Эстәлеккә күсергә

Әрмәнстан

Был мәҡәлә яҡшы мәҡәләләр исемлегенә инә
Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Әрмәнстан
Հայաստանի Հանրապետություն
Ҡалып:Әрмәнстан байрағы гербы Әрмәнстан
Әрмәнстан байрағы Әрмәнстан гербы
Гимн: Әрмәнстан гимны (тыңларға )
Нигеҙ һалынған б.э.т. II-се быуаты (К.а.Д.Ф.Р, СССР иленән)
Рәсми телдәр Әрмән теле
Баш ҡала Ереван
Иң ҙур ҡалалары Ереван, Гюмри, Вандазор
Идара итеү формаһы Унитар республика[1]
Президент Армен Саргсян
Территория
  • Барыһы
  • % һыу.
138-се урын
29 800 км²
4,71
Халыҡ
  • Барыһы (2014)
  • Тығыҙлыҡ
135 урын
3 009 800[2]
110 кеше/км²
ЭТП
  • Бөтәһе (2006)
  • Кеше башына
- урын
1708,4 млрд $
- $
Валюта драм
Интернет-домен .am
Телефон коды +374
Сәғәт бүлкәте UTC GMT+4

Әрмәнстан Республикаһы (әрм. Հայաստանի Հանրապետություն) — Кавказ аръяғында урынлашҡан унитарлы президент республикаһы. 2011 йылда үткән халыҡ иҫәбе буйынса Әрмәнстан Республикаһында 2 млн. 871 мең кеше йәшәй йәки Әрмәнстан территорияһынан сит йәшәгән граждандары менән 3 018 854. Халыҡ тығыҙлығы: 110 кеше/км².

Әрмәнстан Республикаһы — Көнсығыш Әрмәнстан тарихи төбәгенең төп территорияһы (Таулы Ҡарабах Республикаһы территорияһы менән бергә). Әрмәнстан Республикаһы — Төркиә, Әзербайжан, Грузия, һәм танылмаған Таулы Ҡарабах илдәре менән ситләшеп тора. Әрмәнстан Рәсәй Империяһының составына 1826 — 28 йй. Рәсәй һәм Иран һуғышынан һуң инә. Хәҙерге Әрмәнстан дәүләтлегенең нигеҙе 1918 йылдың 28 майында Кавказ аръяғы Республикаһынан айырылған Әрмән Демократик Республикаһы барлыҡҡа килеүе менән бәйле.

1920 йылда Әрмәнстанға Совет власы килгәс, республикаға Әрмән ССР-ы исеме бирелә. Ул Кавказ аръяғы Федератив Республикаһы аша СССР составына инә. 1936 йылдың 5 декабрендә Советтар Союзының яңы Конституцияһы рөсхәт ителгәс К. а. С. Ф. С. Р. бөтөрөлә, шуға ҡарай Әрмән ССР-ына (Әзербайжан, Грузия менән бергә) союздаш республика статусы бирелә. Советтар Союзы тарҡалғандан һуң 1991 йылдың 23 сентябрендә үткәрелгән референдум нигеҙендә Әрмәнстан Республикаһы бойондороҡһоҙ илгә әйләнә.

Әрмәнстан тураһында беренсе тапҡыр Бехистун яҙыуҙарында осрай (б. э. т. 520 йыл). Боронғо ваҡыттың тарихсылары һәм географтары Әрмәнстанды Сүриә, Фәрсистан төбәктәре менән бергә күрһәтелгән. Искәндәр Зөлҡәрнәй империяһы ҡырылғас-Айрарат, Софена исемле әрмән илкәйҙәре барлыҡҡа килә. Бәлки улар аҙ ваҡыт үткәс Селефкид империяһы ул илдәрҙе яулап ала. Әммә ул империяны Рим ҡырып ала. Һәм б. э. т II быуаты тирәһендә Бөйөк Әрмәнстан һәм Бәләкәй Әрмәнстан илдәре барлыҡҡа килә.

Тигран II батшаһы (б.э.т. І быуаты) Әрмәнстандың территорияһын Каспий диңгеҙенән Фәләстанға тиклем ҙур итә. Бәлки Тигран Римдарға яуҙа отолғас Бөйөк Әрмәнстандан Әрмән таулығы, Евфрат, Кура, Урмия йылғалары аралығы ҡалған.

Беҙҙең эраның 301-се йылында Донъялағы Христәин динен Дәүләт дине һымаҡ рөсхәт иткән илдәрҙән Әрмәнстан иң беренсеһе булып рөсхәт итә. Бөтә дәүләттең уңыштарына ҡарамаҫтан 387 йылда Әрмән дәүләтенең территорияһын Фәрсистан менән Рим араһына булә. Буленгән ерҙәрән иң күбе Фәрсистандың ҡулына күҫә. Фәрсистанға эләккән әрмән территорияларында 407 йылда бөйөк әрмән ғәлимы Месроп Маштоц әрмән алфавитын барлыҡҡа килтерә.

VII б. уртаһында Әрмәнстанды ғәрәптәр баҫып ала һәм бөтә Кавказ ерҙәрендә «Арменийа» әмираты иғлан ителә. 860-сы йылдарҙа Багратид батшалар династияһы Әрмәнстандың күп ерҙәрен ҡайтарып һәм берҙәмләп Ғәрәп хәлифәтенең власын тартып алала Әрмән иленә бойондороҡһоҙлоҡ ҡайтара. 885 йылда Византия һәм Ғәрәптәр Әрмәнстандың бойондороҡһоҙло илен таный. 1064—1826 йылдарға тиклем Әрмәнстан ерҙәре төрлө илдәрҙең составында ингән, Әрмән халҡы ерҙәренән ҡыуылған, ҡолға әйләнгәндәр, күптәргә сит илдәргә эмиграцияға ҡасырға тура килгән (Спюрк). 1828 й. Туркманчай тыныслыҡ договоры менән Эриван, Нахичеван төбәктәре Рәсәй составына инә. Ул территориялар борондан әрмән халҡының артында булһала, Рәсәйгә ҡушылыу ваҡытына әрмән халҡы иҫәбе 20 процент ҡына күрһәткән. Рәсәй составына ингән Әрмәнстан ерҙәре урынында Эриван губернаһы иғлан ителә. Осман империяһында ҡалған әрмәндәр өсөн төрөктәр яғынан 19 быуаттың уртаһынан — 20 быуаттың башына тиклем Әрмән халҡы геноциды үткәрелгән.

1918 йылдың 28 майында Әрмәнстан Республикаһы барлыҡҡа килә, 1920 йылда исеме Әрмән ССР-ына үҙгәртелгән.

1991 йылдың 23 сентябрендә ӘССР-ҙың Юғары Советы референдум йомғаҡтарына ҡарап Дәүләт Бойондороҡһоҙ тураһында иғлан яһай.

Әрмәнстан Әрмән таулыҡтарының көнсығыш яғында урынлашҡан һәм Кесе Кавказ тауҙары менән ситләнгән. center>

Әрмәнстан территорияһы буйлап 9480 төрлө йылға аға, уларҙан 379 йылғаның оҙонлоғо 10 км артыҡ. Әрмәнстандың төп йылғаһы Аракс.

Әрмәнстанда 100-ән артыҡ күл бар, уларҙың иң ҙуры — Севан. Әрмәнстандың һыу ресурстары байтаҡ булһала, илдә һыу дефициты һиҙелә. Шуға Әрмәнстанда 74 һыу һаҡсылығы төҙөлгән. Эсәр һыуҙың 96 проценты ер аҫтынан алына.

Файҙалы ҡаҙылмалар

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Әрмәнстанда баҡыр, ташлы тоҙ, мәрмәр, төрлө мәке породалары, аҫыл таштар ятҡылыҡтары бар. Сәнәғәткә кәрәкле ҡара һәм төҫлө металлдар ятҡылыҡтары бар. Уларҙың иҫәбендә 3 баҡыр, 6-молибден, 5-полиметаллик (Цинк, ҡурғаш), 4-алтын, 2-тимер, һәм уран ятҡылыҡтары.

Әрмәнстан иҡтисады

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Әрмәнстандың валютаһы — драм (әрм. դրամ). 1993 йылдың 22 ноябренән йөрөй башлай. Ошо ваҡытҡа тиклем республикала совет тәңкәләре менән ҡулланғандар. 1 драм 100 луманан (әрм. լումա) тора Әрмәнстан валютаһының символы Դ — әрмән алфавитының «да» хәрефен аңлата.

Әрмәнстандың замандаш сәнәғәте Советтар Союзы ваҡыттарында төҙөлгән. Ул ваҡытта Әрмәнстан СССР-ҙың төбәктәренә станоктар, текстиль, һәм башҡа продукция еткергән, ул продукция мәҫәлән электроэнергия алмаштырылған.

ӘР ауыл хужалығында малсылыҡтың байтаҡ урыны бәләкәй мал тотоу — һарыҡ һәм кәзә аҫрау менән бәйле. Был тармаҡ ареалы таулы урындарға таралған. Ҙур малды тауҙа тотоуо ҡыйыныраҡ, әммә ошо малсылыҡ төрө бәләкәй малы менән бергә, ҡыйынлыҡтарға ҡарамай районда таралған.

Әрмәнстанда игенселек алып барыуы ауыр сөнки таулы илдә тигеҙ урындары әҙ. Улай булһала Әрмәнстаның күп төбәктәрендә игенселек ҡайһы бер техник культуралары, йөҙөм үҫтереүе генә мөмкин. Бойҙай игенселеге Арарат төбәгендә генә ныҡ үҙләштерелгән.[3]

  • Әрмәнстандың гидроэнергетика комплексы 2 ҙур ГЭС, һәм 70 бәләкәй ГЭС менән уралған шулай уҡ 64 бәләкәй ГЭС, һәм 4 ҙур ГЭС төҙөүҙә.
  • Әрмәнстанда Атом энергетикаһы ҡулланыла уны Әрмән АЭСы аша етештерелә. Ул 1970 йылдарҙа төҙөлгән һәм 1988 йылдың Спитак ер һелкекнеүенән һуң станция эшен туҡтатырға булдылар. Әммә 1996 йылда энергетик кризис тарафынан АЭС эшен яңынан башларға булды.

Әрмәнстан Республикаһының төп документы — Конституция/ 1995 йылдың 5 июлендә ҡабул ителде һәм 2005 йылда үҙгәрештәр теркәлде. ӘР Конституцияһы илде хоҡуҡлы, социаль, демократик дәүләт тип иғлан итте[4].

ӘР Конституцияһының 49-сы статьяһы буйынса ӘР Президенты — дәүләттең башлығы, бойондороҡһоҙ, территория һаҡлау гаранты һымаҡ таныла[5]. Суд, башҡарма, закон сығарыу властарының нормаль функциялауын ҡарау. ӘР Президенты булып һайланырға теләгән кеше:

  • 35 йәштән һәм өлкәнерәк;
  • Әрмәнстандын гражданлығы, һәм унда аҙаҡы 10 йыл йәшәгән һәм һайлау хоҡуҡы булырға тейеш;

ӘР Президенты бер уҡ кешегә ике тапҡырҙан артыҡ һайланырға тыйыла.

Закондар сығарыу власы

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Закондар сығарыу власының иң Юғары органы — ӘР Милли Йыйылышы[6] . Ул орган 131 депутаттан тора. Милли Йыйылышы депутаты булып һайланырға теләгән кеше:

  • 25йәштән һәм өлкәнерәк;
  • Әрмәнстандын гражданлығы,һәм унда аҙаҡы 5 йыл йәшәгән һәм һайлау хоҡуҡы булырға тейеш.

Әрмәнстандың Хөкүмәте

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

ӘР Конституцияһының 85 статьяһы буйынса:

  • эске һәм тыш сәйәсәтен алып барыу;
  • икенсе органдарға бирелмәгән компетенциялары буйынса эштәр алып еткереү;
  • ӘР Хөкүмәте министрҙарҙан һәм премьер-министрҙан тора;
  • Премьер-Министр президент булмағанда, йәки эшен алып бара алмағанда, урынын баҫырға мөмкинлеге бар.

ӘР Төп законының 91 һанлы статьяһы буйынса суд төрәлеген суд органдары менән генә алып барыуы мөмкин.

ӘР Суд системаһында ике суд органына бүленә:

  • Дөйөм юрисдикция судтары (Кассация суды)[7];
  • Конституция суды;

Әрмәнстан Республикаһының идара-территориаль бүленеше

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Әрмәнстан Республикаһы — унитар республика, уның составы өлкәләрҙән (әрм. марз), өлкәләр аймаҡтарҙан тора. Аймаҡ бер нисә тораҡ пункттан тора йәки (Еревандағы һымаҡ) округка бүленә. Өлкәләрҙә Дәүләт идараһы алып барыла, аймаҡтар муниципаль власҡа бойһона. Әрмәнстандың баш ҡалаһы — Ереванда муниципаль власҡа бойһона.

Марз губернаторҙарына Әрмәнстан Хөкүмәтенән һәм Президент растификацияланыуынан һуң влас бирелә һәм шулай уҡ азатлана.

Әрмәнстан Республикаһы территорияһы 10 өлкәгә бүленә. Өлкә ситтәре «ӘР Административ Бүленеше», «Урындағы Үҙидара» тураһында Закондарына ҡараш үҙгәртелә. 1999 йылда ӘР 48 ҡала, 953 ауыл, унан 871 ауыл, һәм 61 ҡала аймағынан тора.

Өлкә Оригиналь
исеме
Майҙаны, км² Халыҡ Административ үҙәге
Арагацот өлкәһе Արագածոտնի 2 755 141 800 Аштарак
Арарат өлкәһе Արարատի 2 003 279 200 Арташат
Армавир өлкәһе Արմավիրի 1 241 284 500 Армавир
Вайоцдзор өлкәһе Վայոց Ձորի 2 406 55 800 Ехегнадзор
Гехаркуник өлкәһе Գեղարքունիքի 3 655 241 600 Гавар
Котайк өлкәһе Կոտայքի 2 100 280 900 Раздан
Лори өлкәһе Լոռու 3 791 281 600 Ванадзор
Сюник өлкәһе Սյունիքի 4 505 152 800 Капан
Тавуш өлкәһе Տավուշի 3 120 134 400 Иджеван
Ширак өлкәһе Շիրակի 2 679 281 500 Гюмри
Ҡала Оригиналь
исеме
Майҙан, км² Халыҡ
Ереван Երևան 227 1 119 000

Әрмәнстан Республикаһының Ҡораллы көстәре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Әрмәнстан Республикаһының Ҡораллы көстәре 4 төр ғәскәрҙәрҙән тора:

  • Ҡоро ер Ғәскәре
  • Күк-Һауаны яҡлау һәм авиация ғәскәре
  • Сик һаҡлау ғәскәре.

ӘР Ҡораллы көстәре (әрм. Հայաստանի Զինված Ուժեր) 1992 йылда СССР иле юҡҡа сыҡҡас барлыҡҡа килә. Ул Кавказ аръяғы ғәскәр округының 7-се Әрмеһе базаһында төҙөлә. Бөгөн ӘР ҠК 48 меңдән ашыу кеше хеҙмәт итә. Әрмәнстан ситтәре ғәскәрҙәре бөгөн Әзербайжан һәм Грузия сиктәрен һаҡлай. Ә Иран һәм Төркиә сиктәрен Рәсәй һалдаттары һаҡлауын дауам итә. Әрмәнстан Әрмеһе менән Президент һәм Яҡлау Министрлығы идара итә.

Әрмәнстан ҠК составында:

  • 4 пехота бригадаһы;
  • 10 айырым пехота полкы;
  • 1 артиллерия бригадаһы;
  • 2 зенит-ракетлы бригада;
  • 61 БТР һәм БМП;
  • 82 төрлө ҡораллы осоу аппараты.

Халыҡ һәм Әрмәнстандың милли составы

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

2012 йылдың 1 февраленә Әрмәнстан Республикаһының халыҡ иҫәбе буйынса Әрмәнстанда — 3 274 300 кеше йәшәй.

Шул иҫәптән:

  • Ауылда — 1 178 000 кеше;
  • Ҡалала — 2 097 000 кеше (ул һандан 1 127 000 — Ереванда)[8].

Әрмәнстандың милли составы һәм дини составы

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Әрмәнстандың милли составы буйынса ул Республика бермилләтле тип әйтергә була. Ул илдең халҡынан 96 % әрмән. Шулай булһала, Әрмәнстанда езидтар, ассириялылар, ҡурдтар, грек халыҡтары йәшәй һәм урыҫ, украин диаспоралары бар.[9]

Әрмәнстан Республикаһында христианлыҡ тарихы ныҡ бай, мәҫәлән Әрмән Дәүләте христиан динен Дәүләт һымаҡ иғлан иткән илдәр араһынан иң беренсеһе. Әммә бөгөн Әрмәнстан Республикаһының Конституцияһы буйынса Әрмәнстанда Дәүләт дине юҡ, әммә Әрмән Апостол Серкәүенең ижтимағи әһәмиәтлелеге танылған[10], ул диндең яғына бөгөн ӘР 94,4 % халҡы тора. Ҡалғандары: езидтарҙың милли дине (40 000 кеше йәки 1,3 %), йәһүтлек (500—1000 кеше), ислам (Ереванда һәм Абовян районында 1000 кешенән артыҡ)[11].

Әрмәнстандың тышҡы сәйәсәте

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Әрмәнстан-бойондороҡһоҙ ил һәм үҙенең тыш сәйәсәтен үҙе алып бара. Әрмәнстандың тыш сәйәсәтен ӘР Президенты һәм Хөкүмәте аша алып барыла. Әрмәнстан Республикаһы 1991 йылда суверенитет ала һәм 1992 йылдың 2 мартында Берләшкән Милләттәр Ойошмаһына ҡабул ителә. Әрмәнстандың суверенитетын бөгөнгө көндә 1 генә ил танымай — Пакистан[12]. Әрмәнстан Республикаһының вәкиләттәре һәм консуллыҡтары күп илдәрҙә бар. ӘР вәҡилләттәре таралыуына Әрмән халҡының бөтә илдәрҙә әрмән диаспоралары ҙур булыуы менән дә бәйле.

Әрмәнстан Республикаһының вәҡилләтлеге киң булһала уның араһында әрмән халҡы тарихы факттарын ҡайһы бер күрше халыҡтары янынан танымау илдәр менән аралашыуына проблемалар яһай. Мәҫәлән ул Әрмән геноциды таныуы проблемаһы һәм Ҡарабах проблемаһы ошо проблема Әрмәнстандың Әзербайжан, Төркиә илдәре менән аралашыуында ауырлыҡ өҫтәй.

Әрмәнстан Республикаһы бөгөн элекке СССР республикалары менән, Европа, Азия, Африка илдәре менән уңышлы аралашыуы күренә.

Рәсәй Федерацияһы менән ӘР иң яҡын арала. Әйтәйек, Рәсәй Федерацияһының Ҡораллы көстәренең 102-се Ғәскәри базаһы — Гюмри ҡалаһында урынлашҡан. Унан башҡа РФ менән ҙур союзлыҡ арала торала-ӘР РФ яғынан күп халыҡ-ара геополитик, иҡтисади проекттарында ҡатнаша.

Әрмәнстан Республикаһы ҡатнашҡан ойошмалар:

  1. Әрмәнстан Республикаһы Конституцияһы 2012 йыл 6 ноябрь архивланған.
  2. Հայաստանի Հանրապետության Ազգային վիճակագրության ծառայություն: Հայաստանի Հանրապետության մշտական բնակչության թվաքանակը 2014 թվականի հուլիսի 1-ի դրությամբ
  3. Туристическая Армения сайтынан алынды 2012 йыл 15 март архивланған.
  4. Әрмән Республикаһының Конституцияһы 2012 йыл 6 ноябрь архивланған.
  5. Әрмән Республикаһының Конституцияһы 2012 йыл 15 сентябрь архивланған.
  6. Әрмән Республикаһының Конституцияһы 2012 йыл 15 сентябрь архивланған.
  7. Әрмән Республикаһының Конституцияһы 2012 йыл 15 сентябрь архивланған.
  8. Еркрамас сайты Мәғлүмәтенән 2012 йыл 15 июнь архивланған.
  9. Әрмән сәфәрлек бюроһы сайтынан алынды 2018 йыл 5 сентябрь архивланған.
  10. Әрмәнстан Конституцияһының 8.1 һанлы статьяһы 2012 йыл 6 ноябрь архивланған.
  11. Әрмәнстан диндәре
  12. Әрмәнстанды Пакистан яғынан танымауы Ҡарабах проблемаһында, Пакистандың Әзербайжан яғында тороуо менән бәйле
  • Н. М. Лагов. Н. П. Карбасников. Армения: Очерк прошлого, природы, культуры и пр. — Петроград, 1915. — С. 144.
  • Б. А. Алексеев, Н. Н. Алексеева, А. И. Даньшин, И. С. Зонн, И. С. Иванова, Е. Н. Самбурова, И. Е. Тимашев (авторы — составители). «Вся Азия. Географический справочник». — Москва: АСТ: Муравей, 2003.