Әсеялан
Ауыл | |
Әсеялан Әсеялан | |
Ил | |
---|---|
Федерация субъекты |
[[Башҡортостан]] |
Муниципаль район |
[[Ишембай районы]] |
Координаталар | |
Һанлы танытмалар | |
ОКАТО коды | |
ОКТМО коды | |
Әсеялан (рус. Асиялан) — Башҡортостандың Ишембай районындағы ауыл. 2010 йылдың 14 октябренә ҡарата халыҡ һаны 44 кеше[1]. Этҡол ауыл Советы составына инә.
Почта индексы — 453224, ОКАТО коды — 80231830004.
Тарихы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Башҡа ауыл һәм утарҙар, шул иҫәптән Әсеялан утары (күсмә тормошта, бер кем дә булмаған), 1916-1920 йылдарҙа барлыҡҡа килә[2].
1930-сы йылдар башына тиклем бында мал көткәндәр[3].
Тәүгеләрҙән булып кулактар һәм халыҡ дошмандары йәшәй. Урындағы төрмә тотҡондары ағас ҡырҡыу һәм Һәләүек йылғаһы буйлап Стәрлетамаҡҡа тиклем ағыҙыу менән шөғөлләнгәндәр. Хөкөм язаһының яртыһын Өфө төрмәләрендә үткәргән тотҡондар бында төрмәгә күсерелгән.
1930-сы йылдарҙа бында ОГПУ-ның 12-се совхозы ойошторола. 1938 йылда совхоз НКВД-ның 2-се совхозы тип үҙгәртелә. Һаҡ органдарын һәм моторҙар эшләү заводын тәьмин итеүсе Өфө сауҙаһының ҡала яны хужалығы тип һаналған[4].
Ауылда һәм төрмәлә тотҡондарҙың тормошо тураһында «Уральский Гулаг» на «Кислой поляне» китабы яҙылған, авторы Тамара Федорова (2013).
Халыҡ һаны
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)
Иҫәп алыу йылы һәм көнө | Бөтә халыҡ | Ир-егеттәр | Ҡатын-ҡыҙҙар | Ир-егеттәр өлөшө (%) | Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%) |
1897 йыл 9 февраль ( 26 ғинуар) | |||||
1920 йыл 26 август | |||||
1926 йыл 17 декабрь | |||||
1939 йыл 17 ғинуар | 321 | ||||
1959 йыл 15 ғинуар | 415 | ||||
1970 йыл 15 ғинуар | |||||
1979 йыл 17 ғинуар | |||||
1989 йыл 12 ғинуар | 103 | ||||
2002 йыл 9 октябрь | 45 | ||||
2010 йыл 14 октябрь | 44 | 25 | 19 | 56,8 | 43,2 |
Халыҡ һаны буйынса аңлатма төрлө йылдарҙа иҫәп алыу тәртибенең айырмалығы булыу сәбәпле халыҡ һанының үҙенсәлегенә иғтибар итегеҙ.
- 1939 йыл — бар булған халыҡ һаны.
- 1989, 2002, 2010 йылдарҙа — даими йәшәгән урыны булып иҫәпләнгән халыҡ һаны
Ауылдағы халыҡ һаны буйынса мәғлүмәтте халыҡ иҫәбе буйынса алыу урынлы. Бөтә ил күләмендә үткән 1897, 1920, 1939, 1959, 1970, 1979, 1989, 2002, 2010 йылғы халыҡ иҫәбе буйынса мәғлүмәттәр бар һәм асыҡ ҡулланыуҙа табырға була. Ҡайһы бер китаптарҙы электрон төрҙә асып ҡарап була. 1926 йылғы халыҡ иҫәбе буйынса һәр ауыл тураһында мәғлүмәт осрағаны юҡ әле. Унан башҡа Өфө виләйәтендә 1865, 1879, 1886 йылдарҙа урындағы халыҡ иҫәбе алынған. Тағы ла ревиз яҙмалары аша мәғлүмәт бар.
- 1859 һәм 1865 йыл — Населенные пункты Башкортостана. Ч.I. Уфимская губерния, 1877. — Уфа:Китап, 2002. — 432 с. ISBN 5-295-03188-8 (ч. I). ISBN 5-295-03133-0.
- Өфө виләйәте ауылдарында халыҡ һаны буйынса мәғлүмәт 1859 һәм 1865 йылдарға ҡарата бар.
- 1866 йыл — Список населенных мест. Ч. II. Оренбургская губерния, 1866. — Уфа: Китап, 2006. — 260 с. ISBN 5-295-03815-7 (ч. II). ISBN 5-295-03133-0.
- Ырымбур виләйәте ауылдарында халыҡ һаны буйынса мәғлүмәт 1866 йылға ҡарата бар.
- 1897 йыл — Перепись населения. т.45 кн.01 Уфимская губерния. Н.А.Тройницкий (ред.)(С.-Петербург, 1901)
- Был китапта Өфө виләйәте ауылдары буйынса мәғлүмәт бар. 500 кешенән күберек булған ауылдар исемлеге.
- 1920 йыл — Населенные пункты Башкортостана. Ч.III. Башреспублика, 1926. — Уфа. Китап, 2002. — 400 с. ISBN 5-295-03091-1 (ч. III). ISBN 5-295-03133-0.
- Был китап 1926 йылға ҡарата төҙөлгән, әммә халыҡ иҫәбе 1920 йылға ҡарата бирелгән.
- 1939 йыл — БАССР. Административно-территориальное деление на 1 июня 1940 года – Уфа:Государственное издательство, 1941. – 387 с.
- Был китапта 1939 йылғы иҫәп алыу буйынса һәр ауыл буйынса мәғлүмәт бар.
- 1989 һәм 2002 йылдар — Башҡортостан Республикаһы ауылдарында 1989 һәм 2002 йылғы халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны.
- 2010 йыл — Численность и размещение населения Республики Башкортостан по данным Всероссийской переписи населения 2010 года. Статистический сборник. (рус.)
- Население Башкортостана: XIX-XXI века: статистический сборник / Территориальный орган Федеральной службы государственной статистики по Республики Башкортостан. — Уфа:Китап, 2008. — 448 с.: ил. ISBN 978-5-295-04439-7
- 1897 йылғы халыҡ иҫәбенән башлап ҡалалар, ҡала төрөндәге ҡасабалар, райондар, район үҙәктәре буйынса халыҡ һаны бар.
Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу (2002) мәғлүмәте буйынса ауылда башҡорттар йәшәй[5].
Географик урыны
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ауыл Һәләүек йылғаһы яры буйында, райондың барып етеүе ҡыйынлыҡ тыуҙырған таулы һәм урманлы өлөшөндә урынлашҡан.
Алыҫлығы:[6]
- Район үҙәгенә тиклем (Ишембай): 40 км
- Ауыл советы үҙәгенә тиклем (Үрге Этҡол): 15 км
- Яҡындағы тимер юл станцияһы (Салауат): 55 км.
Урамдары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Урам исеме[7]:
- Урман урамы (рус. улица Лесная)
- Яр урамы (рус. улица Береговая)
- Баҫыу урамы (рус. улица Полевая)
- Үҙәк урамы (рус. улица Центральная)
Иҡтисады
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Туризм үҫешкән[8].
Билдәле шәхестәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Щербакова Тамара Тимофеевна (15.03.1943), Ишембай районының Скворчиха һөтсөлөк фермаһының 1982—2015 йылдарҙағы мөдире. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре. Сығышы менән Әсеялан ауылынан.
- Әлибаева Зәйтүнә Рәхмәтулла ҡыҙы (1922 йыл — 9 август 1942 йыл) — Бөйөк Ватан һуғышында батырҙарса һәләк булған яугир, ПВО часе элемтәсеһе. Стәрлетамаҡ кантонының (хәҙерге Башҡортостан Республикаһы Ишембай районының) Әсеялан ауылында тыуған/
Видеофильмдарҙа
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Закон о границах, статусе и административных центрах муниципальных образований в Республике Башкортостан N 126-з от 17 декабря 2004 года
- Горьки ягоды Аси-Ялани // Газета «Выбор» № 133—134 от 8 сентября 2015 года.
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Численность и размещение населения Республики Башкортостан по данным Всероссийской переписи населения 2010 года. Статистический сборник. (рус.)
- ↑ Асфандияров А. З. История сёл и деревень Башкортостана и сопредельных территорий. — Өфө: Китап, 2009. — С. 131. — ISBN 978-5-295-04683-4.
- ↑ Фёдорова Т. В. «Уральский ГУЛАГ» на «Кислой поляне». — Салават: ИП Сергеева С. А., 2013. — 172 с.
- ↑ Фёдорова Т. В. «Уральский ГУЛАГ» на «Кислой поляне». — Салават: ИП Сергеева С. А., 2013. — 172 с.
- ↑ Единый электронный справочник муниципальных районов Республики Башкортостан — Excel форматында ҡушымта(недоступная ссылка) (рус.)
- ↑ Административно-территориальное устройство Республики Башкортостан: Справочник / Сост. Р. Ф. Хабиров. — Уфа: Белая Река, 2007. — 416 с. — 10 000 экз. — ISBN 978-5-87691-038-7.
- ↑ «Налог Белешмәһе» системаһында Әсеялан ауылы
- ↑ Первомай 2009-УРЮК