Үрге Этҡол
Ауыл | |
Верхнеиткулово башҡ. Үрге Этҡол | |
Ил | |
---|---|
Федерация субъекты | |
Муниципаль район | |
Ауыл Советы | |
Координаталар | |
Нигеҙләнгән | |
Бейеклеге |
285 м |
Халҡы | |
Сәғәт бүлкәте | |
Почта индексы |
453224 |
Һанлы танытмалар | |
Автомобиль коды |
02, 102 |
ОКАТО коды | |
ОКТМО коды | |
ГКГН номеры | |
Үрге Этҡол (рус. Верхнеиткулово) — Башҡортостандың Ишембай районындағы ауыл. 2010 йылдың 14 октябренә ҡарата халыҡ һаны 888 кеше[2]. Этҡол ауыл Советының административ үҙәге. Почта индексы — 453224, ОКАТО коды — 80231830001.
Тарихы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Этҡол ауылына 1774 йылда Юрматы ырыуының Аҙнай түбәһе кешеләре нигеҙ һалған. Беренсе күскенсе билдәһеҙ. Улы Сәфәрғәле Этҡолов 1774 йылда тыуған. Ейәндәре Тимербулат, Сынбулат (уның улдары: Фәттәхетдин, Хисаметдин.
XVIII быуат аҙағында ауыл 68 ихатанан тора, унда 358 кеше йәшәй. XIX быуат уртаһында 76 йортта 644 кеше йәшәгән. Х ревизия 423 кеше йәшәгән 65 йорттан торған төп ауылды һәм 290 кеше йәшәгән 36 ихатанан торған бүлендек ауылды күрһәтә. Үрге Этҡолда 1920 йылда 91 йортта 464 кеше иҫәпләнә, Түбәнге Этҡолда — 541 кеше һәм 123 йорт. Икеһе лә Аҙнаев улусы үҙәге булған Көҫәпҡол ауылынан 20 саҡрым алыҫлыҡта урынлашҡандар.
1833 йылда Яңы Юрматы ауылына 3 ғаилә (Айыт Ялсин, Абдулла һәм Йосоп Ишберҙиндәр) күсеп килә. Идара итеүсе Сенат указына ярашлы ауылға сумаҙанлы татарҙарҙың (почта ташыусы) 3 ғаиләһе килә.
Фамилияларҙы барлыҡҡа килтереүселәрҙең бер нисәһенең исемен атайыҡ. 1816 йылда бында 76 йәшлек Үҙәнбай Мусин һәм уның 36 йәшлек улы Салауат, ейәндәре Юныс (10 йәш), Яҡуп (8 йәшлек), Аллабирҙе (2 йәшлек) йәшәй.
1839 йылда 476 кеше йәшәгән 75 йортҡа 765 ат, 654 һыйыр, 239 һарыҡ, 150 кәзә тура килә. Өс йылдан һуң 464 бот көҙгө һәм 1840 бот яҙғы иген сәселгән. Шул уҡ ваҡытта ауыл янында һыу тирмәне булған. 1920 йылда Түбәнге Этҡол ауылында Ведерников тирмәне эшләй[3].
1-се Май урамында 1774 йылда төҙөлгән йорт һаҡланған.
Элегерәк ауыл Аҙнай улусына (үҙәге — Көҫәпҡол) ингән.
Халыҡ һаны
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)
Иҫәп алыу йылы һәм көнө | Бөтә халыҡ | Ир-егеттәр | Ҡатын-ҡыҙҙар | Ир-егеттәр өлөшө (%) | Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%) |
1897 йыл 9 февраль (26 ғинуар) | |||||
1920 йыл 26 август | |||||
1926 йыл 17 декабрь | |||||
1939 йыл 17 ғинуар | |||||
1959 йыл 15 ғинуар | |||||
1970 йыл 15 ғинуар | |||||
1979 йыл 17 ғинуар | |||||
1989 йыл 12 ғинуар | |||||
2002 йыл 9 октябрь | |||||
2010 йыл 14 октябрь | 888 | 443 | 445 | 49,9 | 50,1 |
Халыҡ һаны буйынса аңлатма төрлө йылдарҙа иҫәп алыу тәртибенең айырмалығы булыу сәбәпле халыҡ һанының үҙенсәлегенә иғтибар итегеҙ.
- 1939 йыл — бар булған халыҡ һаны.
- 1989, 2002, 2010 йылдарҙа — даими йәшәгән урыны булып иҫәпләнгән халыҡ һаны
Ауылдағы халыҡ һаны буйынса мәғлүмәтте халыҡ иҫәбе буйынса алыу урынлы. Бөтә ил күләмендә үткән 1897, 1920, 1939, 1959, 1970, 1979, 1989, 2002, 2010 йылғы халыҡ иҫәбе буйынса мәғлүмәттәр бар һәм асыҡ ҡулланыуҙа табырға була. Ҡайһы бер китаптарҙы электрон төрҙә асып ҡарап була. 1926 йылғы халыҡ иҫәбе буйынса һәр ауыл тураһында мәғлүмәт осрағаны юҡ әле. Унан башҡа Өфө виләйәтендә 1865, 1879, 1886 йылдарҙа урындағы халыҡ иҫәбе алынған. Тағы ла ревиз яҙмалары аша мәғлүмәт бар.
- 1859 һәм 1865 йыл — Населенные пункты Башкортостана. Ч.I. Уфимская губерния, 1877. — Уфа:Китап, 2002. — 432 с. ISBN 5-295-03188-8 (ч. I). ISBN 5-295-03133-0.
- Өфө виләйәте ауылдарында халыҡ һаны буйынса мәғлүмәт 1859 һәм 1865 йылдарға ҡарата бар.
- 1866 йыл — Список населенных мест. Ч. II. Оренбургская губерния, 1866. — Уфа: Китап, 2006. — 260 с. ISBN 5-295-03815-7 (ч. II). ISBN 5-295-03133-0.
- Ырымбур виләйәте ауылдарында халыҡ һаны буйынса мәғлүмәт 1866 йылға ҡарата бар.
- 1897 йыл — Перепись населения. т.45 кн.01 Уфимская губерния. Н.А.Тройницкий (ред.)(С.-Петербург, 1901)
- Был китапта Өфө виләйәте ауылдары буйынса мәғлүмәт бар. 500 кешенән күберек булған ауылдар исемлеге.
- 1920 йыл — Населенные пункты Башкортостана. Ч.III. Башреспублика, 1926. — Уфа. Китап, 2002. — 400 с. ISBN 5-295-03091-1 (ч. III). ISBN 5-295-03133-0.
- Был китап 1926 йылға ҡарата төҙөлгән, әммә халыҡ иҫәбе 1920 йылға ҡарата бирелгән.
- 1939 йыл — БАССР. Административно-территориальное деление на 1 июня 1940 года – Уфа:Государственное издательство, 1941. – 387 с.
- Был китапта 1939 йылғы иҫәп алыу буйынса һәр ауыл буйынса мәғлүмәт бар.
- 1989 һәм 2002 йылдар — Башҡортостан Республикаһы ауылдарында 1989 һәм 2002 йылғы халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны.
- 2010 йыл — Численность и размещение населения Республики Башкортостан по данным Всероссийской переписи населения 2010 года. Статистический сборник. (рус.)
- Население Башкортостана: XIX-XXI века: статистический сборник / Территориальный орган Федеральной службы государственной статистики по Республики Башкортостан. — Уфа:Китап, 2008. — 448 с.: ил. ISBN 978-5-295-04439-7
- 1897 йылғы халыҡ иҫәбенән башлап ҡалалар, ҡала төрөндәге ҡасабалар, райондар, район үҙәктәре буйынса халыҡ һаны бар.
Географик урыны
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ауыл Һәләүек йылғаһы буйында, ауылдан өс йөҙ метр самаһы бейеклектәге Арҡы-Ялан яҫы таулығы эргәһендә урынлашҡан. Үрге Этҡолдан тыш, Һәләүек йылғаһының икенсе ярында, ҙурайып киткән Этҡол ауылының бер өлөшө булған Түбәнге Этҡол ауылы тора.
Урамдары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Урам исеме[4]:
- Үҙәк урам (рус. улица Центральная)
- Дуҫлыҡ урамы (рус. улица Дружбы)
- Зәки Вәлиди урамы (рус. улица Заки Валиди)
- Кагылчан урамы (рус. улица Кагылчан)
- Урман урамы (рус. улица Лесная)
- Йәшел урамы (рус. улица Зеленая)
- Йәштәр урамы (рус. улица Молодёжная)
- 1-се Май урамы (рус. улица 1-се Мая)
- Мәктәп урамы (рус. улица Школьная)
- 7 Ноябрь урамы (рус. улица 7 Ноября)
- Һәләүек урамы (рус. улица Селеук)
- Яҙ урамы (рус. улица Весенняя)
- Йәй урамы (рус. улица Летняя)
- Тыныслыҡ урамы (рус. улица Мира)
- Яҡты урамы (рус. улица Светлая)
- Ҡояшлы урамы (рус. улица Солнечная)
- Иртәнге урамы (рус. улица Утренняя)
- Йәйғор урамы (рус. улица Радужная)
- Йәмле урамы (рус. улица Уютная)
- Сәскәле урамы (рус. улица Цветочная)
Билдәле шәхестәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Әлфиә Аҡбутина (9.10.1955), журналист, тәржемәсе, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге премия лауреаты.
- Динә Арыҫланова (27.07.1953), журналист, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге премия лауреаты.
- Мәүлетбай Ғәйнетдинов (14.05.1938—6.06.2014), йырсы, Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы (1993).
- Юлмөхәмәтов Ринад Салауат улы (17.01.1957), ғалим-математик, юғары мәктәп уҡытыусыһы. Физика‑математика фәндәре докторы (1987), профессор (1993). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған фән эшмәкәре (2006).
- Аҙнабаева Гөлнур Шамил ҡыҙы (08.11.1954), уҡытыусы-ғалим, педагогия фәндәре кандидаты (2004). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған уҡытыусыһы (). Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге 2-се Башҡорт гимназия-интернатының башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы. Ишембай районы Үрге Этҡол ауылында тыуған.
Видеофильмдарҙа
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Административно-территориальное устройство Республики Башкортостан: Справочник. — Уфа: ГУП РБ Издательство «Белая Река», 2007. — 416 с.— ISBN 978-5-87691-038-7. (рус.)
- Асфандияров А. З. История сёл и деревень Башкортостана и сопредельных территорий. — Өфө: Китап, 2009. — С. 127. — ISBN 978-5-295-04683-4.
Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Сныткина, М. «Здоровая семья — основа нации»: женсовет село Иткулово / М. Сныткина // Восход. — 2010. — 24 дек. — С. 2.
Портал «Башҡортостан ауылдары» | |
Башҡортостан Республикаһы Законы (№ 22-з, 16 июль, 2008 йыл.) Викикитапханала | |
Үрге Этҡол Викимилектә | |
Проект «Башҡортостан ауылдары» |
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Всероссийская перепись населения 2010 года. Численность населения по населённым пунктам Республики Башкортостан . Дата обращения: 20 август 2014. Архивировано 20 август 2014 года.
- ↑ Численность и размещение населения Республики Башкортостан по данным Всероссийской переписи населения 2010 года. Статистический сборник. (рус.)
- ↑ Асфандияров А. З. История сёл и деревень Башкортостана и сопредельных территорий. — Өфө: Китап, 2009. — С. 127. — ISBN 978-5-295-04683-4.
- ↑ «Налог Белешмәһе» системаһында Үрге Этҡол ауылы