Эстәлеккә күсергә

Иҫке Әпсәләм

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
(Староабсалямово битенән йүнәлтелде)
Ауыл
Иҫке Әпсәләм
рус. Староабсалямово
Ил

Рәсәй

Федерация субъекты

Башкортостан

Муниципаль район

Ауырғазы

Ауыл советы

Өршәк

Координаталар

54°07′13″ с. ш. 55°39′19″ в. д.HGЯO

Элекке исеме

Әпсәләм, Абдул, Иҫке Әпсәләм

Ауыл с

2005

Халҡы

433[1] кеше (2010)

Милли состав

татарҙар

Сәғәт бүлкәте

UTC+6

Почта индексы

453477

Һанлы танытмалар
Автомобиль коды

02, 102

ОКАТО коды

80 205 861 001

ОКТМО коды

80 605 461 101

ГКГН номеры

0519005

Иҫке Әпсәләм (Рәсәй)
Иҫке Әпсәләм
Иҫке Әпсәләм
Иҫке Әпсәләм (Башҡортостан Республикаһы)
Иҫке Әпсәләм

Иҫке Әпсәләм (рус. Староабсалямово) — Башҡортостан Республикаһының Ауырғазы районындағы ауыл. 2010 йылдың 14 октябренә халыҡ һаны 433 кеше булған[2]. ОКАТО коды — 80205861001.

Әпсәләм ауылы XIX быуат аҙағынан билдәле. Ошо быуаттың 70-се йылдарында башҡалар араһында ул юҡ. Ауылға Өршәк‑Мең улусы башҡорттарының аҫаба ерҙәрендә 1817 йылда керҙәшлек килешеүе буйынса хеҙмәтле татарҙар нигеҙ һала. Ауылдың исеме антропономик сығышлы. Тәүге төпләнеүсе Әбделсәләм Әҙелшин исеменән. 1902 йылда ул 148 йортҡа берләшкән 764 кешеһе менән ауыл булып күрһәтелгән. Былар — мишәрҙәр һәм типтәрҙәр. Совет власының тәүге йылдарында ауыл халҡы 1296 кешенән торған. Унда 226 йорт булған[3]. Игенселек, малсылыҡ, сауҙа менән шөғөлләнгәндәр. 1906 йылда мәсет (19 быуат аҙағында уның эргәһендә мәктәп эшләгән), бакалея кибете, мөгәзәй булған. 30‑сы йылдарҙа Яңы Әпсәләм бүлендек ауылы (90‑сы йылдарға тиклем була) барлыҡҡа килгәндән һуң хәҙерге исемен ала[4].

1952 йылдың 1 июненә ҡарата Иҫке Әпсәләм ауылын Әбсәләм ауыл Советы етәкләй. 1969 йылдың 1 ғинуарына Әпсәләм ауыл Советы булмай, Иҫке Әпсәләм һәм Яңы Әпсәләм Солтанморат ауыл Советына индерелә. 1972 йылдың 1 июленә Иҫке Әпсәләм һәм уның бүлендек ауылы Яңы Әпсәләм Өршәк ауыл Советына инә. 1981 йылдың 1 сентябренә Иҫке Әпсәләм - Өршәк ауыл советы үҙәге.

2005 йылдың 20 июлендәге 211-з «Башҡортостан Республикаһының административ-территориаль ҡоролошона тораҡ пункттарҙың ойошторолоуы, берләшеүе, бөтөрөлөүе һәм статусын үҙгәртеү, административ үҙәктәрҙе күсереү менән бәйле үҙгәрештәр индереү тураһында»ғы Законы ҡарар итә:

ст. 5. тораҡ тибын ауыл тип билдәләп, түбәндәге тораҡ пункттарҙың статусын үҙгәртергә:

1) Ауырғазы районында:

б) Өршәк ауыл Советы Иҫке Әпсәләм ауылының

Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)

Иҫәп алыу йылы һәм көнө Бөтә халыҡ Ир-егеттәр Ҡатын-ҡыҙҙар Ир-егеттәр өлөшө (%) Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%)
1897 йыл 9 февраль ( 26 ғинуар)
1920 йыл 26 август
1926 йыл 17 декабрь
1939 йыл 17 ғинуар
1959 йыл 15 ғинуар
1970 йыл 15 ғинуар
1979 йыл 17 ғинуар
1989 йыл 12 ғинуар
2002 йыл 9 октябрь
2010 йыл 14 октябрь 433 199 234 46,0 54,0
Милли составы

2002 йылғы халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәтенә ярашлы, күпселек милләт — татарҙар (92 %)[5].

Халыҡ һаны буйынса аңлатма төрлө йылдарҙа иҫәп алыу тәртибенең айырмалығы булыу сәбәпле халыҡ һанының үҙенсәлегенә иғтибар итегеҙ.

1939 йыл — бар булған халыҡ һаны.
1989, 2002, 2010 йылдарҙа — даими йәшәгән урыны булып иҫәпләнгән халыҡ һаны
  • Коммунистик урам (рус. Коммунистическая улица)
  • Ленин урамы (рус. улица Ленина)
  • Баҫыу урамы (рус. Полевая улица)
  • Пушкин урамы (рус. улица Пушкина)
  • Туҡаев урамы (рус. улица Тукаева)
  • Чапаев урамы (рус. улица Чапаева)
  • Энергетиктар урамы (рус. улица Энергетиков)[6].

Билдәле шәхестәре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Ревизия материалдары

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  1. Всероссийская перепись населения 2010 года. Численность населения по населённым пунктам Республики Башкортостан. Дата обращения: 20 август 2014. Архивировано 20 август 2014 года.
  2. Численность и размещение населения Республики Башкортостан по данным Всероссийской переписи населения 2010 года. Статистический сборник.  (рус.)
  3. Асфандияров А. З. История сёл и деревень Башкортостана и сопредельных территорий. — Өфө: Китап, 2009. — С. 55. — ISBN 978-5-295-04683-4.
  4. Иҫке Әпсәләм // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.
  5. Единый электронный справочник муниципальных районов Республики Башкортостан — Excel форматында ҡушымта(недоступная ссылка)  (рус.)
  6. Госсправка сайтында урам исемдәре
  7. Энциклопедия Урала — Рахимов Рустам Халимович 2019 йыл 12 апрель архивланған. (рус.) (Тикшерелеү көнө: 28 сентябрь 2017)
  8. Башҡорт энциклопедияһы — Сөләймәнов Солтанморат Миңлеғәли улы (Тикшерелеү көнө: 14 март 2021)
  • Административно-территориальное деление Башкирской АССР (на 1 июня 1952 г.). — Башкирское книжное издательство, Уфа, 1953. C. 276.  (рус.)
  • Башкирская АССР : административно-территориальное деление на 1 января 1969 года : [справочник / ред. А. И. Захаров]. — Изд. 5-е. — Уфа : Башкирское книжное издательство, 1969. — 429, [2] с. : табл. преим. — Алф. указ.: с. 348—430. С. 46.  (рус.)
  • Башкирская АССР : административно-территориальное деление на 1 июля 1972 года : [справочник] / Президиум Верхов. Совета Башк. АССР ; [сост. Н. Н. Кириллова, П. Ф. Максимов, М. Х. Мусин; отв. ред. Б. А. Абдрахманов]. — Изд. 6-е. — Уфа : Башкирское книжное издательство, 1973. — 386, [2] с. : табл. преим., карты. — Алф. указ.: с. 327—387. С. 44  (рус.)  (Тикшерелеү көнө: 14 март 2021)
  • Башкирская АССР : административно-территориальное деление на 1 сентября 1981 года : [справочник] / Президиум Верхов. Совета Башк. АССР ; [сост. Н. Н. Исаев, З. З. Харрасов, М. З. Шаймуратов; отв. ред. Ф. Ш. Хисматуллин]. — Уфа : Башкирское книжное издательство, 1981. — 382, [2] с. : табл. преим., карты. — Алф. указ.: с. 326—383. С. 51  (рус.)  (Тикшерелеү көнө: 14 март 2021)
  • Административно-территориальное устройство Республики Башкортостан: Справочник. — Уфа: ГУП РБ Издательство «Белая Река», 2007. — 416 с.— ISBN 978-5-87691-038-7.  (рус.)  (Тикшерелеү көнө: 14 март 2021)
  • Асфандияров А. З. История сел и деревень Башкортостана и сопредельных территорий. Уфа: Китап, 2009. — 744 с. ISBN 978-5-295-04683-4  (рус.)  (Тикшерелеү көнө: 14 март 2021)