Ирландия
| |||||
Гимн: [[Ирландияның гимны|«"Әсҡыр йыры" "Amhrán na bhFiann"»]] | |||||
Ирландияның урынлашыуы (йәп-йәшел):
— Европала (асыҡ-йәшел һәм ҡара-көлһыу) — Европа Берләшмәһендә (асыҡ-йәшел) | |||||
Үҙаллылыҡ датаһы | 6 декабрь 1922 ( Бөйөк Британия) | ||||
Рәсми телдәр | ирланд һәм инглиз | ||||
Баш ҡала | Дублин | ||||
Эре ҡалалар | Дублин, Корк | ||||
Идара итеү төрө | Парламент республикаһы | ||||
Президент Премьер-министр |
Майкл Д. Хиггинс Энда Кенни | ||||
Территория • Бөтәһе • % һыу өҫтө |
117 70273 км² 2 | ||||
Халыҡ • Һаны (2011) • Халыҡ тығыҙлығы |
4 581 269 чел. (120) 60,3 чел./км² | ||||
ЭТП • Бөтәһе (2010) • Бер кешегә |
172,5 млрд[1] долл. (55) 39 009 долл. | ||||
КПҮИ (2011) | ▬ 0,908[2] (бик юғары) (7 урын) | ||||
Валюта | Евро (EUR, код 978) [3] | ||||
Интернет-домен | .ie | ||||
Код ISO | IE | ||||
МОК коды | IRL | ||||
Телефон коды | +353 | ||||
Сәғәт бүлкәте | +0 |
Ирла́ндия, Ирла́ндия Респу́бликаһы (Éire; ингл. Ireland, Republic of Ireland) — Көнбайыш Европала урынлашҡан дәүләт, Ирландия утрауының ҙур өлөшөн биләй. Илдең исеме кельт телендәге Éire — дәүләт һүҙенән барлыҡҡа килә. Баш ҡалаһы — Дублин, унда яҡынса 1,4 млн.кеше йәшәй. 1973 цылдан алып Европа Берләшмәһендә ағза булып тора.
Дәүләт ҡоролошо
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ирландия парламент республикаһы булы тора. Ҡануниәт хакимиәтенең юғары органы — ике палатанан (Ирландия йыйылышы һәм Сенаты) ҡоролған парламент (ирл. «Ти́хе-ан-И́ряхташ» — Tithe An Oireachtais — «шуро», «ҡоролтай»).
Дойл Эренға (Dáil Éireann — «Ирландия йыйылышы») 160 алып 170 тиклем ағза халыҡ менән һайлана.
Ирландия Сенаты (Seanad Éireann) 60 сенаторҙарҙан төҙөлә.
Ирландия президенты (Uachtarán) 7 йылға бер һайланыла. Ул күбенсә церемониаль функцияларҙы үтәй. Ысынында, илдә төп дәүләт башлығы тип Ирландияның Премьер-министры (Taoiseach — «предводитель») булып килә.
Халҡы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ирландияның төп халҡы сығышы менән кельт халҡына ҡарай. Дөйөм халыҡ һаны — 4,24 миллион кеше. Халыҡтың яҡынса 58 % ҡалалрҙа йәшәй. Илдә ҡырҡтан ашыу милләт көн күрә, әммә уларҙың 88,6 % самаһы — ирландтар. Ҡалғандары Европанан, Африканан, Азиянан сыҡҡан эмигранттар: поляктар (1,5 %), литвалар (0,6 %), нигерийҙар (0,4 %), латыштар (0,3 %), американдар (0,29 %), ҡытайҙар (0,27 %), немецтар (0,24 %).
Ирландия байрамдары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ирландияла иң төп милли байрам булып Изге Патрик көнө һынала. Унан башҡа христиан байрамдары (Пасха, Раштыуа), дәүләт көнө һ.б. билдәләнә.
Яҙыусылары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Галерея
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]-
Көнбайыш яр буйҙары
-
Лене күле
-
Ирландияның баш ҡалаһы — Дублин
-
Киске Дублин
-
Дублин аэропорты
-
Корк университеты
-
Дублин диңгеҙ порты
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Report for Ireland (ингл.). International Monetary Fund. Дата обращения: 22 февраль 2011. Архивировано 24 март 2012 года.
- ↑ Human Development Index and its components
- ↑ 1999 йылға тиклем — ирланд фунты.