Һиндостан: өлгөләр араһындағы айырма

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
ә Робот: Илдәр буйынса тораҡ пункттар категорияһын өҫтәү
119 юл: 119 юл:
[[Категория:Ғәрәбстан диңгеҙе буйындағы илдәр]]
[[Категория:Ғәрәбстан диңгеҙе буйындағы илдәр]]
[[Категория:Андаман диңгеҙе буйындағы илдәр]]
[[Категория:Андаман диңгеҙе буйындағы илдәр]]
[[Категория:Илдәр буйынса тораҡ пункттар]]

13:09, 25 ноябрь 2016 өлгөһө

Һиндостан Республикаһы
भारत गणराज्य
Bhārat Gaṇarājya
Ер Эмблема Һиндостан
Һиндостан флагы Һиндостан Эмблема
Милли девиз: «Satyameva Jayate»
Гимн: Һиндостан гимны (тыңларға )
Бойондороҡһоҙлоҡ яулауы 15 август 1947 (Бөйөк Британия иленән)
Рәсми телдәр Һинди, Инглиз теле
Баш ҡала Нью-Дели
Иң ҙур ҡалалары Мумбаи
Идара итеү формаһы Республика
Президент

Премьер-министр
Пратибһа Патил
(Pratibha Patil)
Манмоһан Сингһ
(Manmohan Singh)
Территория
  • Барыһы
  • % һыу.
7 урын
3 287 590 км²
9,5
Халыҡ
  • Барыһы (2007)
  • Тығыҙлыҡ
2 урын
1 131 191 071
329 кеше/км²
ЭТП
  • Бөтәһе (2006)
  • Кеше башына
4 урын
4 042 000 млн. $
3737 $
Валюта Һинд рупиһы
(INR, код 67)
Телефон коды +91
Сәғәт бүлкәте UTC +5:30
⚙️ Һиндостан тарихы
Боронғо Һиндостан
Урта быуат Һиндостаны
Хәҙерге заман Һиндостаны

Һиндостан (деванагари яҙмаһында: भारत Bhārat), рәсми атамаһы Һиндостан Республикаһы (Bhārata Gaṇarājya), Көньяҡ Азиялағы дәүләт. Майҙаны буйынса донъяла етенсе, халыҡ һаны буйынса икенсе ил, шулай уҡ ул либераль демократия дәүләттәре араһында иң ҙуры. Һиндостандың диңгеҙ ярҙары ете мең саҡрымдан күберәк. Һиндостан көнбайышта Пакистан менән, төньяҡ-көнсығышта Ҡытай, Непал һәм Бутан менән, көнсығышта Бангладеш һәм Мьянма менән сиктәш.

Тарихы

Веды дәүере (беҙҙен эраға тиклем XIV—VI быуаттар)

Арий тамырлы ырыуҙар халҡы менән һуғыша -?.

4 каста төҙөлә (варна) — брахмандар (дин хеҙмәтселәр); кшатрии (етәкселәр, һуғышсылар, яугирҙар); вайшьи (ер эшкәртеүселәр, һатыусылар); шудры (хеҙмәтселәр, ябай эшселәр)).

Хоҡуҡ сығанағы — Изге Ведалар — «Ригведа» (гимндар йыйылмағы); Атхарваведа" (өшкөрөү доғалар йыйылмаһы); упанишады (дин-фәлсәфә трактаттар).

Буддизм тыуыу. Сидхартха Гаутама (Шакья Муни) (беҙҙен эраға тиклем 563—483)

Индуизм

Индуизм — яңыртылған Буддизм. Индуизм власҡа оппозицияла булманы. Дәүләт идеалы — «Артхашастра» трактатта яҙыла .

Халҡы һәм теле

Һиндостан Ҡытайҙан ҡала иң күп кеше йәшәгән дәүләт. Халҡының ҙур өлөшө ауылда көн итә. Ҡатын-ҡыҙға ҡарағанда ир-ат күберәк. Был иртә никахтарға (ҡыҙҙарҙы 15 — 17 йәштә үк кейәүгә бирәләр) һәм күп балалар тыуыуына (табыуы­на) бәйле ҡатын-ҡыҙ араһында үлем кимәленең юғары булыуы менән аңлатыла.

Майҙаны, халҡының һаны буйынса тәүге урындарҙа торһа ла, һиндтарҙың күбеһе ярлылыҡтан интегә һәм белемһеҙ. Хәҙерге көндә былар иң киҫкен мәсьәләләрҙән һанала. Белемле кешеләргә кемдәр инә, ти­һегеҙме? Кем тексты уҡый һәм бер нисә һөйләмде аңлайышлы итеп яҙа белә — шулар.

Һиндостан — күп милләтле ил. Унда йәшәгән халыҡтар бер-береһенән тышҡы йөҙө, теле һәм ғөрөф-ғәҙәттәре менән дә айырыла. Һиндттарҙың 70 проценттан ашыуы һинд-арий телдәре төркөмөнә ингән­гә күрә, бында күпселек кеше һинд телендә аралаша. Уға дәүләт статусы ла бирелгән. Ярҙамсы рәсми тел булған инглиз теле башлыса эшҡыуар­лыҡта һәм хакимиәттә киң ҡулланыла. Шулай уҡ мәғариф өлкәһендә, айырыуса урта һәм юғары белем биреүҙә ҙур урын алып тора.

Дөйөм алғанда, ил конституцияһында халҡының күпселек өлөшө һөйләшкән 21 рәсми тел билдәләнгән.

Мәғариф

Һиндостанда мәктәп тормошо бик иртә башлана. 3 йәш ярымда уҡ бала форма кейеп, сумка аҫып, әсәһе менән тәүге дәрескә килә. Унда беҙҙәге ке­үек балалар баҡсаһы юҡ. Бер мәктәп ҡыйығы аҫтында кескәйҙәр ҙә, бәләкәй һәм өлкән төркөм уҡыусылары ла белем ала. Иң бәләкәстәр 2-4 сәғәт уҡый: инглиз алфавитын, иҫәп-хисапты һәм яҙыр­ға өйрәнәләр, шиғыр ятлайҙар.

Беренсе синыфҡа 6-7 йәштә баралар. Мәктәпкә йөрөүселәрҙең күптәре был ваҡытта инде уҡый белә. Һинд балаһы X синыф белемле булырға тейеш. XI һәм XII синыфтарҙы йә мәктәптә, йә колледжда тамамлай ала. Колледжда тәүге ике йылда дөйөм фәндәрҙе өйрәнәләр, шунан ғына йәштәр белгеслеген билдәләй ала.

Һәр мәктәптең — үҙ формаһы: уға күлдәк, юбка, жакет һәм салбар ғына түгел, шулай уҡ ойоҡ, галстук, ботинка ла инә. Иң бәләкәйҙәр мотлаҡ исеме һәм йәшәгән адресы яҙылған бейджик йөрөтә. Бындай һаҡлыҡ сараһы күреү уҡыусы мәктәп ихатаһынан сығып тайғанда йә ул аҙашҡанда табыуҙа ныҡ ярҙам итә.

Шулай уҡ үҙен ихтирам иткән һәр белем усағының үҙ транспорты бар — билдәле бер хаҡҡа уҡыусы уның менән файҙалана ала. Автобустар ҙурлығы, сыҡ­ҡан йылы буйынса айырылырға мөмкин, әммә мотлаҡ һары төҫтә булырға тейеш. Уларҙы шулай ҡала маршруттарындағы ҡыҙыл автобустарҙан айырыр­ға була.

Мәктәптә ниндәй дәреслектәр өйрәнәләрме? Рәсәйҙәге уҡыусылар кеүек тарихты, географияны, хоҡуҡ нигеҙҙәрен, химияны, физиканы, биологияны, математиканы һәм информатиканы. Шулай уҡ инг­лиз, һинд һәм шул штаттың урындағы теле, рәсем инә уҡытыу программаһына. Әҙәбиәтте айырым дәреслек булараҡ түгел, ә инглиз телен өйрәнгәндә генә үтәләр. Беҙҙәге ке­үек физкультура ла дәрестәр теҙмәһендә юҡ, ләкин «быуын­дарҙы яҙып алырға», форманы спорт кейеменә алыштырып, йүгереү, күнекмәләр яһау, ярат­ҡан крикет уйынын уйнау өсөн махсус ваҡыт бүленә. Сәйер тойолһа ла, хеҙмәт дәресе лә ҡаралмаған. Был да һинд йәм­ғиәтенең үҙенсәлеге: касталар­ға бүлеп ҡарау әллә ҡасан ҡанун менән тыйылһа ла, әле бул­һа күптәр ҡулына эш ҡоралы алыуҙы дәрәжәһен кәмһетеү тип ҡарай.

Өйгә эштәрҙе башҡарыу өсөн ата-әсә репетитор яллай. Берҙән, балаға үҙаллы эшләргә ауыр, икенсенән, тел ҡаршылығы арҡаһында уға ғаилә лә ярҙам итә алмайҙар. Мәктәптә бит күберәк инглиз телендә уҡыталар, ә өйҙәгеләр башҡа телдәрҙә һөйләшә. Уҡыусының белемен баһалау иһә беҙҙекенән айырыла. Телдән яуаптарға билдә ҡуйылмай, бер уҡытыусы 60 — 70 баланан нисек һорап өлгөрһөн инде. Иң абруйлы мәктәптәрҙә лә һәр синыфта шунсама уҡыусы булыуы ғәҙәти хәл һанала. Шу­ға күрә һәр теманан һуң үткәрелгән яҙма контроль эштәргә генә билдә ҡуйыла. Семестр аҙағында имтихандар ҙа тапшыралар. Шуныһы ла ҡыҙыҡ: иң юғары балл йыйған сығарылыш синыфы уҡыусыларының портреттарын махсус реклама таҡталарына, метро туҡталыштарына, шулай уҡ ҡала транспортына эләләр[1].

Илдең бөгөнгө тормошо

Башҡортостан менән бәйләнештәр

  • Һиндостандың республика тышҡы сауҙа тауар әйләнешендәге өлөшө 3 процент (етенсе урын) тәшкил итә. 2014 йылдың 11 айында сауҙа итеү күләме 397,6 миллион доллар тәшкил итте, шуның менән бергә ошо сумманың 95 проценттан ашыуы экспортҡа тура килә. Башҡортостандан Һиндостанға ебәрелгән төп тауарҙар иҫәбендә машиналар һәм ҡорамалдар, шул иҫәптән авиация двигателдәре һәм уларҙың өлөштәре, химия һәм металлургия сәнәғәте продукцияһы бар. Республикаға машиналар төҙөү продукцияһы, органик булмаған химия продукттары, металл изделиелары һәм фармацевтика продукттары индерелә. Башҡортостан биләмәһендә Һиндостан капиталы ҡатнашлығында 10 берлектәге предприятие эшләй.
  • Советтар Союзы осоронда илебеҙҙең һәр республикаһы, крайы һәм өлкәһендә «Совет — һинд дуҫлығы» Бөтөн союз ирекле йәмғиәтенең бүлексәләре эшләп килә. Ул 1973 йылда Башҡорт АССР-ының баш ҡалаһы Өфөлә лә ойошторола. Был йәмғиәткә айырым шәхестәр менән бер рәттән төрлө предприятие, ойошма һәм учреждениелар ҙа коллектив ағза булып инә. 1973—1985 йылдарҙа "Совет — һинд дуҫлығы йәмғиәте"нең Башҡортостан бүлексәһе рәйесе вазифаһын күренекле тарихсы-ғалим һәм йәмәғәт эшмәкәре Рәил Кузеев (1929—2005) башҡара.
  • СССР тарҡалғандан һуң, Рәсәй территорияһында барлығы ете филиал тороп ҡала, уларҙың алтыһы Һиндостандың Рәсәйҙәге илселеге тарафынан финанслана. Тик беҙҙең республикала ғына ул, «Башҡортостан — Һиндостан» дуҫлыҡ һәм мәҙәни бәйләнештәр йәмғиәте тип үҙгәртелеп, үҙ аллы эшләүен дауам итә. Уның президенты — академик Әсғәт Ғәлимйән улы Ғүмәров.
  • 2015 йылдың 1-3 февралендә Өфөлә Һиндостандың Рәсәй Федерацияһындағы Ғәҙәттән тыш һәм Тулы хоҡуҡлы илсеһе Пунди Шринивасан Рагхаван етәкселегендәге Һиндостан Республикаһы делегацияһы булып китте. Илсе Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов менән осрашты. Һөйләшеү барышында яҡтар сәнәғәт һәм сауҙа-иҡтисади хеҙмәттәшлек йүнәлештәрен тикшерҙе. 2015 йылдың июлендә Өфөлә үтәсәк ШОС һәм БРИКС саммиттары Башҡортостан менән Һиндостан араһындағы партнерлыҡ мөнәсәбәттәрен нығытыуға булышлыҡ итәсәк тип билдәләнде. Пунди Шринивасан Рагхаван иҡтисади хеҙмәттәшлекте ил кимәлендә генә түгел, төбәктәргә ҡағылышлы ла киңәйтергә кәрәк, тине. — Башҡортостан Республикаһының Һиндостандағы Харьяна штаты менән туғандарса мөнәсәбәт ойошотороға теләүен беләм. Беҙ ошо бәйләнештәрҙе булдырыу һәм нығытыу өсөн барыһын да эшләйәсәкбеҙ, — тип айырып әйтте илсе.
  • Ике республика араһында хеҙмәттәшлек итеү сиктәрендә Башҡорт дәүләт ҡурсаҡ театры XXVIII «Сурадж Кунд Мела» халыҡ-ара фестивалендә ҡатнашты. Халыҡ кәсептәре һәм фольклоры фестивале 2015 йылдың 1 февралдән 15-нә тиклем Дели ҡалаһында үтте. Гастролдәрҙә 14 артист һәм 30-ҙан ашыу ҡурсаҡ ҡатнашты. Ике аҙна дауамында өфөләр тамашасыларҙы «Һинд легендаһы», «Панчатантра» һәм «Урал батыр» спектаклдәре менән ҡыуандырҙы.
  • Төбәктә Һиндостан менән хеҙмәттәшлекте һәм сауҙа әйләнешен үҫтерергә ниәтләйҙәр. Башҡортостандың Иҡтисади үҫеш министрлығы Нью-Дели ҡалаһында үткән Петербург халыҡ-ара иҡтисади форумының күсмә сессияһында төбәктең инвестиция ҡеүәте менән таныштырҙы, хеҙмәттәшлектең перспективалы йүнәлештәрен билдәләне. Был — фармацевтика, һаулыҡ һаҡлау өлкәһендә нанотехнологиялар, күн тауарҙар етештереү, мәғлүмәт технологиялары. 2015 йылдың туғыҙ айында Һиндостан менән Башҡортостан араһындағы тауар әйләнеше 194 миллион долларҙан ашыу тәшкил иткән. Быйыл был күрһәткесте арттырыу планлаштырыла[2].

Иҫкәрмәләр

Сығанаҡтар

Һылтанмалар