Зәйн әл-Ғәбидин
Зәйн әл-Ғәбидин | |
ғәр. علي بن الحسين | |
Зат | ир-ат[1] |
---|---|
Гражданлыҡ | Өмәүиҙәр хәлифәлеге |
Тыуған көнө | 6 ғинуар 659 |
Тыуған урыны | Мәҙинә, Хаҡ хәлифәт[2] |
Вафат булған көнө | 21 октябрь 713 (54 йәш) |
Вафат булған урыны | Мәҙинә, Хижәз, Өмәүиҙәр хәлифәлеге |
Үлем сәбәбе | яд[d] |
Км үлтергән | Валид I[d] |
Ерләнгән урыны | Әл-Баҡый |
Атаһы | Хөсәйен ибн Али[2] |
Әсәһе | Шахр Бану[d] |
Бер туғандары | Али аль-Акбар[d], Али аль-Асгар[d], Сакина бинт Хусейн[d], Фатима ас-Сугра[d], Рукайя бинт Хусейн[d], Хауля бинт Хусейн[d] һәм Safia bint Husayn[d] |
Хәләл ефете | Фатима бинт Хасан[d] |
Балалары | Мухаммад аль-Бакир[d][3], Зейд ибн Али[d], Husain bin Ali bin Husain[d] һәм Abdullah bin Ali bin Al Hussein[d] |
Һөнәр төрө | Имам, шағир, дин белгесе |
Биләгән вазифаһы | Imam of Twelver Shiism[d] |
Уҡыусылар | Мухаммад аль-Бакир[d] |
Кемдә уҡыған | Хөсәйен ибн Али |
Һуғыш/алыш | Кербеле янында һуғыш[d] |
Зәйн әл-Ғәбидин Викимилектә |
Али Ибн Әл-Хөсәйен Зәйн әл-Ғәбидин (ғәр. علي بن الحسين زين العابدين; 6 ғинуар 659, Мәҙинә[2] — 21 октябрь 713 (54 йәш), Мәҙинә, Хижәз, Өмәүиҙәр хәлифәлеге), шулай уҡ әс-Сәжәд (للسیجשَاد, «сәждә ҡылыусы») булараҡ билдәле) — шиғый имамы, Хөсәйен Ибн Алиҙың улы,Хәсән Ибн Алиҙың туғаны һәм Али ибн Әбү Талиптың ейәне.
Биографияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Исеме Али (Ғәли) булған. Уға әс-Сәжәд (сәждә ҡылыусы), шулай уҡ Зәйн әл-Ғәбидин (сәждә ҡылыусылар биҙәге) һәм әл-Зәки (саф) тигән маҡтаулы ҡушаматтар бирелгән[4].
Али (Ғәли) Ибн Хөсәйен 658 йылдың 6 ғинуарында Мәҙинәлә тыуған. Уның атаһы Хөсәйен Ибн Али Мөхәммәт Пәйғәмбәрҙең ейәне, ә әсәһе фарсы батшаһы, һуңғы сәсәни шаһ Йездигерд III ҡыҙы Шәһәрбаныу була.
Ислам риүәйәттәре һәм шиғый тарихсылары әйтеүенсә, ул Мәҙинәлә тыуған һәм йәш сағында атаһын Кәрбәлә сүллегенә оҙатып йөрөгән, әммә ауырыу сәбәпле Кәрбәлә янындағы алышта ҡатнашмаған һәм шуға күрә тере ҡалған. Атаһы һәм уның туғандары Кәрбәләлә ғазаплап үлтерелгәндән һуң, ул ҡулға алына һәм башта Күфәгә, ә һуңынан Дамаскыға күсерелә.
Уның имамлығы 34 йыл дауам итә.
Тәғлимәттәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Зәйн әл-Ғәбидиндең тәғлимәттәре башлыса доға рәүешендә була. Уның күренекле эше — доға рәүешендә яҙылған «Сәхифәи Сәжәдиә». Али ибн әл-Хөсәйен аҡһаҡалдар һәм Хижәз ғалимдары араһында юғары дәрәжә биләгән. Фәрзәдәғин тигән данлыҡлы поэмаһы — бының сағыу миҫалы.
Вафаты
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Зәйн әл-Ғәбидин Мәҙинәлә хакимлыҡ иткән өмәүиҙәр хәлифәһе Әл-Үәлид II ибн Йәзид йәки уның ҡустыһы Хишам ҡушыуы буйынса ағыулап үлтерелгән, тиҙәр [5][6]. Уның вафаты һижри 94 йылда (беҙҙең эраның 712 йылы) йәки 95 йылда (713 йыл) тип күрһәтелгән, һәм ул Мәҙинәлә әл-Баҡы зыяратында үҙенең бабаһы Хәсән янында ерләнгән [7][8][9]. Шәрҡиәт ғалимы Маделунг Вилферд Һүҙҙәре буйынса, уның вафатынан һуң күптәр үҙҙәренең йәшәү сығанаҡтары Алиҙан килгәнен асыҡлай. Ул һәр төн һайын бер тоҡ аҙыҡ артмаҡлап, ярлыларҙың ишеген шаҡып, билдәһеҙ ҡалыр өсөн йөҙөн ҡаплап, яуап биреүсегә йомарт итеп өлөш таратҡан була[7].
Тышҡы ҡиәфәте
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Мөслим Ибн Уҡбаның ошондай һүҙҙәрен еткерәләр: «Зәйн әл-Ғәбидиндең ҡиәфәте — Пәйғәмбәр кеүек»[10][11]. Ҡайһы бер авторҙар хәбәр итеүенсә, имам Сәжәдте күргән кешеләр, һоҡланып, унан күҙен ала алмаған[10].
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Bibliothèque nationale de France идентификатор BNF (фр.): платформа открытых данных — 2011.
- ↑ 2,0 2,1 2,2 Али-заде А. Али Зайн аль-Абидин (урыҫ) // Исламский энциклопедический словарь — М.: Ансар, 2007.
- ↑ Али-заде А. Мухаммад Бакир (урыҫ) // Исламский энциклопедический словарь — М.: Ансар, 2007.
- ↑ Kohlberg, 2022
- ↑ Momen, 1985, p. 37
- ↑ Donaldson, 1933
- ↑ 7,0 7,1 Madelung, 1985
- ↑ Momen, 1985
- ↑ Moosa, 1987
- ↑ 10,0 10,1 Сайиди, 2018, p. 12
- ↑ Donaldson, 1933, p. 110
Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- На русском
- Сайиди, Хусейн. Личность Али ибн Хусейна / пер. с перс. Б.В. Норика; канонич. ред. А. Рамазанов. — М.: Садра, 2018. — 376 с. — (Семейство Пророка). — ISBN 978-5-906859-26-6.
- На английском
- Donaldson, Dwight M. The Shi'ite Religion: A history of Islam in Persia and Irak. — L.: Luzac, 1933. — 393 p. — ISBN 0598503781. — ISBN 9780598503787.
- Jafri, S. H. M[ur]. The Origins and Early Development of Shia Islam : [англ.]. — L. : Longman, 1979. — 344 p. — (Millennium. Сер. en). — ISBN 978-0-195-79387-1.
- Momen, Moojan[fa]. An Introduction to Shi'i Islam (инг.). — New Heaven: Yale University Press, 1985. — XXII, 397 p. — ISBN 978-0-300-03531-5.
- (al-) Ḥusayn b. ʿAlī b. Abī Ṭālib / Veccia Vaglieri L. // Encyclopaedia of Islam. 2 ed. — Leiden : E. J. Brill, 1960—2005. (түләүле)
- Ali ibn al-Husayn. The Psalms of Islam (As-sahifa Al-kamilah Al-sajjadiyya). (инг.) / tr. by Chittick, William C.[en]. — The Muhammadi Trust of Great Britain and Northern Ireland, 1988.
- Moosa, Matti. Extremist Shiites: The Ghulat Sects. — 1st ed. — Syracuse University Press, 1987. — 92. — 580 p. — ISBN 0815624115. — ISBN 9780815624110.
- Sharif al-Qarashi, Baqir. The Life of Imām Zayn al-Abidin (as) (инг.) / tr. by Jasim al-Rasheed. Iraq: Ansariyan Publications.. — 1st ed. — 2000. — 752 p. — ISBN 9644381653. — ISBN 978 964 438 165 2.
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Дуа имама Саджада для снискания божественного покровительства и защиты 2023 йыл 31 ғинуар архивланған.