Осмий
Осмий | |
Масса | 190,23 ± 0,03 массаның атом берәмеге[1] |
---|---|
Кем хөрмәтенә аталған | запах[d] |
Асыусы йәки уйлап табыусы | Смитсон Теннант[d] һәм Уильям Хайд Волластон[d] |
Асыу датаһы | 1804[2] |
Элемент символы | Os[3] |
Химик формула | Os[4] |
Каноническая формула SMILES | [Os][4] |
Атом һаны | 76 |
Электронная конфигурация | [Xe] 4f¹⁴ 5d⁶ 6s² |
Электр кирелеге | 2,2 |
Ионный радиус | 0,63 ангстрем[5], 0,58 ангстрем[5], 0,55 ангстрем[5] һәм 0,39 ангстрем[5] |
Әселәнеү дәрәжәһе | 4[6] |
Осмий Викимилектә |
Осмий (лат. Osmium, Os) — Менделеевтың периодик таблицаһының 6-сы осоро, 8-се төркөм элементы. Тәртип номеры — 76. Стандарт шарттарҙа булғанда, ул зәңгәрһыу төҫтәге металдан ғибәрәт. Күсмә металл, платина (аҡ алтын) металдарына ҡарай. Иридий менән бер рәттән, барлыҡ ябай матдәләр араһында иң тығыҙҙарынан. Теоретик иҫәп-хисаптарға ҡарағанда, уның тығыҙлығы хатта иридий менән сағыштырғанда ла юғарыраҡ[7]
Символы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Осмий элементының символы — Os (Осмий тип уҡыла).
Исеменең килеп сығышы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Осмийҙың исеме бор. грек. ὀσμή телендәге «еҫ» тигәндән килеп сыҡҡан, һелтеле иретмәһе осмиридий (платинаның батша араҡыһында иремәй ҡалған төпрәһе) һыуҙа йәки кислотала реакция барғанда осмийҙың хлор еҫенә йәки серегән тормаға оҡшаған тамаҡҡа ултыра торған еҫле OsO4 тетраоксиды бүленеп сыға[8]
Тарихы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Осмий 1803 йылда инглиз химигы Смитсон Теннант менән Уильям Х.Уолластондың хеҙмәттәшлегендә асыла. Үҙ-ара оҡшаш булған тикшеренеүҙәр француз химиктары Колле-Дескоти, Антуан де Фуркруа һәм Воклен тарафынан үткәрелә, улар ҙа платина рудаһының иремәй ҡалған төпрәһендә әлегәсә билдәле булмаған элемент барлығы тураһында һығымтаға киләләр. Гипотетик элементҡа птен исеме бирелә. (πτηνός — ҡанатлы), әммә Теннант тәжрибәһе уның ике элемент ҡатнашмаһынанан — иридий һәм осмийҙан тороуын күрһәтә.
Яңы элемент асылыуы Теннанттың Лондон король йәмғиәтенә хатында 21 июнь 1804 йылда документлаштырылған[9][10].
Ятҡылыҡтары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Осмийлы иридийҙарҙың төп ятҡылыҡтары Рәсәй (Себер, Урал), АҠШ (Аляска, Калифорния), Колумбия, Канада , Көньяҡ Африка илдәре, Тасмания, Австралия дәүләттәрендә тупланған. Ҡаҙағстан экспортҡа таҙа осмий ебәргән берҙән-бер ил булып ҡала.
Иң ҙур ятҡылыҡтары запасы Көньяҡ-Африка Республикаһындағы Бушвельд комплексында[11].
Башҡа аҫыл металдар менән бергә тимер метеориттарында осрай. Шулай уҡ осмий көкөрт һәм мышаяҡ (эрлихманит, осмий лауриты, осарситт) берләшмәләре рәүешендә осрай. Осмийҙың мәғдәндәрҙәге йөкмәткеһе, ҡағиҙә булараҡ, 1·10−5.
Биологик һәм физиологик роле
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Биологик роль уйнамай[12]. Һауала окисланып, үтә ағыулы Тетраоксид осмий OsO4 рәүешенә инә, шуға күрә күҙҙе әсеттерә, өҫкө тын юлдары, пневмония, бөйөр шешеүе ауырыуҙарына килтерә[13].
Шулай уҡ ҡарағыҙ
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Ағалтын төркөмө металдары
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Meija J., Coplen T. B., Berglund M., Bièvre P. D., Gröning M., Holden N. E., Irrgeher J., Loss R. D., Walczyk T., Prohaska T. Atomic weights of the elements 2005 (IUPAC Technical Report) (ингл.) // Pure and Applied Chemistry — IUPAC, 2016. — Vol. 88, Iss. 3. — ISSN 0033-4545; 1365-3075; 0074-3925 — doi:10.1515/PAC-2015-0305
- ↑ מחברים שונים Еврейская энциклопедия (йәһ.) — 1948. — Т. 2.
- ↑ Wieser M. E., Coplen T. B., Wieser M. Atomic weights of the elements 2009 (IUPAC Technical Report) (ингл.) // Pure and Applied Chemistry — IUPAC, 2010. — Vol. 83, Iss. 2. — P. 359–396. — ISSN 0033-4545; 1365-3075; 0074-3925 — doi:10.1351/PAC-REP-10-09-14
- ↑ 4,0 4,1 OSMIUM (ингл.)
- ↑ 5,0 5,1 5,2 5,3 (unspecified title) — ISBN 0-8493-0485-7
- ↑ https://www.britannica.com/science/osmium
- ↑ The lattice parameters, densities and atomic volumes of the platinum metals. Crabtree, Robert H. Sterling Chem. Lab., Yale Univ., New Haven, CT, USA. Journal of the Less-Common Metals (1979), 64(1), стр. 7-9.
- ↑ Химический факультет МГУ
- ↑ Hunt, L. B. A History of Iridium (инг.) // Platinum Metals Review (инг.)баш. : journal. — 1987. — Т. 31. — № 1. — С. 32—41.
- ↑ Tennant, S. On Two Metals, Found in the Black Powder Remaining after the Solution of Platina (инг.) // Philosophical Transactions of the Royal Society of London : journal. — 1804. — Т. 94. — С. 411—418. — DOI:10.1098/rstl.1804.0018
- ↑ Seymour, R. J.; O'Farrelly, J. I. Platinum-group metals // Kirk Othmer Encyclopedia of Chemical Technology. — Wiley, 2001.
- ↑ Osmium: biological information
- ↑ Новый справочник химика и технолога. Радиоактивные вещества. Вредные вещества. Гигиенические нормативы / Редкол.: Москвин А. В. и др.. — СПб.: АНО НПО «Профессионал», 2004. — 1142 с.
Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Осмий// Большая советская энциклопедия : [в 30 т.] / гл. ред. А. М. Прохоров. — 3-е изд. 11 т. — М. : Советская энциклопедия, 1969—1978.
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Осмий//Большая российская энциклопедия(недоступная ссылка)
1 | 2 | 3 | 4 | 5 | 6 | 7 | 8 | 9 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15 | 16 | 17 | 18 | |||||||||||||||||||||||||||
1 | H | He | ||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||
2 | Li | Be | B | C | N | O | F | Ne | ||||||||||||||||||||||||||||||||||||
3 | Na | Mg | Al | Si | P | S | Cl | Ar | ||||||||||||||||||||||||||||||||||||
4 | K | Ca | Sc | Ti | V | Cr | Mn | Fe | Co | Ni | Cu | Zn | Ga | Ge | As | Se | Br | Kr | ||||||||||||||||||||||||||
5 | Rb | Sr | Y | Zr | Nb | Mo | Tc | Ru | Rh | Pd | Ag | Cd | In | Sn | Sb | Te | I | Xe | ||||||||||||||||||||||||||
6 | Cs | Ba | La | Ce | Pr | Nd | Pm | Sm | Eu | Gd | Tb | Dy | Ho | Er | Tm | Yb | Lu | Hf | Ta | W | Re | Os | Ir | Pt | Au | Hg | Tl | Pb | Bi | Po | At | Rn | ||||||||||||
7 | Fr | Ra | Ac | Th | Pa | U | Np | Pu | Am | Cm | Bk | Cf | Es | Fm | Md | No | Lr | Rf | Db | Sg | Bh | Hs | Mt | Ds | Rg | Cn | Uut | Fl | Uup | Lv | Uus | Uuo | ||||||||||||
8 | Uue | Ubn | Ubu | Ubb | Ubt | Ubq | Ubp | Ubh | ||||||||||||||||||||||||||||||||||||
|