Эстәлеккә күсергә

Куба

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Куба Республикаһы
República de Cuba
Куба гербы
Флаг
Девиз: «Тыуған ил йәки үлем!

(исп. Patria o Muerte

Гимн: «La Bayamesa»
Үҙаллылыҡ датаһы 10 декабрь 1898
Испан-Америка һуғышы
нәтижәһенде. ( Испания)
Рәсми тел испан
Баш ҡала Гавана
Эре ҡалалар Гавана, Сантьяго-де-Куба
Идара итеү төрө Социалистик республика
Территория
• Бөтәһе
105
110 860 км²
Халыҡ
• Һаны (2009)
• Халыҡ тығыҙлығы

11 451 652 чел. (73)
102 чел./км²
Валюта Песо (CUP, 37)
Интернет-домен .cu
Код ISO CU
МОК коды CUB
Телефон коды +53
Сәғәт бүлкәте -5

Куба (исп. Cuba [ˈkuβa]), рәсми исеме — Куба Республикаһы (исп. República de Cuba [reˈpuβlika ðe ˈkuβa]) — Латин Америкаһында, Кариб диңгеҙендәге утрауҙағы дәүләт. Куба, Хувентуд утрауҙарында һәм Оло Антил утрауҙарының 1600-ҙән ашыу һәм ваҡ утрауҙар төркөмөндә урынлашҡан (Сабан, Лос-Канарреос, Лос-Колорадос, Камагуэй, Хардинес-де-ла-Рейн архипелагтары; Сан-Фелипе утрауҙары.). Көнсығышта Атлантик океан, көньяҡта — Кариб диңгеҙе менән йыуыла. Төньяҡ Америка көнбайышта Юкатан боғаҙы, төньяҡта — Флорида боғаҙы менән айырыла. Унитар дәүләт. Баш ҡалаһы һәм эре ҡалаһы — Гавана. Аҡса берәмеге — песо (1994 йыылдан 2021 йылға тиклем әйләнештә конвертацияланыусы песо)[2]. Рәсми теле — испан теле.

Куба — БМО (1945), Ҡушылмау хәрәкәте (1961), Кариб дәүләттәре ойошмаһы (1994), Бөтә донъя сауҙа ойошмаһы (1995) ағзаһы.

«Куба» атамаһы Оло Антил утрауҙарында йәшәгән индеецтарҙың хәҙер үле таино теленән килеп сыҡҡан. Атама мәғәнәһе билдәһеҙ, «уңдырышлы ере мул булған урын» (cubao)[3] йәки «яҡшы урын» (coabana)[4] тигәнде аңлатыуы мөмкин тигән күҙаллау бар.

Шулай уҡ Христофор Колумб утрауҙы Португалияла Бежа утрауындағы Куба ауылы хөрмәтенә атаған тигән фараз да бар[5][6].

Куба Төньяҡ, Үҙәк һәм Көньяҡ Америка киҫелешендә, Куба утрауында (Вест-Һиндостанда иң ҙур), Хувентуд утрауында, шулай уҡ уның йәнәшәһендәге Оло Антил утрауҙары төркөмөнә ҡараған 1600 самаһы ваҡ утрауҙарҙа һәм мәрйен рифтарында урынлашҡан. Яр буйы өсөн тәрән ҡултыҡтар һәм күп уңайлы бухталар хас. Утрау рифтар һәм мәрйен ҡатламдары менән уратып алынған.

Кубаның майҙаны — 110 860 км²[7]. Көнбайыштан көнсығышҡа 1250 километрға һуҙылған утрауҙы, йыш ҡына башы Атлантика яғына ҡараған, ә ҡойроғо Мексика ҡултығында булған кеҫәртке менән сағыштыралар. Көньяҡта Кубаны Кариб диңгеҙе һыуҙары, төньяҡ-көнбайышта Мексика ҡултығы, ә төньяҡ-көнсығышта Атлантик океан һыуҙары йыуа. Кубанан алып АҠШ-ҡа тиклем аралыҡ иң тар Флорида боғаҙы урынында — 180 км тиклем, Гаити утрауына Елгә ҡаршы яҡ (Наветренный) боғаҙы аша — 77 км тиклем, Ямайка утрауына тиклем Колон боғаҙы аша — 140 км, Мексикаға тиклем Юкатан боғаҙы аша — 210 км.

Куба рельефы башлыса тигеҙлек. Тауҙар һәм ҡалҡыулыҡтар территорияһының өстән бер өлөшө самаһын биләй. Төп өс тау системаһы — көнбайышта Кордильера-де-Гуанигуанико һәм үҙәк өлөштә Эскамбрай һәм көнсығышта Сиерра-Маэстра. Иң бейек тау массивы Сиеррала-Маэстра көньяҡ-көнсығыш яр буйы буйлап 250 км һуҙылған. Иң юғары нөктәһе — Туркино түбәһе (1972 м). Көнбайышта урынлашҡан утрауҙар матур һәм бейек булмаған тауҙар менән йырғыланған.

Кубала бөтә ерҙә карст, шул иҫәптән киң билдәле мәмерйәләр күп. Мәҫәлән, көнбайышҡа табан Санто-Томас мәмерйәһе 25 км оҙонлоҡтағы ер аҫты галереяһының күп тармаҡлы селтәренә эйә. Йыш ҡына «моготес» тип аталған тропик карст формалары осрай, улар вертикаль тиерлек битләүҙәр һәм яҫы түбәләр менән ҡалҡыулыҡтар тәшкил итә. Тигеҙлектәрҙә халыҡ күберәк ултырған. Ярҙар, ҡағиҙә булараҡ, тәпәш, ҡайһы береһе һаҙлыҡланған, күп осраҡта мангр ҡыуаҡлыҡтары үҫә. Йыш ҡына ҡомло пляждар сорай, улар күп километрҙарға һуҙыла (мәҫәлән, Икакос ярымутрауында, унда билдәле Варадеро курорты урынлашҡан).

Файҙалы ҡаҙылма байлыҡтар

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Куба донъяла никель запасы буйынса өсөнсө урынды биләй (Австралия һәм Яңы Каледониянан һуң, 2007)[8], уны сығарыу 1943 йылда башлана һәм 1959 йылғы революциянан һуң осорҙа һиҙелерлек арта.

Куба кобальттың ҙур запастарына эйә һәм уны сығарыу һәм етештереү күләме буйынса донъяла өсөнсө урынды биләй[9].

Кубала шулай уҡ баҡыр (Орьенте һәм Пинар-дель-Рио провинцияларында), марганец мәғдәне (Орьенте провинцияһы), хромит (Камагуэй провинцияһы), каолин (Пинос утрауҙары)[10], тимер мәғдәне, асбест, таш тоҙ, фосфориттарҙың ҙур ятҡылыҡтарына эйә. Күмер ятҡылығы юҡ.

1984 йылда илдең көнбайышында нефть һәм газ ятҡылығы асыла. 2006 йылда утрауҙан төньяҡҡа ҡарай, Флорида яры буйынан алыҫ түгел газ ятҡылыҡтарын үҙләштереү башлана[11] . Ҡайһы бер мәғлүмәттәр буйынса, Куба шельфында нефть запастары 5 миллиард баррелдән артыҡ (Гавана 20 миллиард баррель тип ныҡыша), ә газ запасы — 300 миллиард м³, 2010 йылда дөйөм раҫланған нефть запасы 178,9 миллион баррель тәшкил итә, тәбиғи газ — 70,9 млрд м³[12].

Куба климаты тропик, пассат. Уртаса йыллыҡ температура 25,5 °C тәшкил итә. Иң һалҡын айҙың уртаса температураһы (ғинуар) 22,5 °C тиң һәм иң эҫе (август) — 27,8 °C тәшкил итә. Ҡышын яр эргәһендә һыу өҫтө температураһы 22-24 °C, йәй — 28-30 °C. Уртаса йыллыҡ яуым-төшөм күләме, ғәҙәттә, ҡойма ямғырҙар рәүешендә — 1400 мм, әммә йыш ҡына ҡоро йылдар ҙа була.

Кубала ике климат миҙгеле: ямғырлы (май-сентябрь) һәм ҡоро (октябрь-апрель) билдәләнә. Ямғыр миҙгеленә йыллыҡ яуым-төшөм суммаһының 3/4 тура килә.

Кубаның климат шарттарына йыл дауамында юғары дымлылыҡ хас. Юғары температура һәм дымлылыҡ һаулыҡ өсөн насар, әммә диңгеҙ яры буйында ел эҫелекте кәметә һәм саф һауа, ә кистәрен һалҡынлыҡ килтерә. Кубала ел тотороҡлоғо менән айырыла, шуға күрә йыш ҡына ағастарҙың, уның олондарының ауыш булыуын күрергә мөмкин.

Куба тропик циклондар йоғонтоһонда, улар йәйге-көҙгө ваҡыттарҙа була (июнь — ноябрь уртаһы), Кесе Антил утрауҙарынан алып һәм Кариб диңгеҙенең көнбайышына, һуңынан Флорида яғына күсә. Циклондар хужалыҡҡа һәм утрау халҡына күп зыян килтереүсе мул ямғырҙар һәм көслө елдәр менән оҙатыла. Йылғалар Кубала ҡыҫҡа, аҙ һыулы. Урмандар территорияның 10 % ҡаплай, улар таулы һәм һаҙлыҡлы урындарҙа һаҡланып ҡалған. Ҡоро ер хайуандары донъяһы сағыштырмаса ярлы. Шул уҡ ваҡытта Кубаны уратып алған һыуҙарҙа ҡиммәтле промысла балыҡтары, моллюскылар, лангустар, диңгеҙ ҡыҫалалары, ҡаусалар күп.

XVI быуат аҙағына тиклем Кубала индей ҡәбиләләре, башта гуанахатабей (б.э. тиклем VI быуатта), һуңғараҡ аравактар ҡәбиләләре йәшәгән. Индейҙар игенселек һәм һунарсылыҡ менән шөғөлләнгән.

Бында килгән беренсе европалы диңгеҙ йөҙөүсеһе һәм сәйәхәтсе Колумб була, ул 1492 йылдың октябрь айында архипелагтың көнсығышына төшә. 1511 йылда Диего Веласкес де Куэльяр утрауҙарҙың ерле халҡын буйһондороп, Баракоа фортын төҙөй һәм Кубаның беренсе испан губернаторы була. 1515 йылға Куэльяр штаб-фатирын Кубаның беренсе баш ҡалаһы булып киткән Сантьяго де Кубаға күсерә. Колонизациялау утрауҙың 75 % тәшкил иткән ерле халҡы — таино индейҙары менән көрәш шарттарында үтә. Колумб миллионлаған индейҙарҙың үлтерелеүе тураһында хәбәр итә. Куба халҡы XV быуатта яҡынса 1 800 000 кеше тәшкил иткән.

  • 1823 йылда Испаниянан бойондороҡһоҙлоҡ алыу өсөн башланған беренсе ихтилал баҫтырыла.
  • 1868 йылда Кубала бойондороҡһоҙлоҡ өсөн ун йыллыҡ һуғыш башлана; баш күтәреүселәргә АҠШ ярҙам итә. Ихтилал 1872—1873 йылдарҙа иң юғары нөктәһенә етә, тик һуңынан баш күтәреүселәр хәрби хәрәкәттәрҙе тик көнсығыш провиницяларҙа, Камагуэй һәм Орьентела алып бара. 1878 йылда тыныслыҡ килешеүенә ҡул ҡуйыла, ул утрау халҡы өсөн уңайһыҙ закондарҙы юҡ итә.
Хосе Марти
  • 1895 йылда Кубаға Хосе Марти етәкселегендә Куба патриоттары отряды төшә. Был ваҡиға испандар менән яңы һуғыштың башы була, уның барышында кубалылар ҙур ҡалаларҙан тыш, утрауҙың бөтә тиерлек территорияһы өҫтөнән контролгә өлгәшә.
  • 1898 йылда АҠШ Испания менән һуғыш башлай һәм уны еңә (ҡара: Испания-Америка һуғышы). Куба АҠШ-тан бойондороҡһоҙлоҡ ала. Конституцияла АҠШ-тың Куба територияһына ғәскәрҙәр индереү хоҡуғы тураһында әйтелә. Был пункт 1934 йылда бөтөрөлә.
  • 1933 йылда сержант Фульхенсио Батиста-и-Сальдивар етәкселегендәге революционерҙар ойошторған түңкәрелеш һөҙөмтәһендә, диктатор Херардо Мачадо-и-Моралес ҡолатыла һәм демократик режим урынлаштырыла.
  • 1940 йылда конституция ҡабул ителә.
Ф. Батиста
  • 1952 йылдың 10 мартында Фульхенсио Батиста дәүләт түңкәрелеше яһай һәм Кубала шәхси диктатураһын урынлаштыра.
  • 1953 йылдың 26 июлендә Фидель Кастро башлығында революционерҙар төркөмө Монкада казармаларын баҫып алырға маташа. Маташыу уңышһыҙ була, һәм штурмда ҡатнашыусылар төрмәгә эләгә, әммә был ваҡиға Куба революцияһының башланғысы була. Ошо ваҡиғаларҙан һуң шунда уҡ сәйәси репрессиялар (ҡара: Репрессии в период правления Батисты) башлана. 1955 йылда революционерҙар амнистиялана. 1956 йылдың 2 декабрендә революционерҙарҙың яңы төркөмө утрауҙың көнсығышында «Гранма» яхтаһынан төшә һәм Батиста хөкүмәтенә ҡаршы хәрби хәрәкәттәр башлай.
  • 1959 йылдың 1 ғинуарында диктатор Батиста Кубанан ҡаса. Шул мәлдә баш күтәреүселәр Санта-Клара ҡалаһын баҫып ала һәм баш ҡалаға туранан-тура хәүеф янамаһа ла, Батиста ҡарамағында ҙур хәрби көстәр ҡалғанлыҡтан, көнсығышта урындың ҙур участкаларын контролдә тота. Батистаның ҡасыу һөҙөмтәһендә буш ҡалған хакимиәт шарттарында баш күтәреүселәр колоннаһы Гаванаға инә, халыҡ уларҙы шатланып ҡаршы ала.
Ф. Кастро

Революция еңеүе һөҙөмтәһендә Куба хакимиәтен Фидель Кастро башлығында «һул» ориентациялы хөкүмәт ала, ул һуңынан социализм төҙөлөшө юлына ауыша. Илдең берҙән-бер етәксе һәм рөхсәт ителгән партияһы булып Куба Коммунистар партияһы ҡала. Фидель Кастро хөкүмәте аграр реформа үткәрә, сәнәғәт активтарын национализациялай, киң социаль үҙгәртеп ҡороуҙар йәйелдерә. Был халыҡтың бер өлөшөнөң ризаһыҙлығын тыуҙыра һәм илдән күпләп, башлыса АҠШ-ҡа, китә, унда Кастро һәм уның сәйәси оппоненттарының ҙур диаспораһы ойошторолған була. Эмиграцияға шулай уҡ 1966 йылда АҠШ конгресы ҡабул иткән «Куба Акты» булышлыҡ итә, уға ярашлы АҠШ-ҡа килгән теләһә ниндәй, йәшерен йәки асыҡтан-асыҡ килгән кубалыға даими йәшәү өсөн урын бирелә.

1959 йылғы революцияһы еңеү менән бергә, тәү сиратта ҡолатылған Батиста режимы эшмәкәрҙәренә һәм ЦРУ агенттарына ҡаршы йүнәлтелгән (ҡара: репрессии в период правления Кастро) сәйәси репрессиялар башлана.

1960 йылда эре предприятиелар национализациялана.

  • 1961 йылдың 12-14 апрелендә куба эмигранттары АҠШ ярҙамында, утрауҙың көньяҡ ярына яңы хөкүмәт сәйәсәтенә ҡаршы күмәк сығыштар ойоштороп һәм Фидель Кастро режимын ҡолатыу маҡсатында, Плайа-Хирон бухтаһына хәрби десант төшөрә (1926—2016), әммә интервенция тиҙ туҡтатыла, Куба армияһы һәм милицияһы дошманға етди ҡаршы тора, һөжүм итеүселәрҙең күп өлөшө юҡ ителә, 1113 кеше әсирлеккә алына, ә көтөлгән социаль шартлау килеп сыҡмай. Аҙаҡ эмигрант ойошмалары Кубаға ҡаршы йүнәлтелгән террористик акттар һәм аҙ күләмле десанттарын йыш ойоштора, тик һөҙөмтәгә ирешә алмай.

1961 йылда мерика Ҡушма Штаттары Куба менән дипломатик мөнәсәбәттәрҙе өҙә.

1962 йылдың октябрендә Кариб көрсөгө һәм АҠШ-тың Куба блокадаһы саҡ өсөнсө донъя һуғышына килтермәй. СССР-ҙың ядро ракеталары Азатлыҡ утрауына сығарыла, Америка лидеры Кеннеди һәм СССР башлығы Н. С. Хрущевтың мөнәсәбәттәре сиктән тыш ҡыҙған була.

1963 йылда аграр реформа үткәрелә. Куба лидеры Фидель Кастроға Советтар Союзы Геройы исеме бирелә. Кастро Мәскәүгә килә. 1968 йылда шәхси предприятиелар национализациялана.

1967 йылдың 9 октябрендә 40-сы йәшендә Фидель Кастроның 1953-1959 йылдарҙағы көрәштәше, дуҫы Че Гевара үлтерелә.

1976 йылда Кубала конституция ҡабул ителә.

1960 йылдар башынан алып 1990 йылдар башына тиклем Куба СССР-ҙың союздашы була һәм донъялағы марксистик баш күтәреүселәрҙе һәм Латин Америкаһында һәм Азияла марксистик хөкүмәттәрҙе әүҙем хуплай (Пуэрто-Рико, Гватемала, Сальвадор, Никарагуа, Панама, Боливия, Перу, Бразилия, Аргентина, Чили), Африкала (Эфиопия, Ангола, шулай уҡ донъяның төрлө илдәренә гуманитар ярҙам күрһәтеү йүнәлешендә сәйәсәт алып бара. 1980 йылдар аҙағында сит илдәрҙә хәрби һәм гуманитар миссияһы сиктәрендә 70 мең кубалы була. Шул уҡ ваҡытта йыш ҡына тышҡы сәйәсәт координаторы сифатында сығыш яһап һәм теге йәки был ҡораллы конфликттарҙа ҡатнашыуҙы билдәләп, СССР уға ҙур финанс һәм сәйәси ярҙам күрһәтә[13].

Кастро СССР-ҙа үҙгәртеп ҡороуҙар сәйәсәтенә ҡырҡа ҡаршы килә һәм хатта Кубала бер нисә СССР баҫмаларының («Московские новости», «Новое время» һ.б.) таратылыуын тыя.

1991 йылда СССР тарҡалғандан, Кубаның иҡтисади хәле һиҙелерлек ҡаҡшай (ЭТП-ның кәмеүе 1990—1993 йылдарҙа 33 %[14]), аналитиктар Кастро хөкүмәтенең ҡолауы тураһында күҙаллай, әммә 1994 йылда хәл яйға һалына.

1998 йылда Гаванаға Рим Папаһы Иоанн Павел II килә.

2008 йылдың 19 февралендә «Гранма» гәзите аша Фидель Кастро Дәүләт Советы президенты һәм Куба ғәскәрҙәре командующийы вазифаһынан отставкаға китәсәге хаҡында иғлан итә[15]. Дәүләт Советы Президент булып Мигель Диас-Канель тора[16].

2016 йылдың 25 ноябрендә, оҙайлы ауырыуҙан һуң 91-се йәшендә, Фидель Кастро вафат була. Юғары баш командующий вазифаһын ҡустыһы Рауль Кастро ала.

2019 йылдың 10 апреленән яңы конституция үҙ көсөнә инә, ул конституция халыҡ референдумында ҡабул ителә. Ул Куба Республикаһы Президенты вазифаһын билдәләй, 5 йылға икенсе срокка кандидатураһын ҡуйыу хоҡуғын, шулай уҡ граждандарҙың шәхси милеген һәм ваҡ бизнес менән шөғөлләнеүен таный.

Административ бүленеше

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Куба унитар дәүләт булып тора. Милли территорияһы сәйәси-административ маҡсаттарҙа 2011 йылға тиклем 15 провинцияға һәм махсус Хувентуд утрауы муниципияһына бүленә, провинциялар муниципияларға бүленә. 2011 йылдың 1 ғинуарында Гавана провинцияһын Артемис һәм Маябеке провинцияларына бүлеү үҙ көсөнә инә һәм провинциялар һаны 16-ға тиклем арттырыла. Провинциялар, үҙ сиратында,169 муниципалитетҡа бүленә.

  1. Пин-дель-Рио (исп. Pinar del Rio)
  2. Артемис (исп. Artemisa)
  3. Гавана Ҡалаһында (исп. Ciudad de La Habana)
  4. Маябеке (исп. Mayabeque)
  5. Матансас (исп. Matanzas)
  1. Сьенфуэгос (исп. Cienfuegos)
  2. Панч-Клара (исп. Villa Clara)
  3. Санкти-Спиритус (исп. Sancti Spiritus)
  4. Сьего-де-Авила (исп. Ciego de Avila)
  5. Камагуэй (исп. Camagüey)
  1. Лас-Тунас (исп. Las Tunas)
  2. Гранма (исп. Granma)
  3. Ольгина (исп. Holguin)
  4. Сантьяго-де-Куба (исп. Santiago de Cuba)
  5. Гуантанамо (исп. Guantanamo)
  6. Хувентуд Утрауҙары (исп. Isla de la Juventud)

Провинцияларҙың вәкәләтле органдары — халыҡ власының провинциаль ассамблеялары, халыҡ власының муниципаль ассамблеялары тарафынан һайлана, провинцияларҙың башҡарма комитеттары — халыҡ власының провинциаль ассамблеяһының башҡарма комитетттары халыҡ власының провинция ассамблеялары тарафынан һайлана.

Муниципияларың вәкәләтле органдары — халыҡ власының муниципаль ассамблеяларын халыҡ һайлай, муниципияларҙың башҡарма органдары — халыҡ властарының муниципаль ассамблеяһы башҡарма комитеты халыҡ власының муниципаль ассамблеяһы һайлай.

Варадеро, 1994 йыл
Кубала тимер юлдар схемаһы

Куба утрауында тимер юлдар бар, әммә эске төп транспорт төрө булып автомобиль тора. Башҡа илдәр менән диңгеҙ һәм һауа бәйләнеше яйға һалынған. Кубаның төп Cubana de Aviación авиакомпанияһының 32 илдә вәкиллектәре бар.

Кубала күпер, ул Матансас провинцияһы менән Маябеке провинцияһын тоташтыра
Полиция машинаһы Lada Riva
Кубаның демографик хәле. ФАО мәғлүмәттәре, 2005 йыл.

Кубалылар — ҡатнаш сығышлы халыҡ. Бында Кубаға испандарҙың килеүе мәленә сибонейҙар, аравак төркөмө индейҙары, гуанаханабейҙар һәм Гаитиҙан күсеп килгән индейҙар йәшәгән була. Әммә испан колонизацияһы һөҙөмтәһендә индейҙарҙың күпселеге юҡ ителә.

Испан колонистары, плантацияларҙа эшсе ҡулдар кәрәк булғанлыҡтан, Үҙәк Африканан ҡолдар индерә башлай. 350 йыл эсендә 1 миллиондан ашыу Африка ҡолдары индерелә, уларҙың вариҫтары хәҙер халыҡтың 40 %-н тәшкил итә. Бынан тыш, ҙур булмаған күләмдә Юкатандан, Үҙәк һәм Көньяҡ Американан ҡол индейҙар индерелә. Ошо осорҙа Испаниянан 850 000 күскенсе-«гальего», башлыса галисиялылар, кастилиялылар, наварра халҡы, каталондар килә, әммә уларҙың барыһы ла Кубала йәшәргә ҡалмай. XVIII быуат аҙағынан бында Гаити һәм Луизиананан француздарҙың ҙур ағымы килә. Шулай уҡ йылдам күскенселәр ағымы Германия, Италия һәм Британиянан да була.

1847 йылдың 3 июнендә утрауға тәүге 200 ҡытай индерелә[17], артабан 1853 йылдан 1874 йылға тиклем осорҙа Азиянан 125 000 ҡытай индерелә. Әлегә тиклем булған Гаванала «Чайна-таун» һаҡланған.

XX быуат башында Кубала күп американдар төпләнә, улар Пинос утрауында үҙ колонияһын ойоштора. Бик көслө иммиграция тулҡыны Кубаға Беренсе һәм Икенсе донъя һуғышы ваҡытында була, беренсе сиратта бында йәһүдтәр күсеп килә.

1953 йылда халыҡтың аҡ тәнлеләр өлөшө 84 % тәшкил итә, әммә һуңынан кәмей, башлыса, революциянан һуң эмиграция һөҙөмтәһендә[18].

Кубаның раса составы тураһында мәғлүмәттәр ҡаршылыҡлы. 2002 йылда халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәре буйынса, Куба халҡы аҡ тәнлеләрҙән тора — 65,1%-ы (271 7 926), мулаттар — 24,8 % (2 778 923), негрҙар — 10,1 % (1 126 894), 1 % — ҡытайҙар (828 113). Майами университеты ҡарамағындағы Куба тикшеренеүҙәре институты мәғлүмәттәре буйынса, 68 % кубин — негрҙар һәм мулаттар[19]. Аҙсылыҡтар хоҡуғын яҡлаусы халыҡ-ара төркөм раҫлауынса, халыҡтың 51 процентын мулаттар тәшкил итә[20][21].

Халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәре буйынса, 2012 йылдың сентябрендә Кубаның дөйөм халҡы һаны 11 163 934 кеше тәшкил итә[22].

Халыҡтың ҡартайыуы

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
2020 йылға Куба халҡының йәш-енси пирамидаһы

Куба 1970 йылға тиклем яҡынса иң ҙур ғына түгел, шулай уҡ Кариб бассейнында кеше иң күп йәшәгән утрау була, әммә диктатура урынлаштырыу һөҙөмтәһендә тормош кимәленең түбәнәйеүе тыуымдың ныҡ кәмеүенә килтерә (2020 йылға Куба халҡы күрше утрау халҡына ҡарағанда ике тапҡыр аҙыраҡ). Британияның The Economist журналы мәғлүмәттәре буйынса Куба Латин Америкаһында халыҡтың кәмеүе буйынса берҙән-бер булып ил булып тора[23]. Куба халҡының ҡартайыуы шулай уҡ төбәктә иң юғары булып ҡала. The Economist фекере буйынса был тыуымдың ҡырҡа кәмеүе арҡаһында килеп сыға. Мәҫәлән, 1963 йылда бер ҡатын-ҡыҙға биш бала тура килһә, 1978 йылда 1,9 бала һәм 2004 һәм 2008 йылдар араһында 1,5 бала тура килә. Икенсе яҡтан, һаулыҡ һаҡлауҙың яҡшы кимәле оло йәштәге кешеләр һаны артыуына килтерә[23]. Ошо процестар арҡаһында 2008 йылда тәүге тапҡыр ил тарихында 14 йәшлектәрҙең өлөшө 60 йәшлектәр өлөшө менән тигеҙләшә — яҡынса һәр береһе 18-шәр процент була. The Economist фекере буйынса был хәл Куба пенсия системаһының тотороҡлоғон ҡурҡыныс аҫтына ҡуя[24].

Кубала сиркәү дәүләттән айырылған. Ил конституцияһы халҡына дин тотоу азатлығын гарантиялай. Иң таралған дин — католицизм[25].

Гавана кафедраль соборы

Католиктар сиркәүҙәре бөтә ил буйынса бар. Куба коммунистар партияһы ағзаларына сиркәүгә йөрөүҙе тыймайҙар. Илдә шулай уҡ Йәһәвә шаһиттары дини ойошмаһының 96 000 ағзаһы бар.

Утрауға ҡара тәнле ҡолдар килеү менән Африка сығышлы төрлө диндәр таралған[26].

Һуңғы йылдарҙа, айырыуса провинцияларҙа, протестанттар сиркәүе күренә башлай.

16-нан алып 47 % халыҡ үҙен бер ниндәй ҙә конфессияға индермәй[2].

Гаванала берешәр Рус православие сиркәүе һәм Константинополь православие сиркәүе бар. 2008 йылдың 19 октябрендә Гаванала Кубала беренсе Рус православие сиркәүенең ҡорамы — Ҡазан Божьей Матери икона соборы изгеләндерелә.

Кубалылар башлыса АҠШ-ҡа ҡаса, сөнки АҠШ президенты Джон Кеннеди «Ҡушма Штаттарға бер аяғы менән баҫҡан теләһә ниндәй кубалы бында сәйәси һыйыныу урыны табасаҡ» тип белдерә. Кубанан 150 километр алыҫлыҡта урынлашҡан Майамиҙа 1,5 миллион кубалы йәшәй, улар бында «бәләкәй Куба» ойошторған[27].

Яҙыусы Гильермо Кабрера Инфанте

Өстөнлөктәре: туризм тармағы сит ил инвесторҙарын үҙенә йәлеп итә. Никель һәм шәкәр экспорты. Элиталы сигара. Банк секторы нығына. Нефть вышкалары.

1965 йылда элек Кубаны ташлап киткән Куба эмигранттарының туғандарына Камариока портынан сығыу рөхсәт ителә. Ике ай эсендә, порт асылған ваҡытта, илде 250 000 артыҡ кеше ташлап китә[28].

1980 йылда Фидель Кастро Кубаны ташлап китергә теләүселәр өсөн Мариэль портын аса.[29].

2012 йылдың 16 октябрендә 1976 йылғы Миграция тураһында законға үҙгәрештәр индерә, ул 2013 йылдың 14 ғинуарында көсөнә инә. Әгәр элегерәк Куба халҡы өсөн сығыуға махсус рөхсәт йәки күсмә виза һәм сит илгә сығыу өсөн документтарҙы рәсмиләштереүгә $300 түләргә кәрәк булһа[30]), ә табип кеүек, граждандар категорияһына «рөхсәт булмай», 2013 йылдың 14 ғинуарынан инде бәлиғ булған кубиндарға сит илгә сығыу өсөн тик паспорт, авиабилет һәм тәғәйенләнеш иле визаһы кәрәк була. Сит илгә сығыу билдәле спортсылар, «сер йөрөтөүселәр», тикшереү аҫтындағы кешеләр, шулай уҡ, «дәүләт өсөн мөһим» һөнәрле кешеләр өсөн рөхсәт бирелмәй[31]. Матбуғат хәбәрҙәре буйынса, Куба хөкүмәте үҙ граждандарының яңы күнекмәләр алып һәм ил иҡтисадына аҡса һалып, һуңынан тыуған иленә ҡайтыуҙарына өмөт итә[30].

Дөйөм алғанда, 1959 йылдан алып 2013 йылдың ғинуарына тиклем яҡынса 2 миллион Куба гражданы илен ташлап китә, 86 % эмигрант АҠШ-та йәшәй[32].

Дәүләт идара итеү формаһы буйынса Куба президент-парламент (2019 йылдан) төрөндәге социалистик республика булып тора

Куба Коммунистар партияһының үҙәк комитеты бинаһы

Коммунистар партияһы, Конституцияға ярашлы (ст. 5), Куба дәүләтенең етәксе көсө булып тора. Парламентта күпселек депутаттар Куба коммунистар партияһы вәкилдәре. Башҡарма власты президент ғәмәлгә ашыра (дәүләт башлығы), ул бер үк ваҡытта куба Коммунистар партияһы Үҙәк комитетының беренсе секретары була. Хөкүмәт Дәүләт советы һәм Министрҙар советынан тора. Хөкүмәт Республиканың бер палаталы парламенттан формалаша, ул Халыҡ власының милли ассамблеяһы тип атала. Парламент шулай уҡ президентты һайлай. Шулай итеп, Кубала дәүләт власының юғары органы булып тап Милли ассамблея тора.

Адимнистратив яҡтан республика 16 провинцияға бүленгән, улар составына 169 муниципия инә. Муниципияларҙың береһе — Хувентуд — үҙәк власть органдарына туранан-тура буйһона, ҡалғандары — урындағы административ структураларға.

Юғары суд инстанцияһы — Халыҡ Юғары Суды, халыҡ власының Милли ассамблеяһы тарафынан тәғәйенләнә, апелляция инстанцияһы суды — провинциаль судтар, халыҡ власының провинциаль ассамблеялары тарафынан тәғәйенләнә, беренсе инстанция суды — муниципаль судтар, халыҡ власының муниципаль ассамблеялары тарафынан тәғәйенләнә.

Кубала Варадеро ҡалаһы янындағы пляж

1960 йылға тиклем Куба Кариб төбәгендә иҡтисади яҡтан иң уңышлы район булып тора (хатта АҠШ-ҡа ингән Пуэрто-Рико һәм көнбайыш Европа илдәренең алыҫ утрауҙары менән сағыштырғанда). 1960 йылғы революциянан һуңғы осорҙа Кубаның иҡтисади үҫешенә АҠШ хөкүмәте булдырған иҡтисади бойкот, АҠШ менән иҡтисади бәйләнештәрҙе өҙөү ҙур зыян килтерә. 1968 йылдың 13 мартында хөкүмәт «революция һөжүме» башлай һәм шәхси хужалар ҡулында булған бөтә предприятиеларҙы конфискациялау тураһында иғлан итә. Рәсми мәғлүмәттәр буйынса, 2010 йылдың декабрь башына ҡарата иҡтисади бойкоттан туранан-тура иҡтисади зыян 104 миллиард АҠШ доллары тәшкил итә (ә 1961 йылдан һуң алтынға ҡарата долларҙың төшөүе, — 975 миллиард АҠШ доллары)[33].

Көсһөҙ яҡтары: АҠШ эмбаргоһы арҡаһында инвестиция һәм мөһим баҙарҙарға инеү мөмкинлеге юҡ. Валютаға ҡытлыҡ. Никель һәм шәкәргә донъя хаҡтары тирбәлеше. Ҡатмарлаштырылған сауҙа сикләүҙәре инвестицияларға ҡамасаулыҡ итә. Насар инфраструктура. Яғыулыҡ, ашламалар һәм запчастарға дефицит.

Шәкәр ҡамышы плантациялары
Гавана

Куба Латин Америкаһы илдәре араһында БМО классификацияһы буйынса кеше үҫешенең кимәле буйынса 4-5-се урында (Бразилиянан юғары) һәм донъяла 67-сы урынды биләй.

Революцияға тиклемге Кубаның үҫеш кимәленә ҡарата төрлө ҡараштар бар. Ҡайһы бер сығанаҡтар буйынса, халыҡтың йән башына тулайым милли продукт (ТМП) кимәле буйынса Куба Испания һәм Япониянан алда бара. Робин Блэкберн Кубаның аҙ үҫешкән илдәр араһында иң бай ил булып тора, тип яҙа[34]. Революциянан һуң Кубала эшләгән профессор Морис Гальперин Кубаны урта үҫешкән ил тип атарға тәҡдим итә[35]. Икенсе яҡтан Growth and Development Centre Groningen үҙ ретроспектив иҫәп-хисаптарын үткәреп, Кубаның 1958 йылда бер нисә Латин Америкаһы илдәренән ҡалышыуы тураһында раҫлай.

Сығанағы Robin Blackburn Humberto (Bert) Corzo NationMaster Angus Maddison
Үлсәү берәмеге АҠШ

доллары

АҠШ доллары методикаһы буйынса АҠШ доллары Geary доллар-Khamis
Йыл 1953-1954 1958 1960 1960 1953 1960
Куба 360 356 4399 1900 2363 2052
Испания 250 180 396 396 2528 3150
Мексика 284 353 353 2439 3025
Чили 360 551 551 4112 4392
Коста-Рика 230 381 381 2353 2605
Япония 254 471 471 2474 3289
АҠШ 2881 2793 10 613 11 328

Статистика буйынса, 1951 йылда Кубала 5,5 миллион халыҡҡа 122 мең автомобиль, йәғни 41 кешегә бер автомобиль тура килгән[36]. Шул уҡ ваҡытта, Handbook for Area Cuba авторҙары фекере буйынса, «был факт булараҡ бер ниндәй әһәмиәткә эйә түгел, сөнки Кубаның ике де-факто бар, береһендә элита бик яҡшы йәшәй, ә икенсе ғаиләлә йәшәү өсөн кәрәкле әйберҙәрҙе лә алыу мөмкин булмай»[37].

Шәкәр ҡамышын йыйыу өсөн механизацияланған КТП −1 комбайны, ул 1970 йылдарҙың икенсе яртыһында Кубала эш өсөн һәм һуңғараҡ Ольгин ҡалаһында лицензия буйынса А. В. Ухтомский исемендәге Люберцы ауыл хужалығы машиналары төҙөү заводында эшләнгән.

1960 йылда шәхси секторҙарҙы национализациялау көслө була. Хәҙерге ваҡытта Куба донъяла иң дәүләтләштерелгән иҡтисадҡа эйә. 1960 йылдың икенсе яртыһында хөкүмәт тармаҡлы планлаштырыу файҙаһына үҙәкләштерелгән планлаштырыуҙан баш тартырға маташа. Хеҙмәтте мораль стимуллаштырыу һәм килемһеҙ мотлаҡ хеҙмәт ҡулланыу менән киң эксперименттар үткәрелә. Производство кимәленең түбән төшөүе һәм эштән ҡасыу совет өлгөһөнөң үҙәкләштерелгән планлаштырыуына кире ҡайтырға мәжбүр итә. 1970 — 80 йылдарҙа социалистик блоктағы илдәр ярҙамы менән Кубала индустрия нигеҙҙәре ойошторола[38].

СССР тарҡалғандан һуң Куба шәкәрен һатып алыу ҡыҫҡара һәм иҡтисади ярҙам туҡтай. 1989—1993 йылдар өсөн ЭТП өстән бер өлөшкә кәмей. Илде сит ил инвестицияларын индустрияға һәм туризмға асыу менән Куба иҡтисади һәләкәттән ҡотолоуға ирешә.

ЦРУ белешмәһе мәғлүмәттәре буйынса 2017 йыл реаль эске тулайым продукт үҫеше 1,6 % тәшкил итә[39].

Кубаның иҡтисадында төп тармаҡ булып шәкәр сәнәғәте тора. Шәкәр заводтарының ҡеүәте тәүлегенә 670 мең тонна шәкәр ҡамышы эшкәртеүгә һәләтле (йылына 9-9,5 миллион тонна шәкәр етештерелә). Былтыр тармаҡ Үҙ-ара иҡтистади ярҙам советы илдәре арҡаһында экстенсив үҫеште.

Сит ил инвестицияларын йәлеп итеү маҡсатында Куба хөкүмәте ирекле иҡтисади зоналар булдыра (СЭЗ). 1996 йылда ирекле иҡтисади зоналар булдырыу һәм уларҙың эшмәкәрлек тәртибе тураһында закон ҡабул ителгән. Концессияның ирекле иҡтисади зоналарҙа эшмәкәрлеге срогы — 50 йыл. 1997 йылда өс ирекле иҡтисади зона эшләй башлай (Мариэль, Гавана һәм Вахай).

Тәмәке плантациялары үҙәненә күренеш, Виньялес, Куба.

Шәкәр, никель, тәмәке, диңгеҙ продукттары, медицина тауарҙары, цитрус, кофе (2017 йылда 2,63 млрд доллар) экспортлай. Экспорт буйынса төп партнерҙары — Венесуэла (17,8 %); Испания (12,2 %); Рәсәй (7,9 %); Ливан (6,1 %); Индонезия (4,5 %); Германия (4,3 %).

2004 йылдың ноябрендә Кубаға сәфәре барышында ҠХР рәйесе Ху Цзиньтао менән килешеү төҙөлә, уға ярашлы Ҡытай Кубаның никель сәнәғәтенә 500 миллион доллар инвестициялай[40]. 2008 йылдың ғинуарында Кубаға килеүсе Бразилия президенты Лула да Силва һәм дәүләт нефть компанияһы Petrobras башлығы Жозе Габриелли Сержио Мексика ҡултығында углеводород ятҡылыҡтарын разведкалау һәм Кубала техник майҙар етештереү буйынса завод төҙөлөшөнә 500 миллион доллар инвестициялау ниәте тураһында белдерә[41].

Куба сигараһы

Куба (2017 йылда 11,06 млрд доллар) — нефть продукттары, аҙыҡ-түлек, сәнәғәт ҡорамалдары, химия продукттары һатып ала. Импорт буйынса төп партнерҙар — Ҡытай (22 %); Испания (14 %);Рәсәй (5 %); Бразилия (5 %); Мексика (4,9 %); Италия (4,8 %); АҠШ (4,5 %).

Кубаның тышҡы сауҙаһында мөһим ролде Венесуэла уйнай, ул табиптары, уҡытыусылары һәм тренерҙары хеҙмәтенә алмашҡа Гавананы «Петрокарибе» программаһы буйынса арзан нефть менән тәьмин итә (нефть өлөшөн Куба аҙаҡ кире һата). 2011 йылда ике ил араһындағы тауар әйләнеше 8,3 миллиард долларға етә.[42]. 2013 йыл башынан энергетика, транспорт, коммуникациялар, туризм, ауыл хужалығы, төҙөлөш, нефть сығарыу сәнәғәте Куба-Венесуэла энергетика өлкәһе предприятиелары, транспорт, бәйләнеш, туризм, ауыл хужалығы, төҙөлөш, нефть сығарыу сәнәғәте өлкәһендә 36 Куба- Венесуэла предприятиеһы эшләй[42].

Кубаның банк системаһы Кубаның Үҙәк банкынан, 8 коммерция банкы, 13 банк булмаған финанс учреждениеһынан, 13 сит ил вәкиллеге һәм 4 сит ли финанс ойошманың вәкиллегенән тора. Кубала ике төр валюта бар. Куба граждандары аҡ-ҡара төҫтәге Куба песоһын, сит ил кешеләре валюта алмаштырғанда төҫлө (конвертацияланыусы) песо ала. Көнбайыш киң мәғлүмәт саралары Кубаның юғары етәкселеге һәм Ф.Кастро ғаиләһенең валюта махинациялары тураһында хәбәр итә[43].

1962 йылда Кубала карта системаһы эшләй, аҙыҡ-түлек бөтә ил өсөн берҙәм норма буйынса бирелә. Куба белгестәре баһалауы буйынса, таратма карталар буйынса әлеге ваҡытта аҙыҡ-түлек иҫәбенә, халыҡ 40 проценттан алып 54 процентҡа тиклем минималь кәрәкле калория ала. Һөт дәүләт тарафынан 6 йәшкә тиклем балаларға бушлай бирелә йәки ул баҙарҙа халыҡ тарафынан һатып алына. Революциянан һуңғы бөтә йылдар дауамында Кубала ҡара баҙар булған. Карточкалар менән бүленгән тауарҙар даими булмағанлыҡтан йәки льгота алыусыларға ғына булғанлыҡтан, бер нисә тауар элекке кеүек баҙарҙа һатып алына[44].

2008 йыл Куба халҡына кеҫә телефондары, компьютер һәм DVD-плеер, 19 һәм 24 дюймлы диогональ менән телевизор, электровелосипед, автомобиль сигнализацияһы һәм микротулҡынлы мейес (тик конвертацияланыусы валюталар өсөн) һатып алыдға рөхсәт ителә[45].

Уртаса айлыҡ эш хаҡы 2011 йыл ғинуарҙан Кубала 300—350 песо тәшкил итә (23-25 песо бер доллар өсөн). Әммә ил эсендә етештерелгән тауарҙың эске хаҡы урта донъя хаҡтарынан ныҡ айырылыуы мөмкин. Бушлай хеҙмәт күрһәтеү һәм дәүләт пособиеларының үҫешкән системаһы бар. Мәҫәлән, эшселәргә бушлай кейем бирелә. Бушлай медицина ярҙамы системаһы эшләй, урта һәм юғары белем бушлай.

2010 йылдың октябрь айында ил хөкүмәте эшҡыуарлыҡ эшмәкәрлеге төрҙәренең рөхсәт ителгән һанын күпкә артып, шәхси бизнесты көйләүсе закон һәм норматив акттар ҡабул итте[46]. Куба президенты Рауль Кастро ватандаштарына иҡтисади үҙгәрештәрҙең радикаль программаһын хуплауын саҡырып мөрәжәғәт итә, «революцияның киләсәге ҡылда ғына эленеп тора» тип белдерә[47]. Уның һүҙҙәре буйынса, шәхси эшҡыуарлыҡ ролен арттырыу реформаһы капитализмға кире ҡайтыу түгел, ә социалистик ҡоролошто ҡотҡарыуға йүнәлтелгән. Коммунистар партияһы үҙенең элекке хаталарын төҙәтергә тейеш һәм ваҡ шәхси бизнесҡа кире ҡарашынан баш тартырға тейеш, тип белдерә[47].

2016 йылдың май аҙағында Кубала властар бәләкәй һәм урта бизнестың шәхси предприятиеларын легализация тураһында иғлан итә[48].

Әлеге ваҡытта иң күләмле хеҙмәттәшлек Венесуэла менән тормошҡа ашырыла[25].

  • Ҡытай-Куба мөнәсәбәттәре

Ике ил араһында хеҙмәттәшлек тураһында килешеүгә 2000 йылда Уго Чавес ваҡытында ҡул ҡуйыла[49]. Ә инде 2009 йылда Венесуэлала 98 мең кубин эшләй[50]. 2011 йылда Венесуэланан Кубаға утрауҙы интернет менән тәьмин итеүсе һыу аҫты кабеле һуҙыла[51].

1993—2003 йылдарҙа Евросоюз Кубаға 145 млн евро күләмендә ярҙам күрһәтә (шул иҫәптән 90 млн евро гуманитар ярҙам)[52]. 2003 йылда ЕС Гаванаға ҡаршы санкциялар индерә, улар Европа илдәрен «дөйөм позиция» сиктәрендә ике яҡлы Хөкүмәт визиттарын сикләргә, Европа дәүләттәренең Куба менән мәҙәни бәйләнештәрҙә ҡатнашыуын ҡыҫҡартырга мәжбүр иттеләр, хакимиәт оппозиционерҙары менән бәйләнештәрҙе әүҙемләштерергә, Куба диссиденттарын Кубала һәм башҡа илләрҙә үҙ илселектәренә сараларға саҡырырға тәҡдим иттеләр[52]. 2005 йылда санкциялар өлөшләтә алына, ә 2008 йылда тулыһынса юҡҡа сығарыла.[52].

1976 йылдың 26 июлендә Мехикола Куба һәм Мексика араһында Куба-Мексика диңгеҙ сиге секторында айырым иҡтисади зона сикләү тураһында килешеүгә ҡул ҡуйыла[53].

Рәсәй Президенты В. В. Путин һәм Фидель Кастро, 2000 й.

Кубала революция башланғандан алып алып КПСС етәкселегенең яңы Куба хөкүмәтенә ҡарашы төрлөсә була. Беренсенән, ағалы-ҡустылы Кастро, уларҙың көрәштәштәре, формаль рәүештә ленинсылар булмай. Уларҙың теоретик базаһы Маркс һәм Энгельс мираҫы менән сикләнә. Икенсенән, башҡалар араһында, Куба принципиаль хәрби блоктарға инмәй. Азатлыҡты юғары баһалап, Куба, Белград конференцияһынан башлап (Югославия 1961 йылдың 1-6 сентябрендә) Ҡушылмау хәрәкәтенең иң әүҙем ҡатнашыусыларының береһе булып тора. Үҙ-ара иҡтисади ярҙам советына ла бары тик 1972 йылда инә.

Рауль Кастро һәм Рәсәй Президенты Дмитрий Медведев (28 ноябрь 2008 йыл)

1964 йылдың 21 ғинуарында — СССР һәм Куба СССР-ға шәкәр һатыу тураһында оҙайлы килешеүгә ҡул ҡуя.

Куба менән Рәсәй араһындағы мөнәсәбәттәр СССР тарҡалғандан һуң үҙгәрә, был башлыса, Кубаға иҡтисади ярҙам туҡтатылыуы һәм утрауҙа совет хәрбиҙәренең ҡыҫҡарыуы сәбәп була. Бында совет хәрби базалар 1960 йылдар башында урынлашҡан була. Уларҙың булыуы 1962 йылда "кариб кризисы"нан һуң өлгәшелгән СССР һәм Америка етәкселеге килешеүе етәкселегенә нигеҙләнә.

2001 йылда Кубала Рәсәйҙең һуңғы хәрби базаһы ябыла һәм Рәсәй ғәскәрҙәре сығарыла. Һуңғы ваҡытта, 2008 йылдың ноябренән башлап Рәсәй һәм Куба араһында иҡтисади, сәйәси, фәнни һәм социаль характерҙа мөнәсәбәттәрҙе яйға һалыуға ҡыҙыҡһыныу күҙәтелә башлай.

2014 йылда Рәсәй Кубаға 31,7 млрд $ бурысты кисерә.

Америка Ҡушма Штаттары

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

АҠШ-ҡа Гуантанамо хәрби базаһы ҡарай, ул АКШ-тың 1901 йылда килешеүе буйынса 100 йылға төҙөлгән көньяҡ-көнсығыш Куба территорияһында урынлашҡан. Әммә 2001 йылда американдар территорияны ташлап китеүҙән баш тартҡан. Һәм 2002 йылдың ғинуарында АҠШ базаһында халыҡ-ара террорсылыҡта ғәйепләнеүселәр өсөн төрмә ойошторола, бында Афғанстандан тәүге 20 кеше килә, улар талибандар яғында хәрби хәрәкәттәрҙә ҡатнашыуҙа ғәйепләнә.

1961 йылда АҠШ Кубаға ҡарата эмбарго режимын индерә, Куба менән бәйләнештәр тыйыла, АҠШ-тың Кубаға ҡаршы санкциялары дауам итә; был блокадаһы БМО-ның Генераль Ассамблеяһы даими хөкөм итә[54][55].

1962 йылда АҠШ оборона министрлығы «Нортвудс» операцияһын планлаштыра, уның маҡсаты -Америка ижтимағи фекерен Кубаға ҡорал менән бәрелешеүгә әҙерләү һәм Фидель Кастро Хөкүмәтен тар-мар итеү ине. Операция Америка президенты Джон Кеннеди инициативаһы буйынса АҠШ хөкүмәте тарафынан әҙерләнгән Кубаға ҡаршы «Мангуст» операцияһының өлөшө була һәм АҠШ, Куба һәм башҡа илдәр территорияһында уйҙырма йәки реаль ҡорбандар менән террористик акттарҙы тормошҡа ашырыуҙы күҙаллай. Әммә Кеннеди был проектты кире ҡаға.

1977 йылдың 16 декабрендә Вашингтонда Куба һәм АҠШ араһында диңгеҙ сиген билдәләүсе килешеүгә ҡул ҡуйыла.

2001 йылда АҠШ-та Кубаның биш агенты оҙайлы срокка төрмәгә ябыуға хөкөм ителә («Куба бишәүһе»). Уларҙы һүҙҙәре буйынса, Кубаға ҡаршы әҙерләнә торған теакттар тураһында мәғлүмәтте тпашырған.

Обама һәм Кастро

2006 йылда АҠШ Дәүләт департаментында комитет булдырыла, уның бурысына Фидель Кастро үлгән осраҡта Кубаға ҡарата АҠШ сәйәсәтен төҙөү тора.

2014 йылдың 17 декабрендә АҠШ президенты Барак Обама һәм Куба Дәүләт советы рәйесе Рауль Кастро 1961 йылда өҙөлгән дипломатик мөнәсәбәттәрҙе яңыртыу тураһында иғлан итә[56][57].

2016 йылдың 21 мартында АҠШ президенты Барак Обама Кубаға рәсми сәфәр менән килә, уның барышында Куба Дәүләт советы һәм Министрҙар Советы рәйесе Рауль Кастро менән консультациялар үткәрә. АҠШ президенты Барак Обама Кубаға 1928 йылдан һуң беренсе килгән президент була[58].

Халыҡ-ара ойошмаларҙа ҡатнашыуы

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Куба Бөтә донъя сауҙа ойошмаһы ағзаһы булып тора. Халыҡ-ара килешеүҙәрҙә — халыҡ-ара арбитраж тураһында Нью-Йорк конвенцияһында, Париж конвенцияһы һәм Мадрид протоколында ҡатнаша. Африка, Кариб бассейны һәм Тымыҡ океан төбәге илдәренең халыҡ-ара ойошмаһына инә.

Рауль Кастро һәм Лула да Силва

Халыҡ-ара социаль программалар

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

1992 йылдан алып 2011 йылдың 1 декабренә тиклем осорҙа Кубаға Украинанан Чернобыль АЭС-ындағы һәләкәт һөҙөмтәһендә зарар күргән 24 мең бала дауалау үтә. Балаларға медицина яарҙамы күрһәтеү хаҡы 400-ҙән ашыу миллион доллар тәшкил итә, әммә Куба яғы дауалауҙы бушлай башҡара, Украины яғы балаларҙың осоуы өсөн генә түләй[59].

Куба «Мөғжизә операцияһы» программаһы түбән килемле сирлеләргә арзан медицина ярҙамы күрһәтеүҙән ғибәрәт, уның сиктәрендә 16 илдә 63 офтальмология үҙәге, 84 хирургия пункты эшләй, уларҙа 821 Куба белгесе эшләй, хәҙерге вакытта Латин Америкаһы илдәрендә был программа буйынса 2 миллионнан ашыу кешегә операция яһалған.

Икенсе программа, «Эйе, мин булдыра алам» программаһы Латин Америкаһы илдәрендә наҙанлыҡты бөтөрөүгә йүнәлтелгән, уның ярҙамында 28, 5 млн ашыу кеше уҡый һәм яҙырға өйрәнгән. Бөгөн проект 19 илдә эшләй, унда 690 ашыу белгес шөғөлләнә. Был программа арҡаһында Венесуэла, Никарагуа һәм Боливия территориялары наҙанлыҡтан ҡотолған тип иғлан ителә[60].

Революция алдынан Кубала 6 мең табип булған, йәки 1000 кешегә 1 табип[61] был Франция күрһәткесе менән тиң[62]. Әммә үҫешкән илдәрҙән айырмалы рәүештә Кубала медицина страховкалау системаһы йәки бушлай социаль медицина юҡ. Шуға күрә, мәҫәлән, бала үлеме кимәле 1000 балаға 100—110 тәшкил итә[63], был иң артта ҡалған Көнбайыш Европа илдәре — Испания[64] һәм һуғышҡа тиклемге Италия менән тап килә[65].

Революциянан һуң шунда уҡ илде 3 мең тирәһе табип ташлап китә. Әммә был етешһеҙлек медицина белеме системаһын ойоштороу иҫәбенә тулыландырыла. Әлеге ваҡытта Кубала сабыйҙар үлеме Америка континенты илдәре араһында иң түбән кимәлдә тора (Канаданан) тыш[66]. Медицина ярҙамының бөтә төрҙәре лә бушлай.

2007 йылға табип һөнәре популяр һөнәр була, шул уҡ йылда илдә барлығы 70 мең самаһы дипломлы табип иҫәпләнә[67].

АҠШ яғынан эмбарго Кубаға дарыуҙар һәм медицина приборҙары индереүгә ҡамасаулай[68]. 2010 йыл өсөн ЦРУ баһаһы буйынса, уртаса ғүмер оҙонлоғо 77,64 йәш тәшкил итә.[69].

Һаулыҡ һаҡлауға бюджет сығымдары: ЭТП-нан 5,5 процент тәшкил итә (2004).

Гавана университеты

XX быуат башынан 6 йәштән 14 йәшкә тиклемге балалар өсөн 9 синыфлы элементар белемдең дәүләт бушлай системаһы эшләй (туғыҙынсы класс мәжбүри түгел, ҡалғандары мотлаҡ).

1932 йылда башланғыс мәктәпкә (дәүләт һәм сиркәү) мәктәп йәшендәге 90 % бала килгән[70].

1951 йылда өлкән халыҡтың 22 % наҙан булған[71].

1961 йылда наҙанлыҡты бөтөрөү буйынса кампания башлана. Һөҙөмтәлә 1980 йылда тик наҙандар һаны 2 % тәшкил итә, ә 1990 йылда Куба тотош грамоталы ил була. Юғары һәм урта мәктәптәр эшләй. 60 йыл дауамында халыҡтың йылына 1—2 % артыуы иҫәбенә уҡыусылар һаны ике тапҡырға арта (717 меңдән алып 1,5 миллионға тиклем). Бөтәһе, белем биреүҙең барлыҡ стадияларын иҫәпкә алғанда, уҡыусылар һаны өс тапҡыр арта[72].

Куба революцияһы еңеүенән һуң, 1959 йылда белем алыу барлыҡ баҫҡыстарында ла бөтә түләүһеҙ була (башланғыс синыфтан башлап юғары уҡыу йорттарына тиклем), был ил конституцияһы менән нығытыла. Туғыҙ йыллыҡ белем мотлаҡ булып тора (урта 12-синыфлы белем).

Уҡыусылар мәктәп формаһы, уҡыу кәрәк-яраҡтары, ә интернат-мәктәптәрҙә — бушлай туҡланыу һәм бик кәрәкле әйберҙәр менән тәьмин ителә. Насар йәки тулы булмаған ғаиләләрҙән балаларға тигеҙ шарттар тәьмин итеү өсөн матди ярҙам бирелә.

Урта мәктәпте тамамлап шунда уҡ уҡырға ингән студенттар өсөн, юғары уҡыу йорттарында көндөҙгө бүлек, эшләүсе студенттар өсөн ситтән тороп уҡыу һәм киске бүлектәр тәғәйенләнә. Башланғыс, урта, тулы урта мәктәпте һәм техникумды тамамлаусыларға уҡыуын дауам итеү мөмкинлеге гарантиялана, ә юғары уҡыу йортон тамамлаусыларға эшкә инеү хоҡуғы гарантиялана.

2006 йылдың башына ҡарата, Кубала эшләй Фәндәр академияһын (1962 йылда төҙөлгән), 4 университет (Гавана университеты, Гавана Аграр университеты һ. б.) һәм юғары һәм урта-махсус белем биреүҙең 47 белем биреү учреждениеһы эшләй[73].

Илдең төп юғары уҡыу йорто булып Гавана университеты тора, ул баш ҡаланың төрлө өлөшөндә урынлашҡан. 1999 йылға тиклем унда төп сит ил теле булараҡ урыҫ теле уҡытыла (ағалы-ҡустылы Паистар факультеты). Был факультеттың эшен Мәскәү дәүләт университетының Халыҡ-ара алмашыу үҙәге кураторлыҡ итә. 1999 йылдан һуң инглиз теле өйрәнеү теле була.

Гавана Капитолийы, Куба Фәндәр академияһы

Кубала юғары белем сифатын күтәреү өсөн квалификация күтәреү курстары эшләй. 200-ҙән ашыу уҡыу йорто бар, улар базаһында 100-ҙән артыҡ һөнәр буйынса курстар үтә.

Хәҙерге ваҡытта юғары белемле белгестәрҙең квалификацияһын күтәреүҙең өҫтөнлөклө йүнәлештәре түбәндәгеләрҙән ғибәрәт: мәғариф, ген инженерияһы һәм биотехнология; медикаменттар етештереү; аҙыҡ-түлек продукттары етештереү программаһы; туризм өлкәһе.

Дәүләт мәғариф системаһы структураһы һәм эшмәкәрлеге өсөн яуаплы, шулай уҡ был өлкәләге барлыҡ сығымдарҙы финанслай. Мәғарифҡа бюджет сығымдары (2008): тулайым эске продукттың 13,6 %[74]. Мәғариф бюджетында был сығымдар (2008): ЭТП-ның 13,6 проценты тәшкил итә[75].

Илдә 700 000 самаһы кеше юғары белемгә эйә (шуларҙың 630 мең самаһы кеше юғары уҡыу йорттарын 1959 йылдан һуң тамамлаған). Һәр ете хеҙмәтсән кубиндың береһе юғары уҡыу йорто дипломына эйә. Наҙанлыҡ кимәле (ун йәш һәм унан өлкәнерәк халыҡ араһында) 3,8 процент тәшкил итә.

Кубала 170-тән ашыу ғилми-тикшеренеү институты эшләй.

Илдә 1 115 илдән балалар баҡсаһы, унда 145,1 мең бала йөрөй. Балалар баҡсаһы хеҙмәте менән файҙаланып 135 мең эшләүсе әсә файҙалана.

Башланғыс баҫҡыс мәктәп уҡыусыларының дөйөм һаны — 1 028 900 бала, урта мәктәп уҡыусылары — 778 мең; юғары уҡыу йорттары студенттары — 127 мең. Киске һәм ситтән тороп юғары һәм урта белем системаһы 100 меңдән ашыу кешене солғап ала.

Кубала 9 487 башланғыс мәктәп, 1 943 урта мәктәп һәм 48 юғары уҡыу йорто эшләй. Мәктәп база мәҙәни учреждение һанала. Һәр мең уҡыусыға 17,8 уҡытыусы тура килә. Белем биреү маҡсаттарына ЭТП-ның 9 % бүленә. Илдә фәнни тикшеренеүҙәргә, айырым алғанда, кешенең сәләмәтлегенә, биотехнология һәм ген инженерияһы, вакциналар һәм күп һанлы медикаменттар етештереү өлкәһенә шаҡтай аҡса бүленә, был тикшеренеүҙәр һөҙөмтәһе дөйөм танылыу алған. Былар барыһы ла шаҡтай кеше ресурстары, шул иҫәптән милли мәғариф системаһы сиктәрендә әҙерләнгән юғары квалификациялы белгестәр булыу һөҙөмтәһендә мөмкин.

Куба революцияһы еңеүенән һуң Фидель Кастро хөкүмәте тарафынан радиотапшырыуҙар, телефон һәм радиобәйләнештәрҙе национализациялау буйынса ҡарар ҡабул ителә. Артабан АҠШ ҡуйған сауҙа-иҡтисади блокадаға бәйле телекоммуникациялар үҫеше ҡыйынлаша. Шуға ҡарамаҫтан, 1960—1980 йылдарҙа СССР һәм социалистик дәүләттәр яғынан элемтә системалары үҫешенә урын бирелә.

1991 йылдан һуң осоҙа хәл ҡатмарлаша, әммә 1992 йылда уҡ Куба Usenet компьютер селтәренә тоташтырыла[76].

2003 йылда утрауҙа 2 интернет-провайдер эшләй. Милли домен .cu.

2009 йылдың июнендә Венесуэла Кариб диңгеҙе төбө буйынса Сантьяго-де-Кубала Венесуэла һәм Сибоней пункты араһында ALBA-1 оптик сүс кабеле һалыу өсөн 70 миллион доллар аҡса бүлә. 2011 йылдың февралендә дөйөм оҙонлоғо яҡынса 1,6 мең км булған кабель һалыу тамамлана[77]. 25 йыл дауамында файҙаланыуға ҡаралған кабель 640 гигабитҡа эйә — Кубалағы спутник интернет-бәйләнешкә ҡарағанда ул 3 мең тапҡырға ҙурыраҡ[78].

2013 йылдың 3 июнендә илдә 118 интернет-кафе асыла[79].

Мобиль элемтә операторҙары бар берҙән-кубала — дәүләт компанияһы сауҙа маркаһы аҫтында Cubacel ETECSA. Баштараҡ, сит ил кеҫә телефоны булһа ғына мөмкин, йәки сит ил фирмаһы хеҙмәткәрҙәре кубинец, аппаратының төп дәүләт постарын биләй. Кубинец шул уҡ ваҡытта ябай, әйтергә теләгән кеҫә телефоны, урап тыйыла, сит ил гражданы исемен юллау на телефон[80]. Куба граждандары ирекле һатырға рөхсәт булғас, 2008 йылдың 14 апрелендә кеҫә телефоны, мобиль элемтәнең киң таралыуына сәбәп булды.

Кубала стандарт GSM 900, ә Гавананың ҡайһы бер райондарында һәм курорт Варадероһында — GSM 850 эшләй[81].

Киң мәғлүмәт саралары

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Көндәлек гәзит «Granma», шул исемдәге яхта исеменән, ул яхтала Фидель Кастро етәкселегендә революционерҙар төркөмө Батиста режимы менән партизандар көрәшен тормошҡа ашырыу өсөн Кубаға төшә. Аҙнаһына бер тапҡыр инглиз телендә «Granma Internacional» гәзите сыға. Башҡа гәзит — «Juventud Rebelde» һәм «Trabajadores».

Шулай уҡ («Bohemia», «Opciones» һ. б.) журналдары сыға.

Радио һәм телевидение

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Кубала берҙән-бер дәүләт тапшырыусыһы — ICRT (Instituto Cubano de Radio y Televisión— «Куба радио һәм телевидение институты»), 1962 йылдың 24 майында ойошторолған. Үҙ эсенә ала:

  • Радиостанциялар
    • Radio Progreso, 1929 йылда эшләй башлай, селтәр партнёрҙары — CMHA, CMIB, CMFC, CMMB, CMKB, CMLA, CMJB, CMAB, CMGB.
    • Radio Reloj, 1947 йылда эшләй башлай
    • CMBF Radio Musical Nacional, 1948 йылда эшләй башлай
    • Radio Rebelde,1959 йылда эшләй башлай
    • Radio Havana Cuba, халыҡ-ара радиостанция, 1961 йылда эшләй башлай
    • Radio Enciclopedia, 1962 йылда эшләй башлай
    • Radio Taíno, 1985 йылда эшләй башлай
    • Провинция радиостанциялары — Radio Ciudad de La Habana, Radio Metropolitana, Radio COCO, Radio Cadena Habana (өсөһө лә Гаванала), Radio Guamá, Radio Artemisa и др.
  • Телеканалдар
    • Cubavisión (1960 йылда националләштерелгәнгә тиклем CMQ-TV, Canal 6), 1962 йылда эшләй башлай
    • Tele Rebelde (ранее — Canal 2), 1982 йылда эшләй башлай
    • Canal Educativo, 2001 йылда эшләй башлай
    • Canal Educativo 2, 2004 йылда эшләй башлай
    • Multivisión, 2008 йылда эшләй башлай
    • провинция телеканалдары
    • Cubavisión Internacional

Элек шулай уҡ CMQ һәм RHC-Cadena Azul (1939 йылда эшләй башлаған) радиостанциялар булған.

Мохито — Куба кухняһының һәм Куба мәҙәниәтенең традицион коктейле, ром, аш содаһы, лайм һәм бөтнөк япрағынан яһалған. Хәҙерге көндә экзотик халыҡ-ара эмблема булып тора.
Куба либре
Куба блюдоһы: «иҫке кейем» (һыйыр ите), ҡара фасоль, дөгө һәм «мохито» менән юкка.

Гастрономия. Аш-һыуҙар: ҡыҙҙырылған сусҡа ите, моджо менән юкка, дөгө конгри, Chatinos йәки Tostones, Picadillo a la criolla, картуф менән ит, Ajiaco, көнсығыш конгри, Куба сэндвичы, «Иҫке кейем» (һыйыр ите менән) йәшелсәләр менән, Gaceñiga.

Балерина Алисия Алонсо

Кубаның күренекле сәнғәт эшмәкәрҙәре

  • Лауреаное Фуэнтес (1825—1898)-композитор
  • Гонсало Роиг (1890—1970)-композитор һәм дирижер
  • Эрнесто Лекуон (1895—1963)- композитор һәм пианист
  • Амадео Рольдан (1900—1939) — композитор
  • Катурл Гарсия һәм Алехандро (1906—1940)- композитор
  • Рольдан Амадео-скрипкасы
  • Алехандро Гарсиа- музыкант
  • Брауэр Лена -гитарасы
  • Синдо Гарай (1867—1968)- композитор
  • Росендо Руис (1885—1983)- композитор
  • Альберто Вильялон (1882—1955)- музыкант
  • Баллагас Патрисио (1879—1920)- композитор һәм гитарасы
  • Лоренцо Иерресуэло (1907—1993)-музыкант, йырсы, гитарасы һәм композитор
  • Карлос Пуэбла (1917—1989)- йырсы, гитарасы, композитор
  • Эль Гуаяберо, Орамас Фаустино (1911—2007)- йырсы, гитарасы, композитор

Куба традицион халыҡ музыкаһы үҙ эсенә: румба, дансон, сон, сальс, гуарача, болеро, конга, трова, нуэваны ала.

Әҙәбиәт

Эредиа (1803—1839), мөхәббәт, фәлсәфәүи һәм гражданлыҡ-патриотик шиғырҙар авторы. XIX быуат аҙағында әҙәбиәттә модернизмға нигеҙ һалыусыларҙың береһе, патриот, Куба революцияһы «апостолы» Хосе Марти. Беренсе донъя һуғышынан һуң, 1920—1930 йылдарҙа патриотик рухтар үҫеше фонында Куба шағирҙарының һәм прозаиктарының «икенсе республика быуыны» үҙе тураһында белдерә, ул төрлө әҙәби ағымдар үҙенә берләштерә[82]. А. Карпентьерҙың «Весна священная» романында — был быуындаң киң билдәле прозиактарының береһенең әҫәрендә егерменсе быуаттың тиҫтәләрсә дауамында донъялағы революцион үҙгәрештәрҙең киң картиналары биреләң[83].

Һынлы сәнғәт Куба һынлы сәнғәте XIX быуат аҙағында ғына барлыҡҡа килә. 1930 йылдарҙа Европала булып ҡайтҡан рәссамдар унда заманса художество ағымдары менән танышалар һәм уларҙы Кубаға алып киләләр. Мәҫәлән, Марсело Поголотти Куба халҡының ярлылығы менән бәйле темаларҙы һүрәтләү өсөн кубизм ҡуллана. Иң билдәле Куба рәссамы Вифредо Лам сюрреалистик стилдә яҙған. Марио Карреньоға Мексика монументалистарының ижады йоғонто яһаған. Хорхе Арчи стиле буйынса Латин Америкаһының 1930 йылдарҙағы рәссамдарының әҫәрҙәренә оҡшаш үҙенең портреттары менән билдәле.

Рауль Хосе Капабланка, шахмат буйынса донъя чемпионы (1921—1927)

Спорт Кубала һәр кем өсөн асыҡ, һәм был киң таралғанлыҡ спорттың төрлө төрҙәре буйынса милли командаларҙы тулыландырырға мөмкинлек бирә, улар бәләкәй Кариб утрауына мөһим донъя һәм олипия наградаларын алып килә. Куба — бөтә донъяға билдәле булған спортсыларҙың тыуған иле. Спорт төрҙәре араһында бейсбол, бокс, еңел атлетика һәм волейбол айырылып тора.

2016 йылдың 18 авгусына ҡарата Куба йыйылма командаһы бейсболдағы барлыҡ ваҡыттары эсендә иң күп миҙалдарҙы яулай.

Хосе Марти мавзолейы янында ҡарауыл

Куба революцион ҡораллы көстәре (Fuerzas Armadas Revolucionarias — FAR) Кубаның төп ҡораллы формированиелары булып тора, ул милли оборонаны тәьмин итә. Өс төр ғәскәрҙәрҙе: ҡоро ер ғәскәрҙәре, Революцион хәрби флоты һәм Һауа һөжүменә ҡаршы һәм Хәрби-һауа көстәрен үҙ эсенә ала.

  1. https://data.iana.org/time-zones/tzdb-2021e/northamerica
  2. 2,0 2,1 КУБА • Большая российская энциклопедия — электронная версия 2020 йыл 23 ноябрь архивланған.
  3. The Dictionary of the Taino Language (plate 8) Alfred Carrada. Дата обращения: 24 июнь 2016. Архивировано 19 февраль 2009 года.
  4. Dictionary — Taino indigenous peoples of the Caribbean Dictionary --. Дата обращения: 24 июнь 2016. Архивировано 30 апрель 2008 года. 2008 йыл 30 апрель архивланған.
  5. Augusto Mascarenhas Barreto: O Português. Cristóvão Colombo Agente Secreto do Rei Dom João II. Ed. Referendo, Lissabon 1988. English: The Portuguese Columbus: secret agent of King John II, Palgrave Macmillan, ISBN 0-333-56315-8
  6. da Silva, Manuel L. and Silvia Jorge da Silva. (2008). Christopher Columbus was Portuguese, Express Printing, Fall River, MA. 396pp. ISBN 978-1-60702-824-6.
  7. Central America :: Cuba — The World Factbook — Central Intelligence Agency
  8. Куба // Крещение Господне — Ласточковые. — М. : Большая российская энциклопедия, 2010. — С. 197. — (Большая российская энциклопедия : [в 35 т.]; vol. 2004—2017, вып. 16). — ISBN 978-5-85270-347-7.
  9. Ivette E. Torres. «The Mineral Industry of Cuba». U.S. Geological Survey. 1997
  10. Э. А. Гриневич, Б. И. Гвоздарёв. Вашингтон против Гаваны: кубинская революция и империализм США. М., «Международные отношения», 1982. стр. 40-42
  11. Wayne S. Smith. After 46 years of failure, we must change course on Cuba // «The Guardian», 1 ноября 2006
  12. CIA The World Fact Book. Cuba 2016 йыл 10 февраль архивланған. (инг.)
  13. Глеб Кузнецов. Похороны Кастро — это очередные похороны СССР
  14. Brundenius, Claes. Revolutionary Cuba at 50: Growth with Equity revisited Latin American Perspectives Vol. 36 No. 2 March 2009 pp.31-48
  15. Фидель Кастро уходит в отставку с поста руководителя Кубы. РИА Новости(19 февраля 2009).Дата обращения: 18 октября 2009.
  16. Новым лидером Кубы стал Мигель Диас-Канель, РИА новости
  17. На Кубе пройдёт ряд мероприятий, посвящённых 165-летию прибытия на остров первых китайских эмигрантов. Архивировано 14 май 2012 года. 2012 йыл 14 май архивланған. // информагентство «Синьхуа» от 4 мая 2012
  18. Рауль Кастро: Между Дэн Сяопином и Горбачёвым
  19. A barrier for Cuba's blacks - New attitudes on once-taboo race questions emerge with a fledgling black movement. Дата обращения: 27 апрель 2010. Архивировано 21 август 2011 года.
  20. World Directory of Minorities and Indigenous Peoples - Cuba : Afro-Cubans.
  21. World Directory of Minorities and Indigenous Peoples - Cuba : Overview.
  22. На Кубе озвучили предварительные итоги переписи населения // «Российская газета» от 4 декабря 2012
  23. 23,0 23,1 The Economist «Hasta la vista, baby» (инг.)
  24. The Economist «Revolution in retreat» (инг.)
  25. 25,0 25,1 «Мы не называем нашу политику реформами»
  26. Статья, посвящённая Кубе на сайте «Pink Slon»(недоступная ссылка).Дата обращения: 15 декабря 2013.Архивировано 31 октября 2013 года.
  27. Леонид Велехов. Куба напротив Кубы// «Вокруг света», № 12 (2843), декабрь 2010
  28. Анна Папченко. Дорогами революции. 50 лет спустя // «Вокруг света», № 2 (2821), февраль 2009
  29. «Фидель Кастро позволил свободный выезд кубинцев через порт Мариэль и за полгода во Флориду прибыло 125000 беженцев»

    Сергей Гуриев, Олег Цывинский: Иммиграция — не экономическая, а политическая проблема. Дата обращения: 29 ноябрь 2019. Архивировано 9 июль 2014 года. // «Ведомости» от 23 октября 2012
  30. 30,0 30,1 Сара Рейнсфорд. Мечты сбываются: кубинцы впервые получают загранпаспорта // «Русская служба Би-Би-Си», 15 января 2013
  31. «Выездные визы» отменены на Кубе // РИА «Новости» от 14 января 2013
  32. «Выездные визы» отменены на Кубе // РИА «Новости» от 14 января 2013
  33. К 50-летию американской торгово-экономической блокады Кубы // «Зарубежное военное обозрение», № 3 (780), 2012. стр. 104
  34. Robin Blackburn. Архивировано 24 сентябрь 2008 года. 2008 йыл 24 сентябрь архивланған.. The economies oh the Cuban revolution// Fidel Castro’s Personal Revolution in Cuba: 1953—1973. Edited with an Introduction by James Nelson Goodsell, The Christian Science monitor. Consulting Editor Lewis hanke, University of Massachusetts, Amherst. New York, 1975, p. 134
  35. «Semidevelopment», «Intermediate stage of development» — Maurice Halperin. The Rise and Decline of Fidel Castro. An Essay in Contemporary History by Maurice Halperin. University of California Press. Berkley/Los Angeles/London., 1972, p. 25
  36. БСЭ, 2 изд., т. 23, стр. 581.
  37. Area Handbook for Cuba. Washington, 1976. p.185
  38. Куба // Энциклопедия «Кругосвет».
  39. Cuba 2016 йыл 10 февраль архивланған. at the World Facebook (инг.)
  40. Китай вложит $500 млн в экономику Кубы. BBC (24 ноябрь 2004). Дата обращения: 18 октябрь 2009.
  41. Теперь и Бразилия. Эксперт Online (28 ғинуар 2008). Дата обращения: 18 октябрь 2009. 2008 йыл 31 ғинуар архивланған.
  42. 42,0 42,1 Ивановский З. В. Внутренняя и внешняя политика Венесуэлы в условиях кризиса // Латиноамериканский исторический альманах. — 2014. — Т. 14. — № 14. — С. 240
  43. Послание Главнокомандующего Фиделя Кастро Руса.
  44. http://www.explan.ru/archive/2001/04/s3.htm 2008 йыл 8 декабрь архивланған. Александр Трушин. НЭП по-кубински. Эхо планеты. Общественно-политический еженедельник ИТАР-ТАСС.
  45. Mass Media : Персональные компьютеры впервые стали продаваться на Кубе. Дата обращения: 29 ноябрь 2019. Архивировано 19 май 2008 года.
  46. BuenoLatina. Куба начала реформу 2012 йыл 29 февраль архивланған.
  47. 47,0 47,1 Экономическая реформа спасёт кубинский социализм // «Русская служба Би-би-си» от 19 декабря 2010
  48. «На Кубе решено легализовать малый и средний бизнес»
  49. Дабагян Э. Внешняя политика Венесуэлы в начале XXI века: основные направления // Вестник Московского университета. Серия 25: Международные отношения и мировая политика. — 2012. — № 1. — С. 100
  50. Будаев А. В. «Мягкая сила» Боливарианской республики Венесуэла: мифы и реальность // Государственное управление. Электронный вестник. — 2015. — № 50. — С. 96
  51. Куба: новые перспективы для европейского бизнеса | euronews, мир
  52. 52,0 52,1 52,2 Институт Европы РАН. Дата обращения: 1 июнь 2015. Архивировано 24 сентябрь 2015 года. 2015 йыл 24 сентябрь архивланған.
  53. Maritime boundary delimitation agreements and other material.
  54. Генассамблея ООН в 16-й раз призвала США прекратить блокаду Кубы. Дата обращения: 29 ноябрь 2019. Архивировано 2 ноябрь 2007 года.
  55. Резолюция ГА ООН A/RES/62/3 от 30.10.2007 «Необходимость прекращения экономической, торговой и финансовой блокады, введённой Соединёнными Штатами Америки против Кубы».(недоступная ссылка), принята 184 голосами «за», 4 «против», при одном воздержавшемся
  56. Обама объявил о возобновлении отношений США с Кубой.LifeNews, 20:46 / 17.12.2014.
  57. США и Куба официально объявили о нормализации отношений. Russia Today, 17.12.2014, 20:59.
  58. ТАСС: Международная панорама — Обама совершает исторический визит на Кубу
  59. 25 тысяч украинских детей получили бесплатное лечение на Кубе — это беспрецедентная в мировой практике программа // «Цензор.нет» от 13 марта 2012
  60. Права человека на Кубе
  61. КУБА НЕ ТОРГУЕТ И НЕ ПРОДАЁТ СВОЮ РЕВОЛЮЦИЮ, СТОИВШУЮ КРОВИ И ЖЕРТВ МНОГИХ ЕЁ СЫНОВ.(недоступная ссылка)// Интервью Фиделя Кастро Федерико Майору]
  62. БСЭ, 2 изд., т. 45, стр. 501
  63. БСЭ, 2-е изд., т.23, стр. 583
  64. 100 на 1000 в 1951 г. — БСЭ, 2-е изд., т. 18, стр. 565
  65. 111 на 1000 в 1932 г. — БСЭ, 1 изд., т. 30, стр. 270
  66. CIA — The World Factbook — Country Comparison: Infant mortality rate 2010 йыл 26 март архивланған. (инг.)
  67. Неонилла Ямпольская. «Фидель Кастро уже здесь!» 2020 йыл 4 август архивланған. // информагентство «Росбалт» от 5 октября 2007
  68. Новости ВВС «Остров бесплатной медицины»
  69. CIA — The World Factbook 2016 йыл 10 февраль архивланған. (инг.)
  70. БСЭ, 1-е изд., т. 35, стр. 358
  71. БСЭ, 2-е изд, т.23, ст. «Куба»
  72. Area Handbook for Cuba. p. 149[уточнить]
  73. Куба // Большая энциклопедия (в 62-х тт.). / редколл., гл. ред. С. А. Кондратов. том 24. М., ТЕРРА, 2006. стр. 358—375
  74. Е.О. ПОДОЛЬКО. [www.isras.ru/files/File/Socis/2004-01/podolko.pdf О социальных особенностях системы образования на Кубе] // Учреждение Российской академии наук Институт социологии РАН.
  75. UNESCO Institute for Statistics.Public expenditure on education as % of GDP (англ.).Дата обращения: 25 марта 2011. Архивировано 21 августа 2011 года.
  76. «In 1992, CENIAI began uucp data transmission. About twice a week, they receive a dial-up call from Toronto for two-way transfer of mail and news. Their Canadian partner is Web, a part of the Association for Progressive Communications»

    Larry Press, Joel Snyder. A Look at Cuban Networks. Дата обращения: 22 апрель 2009. Архивировано 9 май 2008 года. 2008 йыл 9 май архивланған.
  77. Оптоволоконный кабель Венесуэла-Куба достиг кубинского побережья // РИА «Новости» от 9 февраля 2011
  78. Тестовые испытания интернет-кабеля проходят на Кубе // РИА «Новости» от 24 января 2013
  79. На Кубе 3 июня появились первые 118 интернет-кафе // служба новостей «RuNews24» от 5 июня 2013
  80. Власти Кубы разрешили гражданам покупать мобильные телефоны. Архивировано 17 март 2013 года. // РБК от 28 марта 2008
  81. Плата за подключение к мобильной связи на Кубе снизилась с $120 до $65 // РИА «Новости» от 12 декабря 2008
  82. Субичус Б. Ю. Из истории кубинской литературы — /Культура Кубы — М.: Наука, 1979. — 336 с.
  83. Карпентьер А. Весна священная. — /перевод Р.Сошиной и Н. Трауберг — М.: Радуга, 1982. — 480 с.