Эстәлеккә күсергә

Ураҙбай (Ишембай районы)

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
(Уразбаево (Ишимбайский район) битенән йүнәлтелде)
Ауыл
Ураҙбай
Ил

Рәсәй

Федерация субъекты

Башҡортостан

Муниципаль район

Ишембай районы

Координаталар

53°19′58″ с. ш. 56°20′40″ в. д.HGЯO

Сәғәт бүлкәте

UTC+6

Һанлы танытмалар
Автомобиль коды

02, 102

ОКАТО коды

80 231 830 007

ОКТМО коды

80 631 430 126

Ураҙбай (Рәсәй)
Ураҙбай
Ураҙбай
Ураҙбай (Ишембай районы) (Башҡортостан Республикаһы)
Ураҙбай
Ураҙбай (Ишембай районы) (Ишембай районы)
Ураҙбай


Ураҙбай (рус. Уразбаево; икенсе атамаһы Һәләүекбаш) — Башҡортостан Республикаһының Ишембай районындағы ауыл. 2010 йылдың 14 октябренә халыҡ һаны 638 кеше булған[1]. Этҡол ауыл Советы составына инә. Почта индексы — 453224, ОКАТО коды — 80231830007.

Ауыл нигеҙ һалыусы Ураҙбай хөрмәтенә аталған, шәхесе тарихи сығанаҡтарҙа раҫланмаған.

Ауыл XVIII быуат уртаһынан ике исем аҫтында билдәле. Икенсе Һәләүекбаш атамаһында «баш'» йылғаның үрге ағымында урынлашҡан башҡорт ауылдары өсөн традицион һүҙ — башы, Һәләүек йылғаһының үрге ағымы, ауыл урынлашҡан ер.

1816 йылда 23 ғаилә араһынан өсәүһендә күп ҡатынлылыҡ теркәлә. Левираттарҙың никахы 60, 55, 25 йәшлек ҡатындары булған 33 йәшлек Әлимғужа Зиннәтов ғаиләһендә күҙәтелә. Күрәһең, уны йола буйынса мәрхүм булған өлкән ағайҙарының тол ҡатындарына өйләнергә мәжбүр иткәндәр.

Ауыл кешеләре Яңы Юрматы ауылына (Ғүмәр Сураҡаев һәм уның улы Мөхәмәтғәли) нигеҙ һалыуҙа ҡатнашалар.

Ураҙбайҙар малсылыҡ менән шөғөлләнгән, игенселккә тотона башлаған. 295 кеше йәшәгән 40 ихатала 725 ат, 453 һыйыр була.

1842 йылда 242 бот көҙгө иген һәм 1984 бот яҙғы иген сәселә.

XVIII быуат аҙағында унда 103 кеше йәшәгән, XIX быуат уртаһында — 492 кеше. Ярашлы рәүештә 26 һәм 64 ихата була. 1920 йылда 182 йортта 903 кеше йәшәгән[2].

Ауылда башланғыс мәктәп (Үрге Этҡол урта мәктәбе филиалы), фельдшер‑акушерлыҡ пункты, клуб, китапхана, мәсет бар[3].

Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)

Иҫәп алыу йылы һәм көнө Бөтә халыҡ Ир-егеттәр Ҡатын-ҡыҙҙар Ир-егеттәр өлөшө (%) Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%)
1897 йыл 9 февраль ( 26 ғинуар)
1920 йыл 26 август 903
1926 йыл 17 декабрь
1939 йыл 17 ғинуар 867
1959 йыл 15 ғинуар 936
1970 йыл 15 ғинуар
1979 йыл 17 ғинуар
1989 йыл 12 ғинуар 578
2002 йыл 9 октябрь 652
2010 йыл 14 октябрь 638 321 317 50,3 49,7

Халыҡ һаны буйынса аңлатма төрлө йылдарҙа иҫәп алыу тәртибенең айырмалығы булыу сәбәпле халыҡ һанының үҙенсәлегенә иғтибар итегеҙ.

1939 йыл — бар булған халыҡ һаны.
1989, 2002, 2010 йылдарҙа — даими йәшәгән урыны булып иҫәпләнгән халыҡ һаны

Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу (2002) мәғлүмәте буйынса ауылда башҡорттар йәшәй (100 %)[4].

Һәләүек йылғаһы башында урынлашҡан, ошонан ауылдың икенсе исеме Һәләүекбаш.

Алыҫлығы:[5]

Урам исеме[6]:

  • Комсомол урамы (рус. улица Комсомольская)
  • Туғай урамы (рус. улица Луговая)
  • Совет урамы (рус. улица Советская)
  • Марат Асадуллин урамы (рус. улица Марата Асадуллина)
  • Йәштәр урамы (рус. улица Молодёжная)
  • Октябрь урамы (рус. улица Октября)
  • Иблеәминов Рим урамы (рус. улица Рима Иблияминова)
  • Сахалин урамы (рус. улица Сахалин)
  • Еләкле урамы (рус. улица Ягодная)
  • Еңеү урамы (рус. улица Победы)
  • Сәскәле урамы (рус. улица Цветочная)
  • Ҡояшлы урамы (рус. улица Солнечная)
  • Шишмә урамы (рус. улица Родниковая)

Билдәле шәхестәре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  1. Численность и размещение населения Республики Башкортостан по данным Всероссийской переписи населения 2010 года. Статистический сборник.  (рус.)
  2. Асфандияров А. З. История сёл и деревень Башкортостана и сопредельных территорий. — Өфө: Китап, 2009. — С. 127. — ISBN 978-5-295-04683-4.
  3. Ураҙбай (Ишембай районы) // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.
  4. Единый электронный справочник муниципальных районов Республики Башкортостан — Excel форматында ҡушымта(недоступная ссылка)  (рус.)
  5. Административно-территориальное устройство Республики Башкортостан: Справочник / Сост. Р. Ф. Хабиров. — Уфа: Белая Река, 2007. — 416 с. — 10 000 экз. — ISBN 978-5-87691-038-7.
  6. «Налог Белешмәһе» системаһында Ураҙбай ауылы