Эстәлеккә күсергә

Кинйәкәй (Ишембай районы)

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
(Кинйәкей битенән йүнәлтелде)
Ауыл
Кинзекеево
башҡ. Кинйәкәй
Ил

Рәсәй

Федерация субъекты

Башҡортостан Республикаһы

Муниципаль район

Ишембай районы

Ауыл биләмәһе

Скворчиха ауыл советы (Ишембай районы)

Координаталар

53°17′32″ с. ш. 56°03′08″ в. д.HGЯO

Халҡы

261[1] кеше (2010)

Сәғәт бүлкәте

UTC+6

Почта индексы

453227

Һанлы танытмалар
Автомобиль коды

02, 102

ОКАТО коды

80 231 870 003

ОКТМО коды

80 631 470 106

ГКГН номеры

0524093

Кинзекеево (Рәсәй)
Кинзекеево
Кинзекеево
Кинйәкәй (Ишембай районы) (Башҡортостан Республикаһы)
Кинзекеево
Кинйәкәй (Ишембай районы) (Ишембай районы)
Кинзекеево

Кинйәкәй (рус. Кинзекеево) — Башҡортостандың Ишембай районындағы ауыл. 2010 йылдың 14 октябренә ҡарата халыҡ һаны 261 кеше[2]. Почта индексы — 453227, ОКАТО коды — 80 231 870 003.

Ауыл территорияһында ике Ямамбуййылға һәм Әсейылға йылғалары ҡушыла.

Алыҫлығы:[3]

  • Район үҙәгенә тиклем (Ишембай): 22 км
  • Ауыл советы үҙәгенә тиклем (Скворчиха): 8 км
  • Яҡындағы тимер юл станцияһына тиклем (Салауат): 40 км

Ауыл Нуғай даруғаһының Юрматы олоҫо башҡорттары тарафынан үҙ ерҙәрендә нигеҙ һалынған. Кинйәкәй ауылы 1761 йылдан билдәле. Ауылға нигеҙ һалған Кинйәкәй Һөйөндөков исемен йөрөтә[4].

1761 йылда завод хужаларына юрматы башҡорттары ерҙәрен һатыу тураһында документта ауылдар һәм аҫаба башҡорттар исемләп атала, улар араһында Кинйәкәй ауылы һәм уға нигеҙ һалған Кинйәкәй Һөйөндөков та иҫкә алына. 1742—1823 йылдарҙа бында уның улы Туйыш йәшәгән.

XVIII быуатта Кинйәкәү тигән башҡорт ауылы яндырыла һәм уның урынында казактар Петровский ауылына нигеҙ һала. Тик был Кинйәкәй түгел, ә Кинйәкәү тигән ауыл булған, урыҫтар ул атамалар араһындағы айырманы белмәй. Шуға ҡайһы ваҡыт тыуған яҡты өйәрәнеүселәр хата һығымталар яһай. Петровскийҙы башҡорттар ҡайһы ваҡыт әүәлгесә «Кинйәкәү» тип атай (мәҫәлән, Н.Мусин «Мәңгелек урман» романында).[5]

XVIII быуатта кинйәкәйҙәр Ербашты (Юргашка) йылғаһы буйындағы ерҙәрен алпауыт ҡатыны А. О. Скворцоваға һатҡан, был урынға ул крепостной крәҫтиәндәр күсереп килтергән. Шулай итеп, Скворчиха (Ҡолан) ауылы барлыҡҡа килгән.

Кинйәкәйҙәр малсылыҡ, умартасылыҡ (163 умарта һәм 14 солоҡ) менән шөғөлләнгән, бер аҙ ер эшкәрткән, ылауға йөрөгән, сана һәм арба яһаған. 1839 йылда бында 45 йортта 325 кеше йәшәгән, ауылда 560 ат, 400 һыйыр, 145 һарыҡ, 66 кәзә аҫыралған. 3 йылдан һуң бында 344 бот ужым һәм 1390 бот ярауай иген сәелгәне билдәле. Кинйәкәйҙә ике һыу тирмәне, мәсет, мәктәп булған. 1906 йылда мәсет, училище, 2 һыу тирмәне булған. 1906 йылда мәсет, 8 һыу тирмәне, мануфактура кибете, икмәк һаҡлай торған мөгәзей була[6].

Кинйәкәйҙәр Көҫәпҡол Әзәтов командаһында Польша конфедераттарына ҡаршы һуғышта (1771-1773) ҡатнаша.[7]

1795 йылда 22 йортта 222 кеше, 1865 йылда 85 йортта — 457 кеше, 1850 йылда — 428, 1920 йылда — 672 кеше йәшәгән, йорттар һаны — 22, 42, 130[8].

1812 йылғы Ватан һуғышында ҡатнашҡан Кинйәғол Алдаҡаев «1814 йылдың 19 мартында Парижды алған өсөн» көмөш миҙалы менән бүләкләнгән.

1930 йылда иҫке мәсет бинаһында клуб асыла. 2002 йылда ауыл мәҙәниәт йорто итеп үҙгәртелә, әлеге ваҡытта реконструкцияланған бинала эшләй. 2002 йылдан мәҙәниәт йорто мөдире булып В. И. Йомағолова эшләй.

Ауылда фельдшер-акушерлыҡ пункты, китапхана, «Межрегионбизнес-Агро» ЯСЙ-һы бар.

Кинйәкәй мәктәбе тарихынан

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

1933 йылда Кинйәкәйҙә башланғыс мәктәп асыла, 1940 йылда ул ете йыллыҡ мәктәп, 1965 йылда һигеҙ йыллыҡ мәктәп итеп үҙгәртелә. 2012 йылдан Кинйәбулат урта мәктәбе филиалы, 2013 йылдан — башланғыс мәктәп. 2004—2013 йылдарҙа Алаҡай башланғыс мәктәбе уның филалы булараҡ эшләй.

Мәктәп директорҙары: Ю. Г. Дауытов (1933—1941), Х. М. Таһиров, З. З. Исмәғилев, С. Х. Макарский (1965), Ғ.М.Моғаттаров (1969—1971), В. А. Хисаметдинова, А. С. Зулькарнаев, С. А. Камалова (1988 йылдан), З. Г. Кинйәбаева (1997), С. Ф. Ишкинина (2011—2013).

Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)

Иҫәп алыу йылы һәм көнө Бөтә халыҡ Ир-егеттәр Ҡатын-ҡыҙҙар Ир-егеттәр өлөшө (%) Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%)
1897 йыл 9 февраль (26 ғинуар)
1920 йыл 26 август 672
1926 йыл 17 декабрь
1939 йыл 17 ғинуар 515
1959 йыл 15 ғинуар 429
1970 йыл 15 ғинуар
1979 йыл 17 ғинуар
1989 йыл 12 ғинуар 315
2002 йыл 9 октябрь 307
2010 йыл 14 октябрь 261 130 131 49,8 50,2

Башҡорттар йәшәй (2002). Халыҡ һаны буйынса аңлатма төрлө йылдарҙа иҫәп алыу тәртибенең айырмалығы булыу сәбәпле халыҡ һанының үҙенсәлегенә иғтибар итегеҙ.

1939 йыл — бар булған халыҡ һаны.
1989, 2002, 2010 йылдарҙа — даими йәшәгән урыны булып иҫәпләнгән халыҡ һаны

Урам исеме[9]:

  • Йәштәр урамы (рус. улица Молодожная)
  • Йылға урамы (рус. улица Речная)
  • 1-се Май урамы (рус. улица Первомайская)


  1. Всероссийская перепись населения 2010 года. Численность населения по населённым пунктам Республики Башкортостан. Дата обращения: 20 август 2014. Архивировано 20 август 2014 года.
  2. Численность и размещение населения Республики Башкортостан по данным Всероссийской переписи населения 2010 года. Статистический сборник.  (рус.)
  3. Административно-территориальное устройство Республики Башкортостан: Справочник / Сост. Р. Ф. Хабиров. — Уфа: Белая Река, 2007. — 416 с. — 10 000 экз. — ISBN 978-5-87691-038-7.
  4. Асфандияров А. З. История сёл и деревень Башкортостана и сопредельных территорий. — Өфө: Китап, 2009. — С. 130. — ISBN 978-5-295-04683-4.
  5. Вестник Башкирского государственного университета, № 4 2017 с.1091
  6. Асфандияров А. З. История сёл и деревень Башкортостана и сопредельных территорий. — Өфө: Китап, 2009. — С. 130. — ISBN 978-5-295-04683-4.
  7. [[ http://kitaptest.bashkort.org/storage/files/bashkirskoe_vojsko_v_polskom_pohode_(17711773).pdf Башкирское войско в польском походе,с.96]]
  8. История Кинзекеево.
  9. «Налог Белешмәһе» системаһында Кинйәкәй ауылы