Эстәлеккә күсергә

Әлиүиҙәр

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Әлиүиҙәр
Рәсем
Штаб-фатирҙың урынлашыуы Мавзолей Хаджи Бекташа-и Вели[d]
 Әлиүиҙәр Викимилектә
Әлиүиҙәрҙең Төркиәлә урынлашыуы. Ҡыҙыл — Анатолия әлиүиҙәре (төрөктәр), курдтар). Ҡарағусҡыл ҡыҙыл — Төркиәнең көньяғында ғәрәп әлиүиҙәр.

Әлиүиҙәр (төр. Aleviler, курд. Elewî; рус. Алевиты) — субэтник, дини һәм мәҙәни йәмәғәт, Төркиә, Албания, Болгарияла бер нисә миллион кеше тәшкил итә.

Ҡайһы бер европа сығанаҡтары әлиүиҙәр Төркиә халҡының 5 процентын тәшкил итә тип раҫлай.

Истанбулда Шаһҡоло Солтан Дергани жәмәүиһе

Әлиүиҙәрҙең дини ғибәҙәт ҡылыу урыны — йорт (жәмәүи, төр. cemevi), ә мәсет түгел. Ғибәҙәттәре (әйини-жәм — төр. âyîn-i cem, йәки жәм генә, төр. cem) музыканан һәм бейеүҙәрҙән (семах, төр. semah) ғибәрәт, таҙарыныуҙы һәм Аллаһ менән берләшеүҙе символлаштыра. Ирҙәр һәм ҡатын-ҡыҙҙар тиң хоҡуҡлы һәм бергә доға ҡыла.

Әлиүиҙәрҙең төп принциптары үҙ эсенә ошоларҙы ала:

  • Бөтә кешеләргә ҡарата мөхәббәт һәм ихтирам (" дин түгел, ә кеше йәшәйеше—мөһим эш ").
  • Башҡа диндәргә һәм этник төркөмдәргә хөрмәт («әгәр һеҙ башҡаға ауырлыҡ килтерһәгеҙ, доғағыҙ бер ни тормай»).
  • Эш кешеләренә хөрмәт («иң ҙур хөрмәт — хеҙмәт»).

Әлиүилек үҙ эсенә йәһүдилек, манихей, ислам һәм ғәрәп мәжүсилеге һыҙаттарын ала.

Зөлфиҡәр, Али ибн Әбү Талип ҡылысының стилләштерелгән күренеше

Төп версия буйынса, «Әлиүи» һүҙе Мөхәммәт Пәйғәмбәрҙең ике туған ҡустыһы, кейәүе һәм сәхәбәһе Али ибн Әбү Талип исеменән килеп сыҡҡан. Һүҙмә-һүҙ "Алиҙың тарафдары"тип тәржемә ителә. Был мәғәнәлә атама ғәрәпсә ғәләүиҙәргә тап килә (علوي).

«Әлиүиҙәр» атамаһының килеп сығышы тураһында альтернатив (һәм нигеҙһеҙ) версия буйынса, ул alev (костер) тигән төрөк һүҙенән килеп сыҡҡан . Әлиүиҙәрҙе ҡайһы берҙә «ҡыҙылбаштар» тип атайҙар, ҡайһы берҙә хатта был атаманы хатта әр һүҙе булараҡ ҡулланалар (уларҙың Төркиәгә түгел, Иранға тоғролоғон күҙаллап). . Болгар ҡыҙылбаштары легендаһы буйынса, ҡасандыр улар, башҡа мосолмандарҙан айырылып тороу өсөн, имам Али бойороғо буйынса баштарына ҡыҙыл яулыҡ бәйләгән, һәм ҡыҙылбаштар исеме лә шунан килеп сыҡҡан.

  • Роль алевитов в социально-политической жизни Турции в XX в. : диссертация … кандидата исторических наук : 07.00.03 / Жигульская Дарья Владимировна; [Место защиты: Ин-т востоковедения РАН]. — Москва, 2014. — 205 с.
  • Курдский мир России [Текст] : политико-правовая практика, интеграция, этнокультурное возрождение (1917—2010-е годы) / Н. Ф. Бугай. — Санкт-Петербург : Алетейа, 2012. — 478, [1] с. — С. 16
  • Исламистские течения в общественно-политической жизни Турции : 1970—2000-е гг. : диссертация … кандидата исторических наук : 07.00.03 / Зиганшина Гюльнара Мухамаджановна; [Место защиты: Моск. гос. ун-т им. М. В. Ломоносова. Ин-т стран Азии и Африки]. — Москва, 2008. — 227 с.


Был тамамланмаған мәҡәлә. Һеҙ мәҡәләне төҙәтеп һәм тулыландырып Википедия проектына ярҙам итә алаһығыҙ.