 октябренә халыҡ һаны 6637 кеше булған[1]. Почта индексы — 452500, ОКАТО коды — 80236815001.

Үрге Ҡыйғы ауылы Ҡыйғы йылғаһы буйында, Башҡортостан Республикаһының баш ҡалаһы Өфөнән төньяҡ-көнсығышҡа табан 294 километрҙа һәм Һилейә (Силәбе өлкәһе) тимер юл станцияһынан төньяҡ-көнбайышҡа табан 43 километр алыҫлыҡта, МалаяҙҮрге ҠыйғыЯңы Балаҡатай—Үңкерҙе автомобиль юлында урынлашҡан[2].

Үрге Ҡыйғы ауылы 1703 йылда Себер даруғаһы Тырнаҡлы улусы башҡорттары менән XVIII быуат аҙағында типтәрҙәр ҡатламына күскән яһаҡлы татарҙар һәм мишәрҙәр менән керҙәшлек килешеүе (1710) нигеҙендә барлыҡҡа килгән.

1795 йылда 46 йортта 327 кеше, 1865 йылда 273 йортта — 1343 кеше йәшәгән. Игенселек, малсылыҡ, умартасылыҡ, балта оҫталығы, ылаусылыҡ (Златоуст (Косотур) заводына мәғдән, суйын ташығандар) менән шөғөлләнгәндәр.

Үрге Ҡыйғыла 3 мәсет, 3 училище, почта станцияһы, 2 һыу тирмәне, 30 сауҙа кибете булған, йәрминкәләр үткән.

1750 йылдың 4 декабрендә яһаҡлы татар Науруз Йәрмәмәтов һәм уның иптәштәре Мырҙалар улусы башҡорттары менән «40 йыл элек Ҡыйғы ауылына 16 йортта йәшәгән яһаҡлы татарҙар, һәр йорттан йылына 25 һум һалым (оброк) түләү бурысы менән», шулай уҡ «беҙгә был ерҙә икмәк үҫтерергә, бесән сабырға һәм ҡомалаҡ йолҡорға рөхсәт биреп», керҙәшлек килешеүе төҙөгән. Күренеүенсә, татарҙар 1710 йылда индерелгән. Был ауылға шулай уҡ Себер даруғаһынан Юллево («Емалеево тож»), Акиново, Еальбат, Чульчат, Нуғай даруғаһынан Йөрәктау ауылы кешеләре лә йәшәргә килгән. Был дата 1840 йылда земство исправнигы төҙөгән ведомо­сть менән раҫлана: «ер 1710 йылда Мырҙалар улусындағы 4-се кантондың аҫаба башҡорттары, «һәр йорттан йылына 25 тин түләү менән», типтәрҙәргә һәм мишәрҙәргә (15 рәүиз йәне) ҡуртымға биргән». 1750 йылда Ырымбур межа контораһы уларҙың ергә эйә булыуын раҫлаған акттарын тартып алған. 1821 йылдан Дыуан улусы башҡорттары менән бәхәскә ингәндәр. Һуңғы ике документ Үрге Ҡыйғыға түгел, ә Түбәнге Ҡыйғыға ҡағыла. Әйтер кәрәк, ике ауыл да Тырнаҡлы улусы башҡорттары (Үрге Ҡыйғы) һәм Мырҙалар улусы башҡорттары (Түбәнге Ҡыйғы) менән ер актын бер үк йылда, 1710 йылда төҙөгән. Башҡорттарҙың аҫаба ерҙәренә керҙәшлек хоҡуғын юридик нигеҙләгәнгә тиклем үк, 7 йыл эсендә, XVIII быуат аҙағында типтәр ҡатламына индерелгән мишәрҙәр һәм яһаҡлы татарҙар, Ҡыйғы йылғаһы бассейнында иркенләп йәшәгәндәр булғандар. 1703 йыл, тимәк, Ҡыйғы районында ошо ике ауылдың нигеҙләнгән датаһы (1722 йылда ике ауылдың һәр береһендә 10-ар йортта 50-шәр кеше йәшәгән) була.

1783 йылда Үрге Ҡыйғыла 29, 1795 йылда — 6 йортта 55 типтәр була. Уларҙың береһенә, Янсып Янаевҡа — 73 йәш була[3].

Биләмә берәмектәренә инеүе

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
Теркәү йылы Улус, ауыл советы Өйәҙ, кантон, район Губерна, Республика Дәүләт
1757 Дыуан улусы Троицк өйәҙе Ырымбур губернаһы Рәсәй Империяһы
1816 7-се йорт 4-се Загорный Башҡорт кантоны Троицк өйәҙе Ырымбур губернаһы Рәсәй империяһы
1834 -се йорт -се Башҡорт кантоны Троицк өйәҙе Ырымбур губернаһы Рәсәй империяһы
1847 -се йорт -се Башҡорт кантоны Өфө өйәҙе Ырымбур губернаһы Рәсәй империяһы
1859 -се йорт -се Башҡорт кантоны Өфө өйәҙе Ырымбур губернаһы Рәсәй империяһы
1895 Үрге Ҡыйғы улусы Златоуст өйәҙе Өфө губернаһы Рәсәй империяһы
1920 Үрге Ҡыйғы биләмәһе Дыуан-Ҡошсо кантоны Автономлы Башҡорт ССР-ы (Бәләкәй Башҡортостан) РСФСР
1926 Үрге Ҡыйғы улусы Мәсәғүт кантоны Автономлы Башҡорт ССР-ы СССР СССР
1935 Үрге Ҡыйғы ауыл Советы Ҡыйғы районы Башҡорт АССР-ы СССР СССР
1941 Үрге Ҡыйғы ауыл Советы Ҡыйғы районы Башҡорт АССР-ы СССР СССР
1990 Үрге Ҡыйғы ауыл Советы Ҡыйғы районы Башҡортостан Республикаһы Рәсәй флагы Рәсәй Федерацияһы
2008 Үрге Ҡыйғы ауыл Советы Ҡыйғы районы Башҡортостан Республикаһы Рәсәй флагы Рәсәй Федерацияһы

Ауылдың XIX быуаттың икенсе яртыһындағы үҫеше

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Ҡыйғы йылғаһы буйындағы Үрге Кыйғы ауылы бөтә мишәрҙәр һәм типтәрҙәр торамалары араһынан иң тәүгеләре була. 3-сө мишәр кантоны начальнигы хорунжий Азаматовтың 1841 йылғы материалдарынан күренеүенсә, 1834 йылда Үрге Ҡыйғыла йәшәгән 440 ир-ат һәм 446 ҡатын-ҡыҙҙан торған мишәрҙәрҙең «үҙ ерҙәре юҡ, башҡорт ерҙәрендә йәшәйҙәр һәм (башҡорттарға) оброк түләйҙәр». Үрге Ҡыйғы типтәрҙәренә килгәндә, Троицк земство исправнигы фекеренсә, түбәндәгеләр асыҡлана: «Ер 440 мишәр тарафынан (йәғни 1834 йылғы йәниҫәп буйынса) һәр йорттан йылына 25 тин түләү бурысы менән, ҡуртымға алынған»[4].

Үрҙә күрһәтелгән документтарҙа ауылға нигеҙ һалыныу ваҡыты юҡ. Башҡа документтар 1842 йылда Үрге Ҡыйғы мишәрҙәре, үҙҙәренең старшинаһы зауряд-хорунжий Рәхмәтулла Әлмәев йөҙөндә, 1754 йылдың 14 июне һәм 1778 йылдың 2 мартында, «йылына 25-әр тин оброк түләү» килешеүе нигеҙендә, Тырнаҡлы улусы аҫаба башҡорттарының еренә күсеп ултырыуҙары тураһында белдерә. Ә типтәрҙәр бында «элекке замандарҙан хоҡуҡи ҡағыҙҙарһыҙ» нигеҙләнгән ти.

1816 йылда ауылда 74, 1834 йылда — 129 кеше йәшәгән. Ҡаҙаҡ милләтле Ғизәтулла һәм Хәй­ретдин Ғәҙелшиндәр, Ниғәмәтулла Әлмәнәев, Әсәтулла Хәсәнов ауылда йәшәргә рөхсәт алаған.

1795 йылғы V йәниҫәп буйынса мишәрҙәр (46 йортта 327 кеше) татар тип исемләнгән. 1834 йылда 886 кеше, 1850 йылда — 1290, 1859 йылда — 1642 мишәр. XIX быуат уртаһында хәрби топографтар ауылды түбәндәгесә һүрәтләгән: «халыҡ ҡышын Златоуст заводтарында 15-25 тин хаҡ менән суйын тейәлгән йөктө ташыу менән шөғөлләнә. 15-әр мең бот игенде, бер ботон 25-әр тин менән, ташып һаталар. Ер 1778 йылда Өфө өйәҙе башҡорттарынан ҡуртымға алынған».

Халыҡ игенселек (1843 йылда 906 мишәргә ни бары 97 сирек ужым һәм 522 сирек яҙғы ашлыҡ сәселгән, тирмән булған) һәм малсылыҡ (21 мишәр йортона 152 баш йылҡы, 188 һыйыр, 440 һарыҡ, 66 кәзә тура килгән; 26 типтәр йортона 155 ат, 61 һыйыр, 101 һарыҡ, 69 кәзә тура килгән) менән шөғөлләнгән. 10-ар умарталары булған. XIX быуаттың 40-сы йылдарында 2 мәсет иҫәпкә алынған.

1877 йылда Үрге Ҡыйғы урыҫ-башҡорт мәктәбе асыла.

1897 йылда барлыҡҡа килгән земство баҫмаһында Үрге Ҡыйғыға түбәндәге ҡылыҡһырлама бирелгән: «ауыл хужалығы продукттары менән төп сауҙа итеү урыны — Һатҡы заводынан 32 саҡрым алыҫлыҡтағы тигеҙлектә Үрге Ҡыйғы урынлашҡан. Халҡы: элек хәрби дәрәжәгә эйә булған мишәрҙәр һәм типтәрҙәр, шул иҫәптән X рәүиз буйынса 505 йортта 798 рәүиз йәне. Ер бүлеме аҫаба башҡорттарҙан бер урында алынған. Тигеҙлектә һөрөнтө ерҙәр, Ҡарайылға, Ҡыйғы, Ләүйылға, Киҫемйылға менән һуғарыла. Ер 170 йыл самаһы элек ныҡ һөрөлгән. Ере — тәрәнлеге 12 ҡарыш ҡара тупраҡ. Баҫыусылыҡ системаһы — ҡалдау; арыш, һоло, борай, бойҙай, етен, арпа сәселә; һабан менән һөрәләр. Ауылда 8 һуҡҡыс һәм 8 елгәргес бар. Баҡсаларҙа йәшелсә үҫтерелә. Хужалыҡ малсылығы: урындағы ябай тоҡомло мал. Көтөүлек — ауыл эргәһендә, уйһыу тигеҙлек һәм һаҙлыҡ буйлап, бер аҙ өлөшө ҡыуаҡлыҡ буйлап.[5][6].

Утлаулыҡта ҡуртымға бирелгән 2 тирмән бар. Бер нисә уңайлы һыулау урыны бар. Сабынлыҡтар — сағылда, ҡоро болонда һәм һаҙамыҡлы урында. Ҡыйғы, Ләүйылға, Ҡарайылға менән һуғарыла. Бесән етешмәй, шуға ситтәрәк ятҡан болондарҙы ҡуртымға алалар. Убалы урындарҙағы 4 участкала урман. Һайлап, бүлешеп тормай ҡырҡалар. Өйҙәр утын яғып йылытыла. Оброк статьялары: йыл һайын түләп 12 йылға ҡуртымға бирелгән ике тирмән урыны (4 дисәтинә): береһе — 50 һум, икенсеһе — 30 һум. Ауылдағы айырым хужаларҙың 10 кибете, 2 тирмәне һәм 4 тимерлеге бар»[7].

Ауылдың XX быуаттағы һәм бөгөнгө үҫеше

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

1906 йылда 3 мәсет, 3 мәҙрәсә, 2 класлы министрлыҡ мәктәбе, почта бүлексәһе, фельдшер пункты, 2 мануфактура һәм 7 бакалея кибете, запас иген һаҡлай торған мөгәзәй теркәлгән. Үрге Ҡыйғыла улус идараһы урынлашҡан, йәрминкәләр уҙғарылған.

1920 йылда Үрге Ҡыйғы — шул уҡ исемдәге улус үҙәге, был осорҙа ауылда 614 йортта 3613 мишәр йәшәгән.

19191922 йылдарҙа Үрге Ҡыйғы — Дыуан-Ҡошсо кантонының административ үҙәге[8].

Әлеге ваҡытта Үрге Ҡыйғыла 115-се һөнәрселек училищеһы һәм 2 урта мәктәп, шул иҫәптән Үрге Ҡыйғы лицейы (2010), балалар сәнғәт мәктәбе, пионерҙар һәм уҡыусылар йорто, Балалар һәм үҫмерҙәр спорт мәктәбе (ДЮСШ), 3 балалар баҡсаһы, үҙәк район дауаханаһы һәм китапханаһы, Мәҙәниәт йорто (2 үҙешмәкәр сәнғәт халыҡ коллективы, шул иҫәптән «Умырзая»), балалар китапханаһы, тарих-тыуған яҡты өйрәнеү музейы, мәсет бар[9].

Үрге Ҡыйғы ауылында башҡорттар һәм татарҙар йәшәй (2002).

Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)

Иҫәп алыу йылы һәм көнө Бөтә халыҡ Ир-егеттәр Ҡатын-ҡыҙҙар Ир-егеттәр өлөшө (%) Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%)
1897 йыл 9 февраль (26 ғинуар)
1906 йыл 3 200
1920 йыл 26 август 3 600
1926 йыл 17 декабрь
1939 йыл 17 ғинуар 4 200
1959 йыл 15 ғинуар 4 000
1970 йыл 15 ғинуар
1979 йыл 17 ғинуар
1989 йыл 12 ғинуар 6 100
2002 йыл 9 октябрь 6 900
2010 йыл 14 октябрь 6637 3086 3551 46,5 53,5

Халыҡ һаны буйынса аңлатма төрлө йылдарҙа иҫәп алыу тәртибенең айырмалығы булыу сәбәпле халыҡ һанының үҙенсәлегенә иғтибар итегеҙ.

1939 йыл — бар булған халыҡ һаны.
1989, 2002, 2010 йылдарҙа — даими йәшәгән урыны булып иҫәпләнгән халыҡ һаны
  • Риза Шәфи урамы (рус.  Ризы Шафи (улица)
  • Комсомол урамы (рус.  Комсомольская (улица)
  • Ҡарағайлы урамы (рус.  Сосновая (улица)
  • Ҡыйғы урамы — (рус.  Кигинская (улица)
  • Шаһимәрҙәнов урамы (рус.  Шагимарданова (улица)
  • Ҡырым урамы (рус.  Крымская (улица)
  • 1-се Сәскә урамы (рус.  1-я Цветочная (улица)
  • Ниғмәт Хәким урамы (рус.  Нигмата Хакима (улица)
  • Гагарин урамы (рус.  Гагарина (улица)
  • Октябрь урамы — (рус.  Октябрьская (улица)
  • Микрорайон урамы (рус.  Микрорайона (улица)
  • Ибраһимов урамы (рус.  Ибрагимова (улица)
  • Әй урамы (рус.  Айская (улица)
  • Таулы урамы (рус.  Нагорная (улица)
  • Хәниф Кәрим урамы (рус.  Ханифа Карима (улица)
  • Ғабдулла Туҡай урамы — (рус.  Габдуллы Тукая (улица)
  • Салауат урамы (рус.  Салавата (улица)
  • Мәжит Ғафури урамы (рус.  Мажита Гафури (улица)[13]

. Һәм тағы 57 урам.

Ер-һыу атамалары

Тауҙар:

Урмандар:

Йылғалар:

Шишмәләр:

Ялан-бесәнлектәр:

Таусыҡтар, түбәләр:

Башҡа урын-ер атамалары:

  • Административно-территориальное устройство Республики Башкортостан: Справочник. — Уфа: ГУП РБ Издательство «Белая Река», 2007. — 416 с.— ISBN 978-5-87691-038-7(рус.)
  • Асфандияров А. З. История сел и деревень Башкортостана и сопредельных территорий. Уфа: Китап, 2009. — 744 с. ISBN 978-5-295-04683-4 (рус.)
  1. Численность и размещение населения Республики Башкортостан по данным Всероссийской переписи населения 2010 года. Статистический сборник.  (рус.)
  2. Үрге Ҡыйғы // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.
  3. Асфандияров А. З. История сёл и деревень Башкортостана и сопредельных территорий. — Өфө: Китап, 2009. — ISBN 978-5-295-04683-4.
  4. ЦГИА РБ. Ф. 138. Оп. 2. Д. 345. Ф. 172. Оп. 1. Д. 56. Л. 10; РГАДА. Ф. 1324. Оп. 1. Д. 1000. Л. 76. 40 ЮАС. Вып. 2. С. 309
  5. Асфандияров А. З. История сёл и деревень Башкортостана и сопредельных территорий. — Өфө: Китап, 2009. — ISBN 978-5-295-04683-4.
  6. 41 ЦГИА РБ. Ф. 2. Оп. 1. Д. 4619. Л. 26; Малоизученные источники по истории Башкирии. С. 85. ЦГИА РБ. Ф. 172. Оп. 1. Д. 34. Л. 61. Д. 151. Л. 24. Малоизученные источники по истории Башкирии. С. 85
  7. Асфандияров А. З. История сёл и деревень Башкортостана и сопредельных территорий. — Өфө: Китап, 2009. — ISBN 978-5-295-04683-4.
  8. Асфандияров А. З. История сёл и деревень Башкортостана и сопредельных территорий. — Өфө: Китап, 2009. — ISBN 978-5-295-04683-4.
  9. Үрге Ҡыйғы // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.
  10. Үрге Ҡыйғы // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.
  11. Башҡорт энциклопедияһы — Сөнғәтуллина Зилә Даян ҡыҙы 2016 йыл 21 апрель архивланған. (Тикшерелеү көнө: 28 июль 2019)
  12. Үрге Ҡыйғы // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.
  13. [https://mapdata.ru/bashkortostan/kiginskiy-rayon/selo-verhnie-kigi/ Карта с. Верхние Киги. Улицы