Күмертау ҡалаһы ҡала округы
Ҡала округы | |||
| |||
Ил | |||
---|---|---|---|
Федерация субъекты | |||
Административ үҙәк | |||
Включает |
5 тораҡ пункт | ||
Халҡы (2016) |
↘65 261[1] чел. | ||
• процент от населения субъекта РФ — 1,6 % | |||
Халыҡ тығыҙлығың |
384.79 чел/км² | ||
Этник составы |
рустар, башҡорттар, татарҙар, сыуаштар, украиндар | ||
Конфессиональ составы |
православие, мосолман-сөнниҙәр | ||
Майҙан |
169,60[2] км² | ||
Административ үҙәгенең координаталары | |||
Барлыҡҡа килгән |
01.01.2006 | ||
Председатель совета городского округа |
Мельников, Юрий Михайлович[3] | ||
Ҡала округы хакимиәт башлығы |
Фролов, Олег Юрьевич[4] | ||
Сәғәт бүлкәте | |||
Телефон коды |
34761 | ||
Почта индексы |
453300 | ||
Автомобиль коды |
02, 102 | ||
Код ОКТМО | |||
|
Күмертау ҡалаһы ҡала округы — Рәсәй Федерацияһы Башҡортостан Республикаһындағы муниципаль берәмек.
Округ үҙәге — Күмертау ҡалаһы.
Рәсәй Федерацияһы Хөкүмәтенең 2014 йылдың 29 июлендәге № 1398-р һанлы « Моно ҡалаларҙы раҫлау исемлеге» күрһәтмәһе менән[5] ҡала " Рәсәй Федерацияһының ҡатмарлы социаль-иҡтисади хәлдәге монопрофилле муниципаль берәмектәре (моноҡалалар)категорияһына керетелде.
Тарихы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Күмертау ҡалаһы ҡала округы муниципаль берәмеге 2006 йылдың 1 ғинуарында муниципаль реформаларҙы ғәмәлләштереү барышында ойошторолдо.
Халҡы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
|
Ҡала округы составы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]№ | Тораҡ пункт | Тораҡ пункттың төрө | Халҡы |
---|---|---|---|
1 | Алексеевка | ауыл |
|
2 | Ира | ауыл | 559[9] |
3 | Күмертау | ҡала, хакимиәт үҙәге | ↘61 810[13] |
4 | Маяҡлы | ауыл | ↘3075[9] |
5 | Иҫке Урал | ауыл | 257[9] |
Урындағы үҙидара
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ҡала округы рәйесе
- Олег Астахов[3].
- ҡала огругы хакимиәт башлығы
- Олег Юрьевич Фролов[4].
Иҡтисады
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Муниципаль берәмек республиканың иҡтисад үҙәктәренең береһе булып тора.
Ҡаланың һәйкәлдәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Ленин һәйкәле (Күмертау)
- Шәһит Хоҙайбирҙин һәйкәле
- Мәжит Ғафури һәйкәле
- Мәңгелек ут монументы
- Шахтасылар һәйкәле
- Чернобыль һәләкәтендә ҡатнашыусыларға һәйкәл
Хәрби һәйкәлдәр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Хәрби һәйкәлдәр ҡалабыҙҙа бер нисә урында урынлашҡан. Уларҙың күбеһе Еңеү паркында.Күмертау ҡалаһының Һуғыш һәм хеҙмәт ветерандары советы ветеран-интернационалистар союзы менән берлектә Афғанстан, Приднестровье, Сирия,Чечня һуғыштарында вафат булған һалдаттар иҫтәлегенә мемориал комплекс асырға ҡарар итәләр. Мемориал өсөн хәрби техника Свердлов өлкәһе гарнизонынан килтерелә. Был эште тормошҡа ашырыуҙа, техниканы постаментҡа ҡуйыуҙа "Акрополь", "Транспортсы",ойошмалары, КүмАПП ярҙам итә. О.Подбельская. Низкий поклон - павшим, благодарность - живым. Газета "Кумертауское Время", 27августа 2016г.
Ил сиген һаҡлаусыларға һәйкәл
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Самолет һәйкәле
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]1985 йылда авиатөҙөүселәр тарафынан Гагарин исемендәге паркта ҡанатлы машина төҙөүселәргә арналған стела ҡуйыла. Ҡала паркындағы самолет авиация заводының элекке генераль директоры Александр Самойлович Палатниковтың авиацияға ғашиҡ булыуын күрһәтеп тора, уның тормошҡа ашҡан хыялын кәүҙәләндерә. Ул әле лә ҡаланың үҙенсәлекле визиткаһы булып һанала. Күмертауҙың 50 йыллығына ошо стела төшөрөлгән сағыу открытка донъя күрә. Уны 6-сы мәктәп уҡыусыһы Вера Михайлова уйлап сығара.
Е.Сидоренко. Был беҙҙең уртаҡ биографиябыҙ.«Юшатыр» Күмертау ҡалаһы һәм Көйөргәҙе районының ижтимағи-сәйәси гәзите, 2005 йыл, 30 апрель.
Вертолет һәйкәле
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Вертолет - ҡалабыҙ символы булып иҫәпләнә. Һәйкәлдәге ҡанатлы машина иң беренсе сығарылған маркаларҙың береһе. 2004 йылда вертолет төҙөүселәргә арналған "Һауаға күтәрелеүсе" исемле стела Советтар майҙанында урынлашҡан.
Е.Сидоренко. Был беҙҙең уртаҡ биографиябыҙ. «Юшатыр» Күмертау ҡалаһы һәм Көйөргәҙе районының ижтимағи-сәйәси гәзите, 2005 йыл, 30 апрель.
Катюша, БМП һәйкәлдәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Был һәйкәлдәр Еңеү паркында урынлашҡан. Еңеүҙең 70 йыллығына бағышлап ҡуйылды.
Автомобиль - һәйкәл
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Күмертау автотранспорт предприятиеһының элекке хакимиәт бинаһы ҡаршыһындағы постаментта торған иҫке йөк машинаһына ҡала халҡы һәм килгән ҡунаҡтар ҙа иғтибар итмәйенсә үтеп китә алмайҙар. Был «газик» — үткән быуаттың 30-40 йылдарында беҙҙең илдә сығарылған иң беренсе автомобилдәрҙең береһе. Постаментҡа 1978 йылда ҡуйыла. Уның двагателе — ҡырҡ ат көслө, мең ярым килограмм йөк күтәрә (ошо һандан сығып халыҡта уны «полуторка» тип йөрөтәләр), тиҙлеге — сәғәтенә 70 километрға тиклем етә. Йәш егет Александр Скрипкин һуғыш башланғас та фронтҡа алына. Шунда уға автомобилде йөрөтөргә тура килә. А.Скрипкин был тонна ярымлы машинала һуғыш юлдары буйлап снарядтар, аҙыҡ-түлек һәм яраланған һалдаттарҙы ташый. Скрипкинға һәм уның автомобиленә һуғыштың ҡыҙыу нөктәләрендә булып күпте күрергә тура килә. Ҡыйыу һуғышҡаны өсөн Александр Михайлович «Батырлыҡ өсөн», «Кинесбергты алған өсөн», «Германияны еңгән өсөн» миҙалдары менән бүләкләнә. Һуғыштан һуң ул тыуған яҡтарына ҡайта. Һуғыш йылдарында тоғро хеҙмәт иткән «тонна ярымы» тыныс ваҡытта ла кәрәкле була: был осорҙа күмерселәр ҡалаһы төҙөлә башлай. Был машина- герой менән төҙөлөш материалдары, эшселәрҙе ташыйҙар. Тент менән көпләп, ағас эскәмйәләр ҡуйылған был машина Ырымбур, Стәрлетамаҡ, Йылайырға йыш йөрөй. 26 йыл буйына хеҙмәткәр-автомобилдә 600 меңдән ашыу юл үтәләр. Ул саҡтарҙа юлдары ла ниндәй бит әле…Һуңғараҡ был йөк автомобиленә реставрация уҙғарыла һәм уны постаментҡа ҡуялар. Ҡала масштабында уҙғарылған байрамдарҙа, ҙур тантаналарҙа был легендар машина постаменттан төшөп парадтарҙа ҡатнаша. Оло быуын кешеләре тарихыбыҙҙың үҙенсәлекле экспонаты булған был автомобилгә һоҡланыу менән ҡарайҙар.
Е.Сидоренко. Автомобиль-һәйкәл. «Юшатыр» Күмертау ҡалаһы һәм Көйөргәҙе районының ижтимағи-сәйәси гәзите, 2004 йыл, 30 октябрь.
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ 1,0 1,1 Предварительная оценка численности населения Республики Башкортостан на 1 января 2016 года по муниципальным образованиям . Дата обращения: 21 февраль 2016. Архивировано 21 февраль 2016 года.
- ↑ Республика Башкортостан. Общая площадь земель муниципального образования 2020 йыл 28 май архивланған.
- ↑ 3,0 3,1 Председатель совета городского округа . Официальный сайт Кумертауского городского Совета. Дата обращения: 20 октябрь 2013.
- ↑ 4,0 4,1 Глава администрации города Кумертау . Официальный сайт администрации города Кумертау. Дата обращения: 20 октябрь 2013. 2016 йыл 5 август архивланған.
- ↑ Распоряжение Правительства РФ от 29 июля 2014 года № 1398-р «Об утверждении перечня моногородов»
- ↑ Всероссийская перепись населения 2002 года. Том. 1, таблица 4. Численность населения России, федеральных округов, субъектов Российской Федерации, районов, городских поселений, сельских населённых пунктов - райцентров и сельских населённых пунктов с населением 3 тысячи и более . Архивировано 3 февраль 2012 года.
- ↑ 1.5. Численность населения республики Башкортостан по муниципальным образованиям на 1 января 2009 года
- ↑ Численность постоянного населения Российской Федерации по городам, посёлкам городского типа и районам на 1 января 2009 года . Дата обращения: 2 ғинуар 2014. Архивировано 2 ғинуар 2014 года.
- ↑ 9,0 9,1 9,2 9,3 Всероссийская перепись населения 2010 года. Численность населения по населённым пунктам Республики Башкортостан . Дата обращения: 20 август 2014. Архивировано 20 август 2014 года.
- ↑ Численность населения Российской Федерации по муниципальным образованиям. Таблица 35. Оценка численности постоянного населения на 1 января 2012 года . Дата обращения: 31 май 2014. Архивировано 31 май 2014 года.
- ↑ Численность населения Российской Федерации по муниципальным образованиям на 1 января 2013 года. — М.: Федеральная служба государственной статистики Росстат, 2013. — 528 с. (Табл. 33. Численность населения городских округов, муниципальных районов, городских и сельских поселений, городских населённых пунктов, сельских населённых пунктов) . Дата обращения: 16 ноябрь 2013. Архивировано 16 ноябрь 2013 года.
- ↑ Таблица 33. Численность населения Российской Федерации по муниципальным образованиям на 1 января 2014 года . Дата обращения: 2 август 2014. Архивировано 2 август 2014 года.
- ↑ 13,0 13,1 Численность населения Российской Федерации по муниципальным образованиям на 1 января 2015 года . Дата обращения: 6 август 2015. Архивировано 6 август 2015 года.
- ↑ Алексеевка (городской округ город Кумертау) > Данные не обнаружены. Возможно, страница переименовывалась. Проверьте справочник