Зимбабве
| |||||
Девиз: «Unity, Freedom, Work» | |||||
Гимн: «Kalibusiswe Ilizwe le Zimbabwe» | |||||
Үҙаллылыҡ датаһы | 11 ноябрь 1965 (Көньяҡ Родезия булараҡ) 18 апрель 1980 (таныла) ( Бөйөк Британияның) | ||||
Рәсми телдәр | инглиз, шона һәм төньяҡ ндебеле | ||||
Баш ҡала | Хараре | ||||
Эре ҡала | Хараре | ||||
Идара итеү төрө | Президент республикаһы[1] | ||||
Президент Вице-президент |
Emmerson Mnangagwa Джойс Муджуру | ||||
Территория • Бөтәһе • % һыу өҫтө |
59 390 757 км² 1 | ||||
Халыҡ • Һаны (2020) • Халыҡ тығыҙлығы |
▲14 862 927[2] чел. (63) 41.33 чел./км² | ||||
ЭТП • Бөтәһе (2019) • Бер кешегә |
42,582 млрд[3] долл. (118) 2908[3] долл. | ||||
КПҮИ (2019) | ▲0,563[4] (средний) (150 урын) | ||||
Валюта | АҠШ доллары[5] | ||||
Интернет-домен | .zw | ||||
Код ISO | ZW | ||||
МОК коды | ZIM | ||||
Телефон коды | +263 | ||||
Сәғәт бүлкәте | +2 | ||||
|
Зимбабве (ингл. Zimbabwe [zɪmˈbɑːbweɪ]), рәсми исеме — Зимбабве Республикаһы (ингл. Republic of Zimbabwe), 1979 йылға тиклем — Родезия Республикаһы — Африка континентының көньяҡ өлөшөндәге Виктория шарлауығы, Замбези һәм Лимпопо йылғалары араһындағы дәүләт.
Көньяҡта Көньяҡ Африка Республикаһы, көнсығышта Мозамбик, көнбайышта Ботсвана һәм төньяҡта Замбия менән сиктәш. Диңгеҙгә сығыу юлы юҡ.
Илдең атамаһы был территорияла — баш ҡалаһы Ҙур Зимбабве булған Мономотап империяһында тәүге дәүләткә ҡарата күсәгилешлелеген аңлата. Төп халҡы — гокомер халҡы, улар хәҙерге шоналарҙың ата-бабалары.
Зимбабвелағы ваҡыт Гринвич ваҡытын 2 сәғәткә уҙып китә.
Этимологияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Колониаль дәүерҙә ил Британия сәйәсмәне Сесил Родс хөрмәтенә Көньяҡ Родезия тип аталған. 1980 йылда бойондороҡһоҙлоҡ иғлан иткәс, ил «Зимбабве» исемен ала. Эксперттарҙың баһаһы буйынса, топоним Мономотапа империяһы заманында боронғо таш ҡоролмаларҙың емереклектәре исеменән килеп сыҡҡан. Зимбабвеның хәҙерге шона телендә (dzimba dzemabwe) «таш йорттар» йәки «хакимдың торлағы» тигәнде аңлата[1].
Тарихы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Географик белешмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Климаты
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Хайуандар донъяһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Зимбабве фаунаһы ярайһы уҡ күп төрлө. Илдең халыҡ аҙ йәшәгән райондарында (импала, стенбок һәм башҡалар), буйволдар, жирафтар, зебралар, филдәр, бегемоттар, арыҫландар, гиппопотамдар, леопардтар, ер бүреләре бар. Ҡоштар, кеҫәрткеләр, йыландар (шул иҫәптән Африка питоны) күп; йылғаларҙа крокодилдар бар. Ҡырмыҫҡаларҙың һәм термиттарҙың төрлө төрҙәре, Төньяҡта цеце себене таралған. Ҡоштарҙың һәм һөтимәрҙәрҙең 9 төрө (шул иҫәптән ҡара мөгөҙморондар, уларҙың бөтә донъя популяцияһының яртыһы Зимбабвела йәшәй), шулай уҡ үҫемлектәрҙең 73 төрө юғалыу ҡурҡынысы. Флора һәм фаунаны һаҡлау өсөн бер нисә ҡурсаулыҡ һәм милли парктар булдырылған (ил территорияһының яҡынса 10 проценты), уларҙың иң ҙуры — Хванге, Матусадона, Виктория-Фолс, Мана-Пулс.
Экология
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Зимбабвеның экологик хәле сағыштырмаса яҡшы. Уның иң киҫкен экологик проблемалары — ауыл хужалығы ерҙәре эрозияһы һәм урман майҙанын кәмеүе. 1990-сы йылдар уртаһында тәртипһеҙ ҡырҡыу урман массивтарының йыл һайын 1,5 процентҡа (йәғни 70 — 100 мең гектар) ҡыҫҡарыуына килтерә. Углекислый газ сығарыу күләме 16,6 миллион тоннанан (1990 йылда) 11 тоннаға тиклем кәмей (2016 йыл)[2]. Тау сәнәғәте һәм ашламалар файҙаланыу һыуҙың бысраныуының төп сығанаҡтары булып тора. Зимбабве ауыл хужалығы ерҙәрендә инсектицидтар күп тупланған.
Дәүләт ҡоролошо
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Республика. Дәүләт башлығы — президент. Халыҡ тарафынан 6 йыллыҡ мөҙҙәткә һайлана, ваҡыты сикләнмәй. 2017 йылдан ил менән президент Эммерсон Мнангва етәкселек итә.
Парламент — ике палаталы. Сенат 93 ағзанан тора (60-ы халыҡ тарафынан һайлана, провинцияның 10 губернаторы вазифа буйынса инә, 16-һы урындағы етәкселәрҙән юлбашсылар советы тарафынан һайлана, президент тарафынан 5 сенатор тәғәйенләнә, шулай уҡ сенат составына рәйес һәм юлбашсылар советы урынбаҫары инә). Йыйылыш палатаһы — 210 депутаттан тора һәм 5 йылға бер тапҡыр һайлана.
Ҡораллы көстәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ҡораллы көстәрҙә 39 мең кеше, уларҙың 35 меңе — ҡоро ер ғәскәрҙәренә, 4 меңе — авиацияға тура килә. Баш командующий — президент. Полиция хеҙмәткәрҙәре һаны — 19,5 мең кеше. Бынан тыш, хәрбиләштерелгән полиция подразделениеһы бар — 23 мең кеше (2000). Армияға сығымдар — эске тулайым продукттың 2,6 % (2019, баһа)[2].
Административ-территориаль бүленеш
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Зимбабве һигеҙ провинцияға, шулай уҡ провинция статуслы ике ҡалаға (Хараре һәм Булавейо) бүленгән. Улар, үҙ сиратында, 59 округҡа, ә 1200 муниципалитетҡа бүленә.
№ картела |
Провинция | Административ үҙәк | Площадь, км² |
Халҡы[3][4][5], чел. (2012) |
Тығыҙлыҡ, кеше/км² |
---|---|---|---|---|---|
1 | Булавайо | Булавайо | 479 | 653 337 | 1363,96 |
2 | Хараре | Хараре | 872 | 2 123 132 | 2434,78 |
3 | Маникаленд | Мутаре | 36 459 | 1 752 698 | 48,07 |
4 | Үҙәк Машоналенд | Биндура | 28 347 | 1 152 520 | 40,66 |
5 | Уөнсығыш Машоналенд | Марондера | 32 230 | 1 344 955 | 41,73 |
6 | Көнбайыш Машоналенд | Чинхойи | 57 441 | 1 501 656 | 26,14 |
7 | Масвинго | Масвинго | 56 566 | 1 485 090 | 26,25 |
8 | төньяҡ Матабелеленд | Лупане | 75 025 | 749 017 | 9,98 |
9 | Южный Матабелеленд | Гванда | 54 172 | 683 893 | 12,62 |
10 | Мидлендс | Гверу | 49 166 | 1 614 941 | 32,85 |
Бөтәһе | 390 757 | 13 061 239 | 33,43 |
Халҡы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]2022 йылда Зимбабвела 15,1 миллион кеше йәшәй[2]. Илдә иммунодефицит вирусын (ВИЧ) йоҡтороу юғары кимәлдә — ЦРУ-ның 2022 йылдағы баһаһы буйынса — илдең өлкәндәр һанының 11,6 проценты (инфекция йоҡтороу буйынса донъяла 6-сы урын)[2].
Зимбабве халҡының 98 процентын бенуэ-конго телендә һөйләшеүселәр тәшкил итә (82 % — шона, 14 % — ндебеле, 2 % — башҡалар). Көньяҡта этник аҙсылыҡ — тсонга, венда, педи и тсвана, ә төньяҡ-көнсығышта — малави этник берләшмәһенә ингән нсенга, чикунда һәм башҡалар урынлашҡан. Европа халҡы араһынан инглиздәр башлыса ҡалаларҙа йәшәй.
XXI быуат башында аҡ тәнле халыҡ һаны 0,5 % тирәһе булған (1980 йылда — 5 %). СПИД пандемияһы (яҡынса 1,3 миллион сир йоҡтороу, аҙна һайын 5000 кеше СПИД-тан үлә) һәм эмиграция (4 миллионға тиклем зимбабве кешеһе илдән сығып киткән) арҡаһында халыҡ һанының үҫеш темпы 0,62 процентҡа (баһа) тиклем ҡырҡа кәмей. 2022 йылда тыуым 33,07 тәшкил итә, үлем осраҡтары — 8,76, балалар үлеме — 1000 яңы тыуған сабыйға — 28,53[2]. Ғүмер оҙонлоғо — 63,32 йыл (2022 йылғы баһа)[2]. Халыҡ һаны 1,91 процентҡа тиклем арта (2022[2]. Иҡтисади яҡтан әүҙем халыҡ һаны — 7,916 млн (2021 йыл), шуларҙың яҡынса 67,5 проценты ауыл хужалығында, 7,3 % сәнәғәттә, 25,2 % хеҙмәтләндереү өлкәһендә эшләй[2]. Эшһеҙлек 5,17 процент кимәлендәref name="the-world-factbook"/>. Халыҡтың кәм тигәндә 38,3 проценты фәҡирлек сигенән түбән йәшәй[2].
Халыҡтың уртаса тығыҙлығы 1 км²-ға 32 кеше тәшкил итә. Халыҡ Булавейо һәм Хараре тирә-яғында, Замбези йылғаһы үҙәнендә тығыҙ урынлашҡан. әкөньяҡ-көнбайыш райондарҙа әҙ йәшәй. Баш ҡаланан башҡа эре ҡалалар (мең кеше, 2009 йылғы баһа: Булавайо (740), Читунгвиза (353), Мутаре (183,5), Гверу (142), Эпуорт (137). Эре ҡалалары, сәнәғәт һәм административ үҙәктәр — Квекве (98), Кадом (77), Масвинго (72), Нортон (64), Марондерана (62).
Йыллыҡ үҫеш темпы — 1,5 % (Көньяҡ Африка Республикаһына һәм Ботсванаға эмиграция ағымын иҫәпкә алмағанда).
Тыуым 1000 кешегә 31,5 тәшкил итә (тыуым — бер ҡатын-ҡыҙға 3,7 бала).
Үлем осраҡтары — 1000 кешегә 16,2.
Уртаса ғүмер оҙонлоғо — ирҙәр өсөн — 48 йәш, ҡатын-ҡыҙҙарға — 47 йәш (донъяла 219-сы урын).
Ҡала халҡы — 32,5 % (2023 йылда)[2].
Грамоталылыҡ — 86,5 % (2015 йылғв баһа)[2].
Этно-раса составы:
- негрҙар — 98 % (шона — 82 %, ндебеле — 14 %, башҡалары — 2 %);
- мулаттар һәм азиаттар, 1 %;
- Аҡ тәнлеләр. — 1 проценттан кәмерәк.
Дине
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Родезияның (Зимбабве) «аҡ» халҡының динамикаһы һәм структураһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Йыл | Иҫәбе | Дөйөм халыҡ һанында өлөшө | «Ҡара» һәм «аҡ» зимбабвелыларҙың нисбәте |
---|---|---|---|
1890 | 180 | ||
1901 | 11 032 | 2,2 | 44:1 |
1911 | 23 606 | 3,1 | 31:1 |
1921 | 33 620 | 3,8 | 25:1 |
1931 | 49 910 | 4,4 | 22:1 |
1941 | 68 954 | 4,7 | 20:1 |
1951 | 135 596 | 6,3 | 15:1 |
1961 | 221 000 | 5,8-5.5 | 17:1 |
1964 | 209 000 | 4,8 | 20:1 |
1966 | 213 000 | 4,6 | 21:1 |
1971 | 249 000 | 4,5 | 21:1 |
1975 | 278 000 | 4,3 | 22:1 |
1976 | 275 000 | 4,2 | 23:1 |
1980 | 210 000 | 2,9 | 34:1 |
1987 | 100 000 | 1,3 | 79:1 |
2012 | 28 732 | 0,6 |
Иҡтисады
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Поспелов, 2002, с. 163
- ↑ 2,00 2,01 2,02 2,03 2,04 2,05 2,06 2,07 2,08 2,09 2,10 Zimbabwe . The World Factbook. ЦРУ. Дата обращения: 6 февраль 2023.
- ↑ Перепись населения 2012 года-Geohive . Архивировано 17 декабрь 2013 года.
- ↑ Перепись населения 2012 года-Citypopulation . Архивировано 6 март 2016 года.
- ↑ Перепись населения 2012 года-Statoids . Архивировано 2 ғинуар 2010 года.
Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Поспелов Е. М. Географические названия мира. Топонимический словарь / отв. ред. Р. А. Агеева. — 2-е изд., стереотип. — М.: Русские словари, Астрель, АСТ, 2002. — 512 с. — 3000 экз. — ISBN 5-17-001389-2.
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Портал «Зимбабве» | |
Зимбабве Викимилектә | |
Зимбабве Викияңылыҡтарҙа | |
Зимбабве Викигид |
- Викисклад: Атлас: Зимбабве
- Статья vip.lenta.ru об истории Родезии-Зимбабве . Архивировано из оригинала 22 апрель 2005 года.
- Земля в Зимбабве будет принадлежать только чёрным
- Правительство ЮАР начало сгонять с земли белых фермеров
- Зимбабвийский расизм
- Ян Смит: «Я готов бороться за мою страну», 18.08.2000 (интервью бывшего лидера Южной Родезии российской газете)
- Зимбабве: Нюрнбергский процесс для белых
- Инфляция в Зимбабве начала торможение — Журнал «Власть» № 12(815) от 30.03.2009
- Зимбабве: в гостях у Людоеда
- Доктрина Мугабе — Положительный опыт африканского социализма в Зимбабве 2022 йыл 31 май архивланған.
Был ил тураһында тамамланмаған мәҡәлә. Һеҙ мәҡәләне төҙәтеп һәм тулыландырып проектҡа ярҙам итә алаһығыҙ. |