Эстәлеккә күсергә

Татарҙар

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
(Татардар битенән йүнәлтелде)
Татарҙар
Үҙ атамаһы

Татар

Һаны һәм йәшәгән урыны

Барлығы: 7 млн тирәһе
Рәсәй Федерацияһы Рәсәй Федерацияһы:
 5 310 649 (пер. 2010)[1], 5 554 601 (пер. 2002)[2]

Үзбәкстан Үзбәкстан: 324 080 (2002)[3]
Ҡаҙағстан Ҡаҙағстан: 204 229 (перепись 2009)[4]
Украина Украина: 73 304 (перепись 2001)[5]
Төркмәнстан Төркмәнстан: 61 000
Ҡырғыҙстан Ҡырғыҙстан: 31 491 (2009)
Әзербайжан Әзербайжан: 25 900 (2009)[6]
Төркиә Төркиә: 26 000[7]
Тажикстан Тажикстан: 19 300 (2000)[8]
Америка Ҡушма Штаттары АҠШ: 11 000
Ҡытай Ҡытай: 7 500[7]
Беларусь Беларусь: 7 316 (перепись 2009) [9]
Грузия Грузия: 3 700[7]
Литва Литва: 3 235 (перепись 2001)[10]
Молдова Молдова: 2 900[7]
Латвия Латвия: 2 739 (2010) [11]
Эстония Эстония: 2 445 (2010)[12]
Польша Польша:  495 (перепись 2002)[13]

Тел

татар теле, урыҫ теле

Дин

ислам суннизм, кряшендәр — православие

Раса тибы

күпселек европеоидтар, монголоидтар

Халыҡ

Алтай ғаиләһе
  Төрки төркөмө
   Ҡыпсаҡ телдәре
   

Туғандаш халыҡтар

төрки халыҡтар

Татарҙар (татар. татарлар) — Рәсәй Федерацияның Волга-Урал буйында йәшәгән төрки халыҡ. Күпселек өлөшө Татарстанда һәм Башҡортостанда, шаҡтай өлөшө Рәсәйҙең башҡа өлкәләрендә йәшәй.

Татар халҡы 3 төп төркөмгә бүленә.

Польша-Литва татарҙары төркөмө лә бар. Иҙел-Урал төбәге төркөмө иң ҙурыһы, унда 4 млн артыҡ татар иҫәпләнә.

Татарҙарҙың күпселеге мосолман-сөнниҙәр. Милләт вәкилдәре араһында көсләп суҡындырылған өлөш тә бар: керәшен татарҙары, нуғайбәктәр. Шул уҡ ваҡытта фәндә «Был халыҡтар көсләп суҡындырылмаған, электән христиан динен ҡабул иткән» тигән ҡараш та бар.

Татар халҡының килеп сығышы тураһында фәндә 3 төп концепция йәшәй.

Иҙел-Урал концепцияһы

Уның буйынса татарҙың килеп сығышының төп нигеҙе — болғарҙар һәм төркиләшкән ерле Фин-Уғыр халҡы. Ә. Вәлиди, Х. Ғәбәши, М. Зәки, Ф. Урмансы х. б. ғәлимдәр Болғарҙарҙың килеп сығышында иң боронғо осорҙан билдәле күсмә Скиф, Сармат, Алан һәм башҡаларҙың ҡатнашы бар тип иҫәпләйҙәр.

Татар-Монгол концепцияһы

Был концепция Көнсығыш Европаға татар-монгол ҡәбиләләре менән бергә күсеп килеп, ерле ҡыпсаҡтар менән ҡушылып һәм Алтын Урҙа дәүләтендә Ислам динен ҡабул итеп татар мәҙәниәтен һәм дәүләтселеген барлыҡҡа килтергәндәр тигән ҡарашҡа нигеҙләнә. Был ҡараш ҡайһы бер урыҫ, башҡорт, сыуаш ғәлимдәре Н. А.Мәзитов, В. Ф. Кахавский, В. Д. Дмитриев, Н. И. Егоров, М. Р. Федотов һәм башҡаларҙың хеҙмәттәрендә сағылыш тапҡан.

Төрки-Татар концепцияһы

Был концепция татар халҡының килеп сығышында болғарҙар менән бергә Ҡыпсаҡ дәүләте берләшмәләренә кергән халыҡтар ҡатнашыуына ҙур урын бирә.

Татар халҡының милли тарихының төп үҫеш дәүере Алтын Урҙа осорона тура килә. Был ваҡытта урындағы Болғар һәм Ҡыпсаҡтар менән Төрки ҡәбиләләргә ҡушыла. Төрки нигеҙҙә уртаҡ әҙәби тел барлыҡҡа килә.

Тормош һәм көнкүреш

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
Татар националь костюмы

Татарҙарҙың тормош һәм көнкүрештә иң мөһим урын тотҡан тотҡан шөғөлдәре: игенселек, малсылыҡ, умартасылыҡ һәм һунарсылыҡ.

Хәҙерге көндә татарҙар бөтә донъяла йәшәй тип әйтергә була. Алманияла, Финляндияла, Польшала, Литвала, Эстонияла татарҙар күп.

  1. 1,00 1,01 1,02 1,03 1,04 1,05 1,06 1,07 1,08 1,09 1,10 1,11 1,12 Официальный сайт Всероссийской переписи населения 2010 года. Информационные материалы об окончательных итогах Всероссийской переписи населения 2010 года
  2. Всероссийская перепись населения 2002 года. Национальный состав населения по регионам России
  3. Этнический атлас Узбекистана. Ташкент — 2002 г.
  4. Итоги переписи населения Казахстана 2009 г.
  5. Всеукраїнський перепис населення 2001 (русская версия)
  6. Ethnic composition of Azerbaijan 2009
  7. 7,0 7,1 7,2 7,3 Өҙөмтә хатаһы: <ref> тамғаһы дөрөҫ түгел; joshua төшөрмәләре өсөн текст юҡ
  8. Итоги переписи населения Таджикистана 2000 года: национальный, возрастной, половой, семейный и образовательный составы
  9. Белстат. Предварительные итоги переписи 2009
  10. Национальный состав населения Литвы. Перепись 2001
  11. Распределение населения ЛР по национальному составу и государственной принадлежности на 01.07.2010.  (латыш.)
  12. Национальный состав населения Эстонии. 2010
  13. Нациоанльный состав населения Польши. Перепись 2002
  • Закиев М. З. История татарского народа (Этнические корни, формирование и развитие). — М.: ИНСАН, 2008. — 560 с. ISBN 978-5-85840-013-4