Йәлдәк
Тамғалары | |
Һаны һәм йәшәгән урыны | |
---|---|
Барлығы: 30 меңдән ашыу (баһалама)[1] | |
Тел | |
Дин |
Йәлдәк (елдәк, йәлдәт) — башҡорт ҡәбиләһе. Түбәнге Ағиҙел башҡорттары төркөмсәһенә керә.
Телдәре башҡорт теле төньяҡ-көнбайыш диалектының танып һәм түбәнге ағиҙел-ыҡ һөйләштәренә ҡарай. Нуриман районы йәлдәктәренең телдәре ҡариҙел һәм дим һөйләштәре һыҙҙаттарын үҙ эсенә ала[2].
Этноним
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Этнограф Р. Ғ. Кузеев фекеренсә, ҡәбилә атамаһы -аҡ, -әк, -ик, -уҡ, -ыҡ һәм -к ялғауҙары менән тамамланған төрки этнонимдары төркөмөнә (казак, ҡаҙаҡ, ҡумыҡ, ҡыпсаҡ һ.б., башҡорттарҙа шулай уҡ — бәҙрәк, терһәк) ҡарай[3]. Башҡа версиялар буйынса ул -дәк ялғауына тамамланған башҡорт антропонимы (Буҙдәк, Йәлдәк) булып тора. Шәжәрәләргә ярашлы ҡәбиләнең боронғо ата-бабаһы Йәлдәк тархан булған[4].
Тарихы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ҡәбиләнең сығышы һәм тарихы тураһында мәғлүмәттәр бик аҙ. Ҡәбилә тамғаларының күбеһе ҡыпсаҡ ырыуҙарының тамғаларына тап килә, шулай уҡ башҡа түбәнге Ағиҙел буйы ҡәбиләләрендә һымаҡ, йәлдәктәрҙә иҫке башҡорт тамғалары ла таралыу ала[3].
Урта быуаттар дәүерендә йәлдәктәр ҙур Дешт-и-Ҡыпсаҡ ҡәбиләләр тупланмаһының бер өлөшө булған. XI—XIII быуатта Ҡыпсаҡ далаһы ҡәбиләләренең айырым төркөмдәре башҡорт халҡының составына керә[5]. Этнограф Р. Ғ. Кузеев буйынса, йәлдәк ҡәбиләһенең боронғо ерҙәре Ағиҙелдең һул яҡ яр буйында урынлашҡан, был территория урта быуаттарҙа иң әүҙем ҡыпсаҡ экспансияһына дусар була[3]. XV—XVI быуаттар сигендә көньяҡ Башҡортостанда ҡыпсаҡтарҙан Йәлдәк етәкселегендә бер төркөм айырылып сыға. Был төркөм төньяҡ-көнбайыш Башҡортостанға барып Ҡазан ханына хеҙмәт итә башлай һәм уларҙың башлығы Йәлдәк тархан дәрәжәһен ала. Һуңынан йәлдәктәрҙең бер өлөшө төньяҡҡа йүнәлеп, Танып буйында урынлаша, ә ҡайһылары — Ҡариҙел йылғаһы үҙәненә күсенә[3].
Башҡортостандың Рус дәүләтенә ҡушылғандан һуң, ҡәбиләнең ерҙәре Йәлдәк улусын барлыҡҡа килтерә. Күп кенә документтарҙа улус Ҡазан даруғаһы составында, ә ҡайһыларында — Себер даруғаһы составында теркәлә[6]. 1714 йылға ҡарата Йәлдәк улусы 4 аймаҡтан (түбәнән) торған: 1-cеһе — Әхмәр Хәсәнов (Әсәнов) аймағы, 2-cеһе — Сырым Бисубин аймағы, 3-cөһө — Солтанбәк Мәтиков аймағы, 4-cеһе — Балтай Муйнаҡов аймағы. XVIII быуат уртаһында П. И. Рычков тик 3 кенә аймаҡты теркәй:
- Өфө-Йәлдәк — Ҡариҙел йылғаһы бассейнында;
- Ҡыр-Йәлдәк — Ағиҙелдең һул яҡ яр буйында;
- Бүре-Йәлдәк — Ағиҙелдең уң яр буйында[7][8].
1662 йылда йәлдәк башҡорто Китап Баймырҙин яҡташтары менән ата-бабаларының аҫаба ерҙәрен һаҡлаусы документ ала. 1700 йылда Сырым Бисубин, Солтанбәк Мәтиков яҡташтары менән берлектә аҫаба ерҙәрен нығытыусы батша грамотаһын ала, шулай уҡ был документҡа ярашлы йәлдәктәрҙең Азов походында ҡатнашыуы хаҡында билдәле[7].
Һуңыраҡ Йәлдәк улусы ерҙәре Ырымбур губернаһының Бөрө һәм Бәләбәй өйәҙҙәре составына керә, ә 1865 йылда был өйәҙҙәр Өфө губернаһына инә[2]. 1798—1854 йылдарҙа, Башҡортостанда идара итеүҙең кантон системаһы осоронда — 5-се (10-сы, 11-се) һәм 10-сы (12-се, 13-сө) башҡорт кантондарына ҡарай[9]. Генераль ер межеваниеһы һөҙөмтәләре буйынса, XIX быуат башына ҡарай Йәлдәк улусы составында 30331 дисәтинә ер була[10]. Көнбайышта — йылан, төньяҡта — таҙлар, көнсығышта — ҡаңлы һәм унлар, көньяҡта — дыуан ҡәбиләләре уларға күрше була[2][9].
Йәлдәктәр башҡорт ихтилалдарында ла әүҙем ҡатнаша. 1662—1664 йылдарҙағы ихтилалдың етәкселәре араһында Йәлдәк улусы башҡорто Тәгәш Таникеевтың булыуы билдәле[11]. 1735—1740 йылдарҙағы ихтилалдар осоронда абыҙ Килмәк Нурышев ғәскәре составында йәлдәктәрҙән мулла Йософ Тоҡсурин һәм Яугилде Таулиндарҙың отряды һуғышыуы, ә Асҡар Солтанбәков етәкселегендәге отряд Аҡай Күсемов ғәскәренә ҡушылыуы тураһында мәғлүмәттәр бар[12]. 1773—1775 йылдарҙағы Крәҫтиәндәр һуғышы барышында, 1773 йылдың ноябрендә баш күтәреүселәр яғына Йәлдәк улусы старшинаһы Баязит Килмәтов (Килмөхәмәтов) үҙенең отряды менән сығыуы билдәле[13].
1917 йылғы февраль инҡилабынан һуң башҡорт милли-азатлыҡ хәрәкәте көслө һулыш ала, Башҡортостан автономияһы ойошторола. 1918 йыл башында йәлдәктәрҙең иң ҙур ауылы Борайҙа Башҡорт милли шураһы ойошторола һәм Шәрәфетдин Хәмитов етәкселегендә ихтилал тоҡанып китә. Был шура 8 улус территорияһын Башҡортостан автономияһының Борай кантоны тип иғлан итә[14].
Хәҙерге ваҡытта йәлдәк ҡәбиләһе вәкилдәре Башҡортостандың Борай, Дүртөйлө, Илеш, Ҡариҙел, Нуриман һәм Саҡмағош райондарында йәшәй[2].
Урынлашыуы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Тораҡ пункттар[15][16] | ||
---|---|---|
РФ субъекты | Район | Тораҡ пункттар |
Башҡортостан | Борай районы | Борай, Дүсмәт, Иҫке Мостафа, Кәмил, Сармаш, Үтәгән, Шишмә-Борай, Яңы Йәлдәк, Яңы Мостафа |
Дүртөйлө районы | Арғымаҡ (1989 йылдан Дүртөйлө ҡалаһы составында)[17], Венеция, Гөблөкөсөк, Иҫке Солтанбәк, Йүкәлекүл, Ҡаҙы-Йәлдәк, Наҙытамаҡ, Солтанбәк, Тамаҡ, Түбәнге Ҡарғауыл, Түбәнге Маншыр, Түбәнге Аташ, Үрге Ҡарғауыл, Һыуыҡҡул | |
Илеш районы | Бишҡурай (башлыса ҡырғыҙ), Иләкшиҙе (башлыса йәлдәк), Кесе Бишҡурай (башлыса ҡырғыҙ), Сүлте (башлыса байлар), Ташшишмә (башлыса йәлдәк), Түләгөн (башлыса йәлдәк), Үрге Маншыр (башлыса йәлдәк) | |
Ҡариҙел районы | Сиҙәш, Үреш-Битулла, Үрештамаҡ | |
Нуриман районы | Иҫке Бүрес | |
Саҡмағош районы | Имәнлеҡул, Суртанбаш (Иҫке Ҡото), Ҡарайерек, Ҡарғалы, Үрге Аташ, Яңы Ҡото |
Билдәле шәхестәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Муса Гәрәев — ике тапҡыр Советтар Союзы Геройы
- Хәләф Ғилданов — Социалистик Хеҙмәт Геройы
- Ришат Шәрипов — Социалистик Хеҙмәт Геройы
- Хәмитйән Зарипов — Социалистик Хеҙмәт Геройы
- Ҡасим Әхмәров — тел белгесе
- Мәлих Харис — шағир
- Камил Әхийәров — ғалим-педагог, юғары мәктәп эшмәкәре.
- Рөстәм Мәрҙәнов, 2015—2018 йылдарҙа Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте Рәйесе.
- Эльза Хөснөтдинова — генетик[18]
Ҡәбиләгә ҡағылышлы саралар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- 2021 йылдың 29 ғинуарында Борай районында Йәлдәҡ ырыуы вакилдәренең йыйыны булды. Унда Борай, Благовещен, Дүртөйлө, Илеш, Ҡариҙел, Нуриман һәм Саҡмағош райондарынан 45 делегат, шулай уҡ эксперттар, тарихсы ғалимдар һәм тыуған яҡты өйрәнеүселәр ҡатнашты. Сараны «Ырыуҙар ағасы» Бөтә Рәсәй фольклор фестивале һәм Башҡорт тарихы йылына ярашлы Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы үҙенең «Башҡорт ырыуҙары йыйындары» исемле проекты буйынса ойошторҙо[19].
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ История башкирских родов, 2015, с. 107
- ↑ 2,0 2,1 2,2 2,3 История башкирских родов, 2015, с. 52
- ↑ 3,0 3,1 3,2 3,3 Кузеев Р. Г., 1974, с. 363
- ↑ История башкирских родов, 2015, с. 14
- ↑ История башкирских родов, 2015, с. 18
- ↑ История башкирских родов, 2015, с. 23
- ↑ 7,0 7,1 Асфандияров А. З., 2009, с. 350
- ↑ История башкирских родов, 2015, с. 112
- ↑ 9,0 9,1 Йәнғужин Р. З. Йәлдәк // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.
- ↑ Асфандияров А. З., 2009, с. 351
- ↑ История башкирских родов, 2015, с. 25-26
- ↑ История башкирских родов, 2015, с. 36
- ↑ История башкирских родов, 2015, с. 43
- ↑ История башкирских родов, 2015, с. 46-51
- ↑ Асфандияров А. З., 2009
- ↑ История башкирских родов, 2015, с. 91-111
- ↑ Мөҙәрисов Ф. Ғ, Әсфәндиәров Ә. З. Арғымаҡ // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.
- ↑ История башкирских родов, 2015, с. 113, 125
- ↑ ИА «Башинформ», 29 января 2021 года (рус.) (Тикшерелеү көнө: 30 ғинуар 2021)
Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Асфандияров А. З. История сёл и деревень Башкортостана и сопредельных территорий. — Өфө: Китап, 2009. — ISBN 978-5-295-04683-4. (рус.)
- История башкирских родов. Ельдяк. Том 13 / С. И. Хамидуллин, Ю. М. Юсупов, Р. Р. Асылгужин, Р. Р. Шайхеев, И. Р. Саитбатталов, В. Г. Волков, А. А. Каримов, А. М. Зайнуллин, И. А. Амиров, Ф. С. Марваров, Р. М. Камалов, Р. М. Рыскулов, А. Я. Гумерова, Г. Ю. Галеева, Г. Д. Султанова. — Уфа: ГУП РБ Уфимский полиграфкомбинат, 2015. — 600 с. — ISBN 978-5-85051-650-5. (рус.)
- Йәнғужин Р. З. Башҡорт ҡәбиләләре тарихынан. — Өфө: Башҡортостан «Китап» нәшриәте, 1995. — 96 с. — ISBN 5-295-02551-3.
- Кузеев Р. Г. Происхождение башкирского народа: Этнический состав, история расселения. — М.: Наука, 1974. — 572 с. (рус.)
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Йәлдәк // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9. (Тикшерелеү көнө: 30 ғинуар 2021)
Был мәҡәлә Башҡорт Википедияһының яҡшы мәҡәләләр исемлегенә инә. |