Юшты
Юшты | |
Дәүләт | Рәсәй |
---|---|
Юшты (Юшаты, Йыуышты) — рус. Юшты́ - Рәсәй Федерацияһы Силәбе өлкәһенең Ҡарабаш ҡала округындағы күл.
Географияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Юшты́ — администартив йәһәттән Силәбе өлкәһенең Ҡарабаш ҡала округына ҡараған, Ҡарабаш ҡалаһынан төньяҡ-көнбайыштараҡ урынлашҡан һыу ятҡылығы[1]. Юшты тирәһендә бик күп ваҡ һәм уртаса ҙурлыҡтағы күлдәр ята: Оло һәм Кесе Ағарҙаш күлдәре, Серебры, Алабуға, Әнәш, Сәҙүк, Забойное, Уйылды, Кесе Байыҡ һәм Арғужа. Юшты менән Кесе Ағарҙаш араһында һуңғыһы исемендәге ауыл урынлашҡан.
Юшты икегә бүленгән, уның араһынан Ҡыштым — Пирит тимер юл тармағы үтә, күл эргәһендә "28 км" тип аталған платформа урынлашҡан.
Силәбегә тиклем алыҫлығы - 90 км, Екатеринбургҡа – 170 км.
Тасуирламаһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Һыу ятҡылығы төньяҡтан көньяҡҡа табан һуҙылған.
- Оҙонлоғо -1,2 км.
- Киңлеге - 500 метр.
- Майҙаны - 60 га.
- Тәрәнлеге -8 метр.
- Диңгеҙ кимәленән бейеклеге - 289м [2]
Флораһы һәм фаунаһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Күлде ҡатнаш урмандар уратҡан.
Юшты күле балыҡҡа бай. 2010 күлгә карп ебәрелгән. Күлдә алабалыҡ, шамбы, суртан, ҡорман селбәрәләре һалынып тора [1].
Этимологияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Башҡорт телендәге Юш һәм -ты һүҙ яһаусы аффикс ярҙамында яһалған. Юш (юш булыу) - тап килеү, дөрөҫкә сығыу [3]. Юрағаның юш килеү (фразеологизм).
Шулай уҡ юша һүҙенән сығыуы ла ихтимал. Силәбе һөйләшендә, әҙәби телдән айырмалы, юшалы урынына юшаты тип һөйләү осрай. Юша - ҡыҙыл, һары, йәшел төҫтәге балсыҡлы тау тоҡомо [4].
Гидронимдың килеп сығышы шулай уҡ йыуышыу һүҙенән яһалып, Йыуышты булыуы ла мөмкин.
Шулай уҡ ҡара
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Сығанаҡтар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Башҡорт теленең һүҙлеге. 2 томлыҡ. - Мәскәү, 1993. - 2-се том, 771-772-се биттәр
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ 1,0 1,1 Niven! Team and Comsenz UI Team. Озеро Юшты - Водоемы Челябинской области - Рыбалка . diala.ru. Дата обращения: 17 август 2016.
- ↑ Озеро Юшты
- ↑ Башҡорт теленең һүҙлеге. 2 томлыҡ. - Мәскәү, 1993. - 2-се том, 771-се бит
- ↑ Башҡорт теленең һүҙлеге. 2 томлыҡ. - Мәскәү, 1993. - 2-се том, 772-се бит
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- От Парижа до Берлина по карте Челябинской области. [1]
- Озёра Южного Урала
Был Силәбе өлкәһе географияһы буйынса тамамланмаған мәҡәлә. Һеҙ мәҡәләне төҙәтеп һәм тулыландырып проектҡа ярҙам итә алаһығыҙ. |