Байым (Әбйәлил районы)
Ауыл | |
Байым рус. Баимово | |
Ил | |
---|---|
Федерация субъекты | |
Муниципаль район | |
Ауыл советы | |
Координаталар | |
Халҡы | |
Сәғәт бүлкәте | |
Почта индексы |
453611 |
Һанлы танытмалар | |
Автомобиль коды |
02, 102 |
ОКАТО коды | |
ОКТМО коды | |
ГКГН номеры | |
Байым — Башҡортостандың Әбйәлил районындағы ауыл, Байым ауыл Советының административ үҙәге. 2010 йылдың 14 октябренә халыҡ һаны 1083 кеше[2]. Почта индексы — 453611, ОКАТО коды — 80201813001.
Географик урыны
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Байым ауылы Кесе Ҡыҙыл йылғаһы буйында, район үҙәге Асҡар ауылынан төньяҡ-көнсығышҡа 67 километр һәм тимер юл станцияһы Ташбулат ауылынан төньяҡ-көнсығышҡа табан 10 километр алыҫлыҡта урынлашҡан[3].
Тарихы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Байым ауылына Нуғай даруғаһы Күбәләк улусы башҡорттары үҙҙәренең аҫаба ерҙәрендә нигеҙ һалған. Ауыл 1740 йылдан билдәле. Ауыл Күбәләк улусы старшинаһы, тархан Байым Ҡыҙраев исемен йөрөтә. Уның олатаһы Төрмәмбәт Ялтиков кенәз булған. Байымдың улдары — Абҙан (уның улы Сәлих), Әбдүкәй, 1761 йылғы (уның балалары Мөхәмәтйәр, Мөхәмәткәрим, Йәһүҙә) һәм 1762 йылғы Ҡаҙымбәт билдәле. Улар 5 ауыл ингән 21-се йортта «тәртип һәм тынлыҡ өсөн» яуаплы йорт йөҙ баштары (сотник) булып хеҙмәт иткән. 1773 йылдан, атаһы отставкаға киткәндән һуң, Абҙан улус старшинаһы булып китә. 1795 йылда 19 хужалыҡта 158 кеше йәшәгән. Х ревизия мәғлүмәттәре буйынса ауылдың 86 хужалығында 253 ир һәм 249 ҡатын йәшәгән. Йәйләүгә байымдар Туйыш ауылы халҡы менән бергәләп сыҡҡан. Оло Ҡыҙыл йылғаһы буйында тирмән эшләгән.
1755 йылдың 15 майында Бөрйән улусыһында ихтилал башлана, ул бөтә Башҡортостанға тарала. Неплюев уны баҫтырыу өсөн бер нисә полк ебәрә. Бер полк командиры Исаковҡа «баш күтәреүселәр торлаҡтарында тамыр табырға һәм юҡ итергә» бойороҡ бирелә. 1755 йылдың 15 майында Бөрйән улусыһында ихтилал башлана, ул бөтә Башҡортостанға тарала. Неплюев уны баҫтырыу өсөн бер нисә полк ебәрә. Бер полк командиры Исаковҡа «баш күтәреүселәр торлаҡтарында тамыр табырға һәм юҡ итергә» бойороҡ бирелә. Ҡыҙыл ҡәлғәһендә наряд менән хеҙмәт иткән Байым тархан Ҡыҙраевты Исаков тарафынан ҡулға алына. Исаков башҡорт старшинаһын «йәшерен бүре» тип һанай һәм уны ике тапҡыр язалай. Байым тархан «вәхшиҙәрсә һындырылған». «Тоғролоҡ» өсөн ҡылыс менән бүләкләнгән, батша хөкүмәтенә тоғро старшина менән шулай мөғәләмә иткәндәр.
«Абруйлы һәм затлы» Байым тарханға академик Иван Лепехин 1770 йылдың 18—19 июнендә килә. Ул саҡта старшина Белорет заводынан 15 саҡрым алыҫлыҡта йәйләүҙә була. Уның байлығы, йылҡы өйөрҙәре тураһында И. Лепёхин яҙмаларында ла мәғлүмәттәр табырға мөмкин.
Байым Ҡыҙраев оҫта «мәғдән белгесе» лә була. 1740 йылда Ул штейгер Марковҡа һәм тәржемәсе Роман Уразлинға Яйыҡ йылғаһының һул ярында урынлашҡан Әтәс тауында тимер мәғдәне урынлашҡанын күрһәтә. 100 бот «магнит ташын» — мәғдәнде һынау яҡшы һөҙөмтә бирә: 75 бот тимер алына. Артабан был тау Магнит тип атала, совет власы йылдарында айырыуса билдәлелек ала. Шул уҡ тархандан завод хужалары Иван Мясников менән Иван Твердышев Ейәнбай ауылы янындағы тимер мәғдәне ятыуы тураһында белә.
Байымдар 14-се полкты ойоштороуҙа һәм уны Наполеонға ҡаршы һуғышҡан армияла хеҙмәт иткән. Шуларҙың береһе Шәғәрәзе Тунынбаев Парижды алған өсөн көмөш миҙал менән бүләкләнә.
Пугачёв етәкселегендә Крәҫтиәндәр һуғышы йылдарында старшина Байым Ҡыҙраев, үҙенең данлыҡлы сығышына ҡарамаҫтан, үпкәләүҙәрен иҫенә төшөрөп, баш күтәреүселәр яғына баҫа. 1774 йылдың апрель баштарында Пугачёв уға атлы отрядтарҙы баш күтәреүселәр ғәскәренә оҙатыуҙы ойоштороу үтенесе менән хат ебәрә. Ҡыҙраев Пугачёвҡа, «уны ҡунаҡҡа саҡырырға» йөҙ кешелек команда менән бара. Пугачёвтың хәрби коллегияһы баш күтәреүсе полковник Байым тарханды Башҡортостан судьяһы итеп тәғәйенләй.
Язалау ғәскәрҙәре корпусының баш командующийы генерал-лейтенант Ф. Ф. Щербатов 1774 йылдың 11 майында императрица Екатерина II-гә докладында Байым тарханды башҡаларға айырыуса ҙур йоғонто яһағаны өсөн башҡорт старшиналарының «рухи начальнигы» тип атай.
1795 йылда ауылдағы 19 йортта 158 кеше, 1866 йылда 86 хужалыҡта — 473 кеше йәшәгән. Малсылыҡ, игенселек менән шөғөлләнгәндәр. Мәсет булған.
Байымдар Рәхмәттәргә ҡарағанда етешерәк йәшәгәндәр. 393 кеше йәшәгән 65 йортҡа 500 ат, 220 һыйыр, 246 һарыҡ, 35 кәзә тура килгән. Күсмә тормошта байымдар Туйыш ауылы халҡы менән бергә булған. Игенселек өсөн эшкәртелгән һөрөнтө ер 290 дисәтинәгә тиң булған. 1843 йылда улар 360 бот ужым һәм 2968 бот яҙғы иген сәскән. Сәсеүҙең байтаҡ өлөшө өс кешегә тура килгән — Тажетдин Мөхәмәткилдин 180 бот, Хөснөтдин Мөхәмәтшәрипов 187 бот һәм Абдулвахит Абдрахманов 206 бот сәскән.
1900 йылда шулай уҡ һыу тирмәне теркәлгән[4].
Халыҡ һаны
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Халыҡ иҫәбе | ||
---|---|---|
2002[5] | 2009[5] | 2010[1] |
982 | ↗1183 | ↘1015 |
- Милли составы
2002 йылғы иҫәп алыуға ярашлы, халыҡтың күпселеге — башҡорттар (99 %)[6].
Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)
Иҫәп алыу йылы һәм көнө | Бөтә халыҡ | Ир-егеттәр | Ҡатын-ҡыҙҙар | Ир-егеттәр өлөшө (%) | Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%) |
1897 йыл 9 февраль (26 ғинуар) | 458 | ||||
1920 йыл 26 август | 567 | ||||
1926 йыл 17 декабрь | |||||
1939 йыл 17 ғинуар | 531 | ||||
1959 йыл 15 ғинуар | 643 | ||||
1970 йыл 15 ғинуар | |||||
1979 йыл 17 ғинуар | |||||
1989 йыл 12 ғинуар | 913 | ||||
2002 йыл 9 октябрь | 982 | ||||
2010 йыл 14 октябрь | 1015 | 495 | 520 | 48,8 | 51,2 |
Халыҡ һаны буйынса аңлатма төрлө йылдарҙа иҫәп алыу тәртибенең айырмалығы булыу сәбәпле халыҡ һанының үҙенсәлегенә иғтибар итегеҙ.
- 1939 йыл — бар булған халыҡ һаны.
- 1989, 2002, 2010 йылдарҙа — даими йәшәгән урыны булып иҫәпләнгән халыҡ һаны
Ауылдағы халыҡ һаны буйынса мәғлүмәтте халыҡ иҫәбе буйынса алыу урынлы. Бөтә ил күләмендә үткән 1897, 1920, 1939, 1959, 1970, 1979, 1989, 2002, 2010 йылғы халыҡ иҫәбе буйынса мәғлүмәттәр бар һәм асыҡ ҡулланыуҙа табырға була. Ҡайһы бер китаптарҙы электрон төрҙә асып ҡарап була. 1926 йылғы халыҡ иҫәбе буйынса һәр ауыл тураһында мәғлүмәт осрағаны юҡ әле. Унан башҡа Өфө виләйәтендә 1865, 1879, 1886 йылдарҙа урындағы халыҡ иҫәбе алынған. Тағы ла ревиз яҙмалары аша мәғлүмәт бар.
- 1859 һәм 1865 йыл — Населенные пункты Башкортостана. Ч.I. Уфимская губерния, 1877. — Уфа:Китап, 2002. — 432 с. ISBN 5-295-03188-8 (ч. I). ISBN 5-295-03133-0.
- Өфө виләйәте ауылдарында халыҡ һаны буйынса мәғлүмәт 1859 һәм 1865 йылдарға ҡарата бар.
- 1866 йыл — Список населенных мест. Ч. II. Оренбургская губерния, 1866. — Уфа: Китап, 2006. — 260 с. ISBN 5-295-03815-7 (ч. II). ISBN 5-295-03133-0.
- Ырымбур виләйәте ауылдарында халыҡ һаны буйынса мәғлүмәт 1866 йылға ҡарата бар.
- 1897 йыл — Перепись населения. т.45 кн.01 Уфимская губерния. Н.А.Тройницкий (ред.)(С.-Петербург, 1901)
- Был китапта Өфө виләйәте ауылдары буйынса мәғлүмәт бар. 500 кешенән күберек булған ауылдар исемлеге.
- 1920 йыл — Населенные пункты Башкортостана. Ч.III. Башреспублика, 1926. — Уфа. Китап, 2002. — 400 с. ISBN 5-295-03091-1 (ч. III). ISBN 5-295-03133-0.
- Был китап 1926 йылға ҡарата төҙөлгән, әммә халыҡ иҫәбе 1920 йылға ҡарата бирелгән.
- 1939 йыл — БАССР. Административно-территориальное деление на 1 июня 1940 года – Уфа:Государственное издательство, 1941. – 387 с.
- Был китапта 1939 йылғы иҫәп алыу буйынса һәр ауыл буйынса мәғлүмәт бар.
- 1989 һәм 2002 йылдар — Башҡортостан Республикаһы ауылдарында 1989 һәм 2002 йылғы халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны.
- 2010 йыл — Численность и размещение населения Республики Башкортостан по данным Всероссийской переписи населения 2010 года. Статистический сборник. (рус.)
- Население Башкортостана: XIX-XXI века: статистический сборник / Территориальный орган Федеральной службы государственной статистики по Республики Башкортостан. — Уфа:Китап, 2008. — 448 с.: ил. ISBN 978-5-295-04439-7
- 1897 йылғы халыҡ иҫәбенән башлап ҡалалар, ҡала төрөндәге ҡасабалар, райондар, район үҙәктәре буйынса халыҡ һаны бар.
Байым ауылында урта мәктәп, Асҡар сәнғәт мәктәбенең филиалы, балалар баҡсаһы, участка дауаханаһы, Мәҙәниәт йорто (башҡорт халыҡ театры), китапхана, мәсет бар[7].
Билдәле шәхестәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Байым Ҡыҙраев — 1773—1775 йылдарҙағы Крәҫтиәндәр һуғышында ҡатнашҡан Күбәләк улусы башҡорто. Пугачёв полковнигы. Тархан.
- Байым ишан Динебәков (1733—1816) — дин әһеле, мәғрифәтсе.
- Исламов Илдар Лоҡман улы — педагог, тыуған яҡты өйрәнеүсе, йәмәғәт эшмәкәре. Рәсәй Федерацияһының мәғариф отличнигы (1995).
- Фазлетдинов Мөъмин Ғәләүетдин улы (20.12.1938—9.01.2005), ауыл хужалығы эшмәкәре. Хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Әбйәлил районы «Ленин юлы» һәм М. Шайморатов исемендәге колхоздарының элекке рәйесе. СССР-ҙың халыҡ депутаты (1989). РСФСР-ҙың һәм Башҡорт АССР-ының (1980) атҡаҙанған агрономы, ике «Почёт Билдәһе» ордены (1976, 1980) кавалеры[8].
- Миңлеғәле Ишмөхәмәт улы Ғүмәров — Башҡортостан Республикаһының, Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған врачы, юғары категориялы ойоштороусы, медицина фәндәре кандидаты.
- Зыя Ишбулды улы Хәлилов (??? — 11 апрель 2009 йыл) — Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, ҡурайсы, ҡумыҙ эшләү оҫтаһы
Урамдары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Дуҫлыҡ урамы (рус. Дружбы (улица)
- Зөлфәр Махиянов урамы (рус. Зульфара Махиянова (улица)
- Миңлеғәли Шайморатов урамы (рус. Минигали Шаймуратова (улица)
- Тыныслыҡ урамы (рус. Мира (улица)
- 1-се Йәштәр урамы (рус. Молодежная 1-я (улица)
- 2-се Йәштәр урамы (рус. Молодежная 2-я (улица)
- 3-сө Йәштәр урамы (рус. Молодежная 3-я (улица)
- 4-се Йәштәр урамы (рус. Молодежная 4-я (улица)
- 5-се Йәштәр урамы (рус. Молодежная 5-я (улица)
- Партизан урамы (рус. Партизанская (улица)
- Ялан урамы (рус. Полевая (улица)
- Салауат Юлаев урамы (рус. Салавата Юлаева (улица)
- Үҙәк урам (рус. Центральная (улица)
- Мәктәп урамы (рус. Школьная (улица)[9]
Матбуғатта
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Бер һәйкәл тарихы[10]
- Ир-егеттең аҫылы ил эшендә танылыр. (Миңлеғәле Ишмөхәмәт улы Ғүмәров)[11]
- Байым инәйҙәре — ауыл биҙәге[12]
- Булдыҡлы ғаилә — ауылдың киләсәге[13]
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ 1,0 1,1 Всероссийская перепись населения 2010 года. Численность населения по населённым пунктам Республики Башкортостан . Дата обращения: 20 август 2014. Архивировано 20 август 2014 года.
- ↑ Численность и размещение населения Республики Башкортостан по данным Всероссийской переписи населения 2010 года. Статистический сборник. (рус.)
- ↑ Байым (Әбйәлил районы) // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.
- ↑ Асфандияров А. З. История сёл и деревень Башкортостана и сопредельных территорий. — Өфө: Китап, 2009. — ISBN 978-5-295-04683-4.
- ↑ 5,0 5,1 Единый электронный справочник муниципальных районов Республики Башкортостан ВПН-2002 и 2009
- ↑ Единый электронный справочник муниципальных районов Республики Башкортостан — приложение в формате Excel 2016 йыл 4 март архивланған..
- ↑ Байым (Әбйәлил районы) // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.
- ↑ personalii-baim.-s-s_.docx Исторические личности Баимовского сельского совета
- ↑ Улицы
- ↑ БЕР ҺӘЙКӘЛ ТАРИХЫ
- ↑ Ир-егеттең аҫылы ил эшендә танылыр 2023 йыл 1 февраль архивланған.
- ↑ Байым инәйҙәре — ауыл биҙәге
- ↑ Булдыҡлы ғаилә — ауылдың киләсәге
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Байым (Әбйәлил районы) // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.
- Асфандияров А. З. История сёл и деревень Башкортостана и сопредельных территорий. — Өфө: Китап, 2009. — ISBN 978-5-295-04683-4. 41-42 бб.
- Административно-территориальное устройство Республики Башкортостан. — Справочник. Уфа: ГУП РБ "Издательство «Белая Река», 2007. — 416 с. :илл. ISBN 978-5-87691-038-7
Портал «Башҡортостан ауылдары» | |
Башҡортостан Республикаһы Законы (№ 22-з, 16 июль, 2008 йыл.) Викикитапханала | |
Байым (Әбйәлил районы) Викимилектә | |
Проект «Башҡортостан ауылдары» |
Был Башҡортостан географияһы буйынса тамамланмаған мәҡәлә. Һеҙ мәҡәләне төҙәтеп һәм тулыландырып проектҡа ярҙам итә алаһығыҙ. |