Эстәлеккә күсергә

Хәлит әл-Бағдади

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Хәлит әл-Бағдади
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  Ираҡ
Тыуған көнө 1779
Тыуған урыны Бағдад, Багдад[d], Ғосман империяһы
Вафат булған көнө 1826
Вафат булған урыны Дамаск, Ғосман империяһы
Һөнәр төрө шағир, Ғөләмә, яҙыусы
Эшмәкәрлек төрө суфыйлыҡ
Йәшәү рәүеше мистицизм[d]
Ойошма ағзаһы Хәлидиә

Мәүләнә Мөхәммәт Хәлит Зыяутдин Бағдади (1779 — 1826) шәфиғи мәҙһәб ғалимы, әшғари, рухи остаҙ — мөршид. Нәҡшбәндиә тәриҡәте силсилә сылбырында 30-сы булып тора, Нәҡшбәндиә тәриҡәтенең яңы тармағы — хәлидиәгә нигеҙ һалыусы. Шулай уҡ ҡадири, сүһрәүәрди, чиштиә, күбрауый тәриҡәттәре шәйехе булып тора.

Әгәр уның бөтә ислам донъяһында Йәләлетдин Румиҙан ҡала икенсе булып «Мәүләнә» титулын алыуын иҫәпкә алһаҡ, уның йоғонтоһо һәм абруйы ни тиклем ҙур булыуы аңлашылыр.

1193 йылда (1778 йылда) Сөләймәниә ҡалаһынан алыҫ булмаған Шәһрәзәрҙә тыуған. Уның атай яғынан нәҫеле өсөнсө хаҡ хәлифә Усман ибн Әффанға барып тоташа. Имамдың бала сағы һәм йәшлеге төрлө фәндәрҙе өйрәнеүҙә үтә[1].

Белем алыу өсөн ул бик күп ҡалаларға бара һәм байтаҡ билдәле ғалимдарҙа уҡый. Ул дин тәғлимәттәрен өйрәнеү менән генә сикләнмәй, билдәле ғалим Мөхәмәт әс-Саттанжиға юллана һәм унан математика, геометрия, астрономия һәм башҡа фәндәргә өйрәнә.

Һижри 1213 йылда Сөләймәниә мәҙрәсәһенең ректоры Әбделкәрим әл-Барзанджи вафат булғандан һуң, мәҙрәсә ректоры итеп һайлана, бер нисә йылуҡытыусылыҡ менән шөғөлләнә.

Йәш булыуына ҡарамаҫтан, йәш ғалимдар даирәһендә абруй ҡаҙана. Әммә йәш ғалим, күп ғалимдар кеүек үк, донъяуи фәндәрҙәге белем менән генә ҡәнәғәт ҡалырға теләмәй, тәрән дин ғилеме лә алырға теләй һәм төрлө шәйехтәрҙән динде өйрәнә башлай.

Һижрәт буйынса 1220 йылда шәйех Хәлит хаж ҡылыу өсөн Мәккәгә юллана.

1809 йылда Һиндостанға юллана, Муллы Әбделғәзиз әл-Һиндиҙә ғаҡидә һәм кәләмгә уҡый, ижәзә ала.

1811 йылда тыуған Сөләймәниәгә ҡайта. Үҙенең шәйехенән билдә алғас, ул Бағдадҡа килә. Унда Сәид Паша ярҙамы менән ул Ихсания мәҙрәсәһен тергеҙә, һуңыраҡ уны "Хәлидиә теккеһе"нә (хәнәкә) әйләндерә.

Сөләймәниәлә ул икенсе текке аса. Ул үҙенең Бағдад һәм Сөләймәниә теккеләрендә тәрбиәләгән күп һанлы тәрбиәләнеүселәрен һәм вариҫтарын ислам донъяһының төрлө илдәренә ебәрә.

1822 йылда Мәүләнә Хәлит йәнә Бағдадҡа килә, унан һуң Сүриәгә юллана, Сәхилиәлә өсөнсө теккеһен аса.

1825 йылда өс йыллыҡ рухи эшмәкәрлегенән һәм дәғүәттәренән һуң йәнә хаж ҡыла. Сүриәгә ҡайтышлай ул ваба йоҡтора.

1826 йылдың 10 июнендә ул, үҙе әйткәнсә, йома төнөндә үлә[2]. Уның ҡәбере Сүриәлә, Сәхилиәлә, Касйон тауы битләүендә урынлаштырыла. Вариҫтарының береһе Мөхәммәт әл-Фираҡиҙың кәңәше буйынса хәлифә Әбделмәжит Хан I уның өҫтөндә көмбәҙ төҙөй.

Рухи әңгәмәләр һәм вәғәздәрҙән тыш, Мәүләнә Хәлит Бағдади үҙенең әҫәрҙәре менән дә билдәлелек яулай. Был әҫәрҙәр төрлө дини тематиканы үҙ эсенә ала. Был әҫәрҙәрҙең ҡайһы берҙәре фарсыса, башҡалары ғәрәп телендә яҙылған.

  • Хайдаризаде, аль-Мадждут-талид, Мухаммад б. Сулейман аль-Багдади;
  • аль-Хадикатун-Надиййа, Стамбул 1977, стр. 41-64;
  • Неджди, Ас-фаль-маварид;
  • Мухаммад б. Абдуллах аль-Хани, аль-Бахджатус-саниййа, Стамбул 1981, стр. 82-99;
  • аль-Казани, ан-Нафаисус-санихат, стр. 161;
  • Хариризаде, Тибйануль-васаиль, I, 327;
  • Ахмед Хильми, Хадикатуль-Аулия, I, стр. 155—156;
  • Бурсалы М. Тахир, Османлы Мюеллифлери, I, 66-67;
  • Вассаф, Сафина Аулия, II, 162;
  • аль-Хадаикуль-вардиййа, стр. 223—262;
  • М. Захид аль-Каусари, Иргамуль-Марид, Стамбул, 1328 стр. 78-84;
  • ан-Нузумуль-атид, Каир 1976, стр. 47-79;
  • аль-Имамус-Серхинди, стр. 319—321;
  • Х. Камиль Йылмаз, Тасаввуфи Хадис Шерхлери, стр. 94.
  1. Халид аль-Багдади (биография)
  2. New Page 1. Дата обращения: 12 май 2011. Архивировано из оригинала 14 март 2011 года. 2011 йыл 14 март архивланған.