Һайланған мәҡәлә
|
Рун — боронғо германдарҙың яҙмаһы. I—II быуаттарҙан алып XII быуаттар араһында — хәҙерге Дания, Швеция һәм Норвегияла, X—XIII быуаттарҙа — Исландия һәм Гренландияла, ә швед провинцияһы Даларнала XIX быуат башынаса ҡулланылған. Рундар (символдар) ташта, металда, ағаста, һөйәктә ырып, уйып яҙылған, уның үҙенсәлекле ҡырлы формаһы ырып яҙыуға көйләнгән.
Европа илдәрендә христиан дине ҡабул ителгәс, латин яҙмаһы рун яҙмаһын ҡыҫырыҡлап сығарған. «Рун» термины боронғо герман телендәге run («сер») тамырына бәйләп аңлатыла. Донъяла рун хәрефтәренән торған бөтәһе 5 000-ләп яҙыу табылған, шуларҙың иң ҙур өлөшө — Швецияла. Бынан тыш, Урта быуаттарҙағы Европала рун календарҙары булған.
Боронғо төркиҙәрҙең ҡырлап, мөйөшләп яҙылған алфавитын да рун тип йөрөтәләр.
↪ дауамы…:
Исемлек (120) | Үҙгәртеү
|
Яҡшы мәҡәлә
|
Ҡулаев Мөхәмәтхан Сәхипгәрәй улы (7 февраль 1873 йыл — 1959 йыл) — Башҡорт милли хәрәкәте эшмәкәре, телсе, табип. Башҡорт Хөкүмәте Рәйесе (26.01.1919—03.1919). Беренсе донъя һәм граждандар һуғыштарында ҡатнашыусы. СССР-ҙың һаулыҡ һаҡлау отличнигы (1943).
Мөхәмәтхан Сәхипгәрәй улы (Мстислав Александрович) Ҡулаев 1873 йылдың 7 февралендә Ырымбур губернаһы Орск өйәҙе Үҫәргән улусының (хәҙерге Ырымбур өлкәһе Ҡыуандыҡ районы) Ейәнсура ауылында тыуған. Әсәһе Йәнифә Садыҡ ҡыҙы һәм атаһы Сәхипгәрәй Муса улы урта хәлле крәҫтиәндәре булғандар. Ҡартатаһы — Муса Торһонбай улы башҡорттарҙың үҙ ирке өсөн көрәштә ҡатнашып, ситтә йөрөп вафат була. Сығышы менән үҫәргән ырыуы башҡорттарынан.
Башта ауылдарындағы мәсет янындағы мәҙрәсәлә һәм рус-башҡорт мәктәбендә уҡый. Артабан 1886—1896 йылдарҙа Ырымбур гимназияһында белем ала һәм уны алтын миҙал менән тамамлай. 1896—1902 йылдарҙа Ҡазан Император университетының медицина факультетында «Башҡорт стипендияһы»на уҡый. Шул уҡ ваҡытта 1899—1900 йылдарҙа Ҡазан университеты эргәһендәге Археология, тарих һәм этнография йәмғиәтенең Өфө губернаһы Стәрлетамаҡ өйәҙенә, Ырымбур губернаһы Верхнеурал һәм Орск өйәҙҙәренә экспедицияларында ҡатнаша, башҡорт һәм татар йырҙарын, мәҡәлдәрен, әйтемдәрен, йомаҡтарын һәм әкиәттәрен йыя. Университетҡа тик христиандар ғына алынғас динен алмаштырырға мәжбүр була, һәм христиан динен алып Мстислав Александрович тип исемен үҙгәртергә ризалыҡ бирә. Башҡа мәғлүмәт буйынса, уҡыған осорҙа хәлле генә бер рус ҡыҙына өйләнер өсөн исемен һәм динен алыштыра, уларҙың өс ҡыҙы тыуа.
1902 йылда Ҡазан губернаһы Тәтеш өйәҙенең Кесе Ялсыҡай ауылының земство дауаханаһына табип итеп тәғәйенләнә. 1903—1913 йылдарҙа Ҡазандың Александровск ҡала дауаханаһында һәм башҡа һаулыҡ һаҡлау учреждениеларында эшләй.
1910 йылда медицина докторы дәрәжәһенә имтихандар тапшыра, әммә хеҙмәтен ваҡытында тамамлап өлгөрә алмай. 1913 йылда Варшава ҡалаһына эшкә күсерелә. 1914—1917 йылдарҙа Беренсе донъя һуғышында ҡатнаша, Көньяҡ-Көнбайыш фронтының 275-се запас ялан госпиталенең баш табибы булып хеҙмәт итә. 1917 йылда Ҡазанға ҡайтып Шамовск ҡала дауаханаһының терапевт бүлегендә өлкән ординатор булып эшләй.
Юныс Бикбов саҡырыуы буйынса Ырымбурға килә. 1918 йылдың авгусынан алып Башҡорт Хөкүмәтендә эшләй һәм башҡорт милли хәрәкәтенә ҡушылып китә. 1919 йылдың 26 ғинуарында хөкүмәт рәйесе һәм Башҡортостан хәрби-революцион комитеты ағзаһы итеп һайлана.
↪ дауамы…
Исемлек (111) | Үҙгәртеү
|
|
|
1 ғинуар юбилярҙары
|
- Минцлов Сергей Рудольфович (1870—18.12.1933), яҙыусы, тарихсы, библиограф. 1910—1911 йылдарҙа Өфө губернаһының Богоявленск округында земство начальнигы. Стәрлетамаҡ өйәҙенең тәбиғи һәм тарихи ҡомартҡыларын, башҡорттарҙың һәм төбәктә йәшәгән башҡа халыҡтарҙың этнографияһын, фольклорын өйрәнеүсе.
- Баҡаев Файзрахман Һибәтулла улы (1905—1984), педагог, 1927—1971 йылдарҙа Баймаҡ районы мәктәптәре уҡытыусыһы, директоры, 1938—1956 йылдарҙа Темәс педагогия училищеһы уҡытыусыһы. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы, уҡсылар ротаһы командирының сәйәси эш буйынса урынбаҫары һәм рота командиры, лейтенант. РСФСР-ҙың халыҡ мәғарифы отличнигы (1948), Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған уҡытыусыһы (1952), II дәрәжә Ватан һуғышы ордены кавалеры (1947).
- Таңһылыу Рәшитова (1905—21.02.1988), театр актёры. 1924—1970 йылдарҙа хәҙерге Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры актрисаһы. Башҡорт АССР-ының халыҡ артисы (1940). Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены кавалеры (1944).
- Ғәләүетдинов Фәтхелислам Ғәйнислам улы (1920—23.04.1995), театр актёры, режиссёр. 1967—1987 йылдарҙа Сибай башҡорт драма театры актёры, режиссёры һәм баш режиссёры. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. 1953 йылдан СССР Театр эшмәкәрҙәре союзы ағзаһы. РСФСР-ҙың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре (1980), Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған артисы (1957). I дәрәжә Ватан һуғышы (1985) һәм ике «Почёт Билдәһе» (1955, 1970) ордены кавалеры. Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Нуриман районы Иҫке Исай ауылынан.
- Фәйзуллин Миҙхәт Муса улы (1925—28.05.1998), хеҙмәт алдынғыһы. 1959—1987 йылдарҙа «Ишимбаймежрайгаз» тресының газ һәм электр менән иретеп йәбештереүсеһе. Социалистик Хеҙмәт Геройы (1971).
- Фролова Нина Григорьевна (1930), хеҙмәт ветераны. Әлшәй районы Орловка ауыл фермаһы һауынсыһы. «Почёт Билдәһе» ордены кавалеры (1973). Сығышы менән Стәрлетамаҡ районы Яблуновка ауылынан.
- Ғабдрахманов Абрар Хаҡ улы (1935—15.10.2013), композитор. 1973—1978 йылдарҙа Башҡорт АССР-ының Телевидение һәм радиотапшырыуҙар буйынса дәүләт комитетының музыкаль мөхәррире. Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы (1995), Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре (1985).
тулы исемлек
- Ғимаев Рәғиб Насретдин улы (1935—30.01.2016, ғалим-химик технолог, юғары мәктәп һәм йәмәғәт эшмәкәре. 1981—1999 йылдарҙа Башҡорт дәүләт университеты ректоры, бер үк ваҡытта аналитик химия һәм дөйөм химик технология кафедраһы мөдире. Башҡортостан Республикаһы Фәндәр Академияһы академигы (1991), техник фәндәр докторы (1977), профессор (1978). 1981—2000 йылдарҙа Башҡортостан Республикаһы Юғары уҡыу йорттары ректорҙары советы рәйесе. Башҡортостан Республикаһының 3-сө саҡырылыш Дәүләт Йыйылышы—Ҡоролтай, Башҡорт АССР-ының 10-сы һәм 11-се саҡырылыш һәм Башҡортостан Республикаһының 12-се саҡырылыш Юғары Советтары депутаты. РСФСР-ҙың (1985) һәм Башҡорт АССР-ының (1973) атҡаҙанған фән һәм техника эшмәкәре, СССР-ҙың нефть эшкәртеү һәм нефтехимия сәнәғәте отличнигы (1973), Рәсәй Федерацияһының почётлы юғары һөнәри белем биреү хеҙмәткәре (1997), СССР-ҙың уйлап табыусыһы (1975). Рәсәй Федерацияһының Хөкүмәтенең фән һәм техника өлкәһендәге пермияһы (2003) һәм С. Р. Рафиҡов исемендәге (2012) премия лауреаты. Халыҡтар Дуҫлығы ордены кавалеры (1981).
- Аҙнағолов Юнир Ғәлимйән улы (1940), партия, совет органдары һәм хужалыҡ хеҙмәткәре, йәмәғәтсе. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған физик культура һәм спорт һәм атҡаҙанған халыҡ мәғарифы хеҙмәткәре. Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге премия лауреаты (2001). Мәләүез ҡалаһы һәм Мәләүез районының почётлы гражданы. Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Күгәрсен районы Хоҙайбирҙин ауылынан.
- Ғафаров Мэлс Мөхәмәт улы (1940), ғалим-дерматовенеролог. 1976 йылдан Башҡорт дәүләт медицина институты һәм Башҡорт дәүләт медицина университеты уҡытыусыһы, шул иҫәптән 1989—1994 һәм 1999—2008 йылдарҙа дерматовенерология кафедраһы мөдире. Медицина фәндәре докторы (2001), профессор (2002). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған табибы (2006), Рәсәй Федерацияһының һаулыҡ һаҡлау отличнигы (2000). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Дүртөйлө районы Миңеште ауылынан.
- Бирюков Михаил Иванович (1945), мәғариф эшмәкәре. 1986—2005 йылдарҙа Башҡортостандың мәғариф министры урынбаҫары. Рәсәй Федерацияһы һәм Башҡорт АССР-ы мәктәбенең атҡаҙанған уҡытыусыһы. Сығышы менән хәҙерге Тамбов өлкәһенең Мичурин районы Ранино ауылынан.
- Жданов Рәшит Ислам улы (1945), ауыл хужалығы эшмәкәре. 1975 йылдан Ҡырмыҫҡалы районының хәҙерге «Дружба» хужалығы етәксеһе. Башҡорт АССР-ының 11-се саҡырылыш Юғары Советы депутаты. Рәсәй Федерацияһының һәм Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре. «Почёт Билдәһе» һәм «Башҡортостан Республикаһында күрһәткән хеҙмәттәре өсөн» ордендары кавалеры, Ҡырмыҫҡалы районының почётлы гражданы. Сығышы менән ошо райондың Боҙаяҙ ауылынан.
- Бәкеров Филарит Абдулғәзим улы (1950—7.05.2013), театр актёры. 1991—2013 йылдарҙа Стәрлетамаҡ башҡорт дәүләт драма театры актёры. 1976 йылдан СССР Театр эшмәкәрҙәре союзы ағзаһы. Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы (1995).
- Ғәлиев Ғәли Талха улы (1950), ғалим-социолог, юғары мәктәп эшмәкәре. 2013—2016 йылдарҙа Өфө дәүләт иҡтисад һәм сервис университетының Өҙлөкһөҙ һәм өҫтәмә белем биреү институты директоры. Социология фәндәре докторы (1997), профессор. (1998). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған фән эшмәкәре (2005) һәм мәғариф отличнигы (2001), Рәсәй Федерацияһының почётлы юғары һөнәри белем биреү хеҙмәткәре (1999).
- Зиннуров Өлфәт Ғаяз улы (1950), ғалим-иҡтисадсы. 1970 йылдан (өҙөклөк менән) Өфө авиация институты һәм Өфө дәүләт авиация техник университеты уҡытыусыһы, 1996 йылдан — менеджмент һәм маркетинг кафедраһы мөдире. Иҡтисад фәндәре докторы (1994), профессор (1997). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған фән эшмәкәре (2002).
- Мырҙаханов Мөҙәрис Әнүәр улы (1950), үҙешмәкәр композитор, 1974—2002 йылдарҙа Дүртөйлө район мәҙәниәт һарайының художество етәксеһе. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре.
- Пегов Валентин Алексеевич (1950), тренер. 1997—2004 йылдарҙа дзюдо буйынса Рәсәйҙең паралимпия йыйылма командаһының өлкән тренеры. РСФСР-ҙың атҡаҙанған тренеры (1987), Рәсәйҙең халыҡ ара класлы спорт мастеры (2006), Бөтә Союз категориялы судья (1978). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған физик культура хеҙмәткәре (2000).
- Факиһа Туғыҙбаева (1950), шағир, журналист. 1990—2010 йылдарҙа «Аҡбуҙат» журналының баш мөхәррире. 1981 йылдан СССР Яҙыусылар союзы ағзаһы. Башҡортостандың халыҡ шағиры (2014), Рәсәй Федерацияһының (2000) һәм Башҡортостан Республикаһының (1992) атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Башҡортостан Республикаһының мәғариф отличнигы (1999). Башҡортостан Республикаһының Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы (1995), Рәми Ғарипов исемендәге премия (1993) лауреаты.
- Фазылова Мәүлиҙә Әнүәр ҡыҙы (1950), хеҙмәт ветераны. 1967—2005 йылдарҙа Мәсетле районы колхоздары һауынсыһы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре (1995). Сығышы менән ошо райондың Аҙанғол ауылынан.
- Хисамитдинова Фирҙәүес Ғилмитдин ҡыҙы (1950), ғалим-тел белгесе, дәүләт һәм йәмәғәт эшмәкәре. 1995—1998 йылдарҙа Башҡортостан Республикаһының мәғариф министры, 2005—2014 йылдарҙа хәҙерге Тарих, тел һәм әҙәбиәт институты директоры. Башҡортостан Республикаһы Фәндәр Академияһының мөхбир ағзаһы (2016), филология фәндәре докторы (1993), профессор (1994). Башҡортостан Республикаһының 1-се саҡырылыш Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаты. Рәсәй Федерацияһының (2008) һәм Башҡортостан Республикаһының (2003) атҡаҙанған фән эшмәкәре. Башҡортостандың Халыҡтар дуҫлығы ордены кавалеры (2014). Ким Әхмәтйәнов исемендәге (2010), Рәми Ғарипов исемендәге (2016) премиялар лауреаты.
- Проскурякова Илһөйәр Ҡәүи ҡыҙы (1955), хеҙмәт ветераны, йәмәғәтсе. 1983—2015 йылдарҙа Яңауыл үҙәкләштерелгән китапханалар системаһы директоры. 2013 йылдан райондың Ҡатын-ҡыҙҙар советы рәйесе. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (2005).
- Ғиләжев Илшат Фәрит улы (1960—6.03.2022), скульптор, ҡулдан сүкеү оҫтаһы. 1997 йылдан Рәсәй Федерацияһы Рәссамдары союзы ағзаһы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған рәссамы (2012).
- Спектор Юрий Иосифович (1960), ғалим-инженер механик, юғары ғилми мәктәп эшмәкәре. 2013 йылдан «Газпром промгаз» йәмғиәтенең генераль директоры. Техник фәндәр докторы (1996), профессор (1998). Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған нефть һәм газ сәнәғәте хеҙмәткәре (2005). Сығышы менән Өфө ҡалаһынан.
- Зөлфиә Ханнанова (1970), шағир. 1995 йылдан Башҡортостан Яҙыусылар союзы ағзаһы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (2009). Башҡортостан Республикаһының Шәйехзада Бабич исемендәге йәштәр дәүләт премияһы (2004) һәм Рәмзилә Хисаметдинова исемендәге әҙәбиәт премияһы (1996) лауреаты.
- Шайдукова Лиана Дим ҡыҙы (1985), ғалим-социолог, Башҡорт дәүләт университетының Бөрө филиалы уҡытыусыһы. Социология фәндәре кандидаты (2011), доцент (2016).
|
|