Эстәлеккә күсергә

Дели

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
(Дәһли битенән йүнәлтелде)
Город
Дели
һинд दिल्ली
кб.-пандж. ਦਿੱਲੀ
урду دِلّی/ دِہلی
ингл. Delhi
Ил

Һиндостан

Координаталар

28°42′ с. ш. 77°12′ в. д.HGЯO

Башлыҡ

Shelly Oberoi[d]

Майҙаны

1483 км²

Үҙәк бейеклеге

300 м

Халҡы

9 879 172 кеше

Агломерация

26 495 000

Этнохороним

дели́ец, дели́йка, дели́йцы[2]

Сәғәт бүлкәте

UTC+5:30

Телефон коды

+91 11

Почта индексы

110 xxx

Автомобиль коды

DL-xx

Рәсми сайт

delhi.gov.in  (инг.)

Дели (Һиндостан)
Дели
Дели

Дели[3] (һинд दिल्ली, Дилли[4]; кб.-пандж. ਦਿੱਲੀ; урду دِلّی йәки دِہلی‎ ; ингл. Delhi) — Һиндостандың ҙурлығы буйынса икенсе урын биләүсе (Мумбаинан һуң) союз биләмәһе статусына эйә ҡалаһы. (Дели баш ҡала милли округы). Һиндостандың төньяғында Джамна йылғаһы буйында урынлашҡан.

Дели — төрлө мәҙәниәтте үҙ эсенә алған күп милләтле ҡала. Һиндостанда йәшәүсе төрлө халыҡтар ҡала иҡтисадында төрлө рол уйнай.

Ҡала атамаһы «Дели» һүҙе фарсы һүҙҙәре Дахлиз (урду دہلیز;башҡортса тәржемәһе: «тупһа» йәки «сик») алынған тип һанала. Башҡа фараздар буйынса — король Морьян, Дхайлла Раджи исеменә бәйле. Дели кешеләрен делиец тип йөрөтәләр. Шулай уҡ, ҡаланың атамаһын Диллиуоалей ойошмаһы исеме менән (урду دلی والے) дә бәйләйҙәр. Бындай берләшмәләр тирә-яҡ ауылдарҙа һәм пакистан ҡалаларында һаҡланған.

Урынлашыуы һәм физик географияһы

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
Дели эргәһендәге Джамна йылғаһы
Нью-Делиның һиндостан ҡапҡаларына йәшенле ялағай

Дели баш ҡала милли биләмәһе Төньяҡ Һиндостанда Уттар-Прадеш (көнсығышҡа) һәм Харьяна (көнбайышта, төньяҡта һәм көньяҡта) штаттары араһында урынлашҡан. 1483 ул км² майҙанды биләй. Уның 783 км² -ры ауыл райондарында тура килә , ә 700 км²-ры — ҡала. Биләмәһенең сиктәре 48,5-гә 51,9 км тәшкил итә.

Дели Ганг йылғаһы уң ҡушылдығы булған Джамна (йәки "Маһабһарата"ваҡытынан билдәле изге Ямуна) йылғаһының көнбайыш ярында урынлашҡан. Был йылғалар араһындағы уңдырышлы тигеҙлек — Доаб, — Хиндустандың боронғо игенселек ере.

Ҡалаға көньяҡтан йылға ултырмаларының дәү ҡатламдары аҫтында ҡалған боронғо тау теҙмәһе — Аравалли ҡалдыҡтары килеп терәлә.

Был ҡалҡыулыҡтар уратып алған тигеҙлектең бер төрлөлөгөн йәнләндереп ебәрә. (Делиның уртаса бейеклеге — диңгеҙ кимәленән 293. м.).

Ҡала биләмәләре Һинд- Ганг тигеҙлеге сиктәрендә урынлашҡан. Ләкин уның ландшафты бик күп төрлө. Ул төньяғындағы ауыл хужалығы биләгән тигеҙлектәрҙән алып, көньяғындағы ҡоро ҡалҡыулыҡтарға тиклем үҙ эсенә ала.

Ҡасандыр көньяҡ биләмәһендә бер нисә күл була. Әммә уларҙы файҙалы ҡаҙылмаларҙы сығарыу өсөн ҡороталар.

Ҡала аша уны ике өлөшкә айырып Джамна йылғаһы аға. Ике яҡты тоннелдәр һәм күп һанлы күперҙәр тоташтыра.

Джамнаның ҡушылдығы булған Хиндон йылғаһы, көнсығыш яғынан Дели ҡалаһын Газиабад ҡалаһынан айырып тора

Джамна үҙәнендәге аллювиаль тупраҡ бик уңдырышлы һәм ауыл хужалығы өсөн яраҡлы, әммә уларҙы һыу баҫыу ихтималлығы бар.

Убалар араһында иң билдәлеһе — Дели һырты 318 тиклем м бейеклеккә етә[5]. Ул Аравалль һыртының бер тармағы булып тора һәм дуға булып ҡаланы төньяҡ-көнбайыштан уратып тора.

Дели биләмәһе һинд ер тетрәү зоналауы буйынса iv дәрәжәләге сейсмик яҡтан хәүефле зонаға ҡарай. Йәғни унда көслө ер тетрәү хәүефе бар. Әммә бындай осраҡтарҙың әлегә тиклем булғаны юҡ[6].

Дели климаты — тропик муссон. Бөтә Һиндостандағы кеүек, унда ла бик тигеҙһеҙ яуым-төшөм режимы хас. Муссон июндә, Һинд океанынан килгән дымлы һауа массаларынан башлана һәм сентябрь аҙағында тиклем дауам итә.

Йәй бик оҙаҡ һәм эҫе. Ә иң йылы айҙар-июнь һәм май. Был мәлдә сүлдән килгән ҡыҙыу һауа массалары өҫтөнлөк итә. Июндең уртаса температураһы +33,4 °C.

Ә уртаса алғанда иң юғары һауа температураһы +40 °C тирәһе.

Ҡыш был түбән географик киңлек өсөн ҡоро һәм һалҡын була. Әммә Гималайҙан төшкән һыуыҡ һауа ағымына бәйле ҡалала ҡышҡыһын көслө томан тора. Ҡырауҙар бик һирәк күҙәтелә. Уртаса йыллыҡ яуым — төшөм күләме- 794 мм. Уның күп өлөшө июндән авгусҡа тиклем арауыҡҡа тура килә.

Һиндостанда «Лотос Храмы» исемле Бахай ғибәҙәтханаһы— Дели ҡалаһында урынлашҡан киң билдәле иҫтәлекле урын

Дели — "ете империяның баш ҡалаһы " булып Һиндостан[7] [неавторитетный источник?] тарихына ингән . Археологик күҙәллау буйынса Дели ҡалаһында бер нисә мең йылдан ашыу элек төҙөлгән бөтә донъя әһәмиәтендәге 60000 тирәһе һәйкәл бар.

Тәүге Дели «ҡалаһы», легенда буйынса яҡынса беҙҙең эраға тиклем 3000 йыл элек, Маһабһаратаның Пандавтар династияһы нигеҙ һала. Баштағы атамаһы Индрапрастха.

Тәүге тораҡтар беҙҙең эраға тиклем VIII—II быуаттарҙа Пурана Кил ҡәлғәһе биләмәһендә урынлаша. Беҙҙең эраға тиклем II быуаттан Джамна менән Аравалль тауҙары араһында Маурья династияһы батшалары идара итә.

Шул ваҡыттан күп кенә археологик ҡомартҡылар һаҡланып ҡалған. Атап әйткәндә, 1966 йылда император Ашока яҙмалары (беҙҙең эраға тиклемге 268—232 йй.) табыла.

Бик күп быуаттар ташландыҡ хәлдә ҡалған ҡала 340 йылда батша Канаудж Дехол тарафынан яңынан тергеҙелә. Ҡайһы бер фараздар буйынса, ҡала ошо батша хөрмәтенә Дели тип атала.

Дели тураһында дөрөҫ мәғлүмәттәр VIII—IX быуаттарға ҡарай: 736 йылда раджпут Томар династияһының һуғышсан хакимдары Аравалль армыттарының көньяғында Лал-Котҡәлғәһенә нигеҙ һала.

1011 йылда солтан Мәхмүт Газневи тарафынан ҡала штурм менән алына һәм талана. Ул Дели ҡалаһын үҙенең провинцияһы итеп, унда идара итеүгә раджаларын тәғәйенләй.

1193 йылда ҡаланы афған хәрби етәксеһе Кутб уд-дин Айбек баҫып ала һәм үҙе нигеҙләгән Дели солтанлығының (өс быуаттан ашыу йәшәй) баш ҡалаһы итә. Ул идара иткән йылдарҙа ҡаланың көньяҡ өлөшө булған Лал-Котта төҙөлөш эштәре әүҙемлек ала.

Кутб уд-дин Айбек беренсе афған династияһына башланғыс һала. Ул дәүерҙәрҙә Дели Азияла иң бай ҡалаларҙың береһенә әүерелә.

1288 йылдан ҡалаға икенсе төрөк династияһы Гильджи батшалыҡ итә башлай. Был осорҙа ҡала монгол ябырылыуына уңышлы ҡаршы тора ала.

1321 йылдан идара өсөнсө династия ҡулына күсә.

1325 йылда Гийяс уд-Дин нығытмалы Туглакабад ҡалаһын төҙөй. Шул ваҡыттан Дели Һиндостандың иң эре сауҙа, һөнәрселек һәм мәҙәни үҙәгенә әйләнә. Әммә 1398 йылда Тимур яуы һөҙөмтәһендә ҡала талана һәм яндырыла.

Бик күп фетнәләр аша 1450 йылда ҡалала Лоди династияһы нығынып ала, тик оҙаҡ идара итә алмай. 1526 йылда Панипат янындағы алыштарҙа Фирғәнә хаҡиме Бабур ғәскәре тарафынан яулап алынғандан һуң, Дели тарихында яңы этап башлана. Моголдар империяһына нигеҙ һалына.

Икенсе Бөйөк Могол — батша Һумаюн (тулы исеме Насир әд-Дин Мөхәммәт Һумаюн; 6 март 1508 йыл, Ҡабул — 27 ғинуар 1556 йыл, Дели), Бабурҙың улы — 1533 йылда Дели ҡалаһын баш ҡала итә.

Хумаюндың улы император Аҡбар идара иткән осорҙа Дели баш ҡала функцияһын юғалта. Бөйөк Моголдар империяһының баш ҡалаһы Аграға күсерелә. Агра Дели ҡалаһынан 200 км алыҫлыҡта, Джамна йылғаһы ярында урынлашҡан. Һуңынан бик аҙға ғына Хуп Фатехпур-Сикри баш ҡала булып ала.

Дели ҡалаһының бөйөклөгөн яңынан ҡайтарыусы булып император Шаһ-Йыһан (1627—1658 йылда) тора. Уның фарманы буйынса, xvii быуат урталарында Иҫке ҡәлғәнән төньяҡтараҡ, Джамна ярында Ҡыҙыл форт (Лал-Кила) ҡ!лғ!һе төҙөлә., Уның ҡаршыһында ун йыл эсендә яңы ҡала үҫеп сыға. Император Шаһ-Йыһан хөрмәтенә ҡалаға Шахджаханабад атамаһы бирелә. Ул хәҙерге Иҫке Дели үҙәге булып тора.

Кутб-Минар манараһы
Акшардхам фонтаны
Һиндостан милли музейы

1739 йылда Дели ҡалаһын Надир-Шаһ етәкселегендә иран ғәскәрҙәре баҫып ала һәм талай. Моголдар империяһы тарҡала.

1803 йылда генерал Лейка ғәскәре артынан ҡалаға британлы Ост-һинд компанияһы вәкилдәре килә. Бөйөк Моголдар идараһы номиналь ғына дауам итә.

1857—1858 йылдың йәйендә мосолмандарҙың ихтилалы тоҡанып китә.Тарихҡа ул сипайҙар ихтилалы булараҡ билдәле. Европалыларҙы ҡыуып ебәрәләр. Бөйөк Могол Һиндостандың батшаһы тип иғлан ителә.Әммә йылдың 1857 йылдың 20 сентябрендә Британия генералы Вильсон ҡаланы штурм менән ала һәм Бөйөк Могол бөтә ғаиләһе менән әсирлеккә эләгә.

1911 йылдың 12 декабрендә Британияның Һиндостандағы вице-короле резиденцияһы (уға тиклем ул Калькутта ҡалаһында булған) Дели ҡалаһында күсерелә. Унан өс көн үтеүгә Нью-Делиға нигеҙ һалына. 1947 йылда Һиндостанда бойондороҡһоҙлоҡ иғлан ителеү менән Дели баш ҡала статусы ала.

Милли баш ҡала төбәге (регионы)

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
Төньяҡ квартал— 1931 йылда төҙөлгән — Һиндостан хөкүмәтенең төп министрлыҡтары урынлашҡан бина
«Раштрапати-Бхавандан», Һиндостан Президентының рәсми резиденцияһы

Дели милли баш ҡала биләмәһе Һиндостандың штаттары һәм биләмәләре араһында айырым статусҡа эйә. Был биләмә менән Һиндостан хөкүмәте Дели хөкүмәте идаралыҡтары бергә етәкселек итә.Ә ҡайһы бер административ һорауҙар ҡала корпорацияһы ҡарамағында.

Милли баш ҡала биләмәһе закондар сығарыусы органы лейтенант—губернаторҙан (Lt. Governor) һәм Закондар сығарыу йыйылышынан (Delhi Legislative Assembly) тора. 1991 йылға тиклем уларҙың ҡайһы бер функциялары Ҡала советы ҡарамағында була (Metropolitan Council).

Башҡарма хакәмиәт Министрҙар советынан тора (of Cabinet Ministers).Уға төп министр етәкселек итә. Закондар сығарыу йыйылышы 70 ағзанан тора. Уларҙы туранан-тура тауыш биреү юлы менән һайлап ҡуялар. Был органдар 1956 — 1993 йылдар арауығында эшләмәй тора. Был ваҡыт эсендә уның функцияһын Һиндостан хөкүмәте башҡара.

Дели баш ҡала милли биләмәһе хөкүмәте һәм Һиндостан хөкүмәте Нью-Делила урынлашҡан. .

Дели баш ҡала милли биләмәһенән Һинд парламентының өҫкө палатаһына (Раджья сабха) — 3 ағза, түбәнге палатаһына (Лок сабха) — 7 ағза инә[8].

Дели баш ҡала милли биләмәһендә юрисдикцияға эйә суд органы булып Дели Юғары суды тора.

Уның менән бергә түбәнге инстанция судтары эшләй: ваҡ-төйәк йәмғиәт мәсьәләләре буйынса суд һәм енәйәт эштәре өсөн Сессион суд.

Дели полицияһы Союз хөкүмәт контроле аҫтында эшләй. Уға Делиның полиция комиссары етәкселек итә. Биләмә 10 округҡа бүленгән, ә улар үҙ сиратында, 95 полиция участкаһынан тора. Тихар— Делиның иң ҙур төрмәһе.

Бөгөнгө көндә Һиндостандың бер генә лә миллионлы ҡалаһы ла Дели ҡалаһы кеүек дәрәжәлә сәйәси һәм административ функция үтәү менән бәйле түгел. Бында президент резиденцияһы, үҙәк министрлыҡтар, сәйәси партияларҙың штаб-квартиралары, күп һанлы гәзит редакциялары, 160 дәүләттең дипломатик вәкиллеге урынлашҡан .

Бынан тыш, ҡала махсус административ берәмек — үҙенең закондар сығарыу ассамблеяһы, министрҙар советы, Баш министры менән бергә Дели баш ҡала биләмәһенең дә үҙәге булып тора. Дели менән идара итеү властың ике тармағы тарафынан тормошҡа ашырыла — үҙәк хөкүмәт һәм биләмә хөкүмәте аша .

Дели урындағы һайлауҙарҙа еңеү яулаған Һинд милли конгресының терәге һанала.

Әммә 1999 йылда түбәнге палатаға (Сабха Лок) федераль һайлауҙарҙа еңеп Бхаратия Парти Джанат, бөтә ете урынды ла ала.

2004 йылда Һинд милли конгресы етәксеһе Дикшит Шейла ярҙамында һайлаусыларҙың ышанысын кире ҡайтарыуға (1998 йылдан Дели ҡалаһының баш министры) һәм ете урындың алтыһын алыуға өлгәшә[9][10]. 2015 йылдың 7 февралендә Дели ассамблеяһына һайлауҙарҙа дөйөм кеше партияһы еңеүгә өлгәшеп (AAP), 70 урындың 63-өн биләй.

Административ бүленеше

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Дели баш ҡала милли биләмәһенең дөйөм майҙаны 1483 км². Ул айырым өс «норматив ҡалаға» йәки "ҡалалар корпорацияһына " бүленгән. Уларҙәң һәр береһен айырым идара органы етәкләй : Дели Муниципаль корпорацияһы (1397,3 км²), Нью-Дели Муниципаль комитеты (42,7 км²) һәм Дели Хәрби советы (43 км²)[11].

Дели округтары

1997 йылдан Дели баш ҡала милли округы биләмәһе 9 округҡа бүленгән (ингл. districts). Уларҙың һәр береһе үҙ сиратында өс районға бүленгән була (ингл. subdistricts). Һәр округты башҡарма комиссарҙар етәкләй (ингл. deputy commissioner). Ә һәр районға етәксе итеп район магистраты тәғәйенләнә (ингл. subdivision magistrate). Түбәндә округтар исемлеге килтерелгән.

Красноярск Территорияһында



км²
Халыҡ,



кеше (2011)[12]
Тығыҙлығы,



кеше/км²
1 Үҙәк Дели 25 671 578 23146,84
2 Төньяҡ Дели 59 883 418 14973,19
3 Көньяҡ Дели 250 752 733 2 10935,01
4 Көнсығыш Дели 64 1 725 707 26683,20
5 Төньяҡ-Көнсығыш Дели 60 240 2 749 37345,82
6 Көньяҡ-Көнбайыш Дели 421 363 292 2 5445,04
7 Нью-Дели 35 133 713 3820,37
8 Төньяҡ-Көнбайыш Дели 440 261 3 651 8298,32
9 Көнбайыш Дели 129 531 583 2 19624,67
Барыһы 1483,0 753 235 16 11296,85

Дели агломерацияһы менән етәкселек итеү һәм идара проблемаларын хәл итеү маҡсаты менән 1985 йылда (ингл. National Capital Region, NCR) берҙәм етәксе советы булған Милли баш ҡала төбәге ойошторола[13]. Агломерацияның дөйөм майҙаны 33578 км² . 2001 йылғы халыҡ иҫәбе буйынса унда 13,7 миллион кеше йәшәй. Ә 2007 йылдағы баһалама буйынса — 16 862 735 кеше.

Дели баш ҡала милли биләмәһенән тыш, Милли баш ҡала төбәгенә түбәндәге округтар инә ([14][15]:

  • Штат Раджастхан (7829 км²)
    • Алвар
  • Штат Уттар-Прадеш (853 10 км²)
    • Багхпат
    • Буландшахр
    • Гаутамбудхнагар
    • Газиабад
    • Мератх
  • Штат Харьяна (413 13 км²)
    • Гургаон
    • Джаджар
    • Панипат
    • Реваривать
    • Рохтак
    • Сонипат
    • Фаридабад

Милли баш ҡала төбәгенең иң эре ҡалалары: Гургаон, Фаридабад, Ноида һәм Газиабад.

Дели — космополитик ҡала. Бында бик күп төрлө этник төркөмдәр һәм мәҙәниәт урын алған. Төньяҡ Һиндостандың сәйәси һәм иҡтисади үҙәге булыуы арҡаһында ҡала барлыҡ Һиндостандан сәнәғәт предприятиелары эшселәрен, офис хеҙмәткәрҙәрен йәлеп итә, ҡаланың мәҙәни төрлөлөгөнә булышлыҡ итә.

Баш ҡала функцияһына һәм ундағы күп һанлы сит ил компанияларының эшмәкәрлегенә бәйле, Дели ҡалаһында байтаҡ сит ил граждандары йәшәй.

Донъялағы бик дәү индуист ҡорамы Акшардхам (һулда) һәм Иҫке Делиҙағы Йома-Мәсет

2001 йылдың халыҡ иҫәбе буйынса, Дели халҡы 13 976 782 кеше тәшкил итә[16]. Халҡының уртаса тығыҙлығы 9294 /км² кеше тәшкил итә. Ә енестәр нисбәте — 1000 ир-егеткә 821 ҡатын-ҡыҙ тура килә.

Грамоталылыҡ кимәле 81,82 % тәшкил итә. Иҫәпләүҙәр буйынса, 2004 йылда ҡала халҡы 15 279 000. тиклем артҡан. Был йылға тыуым 1000 кешегә 20,03, балалар үлеме һәм үлем — 5,59 һәм 13,08 кеше[17] тәшкил иткән.

2007 йыл мәғлүмәттәре буйынса, Дели агломерацияһы халҡы 21,5 миллион кешегә барып етә һәм халыҡ һаны буйынса Һиндостандың Мумбаи[18] ҡалаһынан һуң икенсе урынды биләй.

2011 йылдағы халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәре буйынса, Дели халҡы 16 314 838 кеше[19] тәшкил итә.

2001 йылда Дели халҡының тәбиғи артымы 215 мең кеше булһа, миграция һөҙөмтәһендә 285 мең кешегә арта.[17]. Дели биләмәһендә үҙәкләштерелгән[20] план буйынса төҙөлгән донъяла иң ҙур торлаҡ район — районы урынлашҡан.

Дели халҡы араһында иң киң таралған дин индуизм, уның эйәрсендәре ҡала халҡының 82 % тәшкил итә.. Бында шулай уҡ, мосолмандарҙың ҙур төркөмө бар(11,7 %). Сикхтар— 4,0 %, , джан —1,1 % һәм христиандар —0,9 %[21]. Дини — этник әҙселектәрҙе тәшкил итеүселәр — парса, инглиз-һиндостанлылар, йәһүд һәм будда[22].

Йәнле һөйләү теле булып хиндустани (йәғни, һинд һәм урду) тора.Ә яҙма тел булараҡ алдынғы урынды инглиз теле биләй. Шулай уҡ, ҡалала илдәге төрлө общиналарҙағы һөйләштәргә ҡараған бөтә эре лингвистик төркөм вәкилдәре бар.

2001 йылдағы халыҡ иҫәбе буйынса, тел буйынса бүленеше:һинд (81 %), панджаби (7,1 %), урду (6,3 %), бенгал (1,5 %), тальк (0,67 %), малая (0,66 %), майтхиль (0,62 %), гуджарать (0,33 %), синдхи (0,31 %), ория (0,21 %), телугу (0,20 %)[23].

Әммә тел белгестәре таныһа ла, рәсми власть тарафынан танылмаған ҡайһы бер киң таралған телдәр йәки диалекттар бар: харьянви, бходжпури, бихарь, раджастхань (тел йөрөтөүселәр һаны әҙәйә барыу тәртибендә).

Ҡала трафигы (һулда) һәм йылан арбаусылар

Һиндостандың бойондороҡһоҙлоҡ яулап алып 60 йыл йәшәү дәүеренеңдә Дели агломерацияһы халҡы яҡынса 10 тапҡырға артып, 2 миллиондан 20 млн-ға тиклемгә етә. Төп сәбәп —миграция. Ҡалала ауыл еренә ҡарағанда эш табыуы еңелерәк. Халыҡ эш эҙләп күскән.

Был йылдам үҫеш менән бәйле бик күп проблемалар килеп сыҡҡан. Уларҙан иң күҙгә ташланып торғаны төпкөлдәрҙәге емерек (ярлы) өйҙәр. Уларҙа бер ниндәй санитар уңайлыҡтар, коммуникациялар юҡ тиерлек. Бер хәүефһеҙлек ҡағиҙәләре лә күҙәтелмәй.

2000 йылдар аҙағына Дели ҡалаһының бындай 1500 районында 4 миллиондан ашыу кеше тереклек итә[24]алыҡ тығыҙлығы бер км² уртаса 300 мең кеше тәшкил итә.

Сама менән яҡынса 750—1000 кеше йәшәгән 125 ғаиләгә 1 на артезиан ҡоҙоғо тура килә .

Уртаса 27 ғаиләгә бер бәҙрәф тәшкил итә. Халыҡтың күп өлөшө эшһеҙ. Ғәҙәттә, хеҙмәт хаҡы айына 1500 рупийҙан (30 доллар АҠШ) кәм тәшкил итә. Хөкүмәт тырышлығы ҡарамаҫтан, яҡын арала проблемаларҙы хәл[25] мөмкинлеге көтөлмәй.

Дели — йән иҫәбенә иң күп полиция хеҙмәткәрҙәре тура килеүсе ҡала. Шуға ҡарамаҫтан, унда оҙаҡ йылдар инде, 1 миллиондан ашыу кеше йәшәгән 35 ҡала араһында енәйәтселек кимәле иң юғарыһы һанала. Шулай итеп, 2002 йылда теркәлгән енәйәттәр һаны 100 мең ҡала халҡына ҡарата 385,8 тәшкил итә. Ә ил буйынса был — уртаса 172,3[26].

Шулай уҡ, ҡалала ҡатын-ҡыҙҙар араһында ла енәйәтселек кимәле ҙур (100 мең кешегә ҡарата йылына — уртаса 27,6 , ә ил буйынса уртаса — 14,1) Балалар араһында был күрһәткес — 6,5, ә ил буйынса уртаса кимәле— 1,4[27].

Коннот-Плейс — Милли баш ҡала биләмәһенең Делиҙағы бик мөһим иҡтисад үҙәге
Коннот-Плейс — Милли баш ҡала биләмәһенең Делиҙағы бик мөһим иҡтисад үҙәге

Ҡаланың географик хәленең уңайлы булыуы, Афғанстан, Фарсы һәм Урта Азиянан көнсығышта Ганг тигеҙлектәренә һәм көньяҡта Һиндостан ярымутрауына бара торған сауҙа юлдарында урынлашыуы ҡаланың иҡтисади үҫешенә һәм ҡаланың үҫеүенә булышлыҡ итә.

Дели Төньяҡ Һиндостандың[28] мөһим эшлекле үҙәге булып тора. 2007 йылға ҡарата номиналь тулайым эске продукт 1182 миллиард рупий (24,5 миллиард доллар) йәки Һатып алыу мөмкинлеге паритеты буйынса 3364 миллиард рупий (69,8 млрд доллар)[29][30] тәшкил итә.

2007 йылда йән башына тәшкил иткән килеме 66 728 рупий (1450 доллар) тура килә. Был күрһәткес буйынса Дели Чандигарх һәм Горҙан[31] ҡала Һиндостанда өсөнсө урын биләй.

Дели ҡалаһының тулайым эске продуктының 70,95%-ын хеҙмәт күрһәтеү өлкәһе тәьмин итә. Уның артынан сәнәғәте һәм төҙөлөш (25,2 %) һәм сеймал табыу сәнәғәте һәм ауыл хужалығы (3,85 %) килә.

Делиның эшсе көстәре дөйөм халыҡтың 32,82 % тәшкил итә һәм 1991 — 2001 йылдар арауығында абсолют күләмдә 52,52 %-ҡа арта[32]. Эшсе көстәрҙең 620 меңе дәүләт секторын биләй. 2003 йылда эшһеҙлек кимәле 4,63 % тәшкил итә. Ә 19992000 йылдарҙа 12,57 %-ҡа еткән була.. 2004 йылдың декабренә ҡарата төрлө программаларҙа 636 мең эшһеҙ теркәлгән була.

Ҡала иҡтисадының төп тармаҡтары булып мәғлүмәт технологиялары, телекоммуникациялар, финанс, туризм, киң мәғлүмәт саралары[33] тора.

Шулай уҡ, етештереү сәнәғәте шаҡтай ҙур һәм тиҙ үҫешеү өҫтөндә. Тәү сиратта бөтә халыҡ ҡулланыу тауарҙары етештереүҙе үҙ эсенә ала. Ҙур эске баҙар һәм квалификациялы эшсе көстәрҙең булыуы был секторға сит ил инвестицияларын әүҙем йәлеп итә. 2001 йылда етештереү секторында эшселәр һаны 1,44 миллионға , ә етештереү берәмеге 129 меңгә[34] етә.

Дели — Һиндостандың ҡулланыу дәирәһе бик юғары һәм иҡтисади яҡтан иң үҫешкән ҡалаларының береһе. Дели ҡалаһындағы автомобилдәр һаны дүрт мегаполиста (Бангалор, Калькутта, Ченнаи һәм Мумбай) бергә булғанынан күберәк.

Дели ҡалаһында — бик яҡшы транспорт һәм бик яҡшы инфраструктура. Шуға бәйле, һуңғы йылдарҙа Дели ҡалаһының Ноида и Гургаон биҫтәләрендә халыҡ-ара корпорациялар, сауҙа һәм коммерция үҙәктәре автомобиль сәнәғәте, киң мәғлүмәт саралары, халыҡ ҡулланыуы тауарҙары етештереү .әүҙем үҫешә.

Урындағы халыҡ ихтыяжын ҡәнәғәтләндереүгә йүнәлтеләгән төҙөлөш, энергетика, коммуналь хеҙмәттәр, һаулыҡ һаҡлау, торлаҡ һатыу һәм башҡа хеҙмәттәр ҡала иҡтисадының ҙур өлөшөн тәшкил итә.

Бынан тыш, ҡаланың берәмләп һатыу секторы бик юғары үҫеш темптары күрһәтә[35]. Һөҙөмтәлә уңайлы урындарҙа ер хаҡтары тиҙ арта. Ә сауҙа һәм офис биналары өсөн 1 м² -ҡа хаҡ 1500 долларға етә. Был күрһәткес буйынса Дели донъяла 7-се урын биләй. Һиндостандың башҡа урындарындағы кеүек, ойошҡан рәүештә ваҡлап һатыу сауҙаһы ҡәҙимге ойошмаған сауҙа участкаларын[36].ҡыҫырыҡлай бара.

Коммуналь хеҙмәттәр һәм бәйләнеш

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
Нью-Дели Муниципаль корпорацияһының төп офисы(NDMC). Алғы планда Джантар-Мантар

Дели ҡалаһын һыу менән тәьмин итеүҙе Дели һыу советы көйләй (ингл. Delhi Jal Board, DJB). Мәғлүмәттәр буйынса, 2006 йылда көнөнә һыу менән тәьмин итеү 2,47 миллиард литр тәшкил иткән. Шул уҡ ваҡытта, ҡаланың һыуға ихтыяжы ул саҡта көнөнә 3,66 млрд литр[37] булған тип баһалана.

Бик ҡеүәтле һыу сығанағы булып Сатледж йылғаһындағы Бхакра һыуһаҡлағыс быуаһы тора. Ул көнөнә 900 миллион литр һыу биреп тора. Унан ҡала һыу сығанаҡтары — Джамна һәм Ганг йылғалары (Ганг каналы аша).

Әммә Джамна һәм каналдар аша килгән һыу ресурстары штаттар араһындағы килешеү менән сикләнгән. Һөҙөмтәлә күп кенә райондарҙа һыу менән тәьмин ителеү бик ышаныслы түгел. Бигерәк тә йәй, ҡоро миҙгел ваҡытында.

Шулай уҡ, ҙур проблемаларҙың береһе:ҡала халҡының бары 54 проценты ғына һыу сығанаҡтары менән файҙаланыу мөмкинлегенә эйә[38]. Халыҡтың ихтыяжын тәьмин итеү өсөн артезиан ҡоҙоҡтарынан файҙаланыу грунт һыуҙары кимәле түбәнәйеүгә килтерә (йылына яҡынса 30 см-ға кәмей). Был ҡоҙоҡ һыуының кәмеүе һәм һыу сифатының түбәнәйеү хәүефе менән янай..

Дели ҡалаһында көн һайын 8000 тонна ҡоро ҡалдыҡтары йыйыла. Улар өсөн өс муниципаль сүплектәр билдәләнгән[39]. Ҡаланың йыуынты һыуҙары көнөнә 1,76 миллиард литр тәшкил итә. Сәнәғәт өлкәһенең бысраҡ һыуҙары көнөнә 266 млн литрға етә[40]. Ул һыуҙың байтаҡ өлөшө Джамна йылғаһына таҙартылмайынса түгелә.

Ҡалала йән башына электр энергияһын ҡулланыу йылына 1265 кВт-сәғәт тәшкил итә. Әммә ысын ихтыяж күпкә ҙурыраҡ[41]. 1997 йылдан электроэнергия менән тәьмин итеү Дели электроэнергетик советы контролендә (ингл. Delhi Vidyut Board, DVB) .

Совет ҡаланы энергия менән етерлек дәрәжәлә тәьмин итә алмай . Шуға энергияның бер өлөшөн Төньяҡ Һиндостан энергосистемаһынан ала. Ләкин электростанциялар йыраҡ булғанлыҡтан линияларында йыш ҡына авариялар булып тора. Был электр энергияһы менән тәьмин итеүҙә өҙөклөктәргә килтерә, бигерәк тә энергия ихтыяжы иң ҙур булған йәй мәлендә.

Ҡаланың бер нисә эре сәнәғәт предприятиеһы энергия менән тәьмин итеүсе үҙ генерация ҡеүәттәрен булдырған. Шуға был ышанысы булмаған ҡала селтәрҙәренә бәйле түгелдәр. Һуңғы йылдарҙа электр энергияһын менән тәьмин итеү шәхси компанияларға тапшырылған. Хәҙер был баҙарҙа «Tata Power» һәм «Reliance Infrastructure» компаниялары эшләй.

Дели янғын һүндереү хеҙмәтенең 43 хеҙмәтләндереү станцияһы бар. Уларға ярҙам һорап көнөнә 15 мең тирәһе шылтыратыу булып тора[42].

Телефон бәйләнеше (стационар һәм кәрәҙле) дәүләт компанияһы «Telephone Nigam Mahanagar Limited» (MTNL) һәм бер нисә шәхси компаниялар: «Vodafone Essar», «Airtel», «Idea cellular», «reliance communications» һәм «Tata Teleservices» тарафынан тәьмин ителә.

Кәрәҙле элемтәнең иң эре провайдеры «Airtel» 2008 йылдың майына 4 миллион самаһы клиентҡа (подписчик)[43] эйә булған. Кәрәҙле селтәр ҡаланы тығыҙ итеп ҡаплап алған һәм стандарт булараҡ GSM, CDMA ла үҙ эсенә ала(компания «Reliance» һәм «Tata»). Күпселек ҡала һәм райондарҙа киң һыҙатлы арзан интернет[44] үҫешен дауам итә.

Индира Ганди исемендәге халыҡ-ара аэропортының 1D Терминалы, Көньяҡ Азияла иң ҙур аэропорттарҙың береһе[45]
, Тәүлегенә 900 мең пассажир ташып менән табыш менән эшләүсе Дели метроһы поезы[46]
Дели ҡалаһында автомобиль тығындары

Дели йәмәғәт транспортының мөһим өлөшө булып автобустар тора. Улар яҡынса 60 процент тирәһе пассажирҙарҙы транспорт менән тәьмин итә[47]. Дели Дәүләт Транспорт корпорацияһы (DTC) автобус селтәренең иң эре операторы булып тора.

Был компанияның барлыҡ автобустары ҡыҫылған тәбиғи газ менән эшләй. Дели шундай яғыулыҡ менән эшләгән автобустары иң күп булған ҡала[48]. Бынан тыш тиҙ йөрөшлө автобус линиялары ла бар. Улар хәрәкәт иң көслө булған дели ҡалаһында йәшәй һәм эшләй, юлдарҙа файҙаланыла.

Иң беренсе метрополитен 2002 йылдың 24 декабрендә асыла. Был Һиндостанда Калькуттаныҡынан һуң икенсе метрополитен. Ул Дели ҡалаһын ғына түгел, Баш ҡала милли төбәкгендәге ҡайһы бер райондарҙы ла хеҙмәтләндерә (мәҫәлән, Нойд).

2015 йылда метро линияһы дөйөм оҙонлоғо 193 км булған алты 146 станциянан тора[49]. I Фазаның төҙөлөш хаҡы 2,3 млрд. АҠШ доллары тәшкил итә. II Фаза 4,3 млрд кимәлендә көтөлә. Фаза III[50] һәм IV стадиялары проектлана, 2015 һәм 2020 йылдарҙа тамамланырға тейеш. Дөйөм алғанда метро селтәре оҙонлоғо 413,8 км-ға етергә тейеш[51].

Такси хеҙмәте дәүләт (Һинд туризм министрлығы ҡарамағында), шулай уҡ шәхси сектор аша күрһәтелә. 2000 йылдарҙа уларға радио-такси (күпкә ҡиммәт) хеҙмәте өҫтәлә.

Әммә ҡалала иң популярлыҡ ҡаҙанған транспорт булып моторикшалар һанала. Бик тығыҙ трафик шарттарында күпкә маневрлы һәм арзан. Уларҙың күпселеге һары-йәшел төҫтә һәм автобустар кеүек, ҡыҫылған тәбиғи газда эшләй. Күп кенә ҡала райондарында моторикша һәм такси өсөн туҡталыштар йыһазландырылған. Ә радио-таксины теләгән адресҡа телефоны буйынса саҡырып була.

Дели Һиндостандың мөһим тимер юл үҙәге булып тора. Бында Төньяҡ тимер юлдарының штаб-фатирҙары урынлашҡан. Ҡалала биш вокзал урынлашҡан : Нью-Дели, Олд-Дели, Хәҙрәт-Низамуддин, Ананд-Вихар һәм Һарай-Рохилл[47].

Улар башҡа штаттар менән бәйләнеш булдырыусы мөһим үҙәктәр булып тора. Шулай уҡ, баш ҡала халҡы бик күп һандағы ҡала яны поездары хеҙмәтенән дә файҙалана. Тимер юл транспортының йөк ташыуҙа булған өлөшө лә бик ҙур.

Авиапассажирҙарҙың күп өлөшө Дели ҡалаһына Индира Ганди исемендәге (Һиндостандың элекке Премьер-министры Индира Ганди исемен йөрөтә, 1986 йыл) халыҡ-ара аэропорт аша килә. Был Һиндостанда осоштар яһау буйынса иң тығыҙ (йөкләнгән) аэропорт, һәм пассажирҙар һаны буйынса икенсе урын биләй.

Аэропорт Һиндостандың баш ҡала төбәгенең граждандар авиацияһында иң мөһим бәйләүсе үҙәк(хаб) булып тора. Аэропорт башта Палам аэропортының бер өлөшө була һәм һиндостан хәрби һауа көстәре тарафынан файҙаланыла. Унан идара итеү граждандар авиацияһына тапшырыла (1962 йыл).

Аэропортта өс осоу-ултырыу һыҙаты, ике терминал бар (эске һәм халыҡ-ара рейстарҙы өсөн). 2010 йылда өсөнсө терминал асыла.

Бер үк ваҡытта иҫке терминалдар ябыла. Аэропорт тиҙ йөрөшлө шоссе менән тоташтырылған (<i id="mwAp0">Expressway Gurgaon Delhi</i>). Тәпәш иҙәнле <i id="mwAqA">Marcopolo Tata</i> автобустары ҡала менән аэропорт араһында даими ташыуҙы тормошҡа ашыра. 2011 йылда аэропортҡа метрополитенең бер тармағы тоташтырылған.

Шәхси автомобилдәр пассажирҙар ташыуҙа яҡынса 30 процент тирәһе ихтияжды ҡәнәғәтләндерәләр[47].

Автомобиль юлдары тығыҙлығы 100 км-ға 1922 км² тәшкил итә. Был күрһәткес буйынса Дели ил эсендә иң ҡеүәтле ҡалаларҙың береһе булып тора[47]. Шулай уҡ, Дели менән илдең башҡа ҡалаларын тоташтырыусы автомобиль юлдары бихисап.

Ҡаланы төп биҫтәләре менән тоташтырыусы өс тиҙ йөрөшлө светофорһыҙ юл бар. Тағын өсәүһе (мәғлүмәттәре буйынса, 2010 йыл.) төҙөлөп ята. Тиҙ йөрөшлө Дели-Гургаон шоссеһы Дели менән Гургаонды һәм халыҡ-ара аэропортты үҙ-ара тоташтыра. DND Flyway һәм Ноид- Ҙур Ноид — Дели ҡалаһын Ноид һәм Ҙур Ноид менән бәйләүсе шосселар. Унан тыш, ҡаланан биш Милли автомобиль юлы сыға: NH-ТӨРКӨМДӘРЕ 1, 2, 8, 10 һәм 24.

Ҡала эсендәге юлдарҙы Дели муниципаль хеҙмәтләндереү корпорацияһы, Нью-Дели һәм Хәрби ҡаласыҡ корпорациялары, йәмәғәт эштәре департаменты һәм Дели үҫеш хакимиәте хеҙмәтләндерә.[52].

1998 йылда һиндостандың юғары суды транспорт сараларының барыһына ла тәбиғи газға күсергә тигән ҡарар сығара. Был ҡалала бер аҙ һауа сифатын яҡшыртыу мөмкинлеген бирә[53].

Дели, шулай уҡ фән ҡалаһы булып тора. биләгән урынын ғына түгел, өлкәнең алдынғы Ул мәғлүмәт технологиялары, телекоммуникациялар өлкәһендә генә түгел, ә тәбиғәт һәм ғәмәли фәндәр буйынса ла алдынғы урын биләй. һиндостандың 30 % мәғлүмәт технологиялары Дели ҡалаһында тупланған (Дели бында Бангалорҙан ғына ҡалыша, унда 35 % IT-белгестәр тупланған).

Төрлө цивилизациялар сигендә урынлашыуы — ислам һәм индуистар — Һиндостанды ундағы күп һанлы халыҡтарҙың һәм уларҙың мәҙәни йолаларының конгломератҡа әйләндергән..

Һиндостандың сәйәси үҙәге булараҡ Дели мәҙәниәте быуаттар дауамында күрше райондарҙыҡынан айырылып тора. Был мәҫәлән, бөтөн ҡалала күп һанлы монументаль ҡоролмалар төҙөлөүендә сағыла.

Шулай уҡ, Һиндостан Археологик идараһы1200 йортҡа бирә[54] һәм 175 башҡа ҡоролмаларға милли мираҫ ҡомартҡыһы статусын[55] бирә. Иҫке ҡала тип аталған биҫтәһендә могол һәм төрөк ислам хакимдары бер һинд ислам архитектураһын стилендә бер нисә монументаль ҡоролмалар төҙөп ҡалдыра. Атап әйткәндә, Һиндостандың иң ҙур мәсеттәренең береһе Йома-Мәсет(Джама-масджид)[56] һәм Ҡыҙыл форт.

Дели ҡалаһында ислам архитектураһынан тағы ике миҫал —Кутб-Минар ҡорамы һәм Һумаюн Кәшәнәһе Бөтә донъя мираҫы[57] исемлегенә ингән.

Сафдарджунг кәшәнәһен уратып алған баҡсалар Могол парк сәнғәтенең өлгөһө булып тора.

Ҡаланың башҡа билдәле тарихи һәйкәлдәренең береһе — һиндостан ҡапҡалары мемориалы, 18 быуатҡа ҡараған Джантар-Мантар обсерваторияһы һәм 16-сы быуат ҡәлғәһе Пуран-Кил.

Башҡа киң билдәле ҡоролмалар араһынан индуистар ҡорамы Лакшминараян һәм Акшардхамды, бахаистар Ҡорамы Лотосты миҫалға килтерегә була.

Раджа-Гхат мемориалы Махатма Ганди һәм башҡа күренекле шәхестәр иҫтәлегенә арналған. Нью-Делила Британия колонияһы архитектураһы миҫалы булып ҙур хөкүмәт биналары комплексы тора. Иң билдәлеләре Раштрапати-Бхавандан, Секретариат бинаһы, Раджпатх проспекты һәм Виджай-Човк майҙаны, Һиндостан парламенты зданиеһы.

Баш ҡала булыуы Нью-Дели үткәргән байрамдарҙың, сараларҙың әһәмиәтен милли кимәлгә тиклем күтәрә. Дәүләт байрамдары, шулай уҡ Республика көнө, Бойондороҡһоҙлоҡ көнө һәм Ганди-Джаянти көнө(Махатма Гандиның тыуған көн) бында ҙур энтузиазм менән байрам ителә.

Бойондороҡһоҙлоҡ көнөндә (15 август) Һиндостан премьер-министры ил халыҡына Ҡыҙыл форттан мөрәжәғәт итә.Ҡала халҡының күпселеге был көндә азатлыҡ символы итеп һауа шарҙарын йылан итеп осора.[58].

Республика көнөндә илдең ҡеүәтен, мәҙәни байлығын тамаша итеп ҙур хәрби һәм мәҙәни парад үткәрелә. Быуаттар дауамында Дели күп ҡырлы ҡатмарлы мәҙәниәте менән билдәле. Был Ки Фул Саир Валон фестивалендә бигерәк тә ныҡ сағылыш таба. Ул йыл һайын сентябрь айында уҙғарыла.

Фестиваль барышында 13 быуаттың изге суфыйы Кутбуддин Бакхтиара Каки кәшәнәһенә һәм индуистар ҡорамы Йогмайға сәскә һалалар. Был ҡомартҡыларҙың икеһе лә Мехраулила[59] урынлашҡан.

Ҡалала дини Фестивалдәр, улар араһында Дивали (индуистар «фестивале ут») фестивале ҙур ҡолас менән үтә. Шулай уҡ, Махавира-Джаянта (джайнин, Махавираның тыуған көнө), Гуру-Нанак-Джаянта (сикх, Гуру-Нанактың тыуған көнө), Дурга-пуджа (индуистар, бенгаль, Дургеға ғибәҙәт), Холи (индуистар, "яҙ фестивале "), Лохр (индуистар, «уңыш фестивале»), Махов-Шиваратри (индуистар, «Шива төнө»), Васант-панчами (индуистар, Сарасватиға ғибәҙәт), Ураҙа-байрам (мосолмандар, «Ғәйдүл-Фитр») һәм Весак, йәки Будда-Джаянти (буддистар, Будданың тыуған көн)[60]. байрамдарын әйтергә мөмкин.

Дели ҡалаһының нәк үҙе өсөн төп байрамдар булып Кутб фестивале (Кутб[61]) комплексында барлыҡ Һиндостантан йыйылған бейеүселәр һәм музыкантар сығышынан торған мәҙәни кисә), Һауа йыландары һәм Халыҡ-ара манго фестивалдәрен атап була.

Ике йылға бер тапҡыр Нью-Делиҙың Прагати-Майдан күргәҙмә комплексендә Азиялағы иң ҙур автосалон, Auto Expo[62] үткәрелә.

Шулай уҡ, йылына ике тапҡыр Бөтә донъя китап йәрминкәһе үткәрелә. Был 23 ил ҡатнашлығында үткәрелә торған, күләме буйынса донъяла иң ҙур урын биләп торған күргәҙмә[63].Халҡы китапты күп уҡығанға Дели ҡалаһын ҡайһы берҙә Һиндостандың « китаптар баш ҡалаһы» тип тә атайҙар[64].

Ҡатнаш халыҡтар йәшәгәнгә һәм мигранттар күп булыу арҡаһында ҡалала һинд аш-һыуының барлыҡ варианттары ла таралған. Шул иҫәптән раджастхан, марараштран, хайдерабад.

Көньяҡ һинд аш-һыуынан идли, самбар һәм доса ны һанарға була. Панджаб һәм магглай ризыҡтарына кебаб менән бирьяни[65] инә.

Урындағы ризыҡтарҙан чаат төрөнән булған дах-папри билдәле. Ҡалала бер нисә ресторан үҙәктәре эшләп килә.Уларҙа сит ил аш-ризыҡтары, атап әйткәндә, италия, япония һәм ҡытай аш-һыуы бирәләр..

Дели элек-электән Төньяҡ Һиндостандың сауҙа үҙәге булып тора. Иҫке Делила могол үткәненән байтаҡ эҙҙәр һаҡланып ҡалған. Был ҡалалағы тар ғына урам лабиринттары һәм бик күп һанлы император резиденциялары ғына түгел, шулай уҡ, боронғо баҙарҙары булыуында ла сағыла[66][67].

Был баҙарҙар мангонан башлап көмөш ювелир әйберҙәр һәм дарыу шешәләренә, туй кейемдәренә, туҡымаларға ға тиклем төрлө тауарҙар тәҡдим итә. Иң боронғо һәм ҙур баҙарҙарҙың береһе Чандня-Човк (йәше өс йөҙ самаһы) бик күп төр ювелир әйберҙәр һәм сари[68] менән һатыу итә.

Урындағы һөнәрселек әйберҙәренән «зардози» моделле кейем («алтын нағыш») һәм «меенкари» (эмалдән) әйберҙәрҙе һанарға мөмкин. Һөнәрселек әйберҙәрен һәм сәнғәт әйберҙәрен Дилли-Хаат баҙарында, Хаус-Кхаз мосолман комплексында, Прагати-Майдан комплексындағы күргәҙмәлә һатып алырға була.

Бѳтә һинда медицина фәндәре институты, илдә медицина тикшеренеүҙәре лидерҙарының береһе[69] иң яҡшы медицина юғары уҡыу йорттарының береһе[70]
Дели ҡалаһындағы Һинд технологиялар институты, 1999 йылда Азияла рейтингы буйынса дүртенсе урын биләгән юғары техник уҡыу йорто[71]

Мәктәптәр һәм юғары уҡыу йорттары менән Дели Мәғариф идаралығы, Баш ҡала милли биләмә хөкүмәте һәм шәхси ойошмалар етәкселек итә.

Һиндостандың күпселек штаттарындағы кеүек күпселеге кеүек үк, Дели ҡалаһында ла мәғәриф башланғыс (7-11 йәшлектәр), аралыҡ (12-15 йыл) һәм урта (16-18 йәштән) белемгә бүленә.

Урта мәктәп йәки уның һуңғы йылдары һәм юғары урта мәктәп урынына һөнәри белем алырға мөмкин. Белем биреүҙең был этабында төрлө йүнәлештәр буйынса махсуслашыу башлана: ирекле сәнғәт, коммерция, дөйөм фәндәр, ҡайһы бер техник йүнәлештәр.

Политехник институттарға һәм колледждарға урта мәктәптең ике йылын тамамлағандан һуң , университеттарға 4 йыл уҡығандан һуң баралар[72][73]. Тик һуңғы этапта ғына медицина, юриспруденция, фәнни һәм инженер һөнәре буйынса белем алып була..

20042005 уҡыу йылдарында ҡалала 2515 башланғыс , 635 аралаш, 504 урта һәм 1208 юғары мәктәп булған.

Башланғыс мәктәптә 1,53 миллион, аралыҡ мәктәптәрҙә — 822 мең, урта мәктәптәрҙә — 669 мең бала уҡыған[72]. Улар араһында 51%-ын ир-ат һәм 49 % ҡатын-ҡыҙ тәшкил иткән.

Шул уҡ йылда Дели хөкүмәте мәғарифкә биләмәнең эске тулайым продуктынан (ВВП) 1,58 % һәм 1,95 % араһында килемен бүлгән.

Бөтә кимәл мәктәптәренең 27%-ы шәхси ҡулдарҙа. Был мәктәптәрҙә уҡытыу инглиз йәки һинд телдәрендә алып барыла. Улар менән өс ойошма етәкселек итә: Мәктәп сертификатына имтихандар Советы (CISCE), урта белем Үҙәк советы (CBSE) һәм Асыҡ мәғариф милли институты (NIOS).

Мәғарифтең юғары белем учреждениелары араһында 20042005 йылда 165 колледж эшләй (шуларҙың 5-һе медицина һәм 8 инженер)[72], 9 шартлы университет (universities deemed) һәм 5 университет.:

  • Дели университеты,
  • Джамия-Миллия-Исламия,
  • Индира Ганди Милли асыҡ университеты(IGNOU).
  • Джавахарлал Неру исемендәге университет,
  • Гуров Гобинд Индрапрастх Сингх университеты (GGSIPU).

GGSIPU биләмә хөкүмәте тарафынан етәкселек ителә, ҡалғандары үҙәк университеттар, йәғни Һиндостан хөкүмәте юрисдикцияһында. IGNOU киске һәм ситтән тороп уҡыу өсөн генә тәғәйенләнгән. Дели ҡалаһындағы башҡа юғары уҡыу йорттары:

  • Бѳтә һинд медицина фәндәре институты,
  • Джамия-Хамдард,
  • Халыҡ-ара һинд сауҙа институты,
  • Һинд ауыл хужалығы тикшеренеү институты
  • Дели ҡалаһында Һинд технологиялар институты
  • Дели технология университеты,
  • Һинд юридик институты ,
  • Леди Гардиндж медицина колледжы,
  • Мода технологиялары милли институты,
  • Азад Маулана медицина колледжы,
  • Нетадж Субхас технологиялар институты ,
  • Медицина фәндәре университетының колледжы.

2008 йылға ҡарата, яҡынса 16 % Дели кешеләренең[74] колледж тамамлау тураһындағы дипломы булған.

Киң мәғлүмәт саралары

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
Дели телетапшырыуҙар телебашняһы Питампур

Нью-Дели Һиндостандың баш ҡалаһы булараҡ, һәр саҡ сәйәси яңылыҡтар үҙәгендә ҡала. Атап әйткәндә, даими рәүештә парламент сессияларының телетрансляцияһы булып тора. Ҡалала дөйөм һинд мәғлүмәт агентлыҡтарының штаб-фатирҙары урынлашҡан (шул иҫәптән илдәге ҙурҙары: «Trust of India Press» һәм «International Asian News»).

Ҡалала ҡарап була торған телеканалдарҙың икәүһе бушлай һәм «Doordarshan» дәүләт компанияһына ҡарай. Тағын бер нисә инглиз, һинд һәм Һиндостан төбәктәренең телендә кабель каналдары бар. . Юлдаш телевидениеһы әҙ таралған[75].

Баҫма гәзиттәр ҡалала һаман да популяр булып ҡала. 20042005 йылдарҙа ҡалала 13 телдә 1029 гәзит баҫылған.

492 гәзит һинд телендә сыға. Улар араһында иң популярҙары: «Navbharat Times», «Hindustan Dainik», «Punjab Kesari», «Jagran Dainik», «Dainik Bhaskar» һәм «Dainik Desbandhu».

Инглиз телле гәзиттәрҙән ҡалала иң популярҙары: «Hindustan Times», «The Times of India», «The Hindu», «The Indian Express», «Standard Business», «The Pioneer» һәм «Age Asian». Башҡа телдәрҙәге иң популяр гәзит булып «Malayala Manorama» тора.

2006 йылдан FM-диапазонлы станцияның даими аудиторияһы булһа ла, Дели радиоһы халыҡта бик ҡыҙыҡһыныу күрһәтеп бармай.[76][77].

Ҡалала бер нисә шәхси һәм дәүләт радиостанцияһы эшләй. Улар араһында донъялағы иң ҙур радиокомпания All Radio India (AIR) 10 телдә 6 радиоканал тапшырыуҙар алып бара.

Ҡалала башҡа популяр радиостанциялар: «Tak Aaj», «Radio City» (91,1 МГц), «Big FM» (92,7 МГц), «Red FM» (93,5 МГц), «Radio One» (94,3 МГц), «Hit FM» (95 МГц), «Radio Apna», «Radio Mirchi» (98,3 МГц), «Rainbow FM» (102,4 МГц), «Fever FM» (104 МГц), «Meow FM» (104,8 МГц), «Gold FM» (106,4 МГц).

Берҙәмлек уйындары, 2010 йыл

Дели ҡалаһында иң популяр спорт төрө булып крикет һанала[78]. КУнда бер нисә крикет стадиондары бар. Улар араһында Һиндостанда иң боронғоһо булған Фероз -Шаһ-Котл. Ҡаланың билдәле командалары «Футбол Дели Тим», крикет буйынса Ранджи Трофи, Һинд премьер-лига командаһы «Дэрдэвилза Дели», һәм Һинд крикет лигаһы командаһы «Дели Джайнтс» (элек «Дели Джетс»).

Башҡа популяр спорт төрҙәренән үләндә хоккей, футбол, баскетбол, теннис, гольф, бадминтон, йөҙөү, картинг, ауыр атлетика һәм өҫтәл теннисын әйтергә мөмкин..

Башҡа билдәле стадиондарҙан бик күп спорт һәм мәҙәни саралар үтә торған Джавахарлал Неру һәм ҡаплаулы Индира Ганди стадиондары бар.

Дели ҡалаһында күп кенә эске һәм халыҡ-ара спорт саралары үткән. Мәҫәлән, беренсе һәм туғыҙынсы Азия уйындары, 2010 йылдағы Берҙәмлек уйындары (Игры Содружества).

Башҡа күп кенә ҙур ҡалалар кеүек Дели һауаһы ла бысраныуҙан яфа сигә. Был бысраныуға иң ҙур өлөш индергәне (67 проценты) транспорт. Атмосфераға көнөнә 3 мең тонна зарарлы матдәләр бүлеп сығара. Тағы 25 проценты 125 мең сәнәғәт предприятиеларына һәм өс күмер йылылыҡ электростанцияһына тура килә.

Һан буйынса ғына түгел, зарары буйынса ла ҙур ғына өлөш ярлы халыҡ йәшәгән кварталдарҙа сүп-сар, пластмасса һәм башҡа материалдар яндырыуға тура килә[79].

Әммә, Дели һауа бысраныуы менән көрәштәге ҡайһы бер уңыштары менән маҡтана ала. 1998 йылдан алып 2000 йылдаға тиклем арауыҡта бысраныу яҡынса өстән бер өлөшкә кәмегән[80][81]. Был иң беренсе нәүбәттә, йәмәғәт транспортының авторикшаларҙың ҡыҫылған тәбиғи газдарға күсеүенә бәйле.

20042006 йылдарҙа бысраныу яңынан үҫә башлаған. Был транспорт сараларының һаны артыуына һәм дизелле автомобилдәр өлөшө артыуынан килеп сыҡҡан[82].

Дөйөм алғанда, ҡаланың санитар торошо көнбайыштағы ҡалалар менән сағыштырғанда ауырыраҡ хәлдә. Атап әйткәндә, Дели Юғары суд комиссияһы мәғлүмәттәре буйынса, ҡала халҡының яҡынса 50 % ҡәнәғәтләнерлек гигиена шарттары булмаған урындарҙа йәшәй.[83]. Бигерәк тә, ҡаланың ярлы кварталдары, боронғо райондары хәүефле урындар булып ҡала.

Сағыштырмаса таҙалыҡ менән Нью-Дели һәм Дели метро системаһы маҡтана ала[84].

Туғанлашҡан ҡалалар

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Ҡала һәм төбәк-партнерҙар:

  • Туристар өсөн Делиның иҫтәлекле урындарҙың исемлеге
  1. Rao V. L. S. P., K.V. Sundaram, Ram V., Bell A. Delhi // Delhi (билдәһеҙ)Encyclopædia Britannica, Inc., 1768.
  2. Городецкая И. Л., Левашов Е. А. Русские названия жителей: Словарь-справочник. — М.: АСТ, 2003. — С. 94. — 363 с. — ISBN 5-17-016914-0.
  3. Словарь географических названий зарубежных стран / отв. ред. А. М. Комков. — 3-е изд., перераб. и доп. — М. : Недра, 1986. — С. 107.
  4. Инструкция по передаче на картах географических названий с хинди. — М.: ЦНИИГАиК, 1959. — С. 23.
  5. Mohan, Madan GIS-Based Spatial Information Integration, Modeling and Digital Mapping: A New Blend of Tool for Geospatial Environmental Health Analysis for Delhi Ridge (PDF) p5. FIG XXII International Congress (April 2002). Дата обращения: 3 февраль 2007. Архивировано 31 май 2012 года.
  6. Hazard profiles of Indian districts (PDF). UNDP. Дата обращения: 23 август 2006. Архивировано 19 май 2006 года.
  7. Город нескольких цивилизаций 2011 йыл 6 апрель архивланған.
  8. Lok Sabha constituencies get a new profile. The Hindu (7 сентябрь 2006). Дата обращения: 19 декабрь 2006. 2007 йыл 4 ғинуар архивланған.
  9. Необходимо задать параметр url= в шаблоне {{cite web}}. Необходимо задать параметр title= в шаблоне {{cite web}}. [ ].
  10. Members of Fourteenth Lok Sabha. Govt. of the National Capital Territory of Delhi. Архивировано 11 март 2012 года. 2012 йыл 11 март архивланған.
  11. Introduction. New Delhi Municipal Council. Архивировано 31 май 2012 года.
  12. District Census 2011. Census2011.co.in. Дата обращения: 30 сентябрь 2011.
  13. NCR - National Capital Region India. India Housing. Архивировано 12 май 2008 года.
  14. Coverage. National Capital Region. Архивировано 21 сентябрь 2011 года. 2011 йыл 21 сентябрь архивланған.
  15. Map. National Capital Region. Архивировано 21 июль 2011 года. 2011 йыл 21 июль архивланған.
  16. Provisional Population Totals: Delhi. Office of the Registrar General, India. Дата обращения: 8 ғинуар 2007.
  17. 17,0 17,1 Chapter 3: Demographic Profile. Planning Department, Government of National Capital Territory of Delhi. Дата обращения: 21 декабрь 2006. 2007 йыл 14 июнь архивланған.
  18. Is Delhi India's Largest City? — Population Reference Bureau. Prb.org. Дата обращения: 3 ноябрь 2008.
  19. Urban Agglomerations/Cities having population 1 lakh and above. Provisional Population Totals, Census of India 2011. Дата обращения: 3 сентябрь 2012.
  20. Can’t afford to fall ill in Dwarka. Архивировано 27 октябрь 2014 года. 2014 йыл 27 октябрь архивланған., Hindustan Times, July 16, 2009
  21. Indian Census. Censusindia.gov.in. Дата обращения: 7 сентябрь 2009.
  22. Data on Religion. Census of India 2001. Дата обращения: 16 май 2006. 2005 йыл 1 декабрь архивланған.
  23. Distribution of 10000 hersons by language Census of India, 2001 рік.
  24. Delhi slums: Scale of the problem. Asha. 2008 йыл 19 июль архивланған.
  25. Slum-free Delhi by 2010 a pipedream, Thaindian News (4 июнь 2008). 2017 йыл 13 декабрь архивланған.
  26. Delhi tops metros in crime; national crime rate dips, The Hindu (13 сентябрь 2003). 2011 йыл 13 сентябрь архивланған.
  27. Crime in India-2005. — Ministry of Home Affairs.
  28. Know India: Delhi. India.gov.in. Дата обращения: 7 сентябрь 2009. Архивировано 7 октябрь 2006 года. 2006 йыл 7 октябрь архивланған.
  29. Budget Speech 2008–2009. Дата обращения: 7 сентябрь 2009. Архивировано 19 июнь 2009 года.
  30. Chapter 2: State Income. Planning Department, Government of National Capital Territory of Delhi. Архивировано 14 июнь 2007 года. 2007 йыл 14 июнь архивланған.
  31. Chandigarh's per capita income highest in India-Chandigarh-Cities-The Times of India. Timesofindia.indiatimes.com. Дата обращения: 3 ноябрь 2008. Архивировано 31 май 2012 года.
  32. Chapter 5: Employment and Unemployment. Planning Department, Government of National Capital Territory of Delhi. Архивировано 15 февраль 2016 года. 2016 йыл 3 март архивланған.
  33. Industries in Delhi. Mapsofindia.com. Архивировано 31 май 2012 года.
  34. Chapter 9: Industrial Development. Planning Department, Government of National Capital Territory of Delhi. Архивировано 14 июнь 2007 года. 2007 йыл 14 июнь архивланған.
  35. Delhi hot favourite retail destination in India- Corporate Trends-News By Company-News-The Economic Times. Economictimes.indiatimes.com. Дата обращения: 3 ноябрь 2008.
  36. Majumder, Sanjoy. Supermarkets devour Indian traders, South Asia, BBC (21 май 2007). 3 июль 2007 тикшерелгән.
  37. Chapter 13: Water Supply and Sewerage. Planning Department, Government of National Capital Territory of Delhi. Архивировано 14 июнь 2007 года. 2007 йыл 14 июнь архивланған.
  38. Water Requirement and Sources of Water in Delhi. Rainwater Harvesting. Архивировано 31 май 2012 года.
  39. MCD developing new landfill site. The Hindu (19 июнь 2006). Дата обращения: 19 декабрь 2006. 2006 йыл 19 ноябрь архивланған.
  40. Risks in Delhi: Environmental concerns. GISdevelopment.net. Дата обращения: 19 декабрь 2006.
  41. Chapter 11: Energy. Planning Department, Government of National Capital Territory of Delhi. Архивировано 14 июнь 2007 года. 2007 йыл 14 июнь архивланған.
  42. About Us. Govt. of NCT of Delhi. Дата обращения: 9 ғинуар 2007. Архивировано 22 ғинуар 2007 года. 2007 йыл 22 ғинуар архивланған.
  43. Airtel now has 40-lakh subscribers in Delhi (17 май 2008). Дата обращения: 2 ноябрь 2008. 2008 йыл 24 сентябрь архивланған.
  44. MTNL stems decline in phone surrender rate. The Hindu (2 ғинуар 2007). Дата обращения: 10 ғинуар 2007. 2007 йыл 1 октябрь архивланған.
  45. Delhi Indira Gandhi International Airport (IGI). Airport-delhi.com (2 май 1986). Дата обращения: 7 сентябрь 2009. Архивировано 31 май 2012 года.
  46. Delhi Metro chief justifies fare hike. The Times of India. Архивировано 6 февраль 2011 года.
  47. 47,0 47,1 47,2 47,3 Chapter 12: Transport. Planning Department, Government of National Capital Territory of Delhi. Дата обращения: 21 декабрь 2006. Архивировано 16 ғинуар 2007 года. 2007 йыл 16 ғинуар архивланған.
  48. Citizen Charter. Delhi Transport Corporation. Дата обращения: 21 декабрь 2006. Архивировано 10 ғинуар 2007 года. 2007 йыл 10 ғинуар архивланған.
  49. Metro enters Noida, set to change travelling habits of people. Daily News and Analysis (12 ноябрь 2009). Дата обращения: 12 ғинуар 2009.
  50. Bloomberg.com: Opinion. Bloomberg.com. Дата обращения: 3 ноябрь 2008.
  51. map of extensions www.delhimetrorail.com/commuters/images/metro_map_big.jpg
  52. GIS Based Maintenance Management System (GMMS) For Major Roads Of Delhi. GISdevelopment.net. Дата обращения: 14 ғинуар 2007.
  53. Introduction. indlaw.com. Дата обращения: 14 ғинуар 2007. 2007 йыл 14 июнь архивланған.
  54. 'Promote lesser-known monuments of Delhi'-Delhi-Cities-The Times of India. Timesofindia.indiatimes.com (27 февраль 2009). Дата обращения: 7 сентябрь 2009.
  55. Delhi Circle (NCT of Delhi). Archaeological Survey of India. Дата обращения: 27 декабрь 2006.
  56. Jama Masjid, India's largest mosque. Terra Galleria. Дата обращения: 13 март 2009.
  57. Properties inscribed on the World Heritage List: India. UNESCO World Heritage Centre. Дата обращения: 13 ғинуар 2007.
  58. Independence Day. Compare Infobase Limited. Дата обращения: 4 ғинуар 2007. 2012 йыл 16 май архивланған.
  59. Delhi: a portrait, by Khushwant Singh, Raghu Rai, Published by Delhi Tourism Development Corp., 1983. ISBN 0-19-561437-2. Page 15.
  60. Fairs & Festivals of Delhi. India Tourism.org. Дата обращения: 13 ғинуар 2007. 2007 йыл 19 март архивланған.
  61. It's Sufi and rock at Qutub Fest. The Hindu (15 декабрь 2005). Дата обращения: 13 ғинуар 2007. 2006 йыл 13 май архивланған.
  62. The Hindu : Front Page : Asia’s largest auto carnival begins in Delhi tomorrow. Thehindu.com. Дата обращения: 3 ноябрь 2008. Архивировано 31 май 2012 года. 2008 йыл 12 ғинуар архивланған.
  63. Delhi Metro records 10% rise in commuters-Delhi-Cities-The Times of India. Timesofindia.indiatimes.com. Дата обращения: 3 ноябрь 2008. Архивировано 31 май 2012 года.
  64. Sunil Sethi: Why Delhi is India`s Book Capital. Business-standard.com. Дата обращения: 3 ноябрь 2008.
  65. Delhi to lead way in street food. 2009 йыл 5 март архивланған. Times of India
  66. Delhi: Old, new, sleek and rambunctious too. The Salt Lake Tribune. Архивировано 10 октябрь 2007 года. 2007 йыл 10 октябрь архивланған.
  67. Jacob, Satish Wither, the walled city (mis) // Seminar (web edition). — 2002. — № 515.
  68. Shopping in Delhi. About Palace on Wheels. Архивировано 31 май 2012 года.
  69. Medical Meccas: An Oasis for India's Poorest | Newsweek Health for Life | Newsweek.com. Newsweek.com. Архивировано 31 май 2012 года.
  70. India Today — India's most widely read magazine. Indiatoday.digitaltoday.in.
  71. Asiaweek.com | Asia's Best Universities 2000 | Overall Ranking. Cgi.cnn.com. Архивировано 31 май 2012 года.
  72. 72,0 72,1 72,2 Chapter 15: Education. Planning Department, Government of National Capital Territory of Delhi. Дата обращения: 21 декабрь 2006. Архивировано 14 июнь 2007 года. 2007 йыл 14 июнь архивланған.
  73. Education in India Asia Internet Plaza
  74. outlookindia.com | wired. Outlookindia.com. Дата обращения: 3 ноябрь 2008. Архивировано 31 май 2012 года.
  75. Rediff Business Desk. What is CAS? What is DTH? Rediff.com (5 сентябрь 2006). Дата обращения: 8 ғинуар 2007. Архивировано 31 май 2012 года.
  76. Chapter4: Towards a Mass Media Campaign: Analysing the relationship between target audiences and mass media. BBC World Service Trust. Дата обращения: 8 ғинуар 2007. Архивировано 31 май 2012 года.
  77. Delhi: Radio Stations in Delhi, India. Alan G. Davies. Дата обращения: 7 ғинуар 2007. Архивировано 31 май 2012 года.
  78. AIPS Web Site. Архивировано 29 сентябрь 2007 года. 2007 йыл 29 сентябрь архивланған.
  79. Workshop on Air Pollution in Delhi. Delhi Commission for Women. Дата обращения: 3 апрель 2012. Архивировано 10 апрель 2009 года. 2009 йыл 10 апрель архивланған.
  80. Air Pollution in Delhi Increasing with Rapid Growth in Diesel Cars. Green Car Congress. Архивировано 31 май 2012 года.
  81. Earth Day Special &124; Air quality in Delhi: The leapfrog agenda — Economy and Politics — livemint.com
  82. Delhi's air pollution on rise this winter. Toxics Link. Архивировано 31 май 2012 года.
  83. Delhi Govt. under fire over poor sanitary conditions.(недоступная ссылка)
  84. Delhi's Belly. Studies in History. Архивировано 31 май 2012 года.(недоступная ссылка)
  85. Friendship agreement to be signed between London and Delhi. Дата обращения: 12 февраль 2011. Архивировано 31 май 2012 года. 2011 йыл 1 май архивланған.
  86. Sister-City Agreements. Дата обращения: 12 февраль 2011. Архивировано 21 июль 2011 года. 2011 йыл 21 июль архивланған.
  87. Paris wants 'sister-city' relationship with Delhi. Дата обращения: 12 февраль 2011. Архивировано 31 май 2012 года. 2013 йыл 13 февраль архивланған.
  • Delhi (неопр.) (недоступная ссылка). Архивировано 10 февраля 2007 года. «India Governement» — список правительственных департаментов (недоступная ссылка)
  • Government of National Capital Territory of Delhi (неопр.) (недоступная ссылка). Архивировано 19 сентября 2010 года. — официальный сайт Правительства Дели
  • Municipal Corporation of Delhi 2009 йыл 31 март архивланған. — официальная страница Муниципальной корпорации Дели
  • New Delhi Municipal Corporation (неопр.) (недоступная ссылка). Архивировано 10 февраля 2007 года. — официальная страница Муниципальной корпорации Нью-Дели
  • Delhi Capital — портал Delhi Capital
  • Delhi helpline 2010 йыл 9 февраль архивланған. — портал Delhi helpline