Эстәлеккә күсергә

Башҡортостан иҡтисады

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
(Экономика Башкортостана битенән йүнәлтелде)

Башҡортостан иҡтисады  — Рәсәйҙең алдынғы төбәктәренең береһе булған Башҡортостан Республикаһының халыҡ хужалығы тармаҡтары һәм иҡтисади эшмәкәрлек төрҙәре берлеге

Башҡортостан иҡтисады — күп тармаҡлы структура. Сәнәғәт тармаҡтары булып яғыулыҡ-энергетика комплексы, нефть эшкәртеү, химия һәм нефть химияһы сәнәғәте, машиналар эшләү, урман сәнәғәте һ.б. тора.

Нефть сығарыу күләме буйынса Башҡортостан Рәсәй Федерацияһында 9-сы урында, уны эшкәртеү һәм нефть эшкәртеү продукттары производствоһы буйынса — 1‑се (7-16 процент нефть эшкәртеү, автомобиль бензины, дизель яғыулығы һәм яғыулыҡ өсөн мазут эшләү), троллейбустар эшләү буйынса — 4‑се, автобустар эшләү буйынса 5-се урында; Рәсәйҙә сығарылған каустик соданың — 19, изобутил һәм бутил спиртының — 53, кальцийланған соданың 58 процентын етештерә һәм илдә берҙәнүбер аҡ ҡором һәм аҙыҡ-түлек содаһы сығарыусы булып тора. Республикала инфраструктура, төҙөлөш комплексы үҫешкән.

Башҡортостандың 2013 йыл өсөн тулайым төбәк продукты структураһы

Башҡортостандың иҡтисадын үҫтереү түбәндәге факторҙарға бәйле:

  1. Төбәк файҙалы ҡаҙылмаларға бай. Минераль ресурстар ятҡылығының дөйөм һаны өс меңдән артып китә. Улар нефть, газ, күмер, ҡара металдар мәғдәне (тимер мәғдәндәре, марганец, хромиттар); төҫлө металдар мәғдәне (баҡыр, ҡурғаш, алюминий, цинк, алтын, бокситтар); һирәк металдар мәғдәне (вольфрам, аҡ ҡурғаш); иеталл булмаған ҡаҙылмалар (тау гәлсәре, флюорит, исланд шпаты, көкөртлө колчедан, барит, силикаттар, кремнезем, асбест, тальк); ҡиммәтле, биҙәү һәм тәбиғи таштар (малахит, йәшмә, гранит).
  2. Төбәк байтаҡ урман ресурстары запасына эйә. Башҡортостандың урман фондының дөйөм майҙаны 6,2 миллион гектар., шул иҫәптән 5 млн гектары — урман. Республика урмандарында дөйөм ағас запасы 717,9 млн куб метр тип баһалана.
  3. Төбәктең ер фонды 14,3 миллион гектар тәшкил итә. Уларҙың ҙур өлөшөн ауыл хужалығы ерҙәре алып тора. Республиканың төп ауыл хужалығы райондары уртаса йылы агроклиматлы зонала урынлашҡан. Ауыл хужалығы ерҙәренең майҙаны 7 млн гектар.
  4. Төбәк ер аҫты һәм ер өҫтө һыу ресурстары запасына эйә. Дөйөм оҙонлоғо 57 мең километрға еткән 13000 самаһы йылға , 2700 күл, дөйөм майҙаны 427 кв. км. булған быуалар һәм һыуһаҡлағыстар бар. Республика территорияһында 90 һыуһаҡлағыс иҫәпләнә, уларҙың иң ҙурҙары Павловка, Нөгөш, Ҡорман, Йомағужа һыуһаҡлағыстары.
  5. Урал тауҙары, шифалы минераль һыуҙар, шифалы батҡаҡтар булыуы төбәктә курорттар һәм шифаханалар төҙөүгә этәргес бирә: «Янған-Тау», «Йәшел ҡурсаулыҡ», «Красноусольск», «Йоматау» (илдә берҙән-бер ҡымыҙ менән дауалаусы шифахана), «Яҡтыкүл», «Ассы», шулай уҡ туристик базаларҙың киң селтәре атта һыбай йөрөү, тау саңғыһы, йылғалар буйлап ағыу мөмкинлеге аса.

ХХ быуат башында хәҙерге Башҡортостан сәнәғәтендә 100-ҙән артыҡ предприятие, шул иҫәптән 40 тирмән, 30 һыра ҡайнатыу һәм спирт-араҡы (Стәрлетамаҡ), 28 суйын ҡойоу һәм тимерселек заводы, туҡыу һәм бер нисә тегеү-галантерея фабрикаһы, күн заводтары булған.

2012 йылда тулайым төбәк продуктының күләме 1,065 триллион һумға етә

Граждандар һуғышы йылдарында республика иҡтисадына етди зыян килтерелә: 19231924 йылдарҙа сәнәғәт һуғышҡа тиклемге күләмдең 30 процентын ғына сығара. 1926 йылда республика тулайым продукция етештереү буйынса һуғыш алды йылдары кимәлен үтеп китә, артабан Башҡортостан сәнәғәте сағыштырмаса йылдам темптар менән үҫешә (1913 йылда— 1,0; 1940 — 10; 1950 — 41; 1960—186; 1970—478; 1980—983; 1990 йылда 1221 процент).

1929 йылда академик И. М. Губкин инициативаһы буйынса ГИНИ БАССР-ға өс геологик партия ебәрә, уларҙың береһе геолог А. А. Блохин етәкселегендә хәҙерге Ишембай ҡалаһы территорияһында эшләй[1]. 1932 йылдың 16 майында 702-се нефть скважинаһында нефть фонтаны бәреп сыға. Был төбәктең нефть табыу сәнәғәте ойошторолоуға һәм «Башнефть» компанияһы барлыҡҡа килеүгә этәргес бирә. .

1-се биш йыллыҡтың һуңғы йылдарында, 1934 йылға төп сәнәғәт-производство фондтары — 2,5 , продукция сығарыу 2,3 тапҡырға арта. 1936 йылда хәҙерге Ишимбай ҡалаһы сиктәрендә беренсе нефть эшкәртеү предприятиеһы — Ишембай нефть ҡыуыу заводы төҙөлә. Ул төбәктең нефть эшкәртеү сәнәғәтен үҙләштерә башлауға нигеҙ һала.

Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында төбәк ил сәнәғәте урынлашҡан мөһим райондарҙың береһе була. 1941—1942 йылдарҙа БАССР-ға 100-гә яҡын завод һәм фабрика, госпиталдәр, нефть сәнәғәте, бәйләнеш наркоматтары эвакуациялана. 1941—1943 йылдарҙа Өфөлә СССР Фәндәр академияһы, Украина ССР-ының яҙыусылар, композиторҙар, рәссамдар берлеге, юғары уҡыу йорттары эшләй. Сәнәғәттең тармаҡ структураһында машина эшләү һәм металл эшкәртеү алдынғы урынды биләй. Сәнәғәт оборона продукцияһы сығарыуға көйләнә. Белорет металлургия комбинаты — танктар өсөн ҡорос, Өфө паровоз ремонтлау заводы — бомба, мина һәм снарядтар корпусы, Түбәнге Троицк буҫтау фабрикаһы хәрби кейем өсөн туҡыма сығара.

Бай тәбиғи байлыҡтар ресурсын индустриаль -ҙләштереү осоронда (40 — 80-се йылдар) Башҡортостанда сәнәғәт продукцияһы 81 тапҡырға арта.

Шул уҡ ваҡытта БАССР-ҙағы милектең 97 проценты (заводтар, шахталар, фабрикалар) союз, республика (РСФСР) министрлыҡтарына һәм ведомстволарына ҡарай. Был предприятиеларҙың төбәк бюджетына килтергән килеме бик аҙ була. БАССР Конституцияһының 137-се статьяһына ярашлы, уның бюджеты дөйөм Рәсәй бюджетына бәйле була. Статистика мәғлүмәттәре буйынса, БАССР-ҙа бер кеше иҫәбенә торлаҡҡа капиталь һалымдар РСФСР-ҙың уртаса күрһәткесенән 20-25 процентҡа әҙерәк бүленә, һөҙөмтәлә был күрһәткес буйынса республика Рәсәйҙә 52-се урын биләй.

1992 йылдан иҡтисадтың капиталистик ҡоролошона күсеү менән төбәктә предприятиеларҙы акциялаштырыу башлана. Уларҙың бер өлөшө Ҡытай етештереүселәренең (халыҡ ҡулланыуы тауарҙары, биноклдәр эшләү, кейем-һалым һ. б.)дәғүәселегенә сыҙамайынса, ябыла, ҡайһы берҙәре сығарған продукцияһы ассортиментын үҙгәртә..

1990 йылдарҙа Башҡортостан илдең башҡа төбәктәре менән бергә, төбәк булараҡ, иҡтисади мөстәҡиллегкте хупланы. Һөҙөмтәлә республика айырым ю.джет статусын алды. Ул уға 1991 йылдан 1993 йылдарға тиклем федераль бюджетҡа һалымдар күсермәү мөмкинлеген бирҙе[2]. Был статус ғәмәлдән сығарылғандан һуң федераль бюджетҡа Башҡортостан 2011 йылда ғына 90 млрд.һум самаһы аҡса күсерә.

1990 йылдың 27 ноябрендә Башҡортостан Республикаһы Сауҙа-сәнәғәт палатаһы ойошторола.

1994 йылда  Рәсәй Федерацияһы Хөкүмәте һәм Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте араһында «1994-1995 йылдарҙа бюджет мөнәсәбәттәре тураһында» килешеү төҙөлә. Уға ярашлы, экологик программалар һәм элек ҡабул ителгән тирә-яҡ мөхитте һаҡлау буйынса ҡараҙарҙы тормошҡа ашырыу өсөн спирт, араҡы һәм ликер-араҡы изделиелары, нефть һәм газ, ер өсөн түләүҙәр һәм махсус һалым акциздары республика бюджетына инергә тейеш була. 1994 йылдан төбәк территорияһынан федераль бюджетҡа ҡалымдар күсерелә башлай. Уларҙың өлөшө республикала йыйылған һалымдар күләмендә уртаса Рәсәй күрһәткесенән түбәнерәк була.

Башҡортостанда ҙур инвестицион хеҙмәтте «Газпром» Асыҡ акционерҙар йәмғиәте алып бара. 2006—2011 йылдарҙа компания төбәкте газификациялауға 1,75 млрд һум аҡсаға йүнәлтә. Был средствоға 13 ауыл араһында дөйөм оҙонлоғо 250 км самаһы булған газ торбалары һалына. Газификация күләме 84,3 процент тәшкил итә, Рәсәй буйынса уртаса — 63,1 процент. Ошо осорҙа компанияның төбәк территорияһына һалған сумма 21 млрд һум самаһы тәшкил итә[3].

2008 йылда «Газпром» асыҡ акционерҙар йәмғиәте «Салаватнефтеоргсинтез» асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең Башҡортостан Хөкүмәте ҡулында булған контроль акция пакеттарын ала (53,93 процент йәки 1,04 млрд доллар), был предприятиены оҙаә йылдар сеймал менән тәьмин итеүҙе гарантиялай.

2009 йылда Башҡортостан Республикаһында Рәсәй Федерацияһын 2020 йылға тиклем социаль-иҡтисади үҫтереүҙең оҙайлы ваҡытҡа иҫәпләнгән концепцияһына ярашлы, 2020 йылға тиклем Башҡортостандың социаль-иҡтисади үҫеш стратегияһы ҡабул ителә[4]

2012 йылға сит ил инвестициялары ике тапҡырға тигәндәй арта — 313 миллион долларҙан 596 миллион долларға етә[5][6]. Ике йыл рәттән (2011, 2012) Башҡортостан Республикаһы"Эксперт РА" рейтинг агентлығы тарафынан минималь иҡтисади хәүеф төбәге тип табыла[7][8].

2012 йыл йомғаҡтары буйынса, тулайым төбәк продукты күләме 1 триллион 65 миллиард һумға[9] етә. 2016 йылға фараздар буйынса, был күрһәткес 1,6 триллион һумды үтеп китергә тейеш[10]. Тулайым төбәк продуктының һумдарҙа үҫеше бер ни кимәлдә һумдың даими түбәнәйеүе менән аңлатыла (1997 йыл менән сағыштырғанда 2011 йылда 8 тапҡырға).

2015 йылда Өфөлә ШОС һәм БРИКС илдәре саммиты үтте. Уға әҙерләү өсөн республика бюджеты 2 млрд һум самаһы аҡса бүлә, 2,5 млрд һум — федераль бюджеттан бүленә[11]. Был аҡсаларға урамдар, Өфө — Ырымбур автомобиль юлының Өфө — аэропорт трассаһы ремонтлана, ҡунаҡханалар төҙөлә, иҫке йорттар һүтеп алына, ирекмәндәр әҙерләнә һәм башҡа саралар ойошторола.

Башҡортостандың сәнәғәт производствоһы үҙәге булып Өфө, Стәрлетамаҡ, Салауат, Ишембай һәм Нефтекамск ҡалалары тора. Был ҡалаларҙың предприятиеларында Башҡортостандың барлыҡ сәнәғәт продукцияһы күләменең яртыһынан күберәге етештерелә.

Сәнәғәт производствоһы структураһында әһәмиәтле өлөш яғыулыҡ-энергетика комплексына (ТЭК) тура килә. Уның өҙатылған дөйөм төбәк продукцияһы күләмендәге өлөшө 50 процентҡа тиклем етә, алынған килемдә — 70 % тирәһе; республикаһының консолидацияланған бюджетына керемдәрҙә — яҡынса 40 процент; төп капиталға инвестициялар буйынса — 30 проценттан артыҡ; валюта керемдәрендә 80 проценттан артыҡ. Башҡортостан яғыулыҡ-энергетика комплексы Рәсәйҙең милли иҡтисадыныңайырым бер өлөшө булып тора. Былтыр Рәсәй күләмендә нефть сығарыуҙа республиканың өлөшө — 2,2, нефтьте беренсел эшкәртеүҙә — 11,4, автомобиль бензины эшләүҙә — 16,2, дизель яғыулығында — 14,2 %, электр энергияһы эшләүҙә — 2,6, йылылыҡта 3,6 процент тәшкил итә.

Республикала 191 нефть һәм газ ятҡылығында разведка эштәре башҡарылған, уларҙың 161-ендә эш алып барыла.

1955 йылда Башҡорт АССР-ы нефть сығарыу буйынса илдә беренсе урынға сыға. Иң ҙур күләмгә — 47,8 млн тонна 1967 йылда етелә. Ун йыл дауамында нефть сығарыу күләме йылына 40 млн тонна билдәһендә тотола.

Хәҙерге ваҡытта нефть сығарыу күләме һиҙелерлек кәмей (2007 йылда 11,8 милл. т.), ләкин ер аҫты байлыҡтары ҙур ҡеүәткә эйә. Нефть ошо күләмдә табылған осрағта ла уның запастары тағы яҡынса 25 йылға етәсәк.

Башҡортостандың алдынғы нефть- газ табыу предприятиелары —«Башнефть» акционер нефть компанияһы" асыҡ акционерҙар йәмғиәте, Мәскәүҙә урынлашҡан. Ул «Башнефть-Добыча» («Ишембайнефть», «Краснохолмскнефть», «Өфөнефть», «Аксаковнефть», «Саҡмағошнефть», «Арланнефть», «Туймазанефть» нефть-газ табыу идаралыҡтары) предприятиеһы аша алып бара. «Башнефть» өлөшөнә республикала табылған нефттең 98 проценты һәм тулыһынса газ табыу тура килә.

Нефть химияһы сәнәғәте

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
Газпром нефтехим Салауат

Башҡортостанда автомобиль бензиндарының, кәрәсиндең, дизель яғыулығының юғары сифатлы сорттары, минераль ашламалар етештерелә. Төбәк предприятиелары Рәсәйҙе сығарылған кальцийлаштырылған сода (Стәрлетамаҡ ҡалаһының «Башҡортостан сода компанияһы» асыҡ акционерҙар йәмғиәте), бутил һәм изобутил спирттары күләменең яртыһын, каустик соданың — биштән бер, автомобиль бензинының, дизель яғыулығының һәм синтетик каучуктың — алтынан бер, синтетик ыҫмала һәм пластмассаның — етенән бер, полиэтилендың — һигеҙҙән бер, яғыулыҡ мазутының ундан бер өлөшөн сығара. Төбәктә катализаторҙар эшләү буйынса Рәсәйҙең иң ҙур предприятиеһы (Ишембай ҡалаһының « Катализаторҙарҙың Ишембай махсус химия заводы» яуаплылығы сикләнгән ширҡәте) урынлашҡан.

Алдынғы предприятиелар:

Машиналар эшләү һәм металл эшкәртеү

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
Башҡортостан троллейбус заводының БТЗ-52763 троллейбусы Өфө урамдарында

Төбәктең машиналар эшләү комплексында 300 эре һәм урта предприятие бар. Уларҙа нефть табыу, нефть һәм газ эшкәртеү, химия һәм нефть химияһы («Ишембай машиналар эшләү заводы» асыҡ акционерҙар йәмғиәте, «Иҙел Нефтемаш» яуаплылығы сикләнгән ширҡәт (Ишембай ҡалаһы) «Салауатнефтемаш» асыҡ акционерҙар йәмғиәте (Салауат ҡалаһы), металлургия производствоһы, ауыл хужалығы ҡорамалдары, вертолеттар («Күмертау авиация производство предприятиеһы» (Күмертау ҡалаһы), вездеходтар («Витязь» машиналар эшләү компанияһы" акционерҙар йәмғиәте (Ишембай ҡалаһы), автобустар («Нефтекама автобустар заводы» асыҡ акционерҙар йәмғиәте (Нефтекама ҡалаһы) Һәм троллейбустар («Башҡортостан троллейбустар заводы» асыҡ акционерҙар йәмғиәте (Өфө ҡалаһы) эшләнә. Оборона-сәнәғәт комплексының фәнни һәм сәнәғәт предприятиелары ҡеүәтле производство базаһына, үҙенсәлекле ҡорамалдарға һәм технологияларға эйә. Авиация һәм автомобиль двигателдәре, вертолеттар, автобустар, троллейбустар производствоһы эшләнелгән һәм даими рәүештә камиллаштырыла. Электр техникаһы, приборҙар һәм станоктар эшләү сәнәғәте үҫешкән.

Аҙыҡ-түлек сәнәғәте

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Башҡортостандың аҙыҡ-түлек сәнәғәте төбәк халҡына кәрәкле барлыҡаҙыҡ-түлек етештерә. Ул ит, һөт, кондитер, ликер-араҡы продукцияһы, һыра, сәй һәм башҡорт балы. Эре предприятиелар — «Башспирт» асыҡ акционерҙар йәмғиәте (Стәрлетамаҡ спирт-араҡы комбинаты, Өфө шарап-араҡы заводы), Ҡарламан һөт-консерва комбинаты, Өфө ит-консерва комбинаты, Мүләүез ит-консерва комбинаты, Белорет балыҡ заводы һ.б.

Йомағужа һыу-электр станцияһы дамбаһы

Башҡортостан үҫешкән энергетика базаһына эйә һәм төбәк кимәлендәге электр һәм йыйылыҡ энергияһына ихтыяжды ҡәнәғәтләндерә. Тармаҡтың система булдырыусы предприятиеһы — «Башҡортостан электр селтәрҙәре компанияһы» асыҡ акционерҙар йәмғиәте[12] — 25 млрд кВт⋅ч электр энергияһы һәм 30 млн. Гкал самаһы йылылыҡ энергияһы эшләп сығара.

«Башҡортостан электр селтәрҙәре компанияһы» асыҡ акционерҙар йәмғиәте өлөшөнә төбәктең электр энергияһының — 90, йылылыҡ энергияһы буйынса 50 процент тура килә. Башҡортостан энергосистемаларының генерацияланған ҡеүәте составына бер район электр станцияһы (ГРЭС), 11 йылылыҡ электр станцияһы (ТЭЦ), шул иҫәптән Урал аръяғы газ-поршенлы ТЭЦ станцияһы, ҡеүәте 40 МВт булған Йомағужа ГЭС-ын да индереп, ике гидроэлектростанция (ГЭС), ете газ-поршенлы агрегат, бер ел электрстанцияһы (Туймазы районының ҡеүәте 2,2 МВт булған Төпкөлдө ВЭС-ы) һәм һигеҙ бәләкәй ГЭС инә. Республиканың барлыҡ энергосистемаларының берлектәге ҡеүәте 4 295 МВт тәшкил итә, йылылыҡ ҡеүәте — 13 141 Гкал/с (2011й).[13]. 2000 йылдарҙа Башҡортостан АЭС-ын төҙөү тураһында һүҙҙәр йөрөй. Әммә «Росатом» башлығы әйтеүенсә, 2020 йылға тиклем Башҡортостан АЭС-ын сафҡа индереү маҡсатҡа ярашлы түгел. Республиканың көньяә райондары территорияларында ҡеүәте 5 МВт-тан 25 МВт-ҡа тиклем булған дүрт ҡояш электр станцияһы төҙөү планлаштырыла[14][15].

Ауыл хужалығының дөйөм продукцияһы буйынса Башҡортостан Рәсәй төбәктәре араһында 3-сө урын биләй. 2011 йылда ауыл хужалығының тулайым продукцияһы күләме 103,9 млрд һум тәшкил итә (3008 йылда 103,5 млрд һум була). Аграр производствоһының эре тауар иҡтисады секторы менән бер рәттән шәхси сектор ҙа үҫешә. Бөгөн халыҡтың шәхси хужалығы һәм крәҫтиән-фермер хужалыҡтары тулайым продукцияның 2/3 өлөшөн тәшкил итә. ауыл хужалығы хеҙмәткәрҙәренең уртаса айлыҡ эш хаҡы 9976,9 һум[16]. (2011 г.).

Республикала малсылыҡтың традицион тармаҡтары: эре мал, сусҡа, һарыҡ, кәзә үҫтереү, ҡошсолоҡ киң таралған. Йылҡысылыҡ, ҡымыҙ эшләү, йәнлектәр үрсетеү, балыҡсылыҡ, умартасылыҡ үҫешә. Республикала «Бөрйән» ҡырағай бал ҡорто бар. Ул башҡа бал ҡорттарынан һыуыҡҡа (хатта 56 градус һалҡындарға ла сыҙам), төрлө ауырыуҙарға бирешмәүсәнлеге, эшсәнлеге менән айырылып тора[17]. Үҙенсәлекле молоҡ ҡортоноң генофондына юғалыу хәүефе янағас, Бөрйән районы территорияһында «Алтын солоҡ» ҡурсаулығы ойошторолоп, "Бөрйән"кәйҙең йәшәү урыны һаҡланып ҡала һәм киңәйтелә. Төбәктең ауылхужалығы бойҙай, арыш, һоло, арпа, тары, ҡарабойҙай үҫтереүгә махсуслашҡан. Шулай уҡ техник культуралар: шәкәр сөгөлдөрө, көнбағыш уңышлы эшкәртелә. Картуф һәм йәшелсә нигеҙҙә шәхси хужалыҡтарҙа үҫтерелә. Баҡсасылыҡ, теплица хужалыҡтары үҫешкән.

Республиканың ауыл хужалығына 2010 йылдағы ҡоролоҡ ҙур зыян килтерә. 2012 йылда ла Башҡортостанда эҫе һәм ҡоро була.

Төбәктә балыҡсылыҡты үҫтереү өсөн һыу ятҡылыҡтары бар. Әбйәлил районының Яҡтыкүл күлендә алабалыҡтың ҡиммәтле төрҙәрен үрсетеү буйынса хужалыҡ асыу планлаштырыла.

Шулай уҡ ҡарағыҙ:Башҡортостанда ер мәсьәләләре.

Куйбышев тимер юлының Башҡортостан төбәге — «Рәсәй тимер юлдары» асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең филиалы һәм уның иң ҙур бүлексәһе. Көн һайын ул 20 миллион самаһы йөк һәм 14 миллион самаһы пассажир ташый. Башҡортостандың дөйөм ҡулланылыштағы тимер юлдарының оҙонлоғо 1475 км (2000 й.) тәшкил итә[18]. Төбәктең төп тимер юлы артерияһы булып Һамар-Өфө-Силәбе электрлаштырылған магистрале тора. Унан Шишмә-Ульяновск-Инза магистрале тармаҡлана. Өфө районында төп юлға Ҡарламан-Белорет-Магнитогорск магистрале ҡушыла. Төньяҡ-көнбайышта төбәк Урта Урал менән Үҙәкте тоташтырып тороусы иң ҡыҙҡа юлға — ике юллы Мәскәү-Ҡаҙан-Екатеринбург магистраленә сыға

Тимер юлының көньяҡ Дим-Мораптал-Ырымбур йүнәлеше лә мөһим әһәмиәткә эйә. Ул хәҙерге Ишембай ҡалаһы эргәһендә нефть ятҡылыҡтарын үҙләштереү өсөн төҙөлә. 1934 йылда Дим-Ишембай станцияһы тармағы һалына[19], артабан юл Ырымбур менән тоташа. Әлеге ваҡытта бер линилы тимер юлы Дим-Ҡарламан участкаһында ике юлға әйләнә һәм ул электрлаштырылған, ә башҡа участкаларҙа тепловоз ярҙамында хеҙмәтләндерелә. Был — Башҡортостанды Ырымбур, Көнбайыш Ҡаҙағстан, Урта Азия, Түбәнге Волга буйы, Төньяҡ Кавказ менән тоташтырыусы иң ҡыҫҡа юл. Төбәк тимер юлының 26 проценты ике юллы булһа, 2,5 проценты — күп юллы, ҡалған 71,5 проценты бер юллы ғына. Уларҙа поездар бары тик узел станцияларында ғына икенсе юлға күсә ала. Тимер юл транспорты менән төбәктең яғыулыҡ-нефть комплексы продукцияһы ташыла.

Ағиҙел йылғаһында судносылыҡ үҫешкән. Был тармаҡҡа 150 йылдан ашыу һәм уны «Башҡортостан йылға пароходлығы» яуаплылығы сикләнгән ширҡәт тормошҡа ашыра. Пароходлыҡта 150-нән ашыу судно иҫәпләнә, улар пассажирҙар һәм йөк ташый. Мәскәү-Өфө маршруты буйынса круиздар популярлыҡ менән файҙаланыла. 1950—1960 йылдарҙа Ағиҙел буйлап төҙөлөш өсөн кәрәкле ағас ағыҙғандар.

Кумертауҙа эшләнгән Ка-226

Башҡортостанда 1938 йылдан эшләгән Өфө халыҡ-ара пассажир аэропорты бар[20]. Унан Рәсәйҙең 27 ҡалаһына — эске, шулай уҡ донъяның 16 иленә даими халыҡ-ара чартер рейстары яһала. Башҡортостан авиакомпанияларынан «Башҡортостан» авиакомпанияһы" яуаплылығы сикләнгән ширҡәте осоштар башҡара. Һауа суднолары паркында[21] «Боинг» 757—200 тибындағы өс самолет һәм бер Diamond DA42 бар.

Торба үткәргестәр

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Торба үткәргес транспорты яҡшы үҫешкән, бик күп газ һәм нефть магистраль торбалары үтә (Туймазы-Өфө, Ишембай-Өфө, Ишембай-Орск һ.б.) Торбалар буйлап Көнбайыш Себерҙән Башҡортостандың эре нефть эшкәртеү предприятиеларына нефть килә.

Өфө, Стәрлетамаҡ, Салауат ҡалаларынан республиканың теләһә ҡайһы ҡалаһына автобус менән барырға мөмкин. Автомобиль юлдарының дөйөм оҙонлоғо 25 мең километр тәшкил итә, шуларҙың 500 километры — федераль юлдар[22]. Республика автопаркында 1,2 миллион транспорт берәмеге иҫәпләнә (2008 й.). Уларҙың күпселеге — еңел автомобилдәр (900 мең самаһы), йөк машиналары 130 мең, автобустар 23 мең.

2011 йылда республикала дөйөм майҙаны 2607, 9 мең квадрат метр булған 14,5 мең бина сафҡа ингән, шуларҙың 14,2 меңе — торлаҡ[23]. Шул йылда ҡулланыуға 2,1 млн кв.метр торлаҡ тапшырылған һәм республика торлаҡ төҙөлөшө буйынса Волга буйы федераль округында Татарстан Республикаһынан ҡала икенсе урында тора. Торлаҡ төҙөлөшө темптары юғары булыуға ҡарамаҫтан, Башҡортостанда бер кешегә уртаса торлаҡ күләме түбән кимәлдә ҡала — 22 кв. метр (2011 й.).

Торлаҡҡа хаҡтар 1 кв. метрға уртаса Өфөлә — 45, Стәрлетамаҡта — 35, Салауатта — 25 — 30, башҡа ҡалаларҙа 15-20 мең һум.

Башҡортостанда авария хәлендәге йорттарҙан граждандарҙы күсереү буйынса программа тормошҡа ашырыла. 2008—2011 йылдарҙа алты программа үтәлеп, быға 6,5 миллиард һум аҡса, шул иҫәптән Торлаҡ-коммуналь хужалыҡты реформалауға булышлыҡ итеү фондынан 3,9 миллиард һум йүнәлтелә. Һөҙөмтәлә дөйөм майҙаны 196,6 мең квадрат метр тәшкил иткән 546 күп фатирлы авария хәлендәге йорттан 14640 граждан күсерелә. Был маҡсатта яңы 122 йорттан 5072 торлаҡ бина алына[24]. Республикала авария хәлендәге йорттарҙы тулыһынса бөтөрөү быйыл — 2016 йылда таммаланырға тейеш.

Финанстар һәм сауҙа

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
«Уралсиб» банкы бинаһы (элекке «БашКредитБанк»)

Төбәктә 90 банк эшләй (2012 й.), шул иҫәптән 11-е ү руспубликаныҡы[25]. Иң эре банктар «Уралсиб», «Социнвестбанк», «Рәсәй Сбербанкы». Банк бүлексәләренең дөйөм һаны буйынса Башҡортостан Волга буйы федераль округында - 2-се, Рәсәй Федерацияһында 5-се урын биләй. 2012 йылдың тәге яртыһында төбәк иҡтисадына бирелгән кредиттар суммаһы 298,8 млрд һум тәшкил итә. Бәләкәй һәм урта эшәыуарлыҡ субъекттарына 44,1 млрд һумлыҡ кредит бирелә. Рәсәй Федерацияһы банктарының Башҡортостан халҡына биргән кредиттарҙың ҡалдығы 2012 йылдың 1 июленә 150,4 млрд һум була.

Төбәктә банктар эшмәкәрлеген Башҡортостан Республикаһының Милли банкы контролләй.

Башҡортостан Республикаһында эш хаҡы үҫеше

2012 йылдың беренсе кварталында уртаса эш хаҡы 18300 һум (2014 йылдың авгусында - 23780 һум) тәшкил итә. Эш хаҡы күләме буйынса республика уртаса Рәсәй күрһәткесенән 26 процентҡа, йәғни 6500 һумға арттараҡ ҡала һәм Волга буйы федераль округында 5-се урында тора. Шул уҡ ваҡытта республикала инженер-техник хеҙмәткәрҙәр менән эре акционерҙар йәмғиәттәре етәкселәренең эш хаҡы араһындағы айырма уҙған быуаттың 90-сы йылдары урталарынан алып 100 тапҡыр һәм унан да күберәк тәшкил итә.

Һалымдар һәм йыйымдар, федераль бюджетҡа күсереү

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Башкортостан донор төбәктәр иҫәбенә инә.Республика территорияһында йыйылған средстволар түбәндәгесә бүленә:

Йыл Һалым йыйылған,
млрд һум
Территориаль бюджетҡа
күсерелгән
% Федераль бюджетҡа
күсерелгән
%
2014[26] 221,5 125,3 56,6 96,2 43,4
2015[27] 266,3 146,7 55,1 119,6 44,9

Башҡортостан башлығы Рөстәм Хәмитов 2012 йылда яҡын арала төбәк иҡтисады алдында торған тәү сираттағы бурыстаҙы билдәләне[28]:

  • Көньяҡ Башҡортостан агломерацияһы (Ишембай, Салауат, Стәрлетамаҡ ҡалалары) базаһында нефть сәнәғәте кластеры булдырыу
  • машина эшләүселәр өсөн «РусГидро» һәм Alstom француз компанияһы менән берлектә сәнәғәт технопаркын булдырыу
  • Ҡариҙел йылғаһында ГЭС төҙөү
  • Белорет районында тулы цикллы металлургия заводы төҙөү
  • бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡты үҫтереү, эш хаҡтарын арттырыу, төҙөлөш комплексын активлаштырыу
  • Өфөлә ағас-юнысҡы плиталары эшләү буйынса «Кроношпан» предприятиеһын төҙөү. Уның ҡеүәте йылына 2 млн куб. м. Сеймал сифатында Башҡортостан урманы файҙаланыла (Иҫәп буйынса Башҡортостанда ҡырҡыу өсөн бүленгән урман — йылына 8 млн куб. м.)

Ҡалып:Шулай уҡ.

Сит ил әйберҙәренән баш тартыу

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

2014—2016 йылдарҙа, сит ил тауарҙарынан баш тартыу һәм урындағы тауар етештереүселәрҙе яҡлау маҡсатынан, республикала Башҡортостан тауар етештереүселәренең ҡулланыусыға кәрәкле тауарҙар сығарыуы буйынса эш алып барыла. Ауыл хужалығы, сәнәғәт, фармацевтика, IT-индустрияла сит ил тауарҙары урындағы етештереүсеһенеке менән алмаштырыла.

  1. Мангушев К. И., Поляков В. Н., Уткин Ю. В. Чудесный клад. — М.: Советская Россия, 1985. — С. 10. — 144 с. — 20 000 экз.
  2. Минфин России :: Официальная информация 2016 йыл 25 апрель архивланған.
  3. РИА Башкирия — Газпром вложится в индустриальный парк «Салават» в Башкирии
  4. Город Салават информационный сайт salavat — salavat jimdo page! 2012 йыл 12 сентябрь архивланған.
  5. Приток иностранных инвестиций в экономику Башкортостана вырос в 2 раза 2016 йыл 31 март архивланған.
  6. Инвестиционная деятельность 2021 йыл 3 март архивланған.
  7. Башкортостан признан регионом с минимальными экономическими рисками
  8. Республика Башкортостан — регион с минимальными экономическими рисками 2014 йыл 6 март архивланған.
  9. Итоги 2012 года 2014 йыл 6 март архивланған.
  10. ВРП Башкирии вырастет до 1,6 трлн рублей в 2016 году — Правительство РБ
  11. Глава Башкирии рассказал о том, какова готовность Уфы к проведению там саммитов ШОС и БРИКС
  12. ОАО Башкирэнерго: энергетика, электрификация, газ нефть, Башкирия, энергия, ТЭК, ЕЭС, Bashkirenergo, energy, power industry, gas, Bashkiria, Bashkortostan, oil
  13. Энергетики Башкортостана отмечают 80-летний юбилей 2016 йыл 20 апрель архивланған.
  14. В Башкортостане построят четыре солнечные электростанции
  15. В Башкирии построят солнечную электростанцию
  16. Сельское хозяйство 2012 йыл 13 август архивланған.
  17. Уникальная башкирская пчела находится на грани исчезновения — Гульназ Рафикова — «Спасти „бурзянку“» — Российская газета — Государственный природный за …
  18. http://bashturist.ru/maps/sity/data/media/62/bashturist.ru_zhdbash.jpg 2014 йыл 18 октябрь архивланған.
  19. Агафонов М. А., Кутимов Б. П., Фёдоров И. Г. Ишимбай. — Уфа: Башкирское книжное издательство, 1968. — С. 8. — 76 с. — 10 000 экз.
  20. Международный Аэропорт Уфа. Новости
  21. О компании | airbashkortostan.ru 2016 йыл 6 май архивланған.
  22. Транспорт — Транспорт Башкортостана : Автомобильный транспорт республики Башкортостан. Виды транспорта Башкортостана. — www.turinfo.ru 2014 йыл 17 октябрь архивланған.
  23. Транспорт 2012 йыл 13 август архивланған.
  24. Карта сайта 2015 йыл 1 март архивланған.
  25. Национальный банк Республики Башкортостан ПРЕСС-РЕЛИЗ от 01/08/2012 :: Пресс-релизы :: НАЦИОНАЛЬНЫЙ БАНК РЕСПУБЛИКИ БАШКОРТОСТАН ЦЕНТРАЛЬНОГО БАНКА РОССИЙСКОЙ ФЕДЕРАЦИИ(недоступная ссылка)
  26. В консолидированный бюджет Республики Башкортостан зачислено более 96 млрд. рублей, Сайт ФНС России, 17 декабря 2014 года
  27. В 2015 году налоговые органы обеспечили положительную динамику по поступлениям налогов // Сайт ФНС России, 5 февраля 2016 года
  28. Премьер из Москвы 2011 йыл 29 май архивланған.
  • Декларация о государственном суверенитете Башкирской Советской Социалистической Республики // Башкортостан: выбор пути. Интервью, выступления, стенограммы, документы. — Уфа: Китап, 1995
  • Гибадуллин Б. Г. Советская Башкирия в годы Великой Отечественной войны. Уфа, 1971.
  • Экономика Башкортостана. Под редакцией Бармирбаева Уфа 1998 г. БГУ.
  • Башкирская энциклопедия. Гл. ред. М. А. Ильгамов т. 1. А-Б. 2005. — 624 с.; ISBN 5-88185-053-X. т. 2. В-Ж. 2006. −624 с. ISBN 5-88185-062-9.; т. 3. З-К. 2007. −672 с. ISBN 978-5-88185-064-7.; т. 4. Л-О. 2008. −672 с. ISBN 978-5-88185-068-5.; т. 5. П-С. 2009. −576 с. ISBN 978-5-88185-072-2.; т. 6. Советы нар. хозяйства. -У. 2010. −544 с. ISBN 978-5-88185-071-5; т. 7. Ф-Я. 2011. −624 с.. науч.. изд. Башкирская энциклопедия, г. Уфа.