Эстәлеккә күсергә

Мораҙым (Ауырғазы районы)

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
(Мурадым (Аургазинский район) битенән йүнәлтелде)
Ауыл
Мораҙым
рус. Мурадымово
Ил

Рәсәй

Федерация субъекты

Башкортостан

Муниципаль район

Ауырғазы

Ауыл советы

Михайловка

Координаталар

53°56′34″ с. ш. 55°31′08″ в. д.HGЯO

Халҡы

773[1] кеше (2010)

Милли состав

башҡорттар

Сәғәт бүлкәте

UTC+6

Почта индексы

453475

Һанлы танытмалар
Автомобиль коды

02, 102

ОКАТО коды

80 205 825 006

ОКТМО коды

80 605 425 111

ГКГН номеры

0037060

Мораҙым (Рәсәй)
Мораҙым
Мораҙым
Мораҙым (Ауырғазы районы) (Башҡортостан Республикаһы)
Мораҙым

Мораҙым (рус. Мурадым; элекке атамаһы Иҫке Мораҙым) — Башҡортостан Республикаһының Ауырғазы районындағы ауыл. Михайловка ауыл Советы составына инә. 2010 йылдың 14 октябренә халыҡ һаны 773 кеше[2]. Почта индексы — 453475, ОКАТО коды — 80 205 825 006.

Аҡ Шишмә йылғаһы (Өршәк йылғаһы ҡушылдығы) буйында урынлашҡан

Мораҙым ауылы Меркет-Мең улусы старшиналарының береһе Мораҙым Сәйетмәмбәтовтың исемен йөрөтә. Бер ваҡыт ул Өршәк-меңдәрҙең башлығы булған. Мораҙым Пугачёв етәкселегендәге 1773—1775 йылдарҙағы Крәҫтиәндәр һуғышында ҡатнашҡан.

XVIII быуат аҙағында ауылда 23 йортта 138 кеше иәҫпләнгән. 60 йылдан һуң — 70 йортта 400 аҫаба башҡорт йәшәгән. Мораҙым һәм Турһәғәҙе ауылдарының туғанлыҡ бәйләнештәре тығыҙ була, был турала Мораҙым Байым етәкселегендә тәүгеһенән икенсеһенә 6 ғаиләнең күсенеүе һөйләй[4]. Байым Мораҙымов 1760—1825 йылдарҙа йәшәй.

Сәйетмәмбәттең 3 улы була — Мораҙым, Исмәғтл, Кинйәкәй. Мораҙымлдың улдары — Ғәҙелша, Исламғол, Байым. Ғәҙелша улы Мираҫ (1773—1812) йорт старшинаһы, уның 1803 йылда тыуған улы Мөхәмәтхәсән. Исламғолдоң улдары — Исмәғил, Яхъя, Вәлит. Яхъя (1770—1826) — йорт старшинаһы, ике ҡатынынан улдары Улдары 1785 йылғы Ҡотлогилде, зауряд-сотник, 1793 йылғы Моратбаҡый була. Исмәғил Сәйетмәмбәтовтың ике улы — Ғайса (1806), Ибраһим (1808), Төхвәтулла (1824).

1777 йылғы Вәлит Мораҙымов — сотник, уның балалары — Нурмөхәмәт (1804), Батырша (1810), Йыһанша (1814), Ноғоман (1817), Кинйәбай (1823). Байым Мораҙымовтың (1760—1825) улдары — Ҡотлогилде (1785), зауряд-сотник, Моратбаҡый. Ҡотлогилденең улдары — Ҡотлобай (1811), Ҡотлоюл (1833). Моратбаҡыйҙың улдары — Искәндәр (1819), Шаһиәхмәт (1822), Шәңгәрәй (1825), Шаһимәрҙән һәм Әхмәтгәрәй (икеһе лә 1834 йылғы)[5].

Исмәғил Сәйетмәмбәтовтың 2 улы — Ҡотлой һәм Килсура.

Ҡотлойҙоң 4 улы — өлкән улы Хашим, уның балалары — Көҫәпҡол (1776, уның улы — Абделхалиҡ), Усман (1778, уның улы — Нәҙерша), Мөхәмәтша (1800).

Ҡотлойҙоң икенсе улы Килдеғол (1754—1827), үҙ балалары булмай, аҫырауға алған улы Хәбибулла, уның улы — Баймырҙа.

Ҡотлойҙоң өсөнсө улы — Шаммас (1762), йорт старшинаһы ярҙамсыһы. VIII рәүиз осоронда ул иҫән була. Шаммастың улдары — зауряд-есаул Әбделнасир (1788), указлы мулла Абдулҡаһир (1791), зауряд-сотник Әбделлатиф (1802).

Ҡотлойҙоң 4-се улы — Ғүмәр (1771), уның улдары — Әбделвәхит (1793), Дәүләтша (1799), Ғәҙелша (1802, уның улдары Ғәли, Ғәлиулла), Дәүләтшаның улдары — Мөхәмәткәрим һәм Мөхәмәтрәхим.

Килсура Исмәғиловтың алты улы була, иң өлкәне — Бирҙеғол. Уның өлкән улы — Байрамғол (1775—1831), уның улы — Ҡотлосура (1801—1819).

Бирҙеғолдоң икенсе улы — Яманғол (1777—1826), уның улдары — Иҫәнбай (1809), Ҡәнзәбай (1826), шәжәрәләге Байғунды урынына. VII—VIII рәүиз материалдары буйынса Бирҙеғолдоң башҡа улдары булмай.

Килсураның икенсе улы Мухаметамин Килсурин (1761—1832). Уның улдары — Айытбай (1794, уның улдары — Аҡъюл, 1825), Аҡбулат (1829), Аҡдәүләт (1832).

Килсураның өсөнсө улы — Татлембәт (1768—1834). Уның улы — Аралбай (1813).

Килсураның дүртенсе улы — Яҡшембәт (1775—1825). Уның улдары — Иҫәнгилде (1791), Төхвәтулла (1800), Хисмәтулла (1800—1831). Иҫәнгилденең балалары — Алтынсура, Ҡужәхмәт, Ҡотләхмәт. Төхвәтулланың улы — Мәхәммәт (1833).

Килсураның бишенсе улы — Юлай (1778).

Килсураның алтынсы улы — Иҫәнгилде (1789). Уның улы — Аҫылбай (1829).

Килсураның шәжәрәлә күрһәтелгән етенсе улы Хоҙайбирҙе һәм уның улдары рәүиз материалдарында теркәлмәгән.

Был ауылдың башҡорттары ярым күсмә малсылыҡ, умартасылыҡ, сана, арба яһау менән шөғөлләнгән. Ужым иген тураһында әле белмәгәндәр. 1842 йылда 305 кешегә 1120 бот яҙғы иген сәселгән[6]. Мәсет, училище, һыу тирмәне булған. XX быуат башында Яңы Мораҙым бүлендек ауылы барлыҡҡа килгәс, Иҫке Мораҙым тип теркәлгән, 2002 йылдан алып улар хәҙерге исем менән бергә иҫәпкә алына[7].

Әлеге ваҡытта Мораҙым ауылында урта мәктәп, табип амбулаторияһы, Мәҙәниәт йорто, китапхана, мәсет бар. [8].

Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)

Иҫәп алыу йылы һәм көнө Бөтә халыҡ Ир-егеттәр Ҡатын-ҡыҙҙар Ир-егеттәр өлөшө (%) Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%)
1897 йыл 9 февраль (26 ғинуар)
1920 йыл 26 август 661
1926 йыл 17 декабрь
1939 йыл 17 ғинуар 533
1959 йыл 15 ғинуар 448
1970 йыл 15 ғинуар
1979 йыл 17 ғинуар
1989 йыл 12 ғинуар 756
2002 йыл 9 октябрь 862
2010 йыл 14 октябрь 773 376 397 48,6 51,4
Милли составы

2002 йылғы халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәтенә ярашлы, күпселек милләт — башҡорттар (100 %)[9].

Халыҡ һаны буйынса аңлатма төрлө йылдарҙа иҫәп алыу тәртибенең айырмалығы булыу сәбәпле халыҡ һанының үҙенсәлегенә иғтибар итегеҙ.

1939 йыл — бар булған халыҡ һаны.
1989, 2002, 2010 йылдарҙа — даими йәшәгән урыны булып иҫәпләнгән халыҡ һаны

Ревизия материалдары

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

1850 йылда[10] һәм 1851 йылда[11] Мораҙым ауылында рәүиз (ревизия) үткәрелә һәм уның материалдары Башҡортостандың Милли архивында һаҡлана.

  • Тау урамы (рус. Горная улица)
  • Крупская урамы (рус. улица Крупской)
  • М.Ғафури урамы (рус. улица М.Гафури)
  • Күпер урамы (рус. Мостовая улица)
  • Октябрь урамы (рус. Октябрьская улица)
  • Пушкин урамы (рус. улица Пушкина)
  • Яр буйы урамы (рус. Прибрежная улица)
  • С.Юлаев урамы (рус. улица С.Юлаева)
  • 1-се С.Юлаев тыҡрығы (рус. 1-й переулок С.Юлаева)
  • 2-се С.Юлаев тыҡрығы (рус. 2-й переулок С. Юлаева)
  • Өршәк урамы (рус. Уршакская улица(
  • Мәктәп урамы (рус. Школьная улица)[12]

Билдәле шәхестәре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Ауыл ваҡытлы матбуғатта

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Тәбиғәт ҡомартҡылары

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • Мораҙым мәмерйәһе
Ер-һыу атамалары
  • Аҡ шишмә йылғаһы
  • Сыбы тауы
  • Һалабаш күле[15]
  1. Всероссийская перепись населения 2010 года. Численность населения по населённым пунктам Республики Башкортостан. Дата обращения: 20 август 2014. Архивировано 20 август 2014 года.
  2. Численность и размещение населения Республики Башкортостан по данным Всероссийской переписи населения 2010 года. Статистический сборник.  (рус.)
  3. Мораҙым (Ауырғазы районы) // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.
  4. ЦГИА РБ. Ф. 2. Оп. 1. Д. 1506. Л. 100; МИБ. Т. 4. Ч. 1.С. 199
  5. Асфандияров А. З. История сёл и деревень Башкортостана и сопредельных территорий. — Өфө: Китап, 2009. — ISBN 978-5-295-04683-4.
  6. Асфандияров А. З. История сёл и деревень Башкортостана и сопредельных территорий. — Өфө: Китап, 2009. — ISBN 978-5-295-04683-4.
  7. Мораҙым (Ауырғазы районы) // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.
  8. Мораҙым (Ауырғазы районы) // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.
  9. Единый электронный справочник муниципальных районов Республики Башкортостан — Excel форматында ҡушымта(недоступная ссылка) (рус.)
  10. ревизия материалдары(недоступная ссылка)
  11. ревизия материалдары(недоступная ссылка)
  12. Межрайонная инспекция Федеральной налоговой службы № 3 по Республике Башкортостан
  13. Башҡорт энциклопедияһы — Мырҙабаева Флүзә Рәжәп ҡыҙы 2016 йыл 21 апрель архивланған. (Тикшерелеү көнө: 8 сентябрь 2019)
  14. «Киске Өфө», 2013 (12) (Тикшерелеү көнө: 3 февраль 2018)
  15. Башҡортостан Республикаһының топонимдар һүҙлеге

Ҡалып:Тышҡы һыkтанмалар